Куркоткин Семён Константинович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Куркоткин Семён Константинович
рус. Семён Константинович Куркоткин
Рәсем
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
Хеҙмәт итеүе СССР
Патронимы йәки матронимы Константинович[d]
Тыуған көнө 13 февраль 1917({{padleft:1917|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:13|2|0}})[1]
Тыуған урыны Раменское[d], Раменская волость (Бронницкий уезд)[d], Бронницкий уезд[d], Мәскәү губернаһы[d], Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 16 сентябрь 1990({{padleft:1990|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:16|2|0}})[1][2] (73 йәш)
Вафат булған урыны Мәскәү, РСФСР, СССР
Ерләнгән урыны Новодевичье зыяраты[d]
Һөнәр төрө сәйәсмән, хәрби хеҙмәткәр
Биләгән вазифаһы СССР Юғары Советы депутаты[d]
Уҡыу йорто Рәсәй Федерацияһы Ҡораллы Көстәре Генераль штабы Хәрби академияһы[d]
Военная академия бронетанковых войск[d]
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Ҡатнашыусы КПСС-тың XXII съезы[d]
Хәрби звание Советтар Союзы Маршалы
Командалыҡ иткән Закавказский военный округ[d], Группа советских войск в Германии[d] һәм Тыл Вооружённых Сил Российской Федерации[d]
Һуғыш/алыш Икенсе бөтә донъя һуғышы һәм Бөйөк Ватан һуғышы
Ғәскәр төрө Эшсе-крәҫтиән Ҡыҙыл армияһы
Ойошма ағзаһы КПСС Үҙәк комитеты
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
 Куркоткин Семён Константинович Викимилектә

Куркоткин Семен Константинович (31 ғинуар (13 февраль) 1917 йыл — 16 сентябрь 1990 йыл, Мәскәү) — совет хәрби етәксеһе, Советтар Союзы маршалы, Советтар Союзы Геройы (1981). КПСС Үҙәк Комитеты ағзаһы (1976—1989).

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Куркоткин Семен Константинович 1917 йылдың 31 ғинуарында (13 февраль) Мәскәү өлкәһенең Раменское районында Запрудная ауылында кәрҫтиән ғаиләһендә тыуа. Урыҫ. 1936 йылда Мәскәү индустриаль-педагогия техникумын тамамлай .

Һуғышҡа тиклемге хеҙмәте[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡыҙыл армия сафында 1937 йылдың 1 сентябренән. Үҙ теләге менән Мәскәү өлкәһенең Звенигород военкоматы аша инә. 1939 йылда Орел бронялы танкы училищеһын тамамлай[3]. Әммә командалыҡ эше урынына 1939 йылдың сентябренән 1940 йылдың октябренә тиклем рота политругы итеп хәрби-сәйәси эшкә ҡушыла. Хәрби-сәйәси училищеға ебәрелә, уны 1941 йылда тамамлай.

Бөйөк Ватан һуғышы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Бөйөк Ватан һуғышында 1941 йылдың авгусынан — Карелияла 7-се айырым армия уҡсылар дивизияһының айырым разведка батальонының танк ротаһы политругы була. 1942 йылдың ғинуарында военкомдарҙы әҙерләү курстарына йүнәлтелә, уны тамалағас, 1942 йылдың майында Воронеж фронтына ебәрелә. Унда — танк батальоны командиры, 1942 йылдың октябренән — айырым танк батальоны командиры, 1942 йылдың декабренән айырым танк полкы командиры урынбаҫары вазифаларында һуғыша.

1943 йылда Юғары офицерҙар составын камиллаштырыу ҡыҫҡа сроклы академик курстарҙы тамамлай. 1943 йылдың июненән — Воронеж һәм 1-се Украина фронттарында танк бригадаһы командиры урынбаҫары, 1944 йылдың декабренән һуғыш аҙағына тиклем — шул уҡ танк бригадаһы командиры вазифаһын башҡарыусы. Бригада менән командалыҡты алыш барышында, командир сафтан сыҡҡас, үҙ яуаплылығына ала[3]. Ғөмүмән, һуғыш йылдарында батыр алыша, бер нисә тапҡыр яралана, 6 хәрби орден менән бүләкләнә. Уның етәкселегендә бригада Ҡыҙыл Байраҡлы исемен ала.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. 1,0 1,1 Deutsche Nationalbibliothek Record #1061317528 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
  2. Semjon Konstantinowitsch Kurkotkin // filmportal.de — 2005.
  3. 3,0 3,1 «К-22» — Линейный крейсер / [под общ. ред. Н. В. Огаркова]. — М. : Военное изд-во М-ва обороны СССР, 1979. — С. 533—534. — (Совет хәрби энциклопедияһы : [в 8 т.]; vol. 1976—1980, вып. 4).

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • «К-22» — Линейный крейсер / [под общ. ред. Н. В. Огаркова]. — М. : Военное изд-во М-ва обороны СССР, 1979. — 654 с. — (Совет хәрби энциклопедияһы : [в 8 т.]; vol. 1976—1980, вып. 4).
  • Герои Советского Союза: Краткий биографический словарь / Пред. ред. коллегии И. Н. Шкадов. — М.: Воениздат, 1987. — Т. 1 /Абаев — Любичев/. — 911 с. — 100 000 экз. — ISBN отс., Рег. № в РКП 87-95382.
  • Ҡалып:Книга:ВОВ. Энциклопедия
  • Маршалы Советского Союза: личные дела рассказывают. — М., 1996.
  • «Где тыл, там вечный бой» // «Красная звезда», 31 октября 2007 г.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]