Әзербайжан Совет Социалистик Республикаһы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Әзербайжан Совет Социалистик Республикаһы
Флаг[d] Герб
Flag of the Azerbaijan Soviet Socialist Republic.svg Emblem of the Azerbaijan SSR.svg
Нигеҙләү датаһы 28 апрель 1920
Ҡыҫҡаса атамаһы Азербайджанская ССР һәм Азербайджанская ССР
Рәсми тел Әзербайжан теле һәм рус
Гимн Әзербайжан ССР-ы гимны
Дәүләт Flag of the Soviet Union.svg СССР
Административ үҙәк Баҡы
Административ-территориаль берәмек СССР һәм Кавказ аръяғы Социалистик Федератив Совет Республикаһы[d]
Идара итеү формаһы совет республикаһы[d]
Заменён на Әзербайжан
Алыштырған Әзербайжан Демократик Республикаһы[d]
Халыҡ иҫәбе 70 378 676 кеше[1]
Валюта Совет һумы[d]
Ғәмәлдән сыҡҡан дата 1991
Урынлашыу картаһы
Әзербайжан Совет Социалистик Республикаһы (Земля)
Әзербайжан Совет Социалистик Республикаһы
Commons-logo.svg Әзербайжан Совет Социалистик Республикаһы Викимилектә

Әзербайжан Совет Социалистик Республикаһы (әзерб. Азәрбајҹан Совет Сосиалист Республикасы, хәҙер Azərbaycan Sovet Sosialist Respublikası, ҡыҫҡаса Әз. ССР-ы) — 1920 йылдың 28 апреленән 1991 йылдың 30 авгусына тиклем Совет Социалистик Республикалар Союзы — СССР составындағы республика.

Дөйөм мәғлүмәттәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Әзербайжан ССР-ы 1920 йылдың 28 апрелендә Әзербайжан Демократик Республикаһы ҡолатылыу менән үк ойошторола. 1922 йылдың 12 мартынан 1936 йылдың 5 декабренә тиклем Кавказ аръяғы Совет Федератив Социалистик Республикаһы составында була, ә 1936 йылдың 5 декабрендә союздаш республика булараҡ СССР-ға туранан-тура инә. Кавказ аръяғының көньяҡ-көнсығыш өлөшөндә урынлашҡан була. Төньяҡтан РСФСР составындағы Дағстан АССР-ы, төньяҡ-көнбайышта Грузин ССР-ы, көньяҡ-көнбайышта Әрмән ССР-ы һәм Төркиә, көньяҡта Иран менән сикләшкән була. Көнсығышта республика ярҙарын 86,6 мең км² майҙанда Каспий диңгеҙе йыуа. Уның һайығыуы арҡаһында һәм диңгеҙҙәге утрауҙар иҫәбенә Әзербайжан территорияһы ваҡыт үтеү менән 3,5 мең квадрат километрға ҙурая. 1969 йылдың 1 ғинуарына республика халҡы 5042 мең кеше тәшкил итә. Баш ҡалаһы — Баҡы. Әзербайжан ССР-ы составына Нахичеван Автономиялы Совет Социалистик Республикаһы һәм Таулы Ҡарабах автономиялы өлкәһе инә. Республикала 60 район, 57 ҡала (1913 йылда — 13), 119 ҡала тибындағы ҡасаба була.

1991 йылдың 5 февралендә Әзербайжан ССР-ының Юғары Советы республиканың исемен «Әзербайжан Республикаһы» (урыҫса «Азербайджанская Республика»)[2] итеп үҙгәртеү тураһында СССР Конституцияһының 71-се статьяһына ҡаршы килгән ҡарар ҡабул итә.

1991 йылдың 19-21 авгусындағы ГКЧП-ға бәйле ваҡиғаларҙан һуң күп тә үтмәй, йәғни 30 августа Әзербайжан ССР-ының Юғары Советы республиканың бойондороҡһоҙлоғын иғлан итә[3]. Илдә 8 сентябрҙә үткән һайлау һөҙөмтәһендә, 98,5 процент тауыш йыйып, быға тиклем Әзербайжан ССР-ы президенты һәм Әзербайжан Коммунистар партияһы Үҙәк Комитетының беренсе секретары булған Аяз Моталибов үҙаллы Әзербайжандың беренсе президенты итеп һайлана.

«Союздаш республиканың СССР-ҙан сығыуы менән бәйле мәсьәләләрҙе хәл итеү тәртибе тураһында» СССР Законы менән ҡаралған процедуралар үтәлмәгәнлектән, Әзербайжан Республикаһы (Әзербайжан ССР-ы) 1991 йылдың 26 декабрендә Советтар Союзы тарҡалғансы формаль рәүештә СССР составында ҡала.

Административ төҙөлөшө[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Республика Конституцияһына ярашлы, Әзербайжан ССР-ы «эшсе һәм крәҫтиәндәрҙең социалистик дәүләте, ССР Союзы составына ингән союздаш совет социалистик республикһы» була. Дәүләт власының юғары органы — Әзербайжан ССР-ының бер палаталы Юғары Советы, ул дүрт йылға бер һайланған, вәкәләтлек нормаһы — 12,5 мең кешенән 1 депутат. Юғары Совет сессиялары араһында Дәүләт власының юғары органы функцияларын Әзербайжан ССР-ының Юғары Советы Президиумы тормошҡа ашырған. Юғары Совет республика хөкүмәтен — Әзербайжан ССР-ы Министраҙар Советын төҙөгән, Әзербайжан ССР-ы закондарын ҡабул иткән. Райондарҙа, ҡалаларҙа, ҡасаба һәм ауылдарҙа, шулай уҡ Таулы Ҡарабах автономиялы өлкәһендә урындағы власть органдары — халыҡ тарафынан ике йылға бер һайланған хеҙмәтсәндәр депутаттары Советтары булған. Әзербайжан ССР-ының Юғары Советының Милләттәр Советы 32 депутаттан торған. Бынан тыш Әзербайжан ССР-ы составына ингән Нахичеван АССР-ынан 11 һәм Таулы Ҡарабах автономиялы өлкәһенән 5 депутат Милләттәр Советына ингән булған.

Конституцияға ярашлы, Әзербайжан ССР-ының Юғары Советы тарафынан 5 йыллыҡ срокка һайланған Әзербайжан ССР-ының Юғары суды республикала юғары суд органы булған. Уның составында 2 суд коллегияһы (граждан һәм енәйәт эштәре буйынса) һәм Пленум эшләп килә. Бынан тыш Юғары судтың Президиумы ла булған. Әзербайжан ССР-ы прокуроры, шулай уҡ Нахичеван АССР-ы һәм Таулы Ҡарабах автономиялы өлкәһе прокурорҙары 5 йыллыҡ срокка СССР Генераль прокуроры тарафынан тәғәйенләнгән.

Республика филателияла[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]