Ягода Генрих Григорьевич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Ягода Генрих Григорьевич
Рәсем
Заты ир-ат
Гражданлығы Flag of Russia.svg Рәсәй империяһы
Flag of the Russian Soviet Federative Socialist Republic (1918–1937).svg РСФСР
Flag of the Soviet Union (1924–1955).svg СССР
Тыуған көнө 7 (19) ноябрь 1891
Тыуған урыны Рәсәй империяһы, Ярославль губернаһы[d], Рыбинск өйәҙе[d], Рыбинск
Вафат булыу көнө 15 март 1938({{padleft:1938|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:15|2|0}})[1] (46 йәш)
Вафат булған урыны СССР, Мәскәү ҡалаһы
Үлем сәбәбе атып үлтереү[d]
Ерләнгән урыны Коммунарка атыу полигоны
Хәләл ефете Авербах Ида Леонидовна[d]
Һөнәр төрө сәйәсмән, хәрби хеҙмәткәр
Ойошма йәки клуб ағзаһы КПСС Үҙәк комитеты[d]
Бүләктәре һәм маҡтаулы исемдәре
Ленин ордены Ҡыҙыл Байраҡ ордены Ҡыҙыл Байраҡ ордены Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы[d] һәм Рәсәй социал-демократик эшселәр (большевиктар) партияһы
Ҡатнашыусы XVII съезд ВКП(б)[d]
Хәрби звание ефрейтор һәм дәүләт именлегенең генераль комиссары[d]
Һуғыш/алыш Беренсе донъя һуғышы
Ғәскәр төрө пехота[d]
Commons-logo.svg Ягода Генрих Григорьевич Викимилектә

Генрих Григорьевич Ягода (тыуған ваҡыттағы исеме — Енох Гершонович Иегуда[2], 7 ноябрь (19) 1891 йыл, Ярославль губернаһы, Рыбинск ҡалаһы — 15 март 1938 йыл, Мәскәү) — урыҫ революционеры, совет дәүләт һәм сәйәси эшмәкәре, совет дәүләт именлеге органдарының төп етәкселәренең береһе (ВЧК, ГПУ, ОГПУ, НКВД), СССР-ҙың эске эштәр халыҡ комиссары (1934—1936), тарихта беренсе «дәүләт хәүефһеҙлегенең генераль комиссары» (махсус атама һәм уның Ягодаға бирелеүе бер указда раҫлана).

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иртә йылдары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1891 йылдың 7 (19) ноябрендә Рыбинск ҡалаһында йәһүд ғаиләһендә тыуған. Уның атаһы, Гершон Фишелевич (совет документтарында Григорий Филиппович) Ягода — баҫмасы-гравёр. Әсәһе, Ягода Хася (Ласса) Гавриловна (1863—1940), Семберҙә тыуған, өй хужабикәһе. Енохтан тыш ғаиләлә тағы ике улдары — Лев һәм Михаил — һәм биш ҡыҙ була.

Урта белем алғас, статистик булып эшләй.

Ягодалар ғаиләһе туғанлыҡ ептәре менән Свердловтар ғаиләһе менән бәйле була. Ягоданың атаһы, Гершон Филиппович, Яков Свердловтың атаһының ике туған ағаһы булып сыға. Һуңынан Ягода үҙенең өс туған һеңлеһе булған Ида Леонидовна Авербахҡа өйләнә, уларҙың Гарик исемле улдары тыуа. Ида Авербахтың ағаһы — совет әҙәбиәтсеһе Леопольд Авербах.

Енох тыуғандан һуң ғаилә Түбәнге Новгородҡа күсенә, тап шунда Ягода Яков Свердлов менән таныша.

Ғаилә социал-демократтар менән бәйле була. 1904 йылда Гершон Ягода йортонда РСДРП-ның Түбәнге Новгород комитетының йәшерен типографияһын тоторға ризалыҡ бирә. Йәш үҫмер Енох әлеге йәшерен типография эшендә ҡатнаша.

1905 йылдың декабрендә Сормоволағы ҡораллы ихтилал ваҡытында Ягоданың өлкән ағаһы Михаил (1890—1905) һәләк була.

1907 йылда 15 йәшлек үҫмер анархист-коммунистарға ылығып китә. 1911 йылда Генрихҡа Мәскәү анархистары менән банкты бергә талау өсөн бәйләнеш булдырыу ҡушыла.[3]

Мәскәү, ҡулға алыу. Сембергә һөрөлөү (1912—1913)[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Учет карточкаһы, 1912 йыл

1912 йылдың йәйендә 20-йәшлек Ягоданы Мәскәүҙә ҡулға алалар, сөнки йәһүд булараҡ уға Мәскәүҙә йәшәргә рөхсәт ителмәй һәм ул унда Галушкин исеменә алынған ялған паспорт буйынса үҙенең апайы Розала йәшәй, апайы анархист партияһы ағзаһы була. Уны «революцион ойошмаларға ҡараған кешеләр менән енәйәти мөнәсәбәттәр булдырыуҙа» ғәйепләйҙәр. Жандармдар, йәш кеше православиеға күсергә һәм иҫке баш ҡалала эшкә урынлашырға ниәт иткәнен, билдәләйҙәр. Суд уны Сембергә һөргөнгә ике йылға хөкөм итә, унда уның ҡартатаһының үҙ йорто була.

Сембергә килгәндән һуң һөргөнсө Ягода ҡала губернаторы Ключарев исеменә ата-әсәһе янына Түбәнге Новгородҡа ҡайтырға рөхсәт һорап, ғариза яҙа, әммә губернатор уның үтенесен яуапһыҙ ҡалдыра[4].

Романов нәҫеленең 300-йыллығы айҡанлы амнистия буйынса һөргөн срогы бер йылға ҡыҫҡартыла. Шуға күрә Ягодаға 1913 йылдың йәйендә Санкт-Петербургта йәшәү өсөн мөмкинлек асыла. Бының өсөн уға православиены ҡабул итергә һәм формаль рәүештә йәһүдилектән баш тартырға тура килә[5]. Ул ваҡытта ғәмәлдә булған Уложениеға ярашлы диндән баш тартыу енәйәт тип һанала.

Санкт-Петербург (1913—1917)[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ягода 1915 йылда

1913 йылдан Путилов заводында эшләй.

1930 йылда Ягоданың урынбаҫарҙарының береһе — батша каторгаһында ун йыл ултырып сыҡҡан, электән партия ағзаһы булған Трилиссер үҙ инициативаһы буйынса начальнигының биографияһын тикшереү үткәрергә була. Үҙәк комитеттың Ойоштороу бюроһы талабы буйынса яҙылған Ягоданың автобиографияһы ялған булып сыға. Ягода, 1907 йылда большевиктар партияһына индем, 1911 йылда батша хөкүмәте тарафынан һөргөнгә ебәрелдем һәм артабан Октябрь революцияһында әүҙем ҡатнаштым, тип яҙа. Быларҙың барыһы ла тиерлек ялған. Ысынында Ягода партияға тик 1917 йылда ылыға, ә быға тиклем большевиктар менән дөйөм бер нимәһе лә булмай[6].

1915 йылда Генрих Ягоданы армияға алалар һәм Беренсе донъя һуғышы алыштары яландарына ебәрәләр. Ул 5-се армия корпусының 20-се уҡсылар полкы ефрейторы дәрәжәһенә тиклем күтәрелә. Осенью 1916 йылдың көҙөндә яралана һәм тиҙҙән демобилизациялана. Петроградҡа ҡайта.

1917 йылда «Солдатская правда» гәзите менән хеҙмәттәшлек итә (гәзит 1917 йылдың 15 (28) апреленән 1918 йылдың 6 мартына тиклем сығарыла). Июль айында Ваҡытлы хөкүмәт тарафынан ябыла[7]). Революцияға тиклем Ягода Максим Горький менән таныша һәм улар һуңынан да үҙ-ара дуҫтарса мөнәсәбәттәрҙә булалар.

Революция һәм ВЧК-ОГПУ-лағы эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ҡатыны Ида Авербах менән, 1922 йылдың 30 сентябре

Петроградта Октябрь революцияһында ҡатнаша.

1917 йылдың 22 ноябренән (5 декабрь) 1918 йылдың апреленә тиклем — «Деревенская Беднота» гәзитенең мөхәррире[8].

1918 йылдан алып Петроград ЧК-һында эшләй. 1918—1919 йылдарҙа — РККА-ның Юғары хәрби инспекцияһы хеҙмәткәре. 1919 йылда уны Я. М. Свердлов һәм Ф. Э. Дзержинский күреп ҡалалар һәм Мәскәүгә күсерәләр. 1919—1920 йылдарҙа — Халыҡ комиссариатының Тышҡы сауҙа коллегияһы ағзаһы. 1919 йылдың аҙағынан 1920 йылдың аҙағына тиклем ВЧК-ның Махсус бүлеге эштәре идарасыһы, тәғәйенләү фарманына И. П. Павлуновский ҡул ҡуя[9]. 1920 йылда ВЧК Президиумының ағзаһы, артабан ГПУ коллегияһының ағзаһы. 1923 йылдың сентябренән — ОГПУ рәйесенең икенсе урынбаҫары. Дзержинскийҙың вафатынан һуң, 1926 йылдың июлендә, ОГПУ-ны Менжинский етәкләй, 1927 йылдың июлендә Ягода уны ошо вазифала алыштыра[10]. ОГПУ рәйесе В. Р. Менжинскийҙың ауырыуы арҡаһында ысынында Ягода был учреждениеға етәкселек итә.

Партия эсендә барған көрәштә И. В. Сталин яҡлы була. 1927 йылдың октябрендә Сталинға ҡаршы демонстрацияларҙы ҡыйратыу менән етәкселек итә[11].

1933 йылдың 4 авгусында Ягода Ленин ордены менән наградлана (Беломорканал төҙөлөшө менән етәкселек иткән өсөн).

Шул уҡ ваҡытта Совет контроле Комиссияһының ялыуҙар бюроһы мөдире М. И. Ульянова исеменә ғариза менән «Япония файҙаһына шпионлыҡ ҡылған» атып үлтерелмәгән ике фигуранттарҙың береһе А. Г. Ревис мөрәжәғәт итә. Ул законһыҙ тикшереү ысулдары тураһында ла хәбәр итә. 1934 йылдың 15 сентябрендә ойошторолған Политбюро комиссияһы (Каганович, Куйбышев һәм Акуловтар составында) белдереүҙәр ысынбарлыҡҡа тап килә тигән һөҙөмтәгә килә. Шулай уҡ комиссия ОГПУ һәм НКВД органдары тарафынан законды боҙоу осраҡтарын таба: ҡулға алынғандарҙы язалау һәм эштәрҙе уйлап сығарыу. Комиссия законһыҙ тикшереү ысулдарын бөтөрөү; ғәйеплеләрҙе хөкөм итеү һәм Ревис һәм Маркевич буйынса эште ҡабаттан ҡарау тураһында ҡарарҙың проектнын әҙерләй. Кировтың үлтерелеүе әлеге проекттың ҡабул ителеүен тотҡарлай[12].

НКВД башлығы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Максим Горький һәм Генрих Ягода. 1935 йылдың ноябренән дә алда түгел. РГАСПИ. Ф. 558. 11-се исемлек. 1656-сы эш. 9 бит.

1934 йылдың июлендә СССР НКВД-һы булдырыла, яңы наркоматты һәм уның иң мөһим өлөшө — дәүләт именлеге буйынса баш идаралығын (ГУГБ) Генрих Ягода етәкләй.

Ул ваҡыттағы Ягоданың фекере тураһында һуңғараҡ НКВД-ның Йәшерен-сәйәси бүлеге начальнигы Г. А. Молчанов дәлилләй:

1934 йылда Ягода бер нисә тапҡыр миңә беҙҙең язалау сәйәсәтебеҙҙә йомшағыраҡ курс алып барыу кәрәклеге тураһында күрһәтә ине. Мәҫәлән, 1934 йылда «Динамо» һыу станцияһында үҙ-ара һөйләшкәнебеҙ иҫемдә ҡалған. Был һөйләшеүҙә Ягода миңә, етәрҙер инде кешеләрҙе атып үлтерергә, тип туранан-тура әйтте.[13]

Ягоданың ошондай белдереүҙәре репрессияларҙы закон сиктәренә индереүгә ҡарата хакимлыҡ иткән элитаның дөйөм курсы сағылышын күрһәтә. Ул ваҡытта Ворошилов һәм Каганович та ошондай уҡ фекерҙә булалар[14].

Ягоданың етәкселегендә ГУЛАГ ойошторола һәм холоҡто төҙәтеү-хеҙмәт лагерҙары селтәре киңәйтелә, тотҡондар кесө менән Беломор-Балтика каналы төҙөлөшө башлана. Әлеге төҙөлөштө яҡтыртыуға Максим Горький етәкселегендә 36 яҙыусы йәлеп ителә[15].

Ягода рәсми рәүештә «тайга һәм Себер социалистик индустрияһының беренсе инициаторы, ойоштороусыһы һәм идеялы етәксеһе» титулын йөрөтә. Ягодаға лагерь төҙөлөштәрен ойоштороу буйынса ҡаҙаныштары өсөн Беломор-Балтика каналының аҙаҡҡы шлюзында махсус һәйкәл — бронза бюст — ҡуйыла[16].

Сталин баҫымы аҫтында С. М. Кировты «үлтереүселәре» өҫтөнән, «Кремль эше» суд процестарын ойоштороуҙа ҡатнаша, әммә подпольелағы советтарға ҡаршы ойошмалар тураһында эштәрҙе уйлап сығарыуға ҡаршы тора. Тарихсы О. В. Хлевнюк фекеренсә, ысынында әлеге эштәр буйынса тикшереүҙәрҙә Сталин йүнәлешен Ежов үткәрә, ул Ягоданың урынбаҫарҙарының береһе Я. С. Агранов менән эске эштәр халыҡ комиссарына һәм уның тарафдарына ҡаршы заговорға инә[17].

1935 йылда Ягодаға тәүгеләрҙән булып «Дәүләт именлегенең генераль комиссары» исеме бирелә. 1936 йылдың авгусында Каменев һәм Зиновьевҡа ҡаршы Беренсе асыҡ Мәскәү процесы үткәрелә. 1936 йылдың 22 августа М. П. Томский үҙенә үҙе ҡул һала. Үлеү алдынан ул Сталинға хат яҙа:

1928 йылдың майында кем мине уң оппозиция юлына этәргәнен белгең килһә, - шәхсән минең ҡатынымдан һора, шул саҡта ғына ул уларҙы исемләп әйтер.

Томскийҙың ҡатыны менән осрашҡан Ежов (үҙе әйтеүенсә) Томский Ягоданы күҙ уңында тотҡанын асыҡлай[18].

Дмитровлагтың «Перековка» рәсми гәзите Ягоданы НКВД башлығы вазифаһынан бушатыу тураһында хәбәр итә.

1936 йылдың сентябрендә Ягода эске эштәр наркомы вазифаһынан бушатыла һәм элемтә наркомы итеп тәғәйенләнә. 1936 йылдың 26 сентябрендәге И. В. Сталиндың ҡулхатынан.:

Ягода иптәшкә. Наркомсвязь бик мөһим эш. Был оборона наркоматы. Һеҙ был Наркоматты аяҡҡа баҫтыра алыуығыҙҙа икеләнмәйем. Наркомсвязь эшенә риза булыуығыҙҙы бик ныҡ үтенәм. Һәйбәт элемтә наркоматһыҙ беҙ үҙебеҙҙе ҡулһыҙ кеүек тоябыҙ. Наркомсвязде хәҙерге хәлдә ҡалдырырға ярамай. Уны ашығыс рәүештә аяҡҡа баҫтырыр кәрәк.

— И. Сталин

1937 йылдың ғинуарында элемтә наркомы вазифаһынан да бушатыла, ВКП(б)-нан сығарыла. Үҙәк Комитетының 1937 йылдың февраль-мартындағы пленумында ҡаты тәнкиткә дусар ителә.

4 апрелдә СССР-ҙың төп гәзиттәре СССР-ҙың Үҙәк башҡарма комитеты Президиумының рәйесе Михаил Калинин ҡултамғаһы менән рәсми белдереү баҫтырыла: «1937 йылдың 3 апрелендәге СССР-ҙың Үҙәк башҡарма комитеты Президиумы ҡарары менән вазифалы кешеләрҙең енәйәттәре асыҡланыуы сәбәпле …

1. Элемтә халыҡ комиссары вазифаһынан Г. Г. Ягоданы бушатырға.

2. Г. Г. Ягоданың эшен тикшереү органдарына тапшырырға»[19].

Американ тарихсыһы Ричард Спенс фекеренсә, Ягода ГУЛАГ-тан Канадаға йәшерен урман тапшырмаһын ебәреүҙе ойоштора алған, уның табышы швейцар иҫәбенә төшкән, әлеге көнгә тиклем кире ҡайтарылмаған (2014 йыл)[20].

Ҡулға алыу[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1937 йылдың 28 мартында НКВД тарафынан ҡулға алына.

Протоколда күрһәтелеүенсә, тентеү ваҡытында Ягоданың йортонда порнографик фильмдар, открыткалар, фотографиялар табылған[21], троцкистик әҙәбиәт һәм башҡалар. Шулай уҡ Зиновьев һәм Каменевты үлтергән ике ялпайған пуля (яҙыуҙар менән). Быларҙың бөтәһен дә үҙенә НКВД-ның яңы наркомы Н. И. Ежов алған була һәм уның үҙен ҡулға алған саҡта табыла. Башта Ягоданы «дәүләткә ҡаршы һәм енәйәт эштәрендә» ғәйепләйҙәр, һуңынан — «Троцкий, Бухарин һәм Рыков менән бәйләнештәрҙә, НКВД-ла троцкист-фашистик заговор төҙөүҙә, Сталинды һәм Ежовты үлтерергә маташыуҙа, дәүләт түңкәрелешен әҙерләүҙә һәм интервенцияла» ғәйепләләнеү өҫтәлә. Ягодаға ҡаршы уның төп арҡалаштары Я. С. Агранов, Л. М. Заковский, С. Г. Фирин, С. Ф. Реденс, Ф. И. Эйхманс, З. Б. Кацнельсон, И. М. Леплевский һәм башҡалар сығыш яһайҙар. 1937 йылдың 28 апрелендәге һорау алыу протоколы[22].

А. Х. Артузовтың Н. И. Ежовҡа яҙған хатында (1937) Ягода сикләнгән, ОГПУ-ла биләгән вазифаларҙың бөтә параметрҙары буйынса лайыҡһыҙ кеше булараҡ баһалана. Холҡо, интеллектуаль көсө, мәҙәнилеге, белеме, марксизм-ленинизмды белеү буйынса Ягода — антипод В. Р. Менжинскийҙың антиподы.

Б. И. Гудзь

Уның ҡатыны Ида Авербах прокуратуранан эштән сығарыла һәм 1937 йылдың 9 июнендә «СССР НКВД-һы хөкөм иткән кешенең ғаилә ағзаһы булараҡ» ҡулға алына. Әсәһе һәм ете йәшлек улы менән ул Ырымбурға 5 йылға һөргөнгә ебәрелә[23], һуңынан атып үлтерелә.

Суд ҡарары сығарылғанға тиклем төрмә камераһына чекистар тарафынан махсус рәүештә ултыртылған драматург Владимир Киршон һүҙҙәренсә, Ягода Киршондан Горькийҙың килене Надежда Пешкова («Тимоша»), шулай уҡ үҙенең ҡатыны һәм улы тураһында һорашырға маташҡан. Ул әйткән:

Мин һеҙҙән (…) Ида, Тимоша, бала, туғандар тураһында һорашырға теләгәйнем… Әгәр мин Иданы күрһәм, уға бер нисә һүҙ улыбыҙ хаҡында әйтһәм, процеста үҙемде икенсе төрлөрәк тотор инем, барыһын да еңелерәк кисерер инем…

Сообщение Киршона о поведении Ягоды. 1938 г.

Ягода ҡатыны менән осрашыу ойоштороуҙарына ышанмай[24][25].

«Тимоша» Пешкова — Максим Горькийҙың улы Максим Пешковтың ҡатыны. Ягода һәм уның секретары П. П. Крючков Горькийҙың улын үлтереүҙә (Горькийҙың үҙен дә) ғәйепләнәләр. Ягода үҙен ғәйепле итеп таныуҙы «шәхси уйҙарынан» — Тимошаны яратыуынан — эшләнем тип белдерә.

Суд процесы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1938 йылдың мартында Ягода Өсөнсө Мәскәү процесында төп ғәйепләнеүселәр иҫәбендә була. Шпионажда ғәйепләнеүгә ул ошондай яуап бирә:

Юҡ, бында мин үҙемде ғәйепле итеп танымайым. Мин шпион булһам, тиҫтәләгән дәүләт үҙҙәренең разведкаларын тарҡатырға тейеш булырҙар ине, тип ышандыра алам.

Процеста Ягода ОГПУ рәйесенең урынбаҫары булараҡ заговорҙа ҡатнашыусыларҙы яҡлауында үҙен ғәйепле тип таный. Процеста прокурор А. Я. Вышинский һәм Ягода араһындағы диалогтан:

Вышинский: Һәр хәлдә, былар бөтәһе лә һеҙ, хөкөм ителеүсе Ягода, ОГПУ рәйесенең урынбаҫары булған һәм йәшерен төркөмдәр менән көрәш алып барыу һеҙҙең бурыстарға ингән саҡта булған?

Ягода: Әйе.

Вышинский: Тимәк, һеҙ асыҡтан-асыҡ дәүләт хыянатын башҡарҙығыҙ?

Ягода: Әйе.

13 марттың таңында суд приговорҙы иғлан итә: хөкөм ителеүсе ғәйепле тип таныла һәм атып үлтереүгә хөкөм ителә. Ғүмерен ҡотҡарып ҡалыу өсөн Ягода ярлыҡау һорай:

Ватан алдында минең ғәйебем ҙур. Уны бер нисек тә юйып булмай. Ауыр үлергә. Бөтә халыҡ һәм партия алдында тубыҡланып торам һәм … ярлыҡау һорайым.

Бухарин-Рыков-Ягода эше буйынса приговор, 1938 йылдың марты.

СССР-ҙың Үҙәк башҡарма комитеты үтенесте кире ҡаға. 1938 йылдың 15 мартында НКВД-ның Лубянка төрмәһендә атып үлтерелә.

2015 йылдың 2 апрелендә Рәсәй Федерацияһының юғары Суды, 1991 йылғы реабилитация тураһындағы Федераль законына һылтанып, Г. Ягоданы аҡлауҙан баш тарта[26],[27].

Аҡлауҙан баш тартыу һәм правозащитниктарҙың фекере[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

«Мемориал» йәмғиәте лидеры Арсений Рогинский суд ҡарары менән ризалығын белдерҙе. Уның фекеренсә, ғәҙел хөкөмгә ҡаршы енәйәттәр эшләгән кеше реабилитацияланырға тейеш түгел. Шул уҡ ваҡытта Рогинский Ягодаға уйҙырма ғәйепләнеүҙәр тағылғанын таныуын һәм бойондороҡһоҙ тикшеренеүселәрҙең Ягоданың енәйәт эшен тикшереү мөмкинлеге юҡ, тип белдерҙе:

Ниндәйҙер сәбәп менән … реабилитацияланмаған кешеләрҙең эштәренә тикшеренеүселәрҙе яҡын ебәрмәйҙәр. Был йәнде көйҙөрә. Һәм беҙгә Юғары Судтың Ягодаға ҡағылышлы ҡарарға объектив баһаны бирергә мөмкинлек бирмәй.

Наградалары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  •  Ленин ордены (1933)[28] — Беломор-Балтика каналы төҙөлөшө менән етәкләкселек иткән өсөн
  • Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1927[29])
  • Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1930)
  • РСФСР-ҙың Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1932)
  • «ВЧК—ГПУ (V)-ның Почетлы хеҙмәткәре» (1922), «ВЧК—ГПУ (XV) Почетлы хеҙмәткәре» (1932), «РКМ-дың Почетлы хеҙмәткәре» (1933) билдәләре.
  • Г. Г. Ягоданың исемен Рыбинск машиналар төҙөү заводы йөрөткән.

Ғаиләһе[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ҡатыны — Ида Авербах (Л. Авербахтың һеңлеһе), репрессияланған. Улы — Генрих (Гарик), ата-әсәһе ҡулға алынғандан һуң әсәһенең фамилияһын алған, 2003 йылда вафат булған. Өс балаһы була — 1-се никахынан Виктор һәм Виктория һәм 2-се никахынан -Станислав[30].

Документаль фильмдар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Тайны века. Генрих Ягода: Падение маршала Лубянки
  • Особая папка. Хозяин Лубянки: Генрих Ягода
  • Исторические хроники с Николаем Сванидзе, 34-я серия. «1933 год — Генрих Ягода»

Кинематографта һәм телеэкранда[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Даниэль Окко («Миссия в Москву», США, 1943)
  • Эрланд Эрландсен («Падение Тухачевского» / Der Fall Tuchatschewskij (ФРГ, 1968)
  • Георгий Склянский в фильмах («Враг народа — Бухарин», 1990; «Троцкий», Россия, 1993)
  • Колин Дживонс («Сталин», США — Венгрия — Россия, 1992)
  • («Дети Арбата», телесериал, Россия, 2004)
  • Дмитрий Поднозов («Торгсин», телесериал, Россия, 2017)

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Encyclopædia Britannica
  2. Ягода Генрих (Енох) Григорьевич (Гершенович)
  3. Справка начальника Симбирского губернского жандармского отделения полковника Никольского о Генрихе Ягоде. 2 января 1913
  4. «Кровав, как никто из чекистов», «Симбирский курьер»
  5. Александр Север. Тайна сталинских репрессий
  6. А. М. Орлов. «Тайная история сталинских преступлений»
  7. «Солдатская правда», ежедневная газета 1917
  8. Постановление о закрытии «Сельского Вестника» и о выходе «Деревенской Бедноты» // Декреты советской власти: сб. док. / Ин-т марксизма-ленинизма при ЦК КПСС; Ин-т истории АН СССР : [многотомное изд.]. — М.: Политиздат, 1957—1997. — Т. 1: 25 октября 1917 г. — 16 марта 1918 г. / подгот. С. Н. Валк и др. — С. 123. — ISBN 5-250-00390-7. (ISBN т. 1 отсутствует. Привязано к: Декреты советской власти: [многотомник]. М., 1957—1997.)
  9. А. И. Колпакиди. М. Л. Серяков. ЩИТ И МЕЧ. Энциклопедический справочник (23). Тәүге сығанаҡтан архивланған 21 март 2013. 19 март 2013 тикшерелгән.
  10. Народ
  11. Борис Черток. «Люди и ракеты»
  12. Хлевнюк О. В. Хозяин. Сталин и утверждение сталинской диктатуры. М., РОССПЭН, 2012. С. 227—228
  13. Хлевнюк О. В. Хозяин. Сталин и утверждение сталинской диктатуры. М., РОССПЭН, 2012. С. 223
  14. Хлевнюк О. В. Хозяин. Сталин и утверждение сталинской диктатуры. М., РОССПЭН, 2012. С. 222—223
  15. Беломорско-Балтийский канал имени Сталина: История строительства. — Под редакцией М. Горького, Л. Л. Авербаха, С. Г. Фирина. — М., Государственное издательство «История фабрик и заводов», 1934.
  16. Взлёт и падение Генриха Ягоды
  17. Хлевнюк О. В. Хозяин. Сталин и утверждение сталинской диктатуры. М., РОССПЭН, 2012. С. 263
  18. Хлевнюк О. В. Хозяин. Сталин и утверждение сталинской диктатуры. М., РОССПЭН, 2012. С. 264—265
  19. Новая Газета | Цветной выпуск от 27.04.2007 № 15 (25) | Премьера года: канал Москва—Волга
  20. GULAG, Inc. «В тени»
  21. [1], подраздел «Протокол обыска и опись имущества, изъятого на квартирах и даче Г. Г. Ягоды»
  22. Спецсообщение Н. И. Ежова И. В. Сталину с приложением протокола допроса Г. Г. Ягода. 28 апреля 1937 г.
  23. Мухин, Леонид. Виктория Авербах: Мой дед — Генрих Ягода // Живой Ангарск : новостной портал. — 2010-04-28.
  24. Генрих Ягода. Нарком внутренних дел СССР, Генеральный комиссар государственной безопасности. Сборник документов. — Казань, 1997, стр. 233—235.
  25. Киршон, В. М. Запрещённый Сталин. Часть II // Глава 7. Сталин и Ягода // Сообщение В. М. Киршона о поведении Ягоды в тюрьме. zapravdu.ru (1938). Тәүге сығанаҡтан архивланған 5 февраль 2012. 28 октябрь 2011 тикшерелгән.
  26. «Суд не реабилитировал расстрелянного наркома НКВД Ягоду»
  27. Верховный суд отказался реабилитировать основателя ГУЛАГа Ягоду // Российская газета, 2 апреля 2015.
  28. Ягода
  29. в связи с 10-летием ВЧК-ГПУ-ОГПУ [2]
  30. Мой дед — Генрих Ягода | Новости | Живой Ангарск | LiveAngarsk.ru

==

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]