Свердлов Яков Михайлович
Яков Михайлович[прим. 1] Свердлов; партия псевдонимдары: Андрей[8], Андрей Уральский[9], иптәш Андрей[10], Макс[10], Махровый[11], Михаил Пермяков[10], Михалыч[12], Смирнов[10] һәм башҡалар [прим. 2]; 3 июнь 1885 йыл [10][13], йәки 4 июнь 1885 йыл — 16 март 1919 йыл) — Рәсәй революционеры һәм совет дәүләт һәм сәйәси эшмәкәре[10].
Профессиональ революционер-большевик, дөйөм алғанда, 12 йылдан ашыу һөргөндәрҙә һәм төрмәләргә үткәрә[14]. РСДРП(б) һәм РКП(б) Үҙәк комитеттары ағзаһы «Правда» гәзите редакцияһы ағзаһы[14]. 1905—1907 йылдарҙа РСДРП(б)-ның Екатеринбург һәм Урал революцион комитеттары етәкселегенә инә[14]. Октябрь революцияһының етәкселәренең береһе була[14].
1917 йылдың ноябрендә — 1919 йылдың мартында — ВЦИК-тың рәйесе (РСФСР-ҙың формаль башлығы)[14]. 1918 йылдың август-сентябрендә, Ленинды үлтерергә маташыуҙан һуң, РСФСР-ҙың Халыҡ Комиссарҙары Советы рәйесе вазифаһын башҡарыусы була[10]. РСФСР-ҙың 1918 йылғы Конституцияһын әҙерләү менән шөғөлләнгән комиссияның рәйесе[14]. РКП(б) Үҙәк Комитеты Секретариатының беренсе һәм берҙән-бер рәйесе.
ВЦИК рәйесе һәм РКП(б) Үҙәк Комитетының Ойоштороу бюроһы ағзаһы булараҡ[15], Ойоштороу йыйылышын тарҡатыу, казаклыҡтан сығарыу[16], Ҡыҙыл террорҙы ойоштороусыларҙың береһе була[10]}. Һуңғы Рәсәй императоры Николай II һәм уның ғаиләһен атып үлтереүҙе хуплай[10]; ҡайһы бер хәҙерге тарихсылар фекеренсә, (В. И. Ленин менән бер рәттән) атып үлтереүгә санкция биргән совет етәкселәренең береһе.
Испан киҙеүе эпидемияһы ваҡытында вафат була.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ғаиләһе
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1885 йылдың 22 майында (3 июнь) Түбәнге Новгородта йәһүд ғаиләһендә тыуған. Сығышы менән атаһы яғынан Витебск губернаһы Полоцк ҡалаһы мещандарынан[17].
Атаһы — Михаил (Моисей[10], Мовша[18][17], Мираим) Израилевич Свердлов (1921 йылда вафат була) — һөнәрсе-гравер, типография оҫтаханаһы хужаһы [19]; әсәһе — Елизавета Соломоновна (1900 йылда вафат була) — хужабикә. Ғаиләлә алты бала үҫә: ике ҡыҙ (Софья һәм Сара) һәм дүрт ул (Зиновий, Яков, Вениамин һәм Лев). Ҡатыны вафатынан һуң (1900) Михаил Свердлов православие ҡабул итә һәм Кормильцева Мария Александровна менән никахлаша; был никахта тағы ике улы тыуа — Герман һәм Александр.
Бала сағы, үҫмер һәм йәшлек йылдары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Түбәнге Новгород ирҙәр гимназияһының дүрт класын тамамлай[17]. Әсәһе вафат булғандан һуң атаһы өс улын да гимназиянан алырға мәжбүр була. Шулуҡ йылда Яков аптекасы уҡыусыһы булып эшләй башлай.[19].
Свердлов «Степняк-Кравчинский, Войнич, Джованьоли кеүек автрҙарҙың әҫәрҙәре менән мауыға»[20].
Новгород өлкәһе архив эштәре буйынса комитет етәксеһе М. Пудалов "Рәсәй гәзите"ндәге интервьюһында түбәндәгесә һөйләй:
Гимназистарҙың кондуиты, йәғни ғәйептәр журналы һаҡланып ҡалған. Журналдан күренеүенсә, Яков — һөнәрселәр ғаиләһенән ябай ғына бер малай. Яҡшы һәләттәр менән, иң тәүге сиратта — математикаға. Яҡшы уҡый. Һәм, әйтергә кәрәк, уны уҡыусы булараҡ күренекле математика уҡытыусыһы Адрианов — беҙҙең шағир Юрий Адриановтың ҡартатаһы — бик ихтирам иткән. Яков Свердловтың класташы Мстислав Данилов менән дуҫтарса мөнәсәбәттәре нәҡ урыҫ классикаһына һөйөү өлкәһендә була. Улар икеһе лә Некрасовтың шиғриәтен бик һәйбәт беләләр. […] Кондуитта гимназистарҙың яҙыҡ эштәре яҙылып бара. Яковтың, бөтөнләй ваҡ хаталарҙан тыш, мәктәп ғәйептәре юҡ. Мәҫәлән, класҡа уҡытыусы килеп инә, Свердлов торған саҡта партаның асылмалы ҡапҡасы менән шаҡылдатҡан. Бер тапҡыр ул үҙенең бер парта артында ултырыусы күршеһе, киләсәктә билдәле совет ғалимы, тарих фәндәре профессоры Николай Николаевич Бережков берлектә ҡар менән уйнап, дәрескә һуңлай.
Үҫмер йылдарында уҡ Түбәнге Новгородта билдәле подпольщик була, әммә урындағы полиция идаралығында бер ниндәй ҙә мәғлүмәттәр табылмай.
1901—1917 йылдар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1901 йылдан — РСДРП сафында[21][19]. 1903 йылда РСДРП-ның II съезындағы бүлгеләнеүҙән һуң большевик һәм профессиональ революционер булып китә, Кострома, Ҡазан, Екатеринбург ҡалаларында агитация алып бара, РСДРП-ның Екатеринбург һәм Урал комитеттарының етәксеһе була[21].
1901 йылда Максим Горькийҙы Түбәнге Новгородтан һөрөлөүенә ҡаршы протест демонстрацияһында ҡатнашҡан өсөн ҡулға алына[19].
1905 йылдың сентябрендә Үҙәк Комитеты агент-вәкиле итеп Уралға ебәрелә.
Тәжрибәле подпольщиктарҙан актив ойоштора. Улар араһында Н. Н. Батурин (эшсе университеты уҡытыусыһы), Н. Е. Вилонов (Михаил Заводской), С. А. Черепанов, Мария Авейде, Камаганцев (Кузьма), Ф. Ф. Сыромолотов (хәрби дружина етәксеһе), А. Е. Минкин (Марк) һәм башҡалар була.
1905 йылда Екатеринбургта революцион сығыштар ойоштора һәм Уралда хәрби дружиналар булдырған Э. С. Кадомцевтан күп нәмәгә өйрәнә, Кадомцевтың дружинниктарын Петербургка алып килә, улар унда эшсе хәрби дружиналар ойоштора. Свердловтың етәксе булараҡ абруйы бермә-бер арта.
1905 йылдың октябрендә Екатеринбург эшсе депутаттар советын етәкләй. 1906 йылдан алып Свердлов — Пермдә[22], унда Уралдағы иң эре заводтарҙың береһе Мотовилихин пушкалар заводы була.
Күп тапҡыр ҡулға алына һәм төрмәгә, һөргөнгә хөкөм ителә, төрмәләрҙә үҙ аллы белемен арттырыу менән шөғөлләнә.
1906 йылдың 10 июненән 1909 йылдың сентябренә тиклем Пермь холоҡ төҙәтеү һәм Түбәнге Тура Николаев холоҡ төҙәтеү төрмәләрендә ултыра. Шулай уҡ уның арҡаҙаштары һәм ҡатыны ҡулға алына. 1909 йылдың 19 декабрендә Мәскәүҙә Свердлов яңынан ҡулға алына[23].
1910 йылдың 31 мартында 3 йылға Нарым крайына оҙатыла, дүрт айҙан унан ҡаса[17][22]
1910 йылда И. Сталин Краков кәңәшмәһендә ҡатнашҡан ваҡытта «Правда» гәзите мөхәррире була. Ленин менән әүҙем хатлаша һәм РСДРП-ның Урыҫ бюроһына инә.
Нарым һәм Туруханск һөргөндәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1911 йылдың 5 майында Томск губернаһы Нарым крайына 4 йылға һөрөлә. Шунда, 1912 йылда, Сталин менән таныша. Сталин августа һөргөндән ҡаса, ә Свердлов — декабрҙә.
1912 йылдың ғинуар айында Прага ҡалаһында РСДРП(б)-ның VI Бөтә Рәсәй конференцияһы Үҙәк Комитеты һәм РСДРП(б) Үҙәк Комитетының Урыҫ бюроһы ағзаһы итеп һайлана[14][24].
1912 йылдың башынан уның башланғысы менән Нарым һөргөнөндә махсус рәүештә һөргөнсө большевиктарҙың ҡасыуын ойошторған йәшерен ойошма булдырыла. «Ҡасыу бюроһы» рәйесе итеп Борис Краевскийҙы ҡуялар.
1913 йылдың февралендә Сталин менән бергә уны охранка агенты Малиновский тотоп бирә һәм улар Туруханскиға һөрөлә. Енисей губернаһындағы Курейка ауылында һөргөндө улар бер аҙ ваҡыт бер ҡыйыҡ аҫтында үткәрәләр. Һуңғараҡ Свердлов яҙа:
…беҙ бер-беребеҙҙе кәрәгенән артыҡ яҡшы беләбеҙ. Һөргөн, төрмә шарттарында, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, кеше һеҙҙең алда яланғаслана, бөтә ваҡ-төйәктәрҙә үҙен күрһәтә… Иптәш менән беҙ хәҙер төрлө фатирҙарҙа, һирәк күрешәбеҙ ҙә.— Белади Л., Краус Т. Сталин. М., 1990. 45 бит[25]
Шулай ҙа улар араһындағы аңламаусанлыҡ сәйәсәт мәсьәләләренә ҡағылышлы булмай, күрәһең. Сталин (Н. С. Хрущев һөйләгәненән) Турухан һөргөнөндә Свердлов менән бергә көн итеү деталдәре тураһында ошолай тасуирлай:
Төшкө ашты беҙ үҙебеҙгә үҙебеҙ әҙерләй инек. Дөрөҫөн әйткәндә, унда эшләрлек тә бер нәмә юҡ ине, сөнки беҙ эшләмәнек, ә ҡаҙна биргән айына өс һум аҡсаға йәшәй инек. Тағы ла партия беҙгә ярҙам итә ине. Башлыса беҙ унда нельма балығын тотоу менән шөғөлләндек. Бының өсөн әллә ниндәй һәләт кәрәкмәй ине. Һунарға ла йөрөнөк. Минең унда этем булды, мин уны «Яшка» тип атаным. Әлбиттә, был Свердловҡа был оҡшап етмәй ине: ул да Яшка, эт тә. Бына шулай Свердлов төшкө аштан һуң ҡалаҡтарҙы һәм тәрилкәләрҙе йыуа, ә мин бер ҡасан да улайтманым. Ашайым да тәрилкәләрҙе иҙәнгә ҡуям, эт тап-таҙа итеп ялап ҡуя. Ә ул саманан тыш таҙалыҡ яратыусан ине.— Хрущёв Н. С. Мемуарҙар // Тарих мәсьәләләре. — 1992. — № 1. — 59 бит[25]
Ғилми-тикшеренеү үҙәге мөдире һәм Екатеринбург Тарихи музейының өлкән ғилми хеҙмәткәре Е. А. Бурденков әлеге «тарихи анекдот» тип исемләнгән хәбәрҙе «дөрөҫлөккә тап килә», тип һанай, сөнки «Сталин тупаҫ булған һәм ҡаты юморҙы бик яратҡан»[12].шуға ҡарамаҫтан Свердлов үҙе Сталин менән бергә йәшәүе тураһында шулай уҡ түбәндәгесә яҙа:
…беҙ [Сталин] дуҫ менән күп нәмәлә айырылабыҙ.
Ул бик ихлас кеше һәм, үҙенең ҡырҡ йәшенә ҡарамаҫтан, төрлө күренештәргә балаларса иғтибар биреү һәләтен юғалтмаған. Минең өсөн һорауҙар инде булмаған күп кенә осраҡтарҙа уның яңы һорауҙары барлыҡҡа килә ине. Был мәғәнәлә, ул минән таҙараҡ. Мин уны үҙемдән юғарыраҡ ҡуям тип уйлап ҡуйма. Юҡ, мин унан мөһимерәк, быны ул үҙе лә аңлай.
Теоретик мәсьәләләр бәхәстәр тыуҙырмай. Уның менән бәхәсләшеүҙән дә ул тиклем ҡыҙыҡ тапмайым. Бәхәсләштек, бер партия шахмат уйнаныҡ, мин уға мат ҡуйҙым да, ваҡыт һуң булыуы сәбәпле, таралдыҡ. Ә иртәнсәк тағы ла осрашабыҙ, һәм шулай көн һайын: Курейкала беҙ икәү генә…— 12 март 1914 йыл, Парижға билдәһеҙ кешегә ебәрелгән хаттан. (Красноярск крайы Дәүләт архивы)[26]
1913 йылдың 1 октябрендә Ленин етәкселегендәге Үҙәк Комитеты ултырышында Свердловтың һәм Сталиндың һөргөндән ҡасыуын ойоштороу тураһында һүҙ бара, әммә әлеге план ғәмәлгә ашмай.
Ваҡытлыса хөкүмәт заманында
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1917 йылдың мартында, февраль революцияһынан һуң, һөргөндән ҡайтҡас, Свердловты Үҙәк Комитет Екатеринбургта Урал өлкә партия конференцияһы эшен ойоштороу эшен йөкмәтә[21].
РСДРП-ның 7-се (Апрель) конференцияһында (1917 йылдың 24 апреле) делегат сифатында ҡатнаша[14]. Бында ул беренсе тапҡыр Ленин менән осраша һәм уның өсөн төрлө ағымдағы эштәр башҡара башлай. Ленин йоғонтоһо аҫтында ул Үҙәк Комитеттың ағзаһы итеп һайлана һәм ул ваҡытта булдырылған РСДРП Үҙәк Комитеты Секретариатын етәкләй.
Төп вазифаларға кадрҙарҙы ҡуйыу буйынса эштең ойоштороусыһы булараҡ Свердлов улар араһында һәм партия стркутураларының үҙ-ара бәйләнештәрен булдыра. Свердлов шәхсән үҙе белгән һәм тәҡдим иткән күп кенә хеҙмәткәрҙәр артабан күренекле партия етәкселәре булып китә. Свердлов шәхсән үҙе фабрика һәм завод комитеттары эшен күҙәтеү аҫтында тота, тәжрибәле етәкселәр һәм инструкторҙарҙы ебәрә, шул уҡ нәмә өлкә комиттеттары кимәлендә лә дә эшләнә. 3-4 июлдәге күмәк сығыштарҙа Свердлов большевиктарҙың Үҙәк Комитетынан төп ораторы була һәм сәйәси дошмандарынан «большевиктарҙың ҡара иблисы» тигән исем ала (быға сәбәпсе уның күн тужуркаһының төҫө була, һуңғараҡ ул большевистик модаһына әйләнә). Большевиктар контрреволюционер һәм немец шпиондары тип иғлан ителгәс, Свердлов шәхсән үҙе Ленинға килә һәм уны Разлив станцияһы янында йәшерен хәлгә күсерә, ә үҙе Петроградта ҡала һәм большевиктар тарафынан власты яулауын ойоштора башлай. Артабан ул Ленин һәм Үҙәк Комитеты араһында бәйләнештәрҙе булдыра, уның легаль эшмәкәрлеккә ҡайтыуына ҡаршы тора һәм Петроградтағы эштәр барышы тураһында мәғлүмәттәр менән тәьмин итергә тырыша. Һуңғараҡ Свердлов Лениндың тағы ла йырағыраҡ — Финляндияға — күсеүен ойоштора. Ленин Үҙәк Комитетының Сит ил бюроһына ошолай яҙа: «әле мин был хатты үҙемдән шәхсән яҙам, сөнки Үҙәк Комитеттан һорау түгел, хатта бер кем менән дә аралашырға мөмкинлегем юҡ…»
Ленин пролетар дәүләте ҡоролошо принциптарын билдәләгән «Дәүләт һәм революция» фундаменталь хеҙмәте өҫтөндә эшләгән осорҙа, Свердлов уның идеяларын тормошҡа ашырыу буйынса ҡыҙыу эшмәкәрлек йәйелдерә. РСДРП-ның 6-сы съезын әҙерләп үткәргәндән һуң ул үҙенең позицияларын нығыта. Ваҡиғалар уртаһында ҡайнап, ул урындарға ебәрелгән бик күп агитаторҙарҙан алынған мәғлүмәттәрҙе үҙендә туплай, массалар хәрәкәтенә ойошҡанлыҡ һәм тәүәккәллек индерә.
1917 йылдың 10 октябрендәге власты ҡораллы баҫып алыу тураһында ҡарар ҡабул иткән тарихи ултырышта Свердлов уның рәйесе була һәм ихтилал менән етәкселек итеү өсөн булдырылған Хәрби-Революцион Үҙәгенең ағзаһы итеп һайлана. Ошо сифатта ул Петроград Хәрби-революцион комитетына ағзалар туплай башлай, элекке ағзалар башлыса провинцияларға ихтилалды әҙерләү өсөн ебәрелә. ВРК-ны нығытыу өсөн И. Флеровский, Ф. Голощекин, П. Быков, В. Галкин һәм башҡа билдәле большевиктар комитетҡа индерелә, бынан тыш, ул Петроград гарнизоны частарына ВРК-ның 51 комиссарын йүнәлтә.
Бөтә Рәсәй Үҙәк Башҡарма комитеты рәйесе
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]8 ноябрҙә Лениндың тәҡдиме буйынса Свердлов төп кадровик булараҡ Эшсе, һалдат һәм крәҫтиән депутаттары Советтарының Бөтә рәсәй Башҡарма комитеты рәйесе итеп тәғәйенләнә (был вазифала Л. Б. Каменевты алыштыра. Ошо сифатта Свердлов «үҙәктә һәм урындарҙа» совет власы органдарын ойоштороу буйынса төп эште бвшҡара.
Ҡайһы берҙә, нисек В. И. Ленин Рәсәйгә Февраль революцияһы еңеүенән һуң бөтә революцияның әҙер сәйәси һыҙмалары менән килеп инде, шулай Я. М. Свердлов алыҫ һөргөндән бөтә партия эшен ойоштороу өсөн әҙер һыҙмалар һәм эш тармаҡтары буйынса төп хеҙмәткәрҙәр төркөмдәрен бүлеү планы менән килде тигән фекер тыуа ине.
Л. Д. Троцкий үҙенең «Революционерҙар портреттары» китабында, «Свердлов президиумға сәйәси әһәмиәт бирергә тырыша һәм ошо юҫыҡта уның хатта Халыҡ Комиссарҙары Советы, һәм ниндәйҙер кимәлдә Политбюро менән дә, аңлашылмаусанлыҡтар килеп сыға торғайны» тип яҙа.
ВЦИК исеменән 1918 йылдың 5 ғинуарында [[Ойоштороу йыйылышы|]ның беренсе ултырышын аса һәм "Хеҙмәтсән һәм иҙелгән халыҡтың хоҡуҡтары декларацияһы"н уҡып ишеттерә, декларацияға ярашлы Рәсәй Эшсе, һалдат һәм крәҫтиән Советтары республикаһы булараҡ иғлан ителә. 13 ғинуарҙа Свердлов Крәҫтиән депутаттары Советтарын Эшсе һәм һалдаттар Советтары менән берләштереүгә өлгәшә. 1918 йылдың февралендә һәм мартында Петроград революцион оборонаһы комитетының Бюроһы ағзаһы була.
Свердлов пролетар кадрҙарын ил идаралығына әҙерләүгә ҙур иғтибар бүлә, улар өсөн ВЦИК эргәһендә инструкторҙар һәм агитаторҙар мәктәбен ойоштора. 1919 йылда әлеге мәктәп Я. М. Свердлов исемендәге Коммунистик университет итеп үҙгәртелә, 1939 йылда — Үҙәк Комитеты ҡарамағындағы Юғары партия мәктәбенә[14][13].
Свердлов беренсе РСФСР-ҙың 1918 йылғы Конституцияһын әҙерләү буйынса комиссия рәйесе була[14]. Уның етәкселегендә әҙерләнгән Конституция Рәсәйҙә пролетариат диктатураһын иғлан итә, Конституцияға ярашлы, дәүләткә социализмды булдырыу маҡсатында ирекле милләттәрҙең ирекле союзы нигеҙендә Совет милли республикалар федерацияһы (йәғни милли автономиялар принциптарындағы Советтар власы) булараҡ Советтар Республикаһы иғлан ителә:
Айырмалыҡлы көнкүрешле һәм милли составлы өлкәләр Советтары автономиялы өлкә союздарына берләшә ала, уларҙың башында…Советтарҙың өлкә съездары һәм уларҙың башҡарма комитеттары тора…
1918 йылдың 20 майында Свердлов беренсе тапҡыр ВЦИК ултырышында ауылда ярлылар һәм кулактар ике дошманлашҡан лагерға бүленеү сәйәсәтен иғлан итә. 1919 йылдың 24 ғинуарындағы РКП(б) Үҙәк Комитеты Ойоштороу бюроһының Донда Совет власына ҡаршы булған казак ихтилалдарын баҫтырыуҙа ҡаты язалау сараларын ҡулланыу буйынса директиваның авторлығын Свердловҡа япһаралар[27]. 1918 йылдың йәйендә һул эсерҙар фетнәһе ваҡытында баш күтәреүселәр Свердловты ҡулға алыуҙы талап итә, уларға яуап итеп, Свердлов һәм Ленин Советтарҙың съезында Ҙур театрҙа булған һул эсерҙар етәкселеген ҡулға алырға бойоралар[28].
1918 йылдың 30 авгусында Ленинды үлтерергә маташыуҙан һуң Свердлов 2 сентябрҙә ВЦИК-тың «Совет республикаһының берҙәм хәрби лагерына әүерелдереү тураһында»ғы мөрәжәғәтнамәгә ҡул ҡуя, 5 сентябрҙә әлеге өндәмә Халыҡ Комиссарҙары Советының «Ҡыҙыл террор тураһында Ҡарары» менән тулыландырыла.[29][30].
Ленин дауаланған ваҡытта Свердлов ҡәтғи рәүештә Халыҡ комиссарҙары Советы рәйесенең ваҡытлыса вазифа башҡарыусыһын һайлауға ҡаршы сыға һәм үҙе шәхсән Ленин кабинетында эшләй, уның урынына документтарға ҡул ҡуя һәм Халыҡ Комиссарҙары Советы ултырыштарын үткәрә[10].
Бынан тыш сит ил эшмәкәрлеге менән шөғөлләнә: Коммунистик интернационалдың I конгресын әҙерләй, Белоруссия, Латвия һәм Литва Советтарының беренсе съездарын ойоштороуҙа ҡатнаша (1919 йылдың ғинуар-феврале), Украина КП(б)-ның II съезында һәм III Бөтә Украин Советтары съезында ҡатнаша[13].
Үлеме
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Рәсми версия буйынса, Харьковтан Мәскәүгә ҡайтҡан саҡта испан киҙеүе менән ауырып китә (1919 йылдың 6 мартында Харьковтан сығып китә). Мәскәүгә 8 мартта ҡайта. 9 мартта ауырыуы тураһында хәбәр ителә. 16 мартта вафат була. 1919 йылдың 18 мартында Кремль диуары янында ерләнә[31][32].
-
Свердловты ерләү
-
Свердловты ерләү
Әҫәрҙәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Туруханскиҙа (1913—1917) Свердлов һөргөнселәр хәле тураһында яҙа: «Батша һөргөнө ун йыл эсендә (1906—1916) йылдар» һәм «Турухан болаһы». Фәйләсүф һәм социаль проблемалары буйынса, әҙәбиәт, сәнғәт, мәҙәниәт темаларына күп очерктар, хаттар яҙа.
Шулай уҡ мәҡәләләр яҙа: «Турухан крайы очерктары» (1915), «Массауи һөргөн (1906—1916 йылдар)», «Германия социал-демократияһында бүлегәнеү» «Капитализмдың ҡыйралышы», «Һуғыш һәм Себер» (1916), «3-6 июлдәге Петроград ваҡиғалары», «Ауылда совет власы» һәм башҡалар.
- Свердлов Я. М. Письма из ссылки (1911—1916 гг.) // Исторический архив. 1956. № 5.
- Свердлов Я. М. Избранные произведения: В 3 т. Т. 1. — М.: Госполитиздат, 1957. — 395 с.
- Свердлов Я. М. Избранные произведения: В 3 т. Т. 2. — М.: Госполитиздат, 1959. — X, 329 с.
- Свердлов Я. М. Избранные произведения: В 3 т. Т. 3. — М.: Госполитиздат, 1960. — XI, 274 с.
- Свердлов Я. М. Избранные произведения: Статьи, речи, письма / Сост. канд. ист. наук М. М. Вассер и Л. В. Иванова. — М.: Политиздат, 1976. — 367 с.
Хәтер
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Совет осоронда Свердловтың исеме географик объекттар һәм предприятиелар исемендә мәңгеләштерелә. Илдең һәр ҡалаһында тиерлек уның исемендәге урамдары була, уларҙың ҡайһы берҙәре хәҙерге ваҡытта үҙгәртелгән. Башҡортостан бөтә ҡаларында тиерлек Свердлов урамдары бар.
Ҡыҙыҡлы факттар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1994 йылда Рәсәй дәүләт яңы тарих архивында Г. Г. Ягоданың Сталинға 1935 йылдың 27 июлендә яҙылған хаты табыла, әлеге хатта Ягода Кремль коменданты складында Свердловтың шәхси сейфы табылды, тип яҙа, сейф Свердловтың вафатынан һуң 16 йыл дауамында асылмаған. Унда астрономик күләмдә алтын батша тәнкәләре (108 525 һум), ете йөҙҙән ашыу затлы ташлы алтын әйберҙәр, Свердловтың үҙе һәм билдәһеҙ кешеләр исеменә тултырылған паспорттар һәм бик күп паспорт бланкылары, батша ваҡытындағы облигациялар һәм башҡалар һаҡланған[33].
Свердлов тураһында фильмдар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Свердлов ролен башҡарыусылар:
- Борис Полтавцев
- «Великое зарево» (1938)
- Леонид Любашевский
- Александр Кутепов
- Владимир Татосов
- Александр Палеес
- Игорь Кваша
- «Штрихи к портрету В. И. Ленина» (1969)
- Даниил Бомбровский
- «Красные колокола» (1982)
- Арсений Ковальский
- «Девять жизней Нестора Махно» (2007)
- Владимир Свекольников
- «Николай Подвойский (Тормош биттәре)»]] (1987)
- «20 декабря» (телефильм)
- Кирилл Козаков
- «Романовы. Венценосная семья» (1998)
Документаль фильмдар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- «Яков Свердлов. Кровавый механик советской власти» — документаль фильм-тикшеренеү (режиссёры — С. Краус).
- «Яков Свердлов. Кремлёвские похороны» — документаль фильм,НТВ.
Свердлов филателияла
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Deutsche Nationalbibliothek Record #118758004 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
- ↑ 2,0 2,1 Yakov Mikhailovich Sverdlov // Find a Grave (ингл.) — 1996.
- ↑ Brozović D., Ladan T. Jakov Mihajlovič Sverdlov // Hrvatska enciklopedija (хорв.) — LZMK, 1999. — 9272 с.
- ↑ Историческая энциклопедия Сибири (урыҫ) / под ред. В. А. Ламин — Новосибирск: 2009. — ISBN 5-8402-0230-4
- ↑ 5,0 5,1 5,2 Свердлов Яков Михайлович // Большая советская энциклопедия (урыҫ): [в 30 т.] / под ред. А. М. Прохорова — 3-е изд. — М.: Советская энциклопедия, 1969.
- ↑ Yakov Sverdlov // SNAC (ингл.) — 2010.
- ↑ 7,0 7,1 7,2 7,3 Sverdlov, Jakov Michajlovič // Чешская национальная авторитетная база данных
- ↑ Красный архив, 1939, с. 74
- ↑ Островский, 2004, с. 371
- ↑ 10,00 10,01 10,02 10,03 10,04 10,05 10,06 10,07 10,08 10,09 10,10 Аксютин, 2015, с. 514
- ↑ Красный архив, 1939, с. 76
- ↑ 12,0 12,1 Смирнов, 23.08.2017
- ↑ 13,0 13,1 13,2 БСЭ, 1976
- ↑ 14,00 14,01 14,02 14,03 14,04 14,05 14,06 14,07 14,08 14,09 ВОСРЭ, 1987, с. 455
- ↑ Справочник КПСС Свердлов Я.М. Архивировано 18 октябрь 2008 года.
- ↑ Плотников И. Ф. Свердлов, Яков (Янкель) Михайлович // [[Уральская историческая энциклопедия]]. [[Институт истории и археологии УрО РАН]] . Архивировано 7 октябрь 2017 года. 2017 йыл 7 сентябрь архивланған.
- ↑ 17,0 17,1 17,2 17,3 15 мая 1922 года в г. Париже судебный следователь по особо важным делам при Омском окружном суде Н. А. Соколов на основании статей 315—325 Устава уголовного судопроизводства, произвёл осмотр книги бывшего жандармского генерала А. И. Спиридовича (л. д. 99, том II), отметив следующее:
- ↑ Плотников, 2007
- ↑ 19,0 19,1 19,2 19,3 ЭЕЭ
- ↑ Городецкий, Шарапов, 1981
- ↑ 21,0 21,1 21,2 ВОСРЭ, 1987
- ↑ 22,0 22,1 Денис Колчин. Листовки и пистолеты . Znak.com (7 ноябрь 2016). Архивировано 15 май 2017 года. 2017 йыл 15 май архивланған.
- ↑ Красный архив, 1939
- ↑ Свердлова, 1976
- ↑ 25,0 25,1 Торчинов, Леонтюк, 2000
- ↑ Яков Свердлов о Сталине . Красноярский рабочий (25 июль 2003). Архивировано 22 ғинуар 2009 года. 2009 йыл 22 ғинуар архивланған.
- ↑ Голуб П. А. Правда и ложь о «расказачивании» казаков. — М., 2009. — 144 с.
- ↑ Красная книга ВЧК . Архивировано 30 март 2009 года. В 2 т. Т. 1 / Научная ред. и предисл. А. С. Велидова. — 2-е изд., уточн. — М.: Политиздат, 1990. — 416 с. ISBN 5-250-01025-3
- ↑ Аксютин, 2015
- ↑ Красный террор: факты против мифов . Архивировано 21 февраль 2009 года. 2009 йыл 21 февраль архивланған.
- ↑ Съёмки похорон 18.03.1919.
- ↑ Яков Свердлов. Кремлёвские похороны.
- ↑ Малышев В. Сейф Якова Свердлова . Столетие.ру (4 июнь 2015). Дата обращения: 29 март 2019. Архивировано 12 июнь 2015 года.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Свердлов, Яков Михайлович / Аксютин Ю. В. // Румыния — Сен-Жан-де-Люз. — М. : Большая российская энциклопедия, 2015. — С. 514. — (Большая российская энциклопедия : [в 35 т.]; vol. 2004—2017, вып. 29). — ISBN 978-5-85270-366-8.
- Бажанов Б. Г. Воспоминания бывшего секретаря Сталина. — СПб.: Всемирное слово, 1992. — 311 с. — ISBN 5-86442-004-2. Архивировано 14 ноябрь 2012 года.
- Бычкова А. Н. Рядом с товарищем Андреем: о жизни К. Т. Свердловой. — Свердловск: Средне-Уральское книжное издательство, 1977. — 140 с.
- Ваксберг А. И. Из ада в рай и обратно: еврейский вопрос по Ленину, Сталину и Солженицыну. — М.: Олимп, 2003. — 492 с. — ISBN 5-7390-1235-X . Архивировано 19 март 2007 года.
- Свердлов, Яков Михайлович // Великая Октябрьская социалистическая революция: энциклопедия / Под ред. П. А. Голуба, Ю. И. Кораблёв, М. И. Кузнецова, Ю. Ю. Фигатнера. — 3-е изд., доп.. — М.: Советская энциклопедия, 1987. — С. 455. — 639 с. — 100 000 экз.
- Улицы его имени есть во всех больших городах // Чёрная книга имен, которым не место на карте России / Сост. С. В. Волков. — М.: Посев, 2004. — 240 с. — (Библиотечка россиеведения. Вып. 11). — ISBN 5-85824-155-7. Архивировано 27 июнь 2015 года.
- Городецкий Е. Н., Шарапов Ю. П. Я. М. Свердлов. — 2-е изд. — Свердловск: Средне-Уральское книжное издательство, 1981. — 253 с.
- Яков Михайлович Свердлов на Урале: (Рекомендуемый указатель литературы) / Сост. В. И. Журин. — Свердловск: Свердловская гос. публичная библиотека, 1966. — 39 с. — (К 50-летию Советской власти/ Свердл. гос. публ. б-ка им. В. Г. Белинского).
- Заботин В. Н. В революции 1917 года // Политические деятели России 1917: биографический словарь / Центр полит. и экон. истории России Рос. независимого ин-та социал. и нац. пробл., Науч. совет Рос. АН по пробл. "История революций в России"; Гл. ред. П. В. Волобуев. — М.: Большая российская энциклопедия, 1993. — 432 с. — (Биографические словари и справочники. Под общ. ред. В. В. Журавлёва и др.). — ISBN 5-85270-137-8. Архивировано 27 июнь 2015 года.
- К 20-летию смерти Я. М. Свердлова // Красный архив. Исторический журнал. — 1939. — Т. 1 (92).
- Костюковский Б. А., Табачников С. М. И нет счастливее судьбы. — 2 изд.. — М.: Политиздат, 1984. — 349 с.
- Яков Михайлович Свердлов // Луначарский А. В. Воспоминания и впечатления / Сост., предисл., прим. Н. А. Трифонова. — М.: «Девятое января», 1968 (1923). — С. 213—217. — 376 с. Архивировано 18 июнь 2016 года.
- Глава XVIII Моя встреча и разговор с Лениным // Махно Н. И. Под ударами контрреволюции. — Париж, 1936. — Т. 2. Архивировано 26 ноябрь 2011 года.
- Медведева С. Мещанин Яков Свердлов // Российская газета — Неделя — Приволжье. — 13.03.2019. — № 55 (7813). Архивировано из первоисточника 27 март 2019.
- Наш товарищ Андрей: Воспоминания уральцев о Я. М. Свердлове. Посвящается 100-летию со дня рождения Я. М. Свердлова. — Свердловск: , 1985.
- Свердлов, Яков Михайлович // Орлов А. С., Георгиева Н. Г., Георгиев В. А. Исторический словарь. — 2-е изд.. — М., 2012. — С. 461—462. Архивировано 26 июнь 2015 года.
- Островский А. В. Кто стоял за спиной Сталина?. — М.: Центрполиграф, 2004. — 638 с.
- Панкратов В. А. Яков Михайлович Свердлов: формирование профессионального революционера. — Горький: Волго-Вятское книжное издательство, 1985. — 399 с.
- Панкратов В. А. Яков Свердлов. — М.: Политиздат, 1989. — 159 с. — (Когда им было 20).
- Плотников И. Ф. В честь кого называется область? // Православная газета. — 2007. — № 36. Архивировано из первоисточника 4 март 2009. (Перепечатка из статьи: Плотников И. Ф. В честь кого называется область? // Уральский краеведческий журнал. — 2007. — № 2. — С. 5—22.)
- Свердлов, Яков Михайлович // Протасов Л. Г. Люди Учредительного собрания: портрет в интерьере эпохи. — М.: РОССПЭН, 2008. — 460 с. — ISBN 978-5-8243-0972-0. Архивировано 31 ғинуар 2010 года.
- Рыбаков С. В. Без ретуши: Штрихи к портрету Я. Свердлова // Урал. — 2008. — № 7.
- Свердлова К. Т. Яков Михайлович Свердлов. — 3-е изд. — М.: Молодая гвардия, 1976. — 400 с.
- Смирнов А. Роковая испанка: мифы и правда о пламенном революционере Якове Свердлове // Еженедельник "Аргументы и факты". — 23.08.2017. — № 34. Архивировано из первоисточника 1 сентябрь 2017.
- Вряд ли бы пережил 1937-й... // Вокруг Сталина. Историко-биографический справочник / Авт.-сост. В. А. Торчинов, А. М. Леонтюк. — СПб.: Филол. фак. С.-Петерб. гос. ун-та, 2000. — 606 с. — ISBN 5-8465-0005-6. Архивировано 27 июнь 2015 года.
- Троцкий Л. Д. Памяти Свердлова. «Яков Михайлович Свердлов»: Сборник воспоминаний и статей. Архивировано 2 июль 2002 года. — М.: ОГИЗ, 1926 (13 марта 1925 года)
- Свердлов, Яков Михайлович // Сафлор — Соан. — М. : Советская энциклопедия, 1976. — (Большая советская энциклопедия : [в 30 т.]; vol. 1969—1978, вып. 23). Архивировано 10 сентября 2008 года
- Профессиональный революционер // Шикман А. П. Деятели отечественной истории. Биографический справочник. — М.: АСТ-ЛТД, 1997. — 446 с. — ISBN 5-15-000089-2. Архивировано 27 июнь 2015 года.
- Свердлов, Яков Михайлович // Известия ЦК КПСС. — 1990. — № 7 (306). Архивировано из первоисточника 31 ғинуар 2010. (Официальная справка на члена ЦК)
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Свердлов, Яков Михайлович — Ҡыҫҡа йәһүд энциклопедияһынан (рус.)
- Избранные произведения Свердлова.
- Нижегородское отделение «Союза православных граждан» выступает за снесение памятника Якову Свердлову в Нижнем Новгороде
- Республиканские организации и движения // Кротов Н. И. Партии. Часть 1. (копия)
- В кубанскую «войну памятников» вмешалась краевая прокуратура // Новые Известия, 18.08.2006
Өҙөмтә хатаһы: "прим." төркөмөнөң ғәмәлдәге <ref>
тамғалары өсөн кәрәкле <references group="прим."/>
тамғаһы табылманы
- 3 июндә тыуғандар
- 1885 йылда тыуғандар
- Түбәнге Новгородта тыуғандар
- 16 мартта вафат булғандар
- 1919 йылда вафат булғандар
- Мәскәүҙә вафат булғандар
- Кремль стенаһы некрополендә ерләнгәндәр
- Навигационные шаблоны:Политика России
- Навигационные шаблоны:Персоналии СССР
- Сәйәси псевдонимдар
- XX быуат сәйәсмәндәре
- Бөтə Рəсəй Ойоштороу йыйылышы ағзалары
- Большевиктар
- Рәсәй революционерҙары
- 4 июндә тыуғандар
- Иҫкәрмәләрендә хаталар булған биттәр
- Pages with reference errors that trigger visual diffs