Калинин Михаил Иванович
Калинин Михаил Иванович («Бөтә Союз старостаһы», (7 (19) ноябрь 1875 йыл), Юғары Троица, Корчева өйәҙе, Тверь губернаһы, Рәсәй империяһы — (3 июнь 1946 йыл), Мәскәү, СССР) — совет дәүләт эшмәкәре, Социалистик Хеҙмәт Геройы (1944).
1898 йылдан РСДРП (б) ағзаһы. "Эшсе синыфты азат итеү өсөн көрәш берлеге"нең Петербург бүлексәһе ағзаһы, «Искра» гәзитенең әүҙем хәбәрсеһе. Эшселәр араһында инҡилабҡа өндәү алып бара, шуның өсөн күп тапҡыр ҡулға алына һәм һөргөнгә ебәрелә.
Февраль инҡилабында әүҙем ҡатнаша. 1917 йылдың сентябренән Петроград ҡала управаһы ағзаһы, район управаһы рәйесе; беренсе легаль Петроград большевиктар комитеты ағзаһы, РСДРП(б) Үҙәк Комитеты вәкиле. «Правда» гәзите мөхәрририәтенә ингән.
1919—1938 йылдарҙа Бөтә Рәсәй Үҙәк Башҡарма Комитеты рәйесе, 1922 йылдан берүк вакытта СССР Үҙәк Башҡарма Комитеты Рәйесе. 1938—1946 йылдарҙа СССР Юғары Советы Президиумы Рәйесе. 1946 йылдың мартынан СССР Юғары Советы Президиумы ағзаһы.
М. И. Калинин Башҡортостанда[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
ВЦИК Рәйесе булараҡ Михаил Калинин 1923 йылдың ғинуарында Башҡортостандың Тамъян-Ҡатай кантонына (хәҙерге Әбйәлил, Белорет һәм Учалы райондары) килә. Ул 1921—1922 йылдарҙа Волга буйында булған аслыҡтың ҡот осҡос эҙемтәләрен күрә һәм ошолай яҙа:
«… ауылдарҙа мал бөтөнләй юҡ, хатта бесәй менән эттәр ҙә һирәк осрай, уларҙы аслыҡ ваҡытында ашап бөтөргәндәр …»
Башҡортостандың 10 йыллығы айҡанлы Мәскәүгә республика делегацияһы бара. 1929 йылдың 20 мартында делегацияны ВЦИК Рәйесе Михаил Калинин ҡабул итә. Ауыл хужалығы, сәнәғәт һәм мәғариф мәсьәләләре буйынса әңгәмә 1 сәғәт самаһы бара. Рәйес ВЦИК исеменән Совет Башҡортостаны төҙөлөшөнә тулы ярҙам күрһәтергә вәғәҙә итә[5]
Иҫтәлек[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 2005 йылға мәғлүмәттәр буйынса, Калинин исемен 3358 майҙан, урам, проспектһәм тыҡрыҡ йөрөтә.[6]. Донецк, Чебоксарҙа, Силәбелә һәм Горловка ҡалаларында Калинин районы бар. Калинин исеме ике ҡалаға бирелгән — Калининград (элекке Көнигсберг), Калининск (Һарытау өлкәһе). Совет осоронда Калинин исемен Тверь-(Калинин), Королёв (Калининград) һәм Тажикстандағы Сәрбәнд (Калининабад) ҡалалары йөрөткән.
Башҡортостанда[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Өфөлә М. И. Калинин исемендәге мәҙәниәт һәм ял паркы (Өфө) (Калинин паркы) бар. Ул Октябрь проспекты осо менән Черниковка сигендә урынлашҡан. Паркҡа 1961 йылда нигеҙ һалынған. Унда 1973 йылдың 28 июнендә "Бөтә союз старостаһы"на һәйкәл асылған.
Филателияла[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
М. И. Калининға арнап бик күп почта маркаһы сығарылған.
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ Немецкая национальная библиотека, Берлинская государственная библиотека, Баварская государственная библиотека и др. Record #118559524 // Общий нормативный контроль (GND) — 2012—2016.
- ↑ 2,0 2,1 Калинин Михаил Иванович // Большая советская энциклопедия: [в 30 т.] / под ред. А. М. Прохорова — 3-е изд. — М.: Советская энциклопедия, 1969.
- ↑ Encyclopædia Britannica
- ↑ Munzinger Archiv — 1913.
- ↑ Юбилей Башкирии: что обещали жителям республики в Москве [1]
- ↑ http://fias.nalog.ru/Public/SearchPage.aspx?
- ↑ Почтовые марки СССР. Филателия. 1935 год. 60 лет со дня рождения М. И. Калинина.
Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Синенко С. Г. Уфа старая и новая — Уфа: Государственное республиканское издательство «Башкортостан», 2007. — 272 б. — 3000 экз.
- 7 ноябрҙә тыуғандар
- 1875 йылда тыуғандар
- Рәсәй империяһында тыуғандар
- 3 июндә вафат булғандар
- 1946 йылда вафат булғандар
- Мәскәүҙә вафат булғандар
- Кремль стенаһы некрополендә ерләнгәндәр
- «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы менән бүләкләнеүселәр
- Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалерҙары
- Ленин ордены кавалерҙары
- Социалистик Хеҙмәт Геройҙары
- «Мәскәүҙе обороналаған өсөн» миҙалы менән наградланыусылар
- «1941–1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышындағы фиҙакәр хеҙмәте өсөн» миҙалы менән наградланыусылар
- Алфавит буйынса баҡсалар һәм парктар
- СССР-ҙың дәүләт эшмәкәрҙәре