Коканд

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Коканд
үзб. Qo‘qon, Қўқон
Рәсем
Рәсми тел Үзбәк теле
Дәүләт  Үзбәкстан
Административ үҙәге Коканд ханлығы һәм Ферганский округ[d]
Административ-территориаль берәмек Фирғәнә өлкәһе[d]
Хөкүмәт башлығы вазифаһы Хоким[d]
Халыҡ һаны 252 730 кеше (1 ғинуар 2020)
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 409 ± 0 метр
Сәғәт бүлкәте UTC+5:00[d]
Мираҫ статусы Объект из предварительного списка Всемирного наследия[d]
Майҙаны 40 км²
Почта индексы 150700
Рәсми сайт kokand.uz
Бөтә донъя мәҙәни мираҫы исемлегенә индереү критерийы (ii)[d]
Беренсе яҙма телгә алыу X быуат
Бында ерләнгән кешеләр категорияһы Категория:Похороненные в Коканде[d]
Карта
 Коканд Викимилектә

Кока́нд (үзб. Qo‘qon, Қўқон) — Үзбәкстандың Фирғәнә өлкәһендәге ҡала. Иң боронғо ҡалаларҙың береһе, Коканд ханлығының баш ҡалаһы[1] Был ханлыҡ 17091876 йылдарҙа хәҙерге Үзбәкстан, Тажикстан, Ҡырғыҙстан, көньяҡ Ҡаҙағстан һәм Синьцзян-Уйғыр автономиялы районы ерҙәрен биләп торған[2]

Коканд. Көршәк һатыусылар

Халҡы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

2016 йылдың 1 апреленә халыҡ һаны 233,5 мең кеше булған[3].

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Коканд ҡалаһындағы ҡомартҡыларҙы археологик йәһәттән тикшереү барышында 5 метр тәрәнлектә 2 мең йыл элекке мәҙәни ҡатлам табылған. Табылған артефакттар буйынса был урында б.э.т. кәмендә VII быуат элек кеше йәшәгәнлеге асыҡланған. Ҡала Сох оазисы үҙәге булған һәм конфедератив Фирғәнә дәүләтенең баш ҡалаһы булған тип фараз ителә (ҡытай йылъяҙмаларында «Давань»).

Х быуат ғәрәп географтары һәм сәйәхәтселәре Әл-Истаһри менән Ибн Һәүкәл Ховакенд йәки Хоканд ҡалаһы тураһында яҙма ҡалдырған. Уның буйынса һүҙ бөгөнгө Коканд тураһында барғаны аңлашыла.

Ховакенд йәки Хокан Бөйөк Ебәк юлында урынлашҡан булған, ихтимал, эре сауҙа үҙәге булғандыр. XIII быуатта монголдар тарафынан емертелгән[4][5].

Буласаҡ Коканд ханлығы биләмәһе 1571—1626 йылдарҙа Бохара әмирлегенә ингән. Артабан Калвака, Аҡтепә, Иҫке-Ҡурған һәм Хоканд урынында ҙур Коканд ҡалаһы барлыҡҡа килгән һәм Коканд ханлығының баш ҡалаһына әүерелгән.

1876 йылдың 19 февралендә Кокандты урыҫ ғәскәре яулап ала (генерал Скобелев Михаил Дмитриевич етәкселегендә). Ханлыҡ юҡҡа сығарыла һәм Рәсәй империяһының Фирғәнә өлкәһе составына ҡушыла. Коканд өйәҙ үҙәгенә әүерелә.

Кокандтағы хан һарайын бик тиҙ нығытмаға әйләндерәләр.

19171918 йылдарҙа Коканд Төркөстан автономияһы баш ҡалаһы була (рәсми атамаһы Туркестани мухтариат).

1918 йылдың 12 февралендә Эргаш етәкселегендәге баҫмасылар Коканд нығытмаһына һөжүм итеп, бер нисә көндән яулап алалар, һәм уларҙы ике йыл үткәс кенә ҡыуып сығара алалар[6].

1924 йылда Коканд Үзбәк ССР-ы составына инә.

1991 йылдан Үзбәкстандың Фирғәнә өлкәһенә инә

Билдәле шәхестәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Соловьев Л. В. «Повесть о Ходже Насреддине» книга вторая «Очарованный принц»
  • Никитин Н. Н. «Это было в Коканде

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. AN ACCOUNT OF THE KINGDOM OF CAUBUL, AND ITS DEPENDENCIES, IN PERSIA, TARTARY, AND INDIA; A VIEW OF THE AFGHAUN NATION, AND A HISTORY OF THE DOORAUNEE MONARCHY. BY THE HON. MOUNTSTUART ELPHINSTONE. NEW AND REVISED EDITION. IN TWO VOLUMES. VOL. I. LONDON: RICHARD BENTLEY, NEW BURLINGTON STREET, 1839. Р. 119
  2. Кокандское ханство
  3. Статистический буклет «О населении языком цифр» 2014 йылдың 14 октябрь көнөндә архивланған.
  4. Исторические и архитектурные памятники Коканда
  5. Коканд 2009 йылдың 27 декабрь көнөндә архивланған.
  6. Борьба с басмачами в Средней Азии. Хронология
  7. Башҡорт энциклопедияһы — Зарипов Мәҙиәр Фәхретдин улы 2016 йылдың 21 апрель көнөндә архивланған. (Тикшерелеү көнө: 10 май 2019)

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ҡалып:Ханлыҡтар