Эстәлеккә күсергә

Мөхлисә Буби

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Мөхлисә Буби
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 СССР
Тыуған ваҡыттағы исеме Lua хатаһы: expandTemplate: template "lang-tt-cyrl" does not exist.
Псевдоним Мөхлисә Бубый, Мухлиса Буби һәм Möxlisä Bubıy
Тыуған көнө 1869
Тыуған урыны Иж-Бобья[d], Сарапул өйәҙе, Вятка губернаһы, Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 23 декабрь 1937({{padleft:1937|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:23|2|0}})
Вафат булған урыны Өфө, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө Ҡаҙый

Мөхлисә Буби (псевдонимы, ысын исеме — башҡ. Мөхлисә Ғәбделғәлләм ҡыҙы Ниғмәтуллина, рус. Мухлиса Габдельгаллямовна Нигматуллина); 18691937) — Рәсәй мосолман йәмәғәт һәм дин эшмәкәре, халыҡ мәғрифәтсеһе. Рәсәйҙәге беренсе ҡатын-ҡыҙ — ҡазый[1].

Мөхлисә Буби 1869 йылда Рәсәй империяһының Вятка губернаһы Сарапул өйәҙе Иж-Буби ауылында тыуған. Тоҡомдан килгән ғөләмә ғаиләһенән сыҡҡан; уның атаһы тыуған ауылында мәҙрәсәгә нигеҙ һалыусы була, һуңғараҡ ул уның улдары һәм Мөхлисәнең ағайҙары Ғөбәйҙулла һәм Ғабдулла тарафынан яңыса уҡытыу мәктәбе итеп үҙгәртелә.

Башланғыс белемде әсәһе Бәҙрелбанат абыстайҙан ала, аҙаҡ бер туғандары Ғабдулла һәм Ғөбәйҙуллала укып белем ала. Мөхлисәне Өфө губернаһы Минзәлә өйәҙендә йәшәүсе өлкән йәштәге муллаға йәшләй кейәүгә бирәләр, ләкин никахтары оҙон ғүмерле булмай, ағайы һәм ҡустыһы уны ике ҡыҙы менән Иж-Бубыйга алып ҡайталар. 1901 йылда Мөхлисә ағайҙары һәм уларҙың ҡатындары Нәсимә һәм Хөснифатима менән берлектә шунда уҡ, Иж-Буби ауылында, 6-йыллыҡ ҡатын-ҡыҙҙар мәктәбе асалар, уҡытыу татар телендә алып барыла.

1908 йылда ҡатын-ҡыҙ мосолмандар өсөн «Иж-Бубия» мәҙрәсәһен аса, унда ислам нигеҙҙәрен, Көнсығыш халыҡтары теле һәм әҙәбиәтен уҡыта. Ир-балалар мәҙрәсәһе тарҡатылып, Мөхлисә Бубиҙың ағайы һәм ҡустыһы ҡулға алынғандан һуң (1911), 1912 йылда Вятка губернаһы властары ҡатын-ҡыҙҙар мәҙрәсәһен яба, Мөхлисә Буби Ырымбур губернаһы Троицк ҡалаһына күсеп китә, унда ҡатын-ҡыҙҙар мәктәбен етәкләй. 1913 йылдан ҡатын-ҡыҙҙар гимназияһында уҡыта.

1914 йылда Мөхлисә Буби «Мөғәллимәт мәктәбе» ҡатын-ҡыҙ уҡытыусылар семинарияһы аса.

Мөхлисә Буби 1917 йылдың 1 майынан 11 майына тиклем Мәскәүҙә үткән Бөтә Рәсәй мосолмандарының I съезында ҡатнаша, унда Рәсәй мосолмандарының үҙәк диниә назараты ҡазыйы итеп һайлана. Был күп Рәсәй мосолман эшмәкәрҙәре яғынан тәнҡиткә дусар була, әммә уға 1920, 1923 һәм 1926 йылдарҙа киренән һайланыуға ҡамасаулыҡ итмәй. Өфөлә ошо вазифала эшләгәндә, нигеҙҙә мосолмандарҙың суд дәғүәләрен тикшерә, Рәсәй мосолмандарының үҙәк диниә назаратында ғаилә бүлеген етәкләй, метрика китаптарын алып бара, шулай уҡ 1920-се йылдарҙа даими рәүештә ҡатын-ҡыҙҙар мәсьәләләре буйынса «Өлфәт», «Әҡбәр», «Ваҡыт» гәзиттәрендә һәм «Сөйөмбикә» һәм «Ислам маджалласы» журналдарында үҙенең мәҡәләләре менән сығыш яһай. Уның ныҡлы фекеренең нигеҙе булып, мосолман ҡатын-ҡыҙҙары ирҙәр менән тиң хоҡуҡлылыҡҡа өлгәшергә тейеш, шул уҡ ваҡытта әхлаҡлылыҡты һаҡларға һәм ислам васыяттарын боҙмаҫҡа тейеш тигән ышаныс ята.

«Башҡорт милләтсеһе» булараҡ репрессиялана. «Башҡортостандың контрреволюцион баш күтәреүселәр милли ойошмаһында» ҡатнашыуҙа ғәйепләнеп ҡулға алына һәм атырға хөкөм ителә. 1937 йылдың 23 декабрендә атып үлтерелә.

Башҡорт АССР-ы Юғары суды Президиумы ҡарары менән Мөхлисә Буби 1960 йылдың 23 майында аҡлана һәм реабилитациялана.

  • Татарстанда дин өлкәһендәге фиҙакәр хеҙмәте өсөн мөслимәләргә «Мөхлисә Буби вариҫәһе» тигән маҡтаулы исем бирелә[3].
  1. Статья в Башкирской энциклопедии(недоступная ссылка)
    (башк.)
  2. Уфада Мөхлисә Бубины искә алдылар [1](недоступная ссылка)
  3. Активистки «Муслимы» присудили Сание абыстай Баязитовой имя преемницы Мухлисы Буби[2]
  4. Педагогические чтения имени М.Буби [3](недоступная ссылка).
  • Гульназ Бадретдин. Мухлиса Буби — первая женщина-кади. // Мусульманка : журнал. — № 3(15), 2012.