Мәлик ибн Әнәс

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Мәлик ибн Әнәс
ғәр. مَالِكِ بْنِ أَنَسٍ بْنِ مَالِكٍ بْنِ أَبِي عَامِرٍ الْأَصْبَحِيُّ الْحِمْيَرِيُّ الْمَدَنِيّ
Зат ир-ат[1]
Рәсем
Ҡушамат إمام دار الهجرة, شيخ الإسلام, حُجَّة الأُمَّة, مُفتي الحجاز, فقيه الأُمَّة, سيِّد الأئمَّة һәм أبو عبد الله
Тыуған көнө 711[1][2]
Тыуған урыны Мәҙинә, Хижәз, Өмәүиҙәр хәлифәлеге[3][4]
Вафат булған көнө 7 июнь 795({{padleft:795|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:7|2|0}})
Вафат булған урыны Мәҙинә, Хижәз, Ғәббәсиҙәр хәлифәлеге
Ерләнгән урыны Әл-Баҡый
Һөнәр төрө Мөхәддис, Фаҡиһ, Ғөләмә
Эшмәкәрлек төрө Фиҡһ һәм Хәҙис ғилеме
Уҡыусылар Мөхәммәт әш-Шәфиғи, Мөхәммәт әш-Шәйбани[5], Сүфйән әҫ-Ҫәүри, Ғабдрахман әл-Әүзағи, Ахмад ибн Абу Тайба ад-Дарими[d], Хаммад ибн Зейд[d], Исмаил ибн Джафар[d], Суфьян ибн Уяйна[d], Ибн аль-Мубарак[d], Ибн Уляйя[d], Ибн аль-Касим[d], Абдуррахман ибн Махди[d], Ибн Вахб[d], аль-Валид ибн Муслим[d], Яхья аль-Каттан[d], Абу Давуд ат-Таялиси[d], Абдуллах ибн Юсуф ат-Тинниси[d], Абдуллах ибн Маслама аль-Канаби[d], аль-Фадль ибн Дукайн[d], аль-Хайсам ибн Джамиль[d], Хишам ибн Абдуллах ар-Рази[d], Мухаммад ибн Иса ат-Тибаа[d], Яхья ибн Яхья ат-Тамими[d], Яхья аль-Ляйси[d], Абу Джафар ан-Нуфайли[d], Мусаб ибн Абдуллах аз-Зубайри[d], Аль-Вакиди[d], Мансур ибн Абу Музахим[d] һәм Ахмад ибн Наср аль-Хузаи[d]
Кемдә уҡыған Нафи мауля Ибн Умар[d][3][6], Ибн Шихаб аз-Зухри[d], Жәғәфәр әс-Садиҡ[7], Ғабдрахман әл-Әүзағи, Айюб ас-Сахтияни[d], Мухаммад ибн Яхья[d], Ибрахим ибн Абу Абля[d], Ибн Хурмуз[d], Зейд ибн Аслям[d], Абдуллах ибн Закван[d], Абдуррахман ибн аль-Касим[d], Саур ибн Язид[d], Хумейд ат-Тавиль[d], Рабиа ибн Фаррух[d], Хишам ибн Урва[d], Яхья ибн Саид аль-Ансари[d], Аиша ибн Саад[d], Амир ибн Абдуллах ибн аз-Зубайр[d], Мухаммад ибн Абдуррахман ибн Науфаль[d] һәм Нәфиғ әл-Мәҙәни
Префикс титула аль-Имам[d]
 Мәлик ибн Әнәс Викимилектә

Әбү Абдулла́ Мәлик ибн Әнәс әл-Әсбәхи, имам Мәлик (ғәр. مالك ابن أنس الأصبحي‎مالك ابن أنس الأصبحيғәр. مالك ابن أنس الأصبحي‎; исеме аҫтында билдәле — фәких, мөхәддис, мәликит мазхабенә нигеҙ һалыусы һәм эпоним.

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Уның тулы исеме: Әбү Абдулла Мәлик ибн Әнәс ибн Әмир ибн Мәлик ибн Әбү Амир ибн Ғүмәр ибн әл-Харис ибн Ғайман ибн Джушайл ибн Амр ибн әл-Харис әл-Әсбәх. Биографтар 708 йылдан алып 716 йылдарға тиклемге араны уның тыуған йылдары тип күрһәтә. Ул Мәҙинәнән алыҫ түгел урынлашҡан Джарфаның Зи Мәрүә районында тыуған. Ибн Сад әл-Багдадиҙың Мәлик ибн Әнәс әсә ҡарынында өс йыл ятыуы (Ибн Кутайба ике йыл тураһында һүҙ алып бара) тураһындағы раҫлауы, барыһынан да бигерәк, Мәликтең әсәһенең оҙайлы ваҡыт йөклө йөрөүе тураһындағы хәбәренә нигеҙләнгән[8].

Уның ата-бабалары сауҙа эше менән шөғөлләнгән һәм  Бану Тайм ибн Мурра (Тайм Көрәйеш))[8]. Маликтың атаһы уҡ эшләү оҫтаһы була. Малик бала саҡтан уҡ үҙенең туғандарынан ҡөрьән буйынса ғилемгә өйрәнә, туғандары араһында бер туған бабаһы Әбү Сүхәйл Нәфи ҙә була. Олатаһы хәҙистәр буйынса танылған белгес була ыш булғас ул, бихисап хәҙис белгес, ысын хикәйәтселәрҙән (рауил иҫәпләнә) Мәликкә ун йәш булған саҡта вафат булып ҡала[9]. Малик фикх серҙәренә Рабия ибн Абдуррахмандан өйрәнә; 13 йыл ғүмерен Абдурахман ибн Хурмаз алып барған түңәрәктәрҙә үткәрә, уның үҙенән һәм уҡыусыларынан, шул иҫәптән Ибн Шиһаба әз-Зүхри ҙән күп кенә белем эстәй[10]. Мәликкә Джафар ас-Садиҡ йыйылыштарына йөрөү бәхете лә эләгә, бында ул бик күп яңы белем ала.

Шулай уҡ уның остаздараһы араһында түбәндәгеләр ҙә була:

  • Нафи Мәүлә ибн Ғүмәр[9]
  • Рабиа ар-Раи[11]
  • Әмир ибн Абдулла ибн әз-Зөбәйер
  • Зейд ибн Әсләм
  • Сәид Мәкбәри
  • Әбү Хазим
  • Салма ибн Динар
  • Шәриҡ ибн Абдулла ибн Әбү Нумайр
  • Сәлих ибн Кайсан
  • Әбү әз-Зинада
  • Мөхәммәт ибн Мүнҡадир һәм башҡа билдәле дин белгестәре[12].

Пәйғәмбәрҙең хәҙистәре һәм уның сәхәбәләренең фәтеүәләре Мәлик ибн Әнәстә айырым ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра. Мәлик Мәҙинәлә йәшәһә лә,ул Мөхәммәт пәйғәмбәр сәхәбәләренең вариҫтары менән аралашыу мөмкинселегенә эйә була, был уның формалашыуында ҙур рольуйнай.  Методологик ҡараштары һәм тәғлимәте менән таныш булып, уның, хас Ул хәриджит, мүтәзилит, зәйдит, имамит төркөмдәренә хас булғантәғлимәттәр, методологик алымдар менән таныш була. Ул төрлө йүнәлештәге фәлсәфә мәктәптәренең[13] тәғлимәттәрен өйрәнә.

Бер аҙ ваҡыт үткәс, ул Мәҙинәнең иң абруйлы фәкихы булараҡ танылыу яулай, был ваҡытта ул ауыр хроник сирҙән яфаланған була, шунлыҡтан ҡаланы ташлап китә алмай.  Ебәк туҡыма сауҙаһы менән шөғөлләнә. Теләһә ниндәй административ тәғәйенләүҙәрҙән баш тарта[10].

Малик юғары әхлаҡи сифаттарға эйә кеше була, ул ғәҙеллекте ярата, аралышыуҙа ябайлығы менән айырыла. Хәҙис һөйләр алдынан ул тәһәрәт яңыртыр була, ике рәкәғәтле намаҙ уҡый, аҙаҡ ултырып һаҡалын тараған һәмхуш еҫле нәмәләр ҡулланып, тәнен паклаған, бының менән ул Пәйғәмбәр хәҙистәренә үҙенең оло ихтирамын күрһәткән. Асыҡ зиһенле, яҡшы хәтерле, үтә лә тыйнаҡ кеше булған, үҙенең нимәнелер белмәгәнен һис кемдән йәшермәйенсә, асыҡтан-асыҡ әйтә белгән. Имам Мәлик фәтеүә ҡарарын сығарыуҙа бик һаҡ эш иткән,  яңылыҡтар индереүҙе өнәп етмәгән[12]. Аҡыл кимәленең юғарылығы һәм тырышлығы арҡаһында, ул 17 йәше тулыуға ислам тәғлимәте буйынса ярайһы ҙур белем туплай һәм һабаҡ бирә башлай. Етмеш ғалим фәтеүәл!рҙең файҙалы икәнен танығас ҡына, ул фәтеүә таратырға тотона[14]. Мәҙинәлә уға «Имам Дар әл-һижрә», йәғни «Күсенеү Йорто имамы»[9] тигән титул бирәләр.

Пәйғәмбәр мәсете (Мәҙинә)

Ул үҙ фекерен яҡлағанда, принципиаль ҡарашлы була, хатта бер тапҡыр «көслөк менән бирҙергән ант, ғәмәлгә яраҡшлы түгел» тигән инаныуын яҡлағаны өсөн тән язаһына ла хөкөм ителә. Ул һәр төрлө бәхәстәрҙә ҡатнашмау яғында булған, сөнки «фән — һарыҡтар менән әтәстәр араһынлағы алыш түгел», тип һанаған[10]. Әгәр ҙә ул кемдең дә булһа бәхәскә инеү теләге менән һорау биргәнен күрһә, ул бындай кешеләргә бөтөнләй яуап биреп тормаған[11].

Рабия ибн Абдуррахмандан фикх серҙәренә өйрәнгәндә, Мәлик ибн Әнәс хәҙистәр һөйләү менән генә сикләнеп ҡалмай, ә бойондороҡһоҙ хоҡуҡ белгесе фекеренә нигеҙләнгән (әр-рай) хоҡуҡ ғилемен артабан үҫтерергә ынтыла. Оҙаҡ йылдар ул Пәйғәмбәр мәсетендә һабаҡ бирә, әммә ауырыуы арҡаһында дәрес биреүҙе өйөндә дауам итергә мәжбүр була. Хәҙис һөйләү һөм хоҡуҡ буйынса белем биреүҙән тыш, ул фәлсәфәүи, ғилми, сәйәси теория һәм донъяға ҡараш булдырыу характерындағы проблемалар менән дә шөғөлләнә.

Уның тураһында уҡыусылары бик күп яҙа.  Абдулла ибн Вахба ( 813  йылда вафат) «әл-Мүджәсалат» тигән әҫәрендә үҙенең бөйөк остазы образын тулыһынса тиерлек асып бирә. Китапта шулай уҡ ибн Вахба Мәлик ибн Әнәстән ишеткән хәҙистәр тупланған, уның хеҙмәттәре һәм юғары әхаҡлығы үрнәктәре урын алған[13].

Мәлик ибн Әнәстең  ике улы һәм ҡыҙы була: Яхья, Мөхәммәт һәм Фатима. Шулай уҡ бер ейәне — Әхмәт ибн Яхья. Яъьяның улы һуңынан шулай уҡ бөйөк ғалим булып таныла, Мысырға бер нисә тапҡыр бара һәм хәҙистәр буйынса һабаҡ бирә.

Ғүмеренең һуңғы йылдарында имам Малик яңғыҙ ҡалыуҙы хуп күргән, хатта  йома намаҙҙарына йөрөмәй башлай. Ул бәүел ҡыуығы тотанаҡһыҙ була, һәм ул бындай хәлдә  пәйғәмбәр мәсеттенә йөрөү ихтирамһыҙлыҡ билдәһе булыр ине тип һанаған. Ул үҙенең сире тураһында асыҡтан-асыҡ белдерергә теләмәй, сөнки быны Аллаһ эшенә ҡыҫылыу тип иҫәпләгән. Имам Мәлик Һижри иҫәп буйынса 179 йылдың рәббиғил-әүәл айының 14-се көнөндә, дүшәмбелә баҡыйлыҡҡа күсә. Мәрхүмде йыуыу эшен Ибн Канан һәм Ибн әз-Зөбәйер атҡара, ә йыназа уҡыуҙы Мәҙинә әмире Абдул-Әзиз ибн Мөхәммәт етәкләй. Йән бирер алдынан ул шәһәдәт әйткән һәм Әр-Рум сүрәһенең 4-се аятын яттан һөйләгән: «Әүәлдән башлап ахырға ҡәҙәр бөтә хөкөм Аллаһ ҡулында!»[12]Әл-Баки зыяратында ерләнгән[15].

Шәкерттәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Имам Мәликтең шәкерттәре бик күп булған, хатта улар араһында үҙен уҡытҡандары ла йөрөй. Ҡаҙый Ййяд ,- әйтеүенсә, шәкерттәрҙең һаны 1300-ҙән ашып китә. Был исемлеккә уларҙың ҡайһы берҙәре индерелде[13]:

  • Әбү Абдулла Абдуррахман ибн Ҡасим — Мысырҙың хоҡуҡ белгесе Лейс ибн Саадтың да шәкерте була, иң мәликит мәзхәбенең иң абруйлы «Әл-Мүвәддан» китабының корректоры[9].
  • Әбү Мөхәммәт ибн Вахб (125-197 йылдарҙа) — хәҙистәр белгесе, Мысырҙа мәликит хоҡуғын таратыусы, шулай уҡ Лейс ибн Саадста хоҡуҡиәткә өйрәнә[9].
  • Ашхаб ибн Абдул-Азиз әл-Кайса (150-204 йылдар) — Мысырҙа иң танылған хоҡуҡиәт белгесе була, «Мүвадданат әл-Ашхаб» китабы авторы.
  • Әбү Мөхәммәт Абдулла ибн Абдул-Хаками (214 йылда вафат) — Ашхаб әл-Ҡайси вафат булғандан һуң. Мысыр мәләкит мәктәбендә хоҡуҡиәт дәрестәрен алып бара. 
  • Ашбаг ибн Харадж (225 йылда вафат) — мәләкит хоҡуғы принциптары буйынса абруйлы белгес.
  • Мөхәммәт ибн Абдулла ибн Абдул-Хакам (268 йылда вафат) — Мөхәммәт аш-Шәфиҙә уҡый, бик күпләп Төньяҡ Африка һәм Испания шәкерттәре уның ҡулы аҫтында уҡый.
  • Мөхәммәт ибн Ибраһим ибн әл-Искәндәри (269 йылда вафат.) — «әл-Мәввәзиә» китабы авторы.
  • Әбү Хәсән Али ибн Зияд ат-Тунус (183 йылда вафат) — Төньяҡ африканың танылған мәләкит хоҡуҡиәте белгесе.
  • Әбү Абдулла Зияд ибн Абдуррахман әл-Ҡуртуби (193 йылда вафат) — Испанияла мәликит тәғлимәтен тарата.
  • Иса ибн Динар әл-Ҡуртуби әл-Әндәлүси ( 212 йылда вафат) — Испанияның танылған мәләкит хоҡуҡиәте белгесе.
  • Асад ибн әл-Фурат ат-Тунуси (146-213 йылдарҙа йәшәгән) — Мәҙинә һәм Ирак хоҡуҡ мәктәбенең методтары белгесе,  Әбү Йософ һәм Мөхәммәт аш-Шәйбаниҙарҙа белем ала.
  • Яхья ибн Яхья әл-Лейси (234 йылда вафат) — Испанияла мәләкит хоҡуҡтарын тарата[9].
  • Абдул-Малик ибн Хәбиәб ас-Сулами (238 йылда вафат) — Яхья ибн Яхья үлгәндән һуң Испанияла мәләкит хоҡуҡ мәктәбен етәкләй.
  • Абдус-Сәләм ибн Сәид ат-Тануха (Шахнун)(240 йылда вафат) —  «Әл-Мүвәддәнә» китабы авторы.
  • Әбү Мәрүән Абдул-Мәлик әл-Мәджишүн (212 йылда вафат) — Мәҙинә ҡалаһы мөфтөйө.
  • Әхмәт ибн Мүәззәл әл-Әбди —  Ирактағы мәләкит хоҡуҡиәте вәкиле.
  • Әбү Исхаҡ Исмәғил Исхаҡ әл-Кади (282 йылда вафат) — Ираҡта мәләкит хоҡуҡтарын тарата.
  • Мөхәммәт ибн Иҙрис әш-Шәфии — шәфиит мәҙһәбенә нигеҙ һалыусы
  • Мөхәммәт аш-Шәйбани — мосолман хоҡуҡтары  кодификаторҙарының береһе.

Мираҫы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Хеҙмәттәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Мәлик ибн Әнәс донъяға ҡарашы һәм хоҡуҡи мәсьәләләр буйынса бер нисә әҫәр яҙған тип иҫәпләнә. Әммә күп кенә тәнҡитселәр уны был әҫәрәҙрҙең авторы тип таныуға дәғүә белдерә[13].

Ҡаҙый Ийяд имам Мәлик әҫәрҙәренең түбәндәге исемлеген килтерә[12]:

  1. «Китаб әл-Мүвәтт»,
  2. «Рисәләтү Мәлик илә ибн Вәхәб филь-Кадр»,
  3. «Әл-Мүдәввәнәт әль-Кубра»,
  4. «Рисәләтү Мәлик фил-Әҡдиә»,
  5. «Рисәләтү Мәлик иләҒассан ибн Мөхәммәт ибн Мутарриф фил-Фәтвә»,
  6. «Рисәләтү Мәлик илә Харун-ир-Рәшит әл-Мәшхүрәтү фильү-Әдәби вәл-Мәвәиз»,
  7. «Тәфсиру Ғариб әл-Ҡөрьән»,
  8. «Китаб ас-Сирр»,
  9. «Рисәләтү Мәлик илә Ләйс фи иджмәи әхл әл-Мәҙинә».

Ҡараштары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Мәлик ибн Әнәс кешеләрҙең ҡараштары инаныуҙан (иман) һәм был инаныуҙы һүҙ һәм үҙҙәренең ҡылыҡтарында сағылдырыуҙан тора тип һанаған. Ул инаныу артырға мөмкин тип иҫәпләһә лә, уның кәмеүе тураһында бер ни ҙә әйтмәгән. 

Аллаһ тәҡдире һәм кешенең  ихтыяр көсөнөң азатлығы мәсьәләһендә ул бер үк ваҡытта тәҡдирҙе лә (ҡәҙәр) һәм кешенең ихтыяр көсө азатлығын да таный. Ҡөрьәндең асыҡ аяттарына һәм сөннәттәргә һылтанып, ул был тәңгәлдә дөйөм һүҙҙәр менән генә сикләнә,субъективлыҡҡа юл ҡуймай. 

Хоҡуҡи алымдары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Мәлик ибн Әнәс хоҡуҡи әмерҙәр һәм һығымталар сығарғанда, түбәндәге сығанаҡтарға таянған:

  1. Ҡөрьән.
  2. Мөхәммәт пәйғәмбәрҙең сөннәттәре. Ул Мөхәммәт пәйғәмбәрҙең эштәрен һәм телмәрен, уның сәхәбәләренең фәтеүәләрен, шулай уҡ «Мәҙинә халҡының ғәмәлдәрен» сөннәт тип иҫәпләгән. Барыһынан да бигерәк, ул мүтәвәтир һәм мәшхүр хәҙистәренә таянған, әммә, шул уҡ ваҡытта, хәҙис-әхәдте лә таныған. Әгәр хәҙис-әхәд Ҡөрьәндең асыҡ мәғәнәһенә һәм хәҙистәренә (нассори) ҡаршы килһә, ул был мәғлүмәтте инҡар иткән.
  3. «Мәҙинә халҡы ғәмәле». Үҙенең уҡытыусыһы Рабиа ибн Әбү Абдуррахман кеүек үк,  Мәлик ибн Әнәс «меңләгән кешенән үҙенең меңләгән вариҫына тапшырылған мәғлүмәт бер кешенән бары бер кешегә генә (әхәд) тапшырылған мәғлүмәттән күпкә өҫтөн» тип иҫәпләгән.
  4. Сәхәбәләр фәтеүәһе. Мәлик ибн Әнәс пәйғәмбәр сәхәбәләренең фәтеүәләрен иҫәпкә алған, Пәйғәмбәрҙән килгән берҙән-бер хәҙис-әхәдте кире ҡаҡҡан.
  5. Ҡыйәс, истисләх. Әгәрҙә оҡшашлыҡ шикле һығымтаға килтерһә, Мәлик ибн Әнәс, күпселек осраҡта, истисләхкә (мәсәлих әл-мүрсәл) өҫтөнлөк биргән.
  6. Садду әз-зарайи. Әгәр ниндәй ҙә булһа эш-хәрәкәт йәки әйбер ҙур ихтималлыҡ менән, гонаһһҡа килтерһә  йәки зыян яһаһа, ул саҡта бындай ғәмәл гонаһ һәм харам, ә нимә лә булһа яҡшылыҡҡа алып килтерһә, ул маҡтауға лайыҡ тип һанаған[13].

Ижтимағи-сәйәси ҡараштары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Мәлик ибн Әнәс беренсе Хаҡ хәлифтәр  — Әбүбәкер, Ғүмәр, Усман һәм Али идара иткән мәлде иң өлгөлө хакимлыҡ ваҡыты тип иҫәпләй. Ул юғары власта шиит концепцияһын инҡар итә, уға ярашлы, Хәлифәттәге власть Алидтар тарафынан ғына атҡарылырға тейеш, әммә быға күрәиш халҡы хоҡуҡлы тип иҫәпләй. Хәлифте вәкәләтле төрөм (шура) власть идаралығына раҫлауы мөһим, ул бынан алдағы хәлиф тарафынан тәғәйенләнгән төркөмдән торорға тейеш[10]. Теге йәки был хәлифтең законлылығын таныу өсөн,  уның Мәҙинә һәм Мәккә халҡы алдында ант итеүе лә еткән.

Мәлик ибн Әнәстең йәшәгән мәле Омейәдтәр, ә һуңынан беренсе Ғәббәсиҙәр идара иткән осорға тура килә. Ул хөкүмәт власының онотоуға дусар ителгән принциптарын яңынан тергеҙергә маташыуҙың файҙаһын икәнен, бының өсөн «иманһыҙ» властарға ҡаршы фетнә юлы менән көрәшеүҙең мәғәнәһеҙ икәнен аңлай. Әгәр ҙә власта  ғәҙел булмаған хаким ултырһа, йә булһа, ниндәйҙер сәбәптәр арҡаһында уның власы законһыҙ тип танылһа, ул саҡта сыуалыш күтәреп, хакимды бәреп төшөрөү - ярамаған эш. Сөнки бындай болаларҙың аҙағынан була торған тәртипһеҙлектәрҙән килгән зыян залимдарҙан, йә булмаһа, законһыҙ властан күргән зыянға ҡарағанда күпкә артығыраҡ[10]. Уның фекеренсә, ғәҙел идара итеүселәр монархтар власы ваҡытында ла була ала, был фекерен иҫбатлау өсөн, ул Омейәд хәлифе Ғүмәр II ибн Әбдел-Ғәзизде миҫалға килтерә. Уның фекеренсә, залимдарҙы дәүләт менән идара итеүҙән ситләштереүҙе революция, бола, ижтимағи ҡыйралыш аша түгел, ә уларға һүҙ менән йоғонто яһарға кәрәк.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. 1,0 1,1 Bibliothèque nationale de France идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
  2. Library of Congress Authorities (ингл.)Library of Congress.
  3. 3,0 3,1 Али-заде А. Малик ибн Анас (урыҫ) // Исламский энциклопедический словарьМ.: Ансар, 2007. — ISBN 978-5-98443-025-8
  4. Крымский А. Малик (урыҫ) // Энциклопедический словарьСПб.: Брокгауз — Ефрон, 1896. — Т. XVIII. — С. 468—469.
  5. Али-заде А. Шейбани Мухаммад ибн Хасан (урыҫ) // Исламский энциклопедический словарьМ.: Ансар, 2007. — ISBN 978-5-98443-025-8
  6. Али-заде А. Нафи ибн Хурмуз (урыҫ) // Исламский энциклопедический словарьМ.: Ансар, 2007. — С. 616. — ISBN 978-5-98443-025-8
  7. Али-заде А. Джафар ас-Садик (урыҫ) // Исламский энциклопедический словарьМ.: Ансар, 2007. — ISBN 978-5-98443-025-8
  8. 8,0 8,1 Scsacht J., 1991
  9. 9,0 9,1 9,2 9,3 9,4 9,5 IslamDag.ru
  10. 10,0 10,1 10,2 10,3 10,4 Ислам: ЭС, 1991, с. 15
  11. 11,0 11,1 Ислам Сегодня
  12. 12,0 12,1 12,2 12,3 Аскимам.ру
  13. 13,0 13,1 13,2 13,3 13,4 Али-заде, 2007
  14. MuslimPress.ru
  15. Ludwig W. Adamec. Baqi, Jannat al- // The A to Z of Islam. — Second Edition edition. — Scarecrow Press, September 2, 2009. — 520 с. — ISBN 978-0810871601.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Али-заде, А. А. Маликитский мазхаб (архив ) // Исламский энциклопедический словарь. — М.: Ансар, 2007.
  • Боголюбов А. С. Малик б. Анас // Ислам: энциклопедический словарь / отв. ред. С. М. Прозоров. — М. : Наука, 1991. — С. 156.
  • Абу Захра, Мухаммад. Тарих аль-Мазахиб. Каир: Дар аль-фикр аль-арабий, б.г. (ғәр.)
  • Ҡалып:ЭИ/2

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]