Нәфиғ әл-Мәҙәни
| Нәфиғ әл-Мәҙәни | |
| ғәр. نافع المدني | |
| Зат | ир-ат |
|---|---|
| Гражданлыҡ |
Өмәүиҙәр хәлифәлеге |
| Тыуған көнө | 689 |
| Тыуған урыны | Мәҙинә, Өмәүиҙәр хәлифәлеге |
| Вафат булған көнө | 785 |
| Вафат булған урыны | Мәҙинә, Ғәббәсиҙәр хәлифәлеге |
| Һөнәр төрө | дин белгесе, Ҡарый (Ҡөрьәнде тәжүидсә уҡыусы ), Мөхәддис, Мөфәссир |
| Эшмәкәрлек төрө | Ҡираәт, Хәҙис ғилеме һәм тәфсир |
| Кемдә уҡыған | Абу Джафар аль-Мадани[d], Абд ар-Рахман ибн Хурмуз[d], Шайба ибн Нассах[d] һәм Язид ибн Руман[d] |
| Уҡыусылар | Варш[d], Калюн[d] һәм Мәлик ибн Әнәс |
| Авторлыҡ хоҡуҡтары статусы | авторлыҡ хоҡуҡтарының ғәмәлдә булыу ваҡыты үткән[d] |
Нәфиғ ибн Ғәбд әр-Рахман (ғәр. نافع بن عبد الرحمن; рус. Нафи‘ ибн ‘Абдуррахман; 689, Мәҙинә — 785, Мәҙинә) — ислам диненең арҙаҡлы белгесе һәм хәҙистәрҙе тапшырыусы, Мәҙинә ҡарыйҙары имамы, исемдәре Ҡөрьән уҡыуҙың иң ышаныслы ҡираәттәре менән бәйле ете имамдың береһе.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Нәфиғ ибн Ғәбд әр-Рахман яҡынса 689 йылда тыуған. Әл-Әсмәғи хәбәренә ярашлы, ул сығышы менән Исфаһандан булған[1].
Дини эшмәкәрлеге
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Нәфиғ ибн Ғәбд әр-Рахман етмеш тәбиғүндән динде һәм Изге Ҡөрьәнде уҡырға өйрәнгән.
Ҡөрьәнде өйрәтеү менән бер рәттән, ул Сөннәтте таратыуға ҙур өлөш индергән[2].
Билдәле хәҙис белгестәре Әхмәт ибн Шөғәйеп ан-Нәсәғи һәм Яхъя ибн Мәғин уны хәҙистәрҙең ышаныслы тапшырыусыларына индергән, ә Ибн Хиббан ошо хаҡта «Сиҡәт» тигән китабында яҙған[2].
Әбү Жәғәфәр шәйех үлгәндән һуң ул оҙаҡ ваҡыт Мәҙинә мәсетендәге намаҙҙарҙа имам булған.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Мосолман ғалимдары тураһында мәғлүмәттәр базаһында Нафи' ибн 'Абдуррахман тураһында биографик белешмә
- Изге ҡөрьән, кираат нафи буйынса яҙып алынған'
- Варш Һәм Калундан Ҡөрьән тапшырыу Islamweb порталында
| Был ислам тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |