Сура Рәсүлев
Сура Рәсүлев | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ | Рәсәй империяһы |
Тыуған көнө | 1739 |
Тыуған урыны | Рәсүл, Иманғол ауыл Советы (Учалы районы), Учалы районы |
Вафат булған көнө | 17 февраль 1774 |
Вафат булған урыны | Көңгөр |
Һөнәр төрө | хәрби хеҙмәткәр |
Хәрби звание | старшина[d] |
Һуғыш/алыш | 1773—1775 йылғы Крәҫтиәндәр һуғышы |
Сура Рәсүлев (рус. Серюй (Сюрей, Чюри) Расулев; 1739 йыл — 17 февраль 1774 йыл) — 1771—1773 йылдарҙағы Польша походы старшинаһы, Емельян Пугачев етәкселегендәге 1773-1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышында ҡатнашыусы, Салауат Юлаевтың көрәштәше.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]И. М. Гвоздикова һәм С. У. Таймасов буйынса, Сура Рәсүлев 1739 йылда Себер даруғаһы Әйле улусы Рәсүл ауылында тыуған, ә «Крестьянская война 1773—1775 гг. на территории Башкирии» йыйынтығы авторҙары яҙыуынса, ул Уҫы даруғаһы Ғәйнә улусының поход старшинаһы булған.
Ул 3 мең башҡорт ғәскәре составында 1771—1773 йылдарҙағы Польша походында ҡатнаша[1]. Польшала күрһәткән хәрби батырлығы һәм ҡыйыулығы өсөн генерал-аншеф А. И. Бибиков тарафынан поход старшинаһы исеме бирелә.
1774 йылдың ғинуар айы башында үҙенең 50 кешенән торған командаһы менән Салауат Юлаев отрядына килеп ҡушыла. 1774 йылдың ғинуар айында Красноуфимск ҡалаһын ҡамауҙа ҡатнаша. 23-24 ғинуар айы көндәрендә Пермь провинцияһының үҙәге булған Көңгөр ҡалаһын дүрт мең кеше менән ҡамайҙар[2]. Көңгөр өсөн барған һуғышта Салауат Юлаев яралана[3]. Ул Сура Рәсүлевтың батырлығын һәм осҡорлоғон юғары баһалап, уға өс меңлек ғәскәр менән етәкселек итеүҙе тапшыра. Сура ғәскәр башлығы өсөн иң уңайлы урын — Сабарка ауылын һайлай. М. Е. Мальцев Көңгөргә яңынан һөжүм итергә һәм батша ғәскәренә ҡаршы торорға һорап, Сура Рәсүлевҡа мөрәжәғәт итә. Ләкин ул М. Е. Мальцев отрядының һуғыш хәрәкәттәре өсөн әҙерлекһеҙ һәм тәртиптең насар булыуын аңлап, уның менән берләшеүҙән баш тарта. 1774 йылдың 1 февралендә Мальцев Иван Зарубинға Сура Рәсүлевты хыянатлыҡта ғәйепләп донос ебәрә. Зарубиндың секретары И. И. Сухонников тарафынан Сура Рәсүлев һәм Собханғол Килтәков ҡулға алына, Соҡсон заводында һаҡ аҫтына ҡуйыла. 4 февралдә Көңгөрҙән килгән А. И. Бибиковтың һуғыш командаһы заводты ҡулға төшөрә. Шул уҡ көндө Пермь провинцияһы канцелярияһында Сура Рәсүлев менән Собханғол Килтәковтан һорау алалар һәм 17 февралдә А. И. Бибиковтың бойороғо буйынса уларҙы аҫып үлтерәләр.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Кулбахтин Н. М. Башкиры и башкирские предводители в Крестьянской войне 1773-1775 годов. Исторические очерки. — Уфа: Башк. энцикл., 2020. — С. 485—487. — 536 с. — ISBN 978-5-88185-484-3.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Чюри Расулев // Салават Юлаев: энциклопедия / Гл.ред. И. Г. Илишев. — Уфа: Башкирская энциклопедия, 2004. — 480 с. — ISBN 5-88185-054-8.
- «Башкиры России. Берег солнца — Аргаяш.» Рашид Хакимов, кандидат исторических наук."Ватандаш"№ 12,2018 г.
- С.Таймасов. Восстание 1773—1775г г.г.в Башкортостане. Уфа. «Китап» — 2000 г.376стр. 2022 йыл 23 ғинуар архивланған.