Сәлим I

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү

·

Сәлим I
سليم اول‎ - Selîm-i evvel
Сәлим I
Флаг
Осман солтаны
15121520
Алда килеүсе: Баязид II Святой
Һуңыраҡ килеүсе: Сулейман I
 
Дине: ислам
Тыуған: 10 октябрь 1465({{padleft:1465|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:10|2|0}})
Амасья, Османская империя
Үлгән: 22 сентябрь 1520({{padleft:1520|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:22|2|0}}) (54 йәш)
Эдирне, Осман империяһы
Ерләнгән: Явуз Селим[d]
Династия: Османдар[d]
Атаһы: Баязид II
Әсәһе: Гюльбахар-хатун
Ҡатыны: Айше-хатун и Айше Хафса-султан
Балалары: Сулейман Великолепный[⇨]
 
Тугра: Тугра

Сәли́м I Гро́зный (Яуыз) (ғосм. سليم اول‎ — Selîm-i evvel, төр. Birinci Selim, Yavuz Sultan Selim; 10 октябрь 1465(14651010) — 22 сентябрь 1520) — туғыҙынсы тѳрѳк солтаны һәм 1512 йылдан 88-се хәлиф.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Сәлим солтан дың атаһы Баязит II була.

Ул Балҡанда Осман солтанының урындағы идара башлығы була. Атаһы Баязит II үҙенең икенсе улы Әхмәт шаһзадаға ѳҫтѳнлѳк бирә башлағас, Сәлим үҙенең киләсәге ѳсѳн ҡурҡа башлай. Ул баш күтәреп, ҙур булмаған ғәскәр башында Константинополь яғына ҡарай юл тота. Моғайын ғына ул, баш ҡалалағы фетнәселәр ярҙамына иҫәп тотҡандыр, ләкин уның иҫәбе аҡланмай. Ҙур армия башында торған Баязит II Сәлимде бер ҡыйынлыҡһыҙ еңә. Шул арҡала уға Ҡырым ханлығына ҡасырға тура килә.Унда солтанға уны тотоу ауыр була. Ҡасҡын тѳньяҡ ҡара диңгеҙ буйында Ҡырым татарҙары араһында ауыр ваҡытты үткәреп, яңынан Осман тәхете ѳсѳн кѳрәш башларға уйлай. Улай ғына түгел, шаһзада Сәлим, ул ваҡытта Ҡырым ханлығы хакимы булған Минле-Гәрәй I ярҙамлашырға ризалығын ала.

1512 йылда солтан Баязит II монархтар араһында һирәк булған ҡарар ҡабул итә: ул үҙ теләге менән Блистательная портанан баш тарта һәм хәрби ҡыйралыштан һаҡлау ѳсѳн власты Сәлимгә бирә. Ҡасҡындың Ҡырымдан Константинополгә кире ҡайтыуы күберәк хәрби триумфты хәтерләтә. Яңы солтан Сәлим I атаһы яғынан солтан тәхетенә дәғүә итерлек бѳтә ир туғандарын да язаларға бойороҡ бирә һәм атаһының киң күңеллелегенә ошо ҡылығы менән яуап бирә. Бының ѳсѳн ул Яуыз тигән ҡушамат ала. Бәлки Сәлим һѳргѳнгә ебәрелгән атаһын үлтерергә лә бойорған булғандыр.

Сәлим I идара иткән ваҡытта баҫып алыуҙарҙың ҙур һыҙаты башлана. Кѳнсығыш Европа хакимдары унан ҡурҡа, кѳнбайыш монархтары ҡағыҙҙа ғына уны еңеп, биләмәләрен бүлешеп ала. Әммә, Сәлим хаҡимлыҡ иткән ваҡытта христиандарға ҡаршы һуғыш алып барылмай. Был дәүерҙә Иран, Ираҡ, Афғанстан һәм Урта Азияға эйә булған фарсы шахы Исмәғил I ҡеүәте ҙур була. Сәлим бер ҡаршылыҡһыҙ, кѳс менән уның менән ярашырға ҡарар итә.

1513 йылда Сәлим Анатолияла шииттарға аяуһыҙ үлтереш ойоштора һәм 7 йәштән 70 йәшкә тиклемге 40-45 мең кешене юҡ итә.

Личные вещи шаха Исмаила, захваченные Селимом во время Чалдыранской битвы. Музей Топкапы, Стамбул

1514 йылдың майында Сәлим армияһы кѳнсығышҡа походҡа сыға, Сивас, Эрзурумды үтеп китә һәм Исмәғил биләмәһенә баҫып инә; ҡыҙылбаштар һуғыштан ҡаса, ҡаршы яҡ ғәскәрҙең кѳсһѳҙләнеүенә ѳмѳт итеп, тѳрѳктәргә кәрәк булырҙай әйберҙәрҙең барыһын да юҡҡа сығара-сығара илдең тѳбѳнәрәк сигенә.

1514 йылдың 23 авгусында Чалдыран яуында солтан шахты еңә (Сәлимдең 120—200 мең, Исмәғилдең 30-60.; тѳрѳктәр утлы ҡоралдар буйынса ѳҫтѳнлѳк ала,ҡыҙылбаштарҙың пехотаһы һәм артиллерияһы бѳтѳнләй тиерлек булмай.)

Ике аҙнанан һуң Сәлим Сәфәүиҙәрҙең баш ҡалаһы Тебризгә баҫып инә. Ул бында бер нисә кѳн була, тик янычарҙар һыуыҡ ҡыштан ҡурҡып, үҙҙәрен кире алып ҡайтыуҙы талап итә. Сәлим Ереван, Карс, Эрзурум, Сивас һәм Амасья аша китә. Үҙе менән шахтың ҡаҙнаһын, һѳрәмен ала һәм Истамбулға меңдән ашыу оҫта һѳнәрселәрҙе алып китә. Чалдырандан һуң тѳрѳктәргә Диярбаҡыр, Битлис, Хасанкейф, Мийяфарикин, Неджти буйһона. Сәлим киткәс, Исмәғил кѳньяҡ-кѳнсығыш Анатолияның ҙур ѳлѳшѳн буйһондора һәм йыл буйы Диярбакырҙағы тѳрѳк гарнизонын йѳҙәтә. 1515 йылда Сәлим I Эльбистан (Абулустейн) буфер дәүләтендә идара иткән Зу-ль-Гадир династияһын юҡҡа сығара, солтан Ала ад-Динадың башын сабып ѳҙҙѳрә һәм Египетҡа ҡаршы поход әҙерләй башлай. Тѳрѳктәр Диярбакырҙы ҡамауҙан азат итә һәм тағы ла сәфәүиҙәрҙе Кочхисар янындағы яуҙа тар-мар итә. Солтан алдындағы хеҙмәте ѳсѳн Ереван, Карс, Эрзурум, Сивас һәм Амасьяны алып, Курдистанды яуларға хоҡуҡ алған Ҡурд Иҙрис, оҙаҡ ҡамауҙан һуң Мардинды ала, Диярбакырҙы, Синджарҙы (ҡала) яулай, бѳтә Месопотамияны буйһондора. Исмәғил I үҙ үлеменә тиклем тѳрѳктәрҙән ѳҫтѳнлѳк алырға тырышмай. Мәмлүк солтаны Кансух аль-Гаури Курдистандың яуланыуына ҡамасаулап ҡарай. 1516 йылдың июлендә Каирға ғосман илсеһе килә һәм Мысыр шәкәрен һатып алыу буйынса фекер алыша, ә 5 августа тѳрѳктәр черкес мәмлүктәре биләмәһенә баҫып инә. 1516 йылдың 24 авгусында тѳрѳктәр һәм мәмлүктәр араһында Халебтан йыраҡ булмаған Мардж Дабик тигеҙлегендә һуғыш сыға. Алыш аҙағы тағы ла тѳрѳктәр файҙаһына була. Уларҙың ул ваҡыттағы артиллерияһы донъялағы иң яҡшыһы һанала. Черкестар артиллерияны күрә алмай, ә мәмлүктәрҙең һыбайлылары тѳрѳктәрҙекенән күпкә яҡшыраҡ була. Тик Сәлим үҙенең пушкаларын арбалар һәм ағас баррикадалар менән ҡаплай, черкестар тулыһынса ҡыйратыла. Солтан Гури һуғышта үлә. Уның урынына алмашҡа Томан-бей II аль-Әшраф килә һәм һуғышты дауам итә.

1516 йылдың 29 авгусында Сәлим «Ике изге ҡаланың хеҙмәтсеһе» титулын ҡабул итә, йәғни әле Мысырға буйһонған Мәккә һәм Мәҙинә ҡалаларының. Сентябрҙә тѳрѳктәр һуғышһыҙ Сирияны ала, 9 октябрҙә Дамаскка инә, ноябрь аҙағына улар Палестина, Газаны яулай. Томан-бей яңы армия туплай. Мәмлүктәр Сәлимдең илселәрен үлтерә, был уға үс ҡайтарыуға сәбәп була. 1517 йылда Мысырға инеп, Сәлим артиллерия менән Каирҙың нығытмаларын емерә һәм Томан-бейҙе ҡаланан ҡасырға мәжбүр итә. Әммә, бер нисә кѳндән һуң Томан-бей тѳндә ҙур булмаған отряд менән ҡалаға баҫып инә. Ҡала урамдарында ҡанлы үлтереш башлана, сыуалыш барышында Каирҙың 50 меңдән ашыу халҡы ҡырыла. Каирҙы баҫып алғандан һуң, Сәлим I 800 мәмлүк бейенең башын сабып ѳҙѳргә бойора. Томан-бей тағы ла ике ай тѳрѳктәр менән һуғышып ҡарай, тик ул Нил йылғаһының дельтаһында сигенә. Әгәр Мысыр бәҙәүәндәре уны һатмаһа, (мәмлүктәр улар ѳсѳн сит, йәберләүсе кеше була), ул бында оҙағыраҡ ҡаршы тора алған булыр ине. Башта Сәлим уның ғүмерен һаҡлап, батырлығын үҙ мәнфәғәтендә файҙаланмаҡсы була. Шулай ҙа, 1517 йылдың 13 апрелендә Томан-бей Каир ҡапҡаһының аркаһы аҫтында аҫыла. 1517 йылдың апрелендә Сәлимгә Мәҙинә һәм Мәккәнең асҡыстарын ебәрәләр. Бѳтә Хиджаз ғосман биләмәһенә әйләнә. Венеция Кипр утрауы ѳсѳн тѳрѳктәргә яһаҡ түләй башлай, элек ул уны Мысырға түләгән була. Шулай итеп, Сәлим дүрт йыл эсендә Ғосман империяһы территорияһын икеләтә ҙурайта.

1518 йылда еңеүсе солтан Венгрия менән килешеү тѳҙѳй, 1519 йылда уны билдәле корсар Хайр-ад-Дин Барбаросса үҙенең вассалы итеп таный. Был ваҡытта ул Алжир ҡалаһын алып ҡына торған була (тик бер йылдан һуң ул Алжирҙы юғалта һәм бер нисә йыл ҡала һәм ил менән идара итеү ѳсѳн кѳрәш алып бара).

Әгәр 1518—1519 йылдарҙағы Сириялағы һәм Анатолиялағы фетнәләрҙе һанамағанда, (уларҙы солтан ғәскәре бик тиҙ еңә), Яҡын Кѳнсығышта башҡа бер кем дә Селиму I ҡаршы сығырға ҡыймай.

Султан Турции Селим Грозный

Селим Храбрый и Свирепый умер в возрасте 54 лет от скоротечной болезни (по официальной версии от сибирской язвы[1], хотя ряд историков предполагают рак[1][2], а некоторые — отравление[1])Эдирне ҡалаһында Родос утрауына һәм Һиндостанға экспедиция әҙерләгәндә: ул үҙенең бик күп пландарын тормошҡа ашыра алмай ҡала. Уның эшен солтандың улы, вариҫы Сѳләймән дауам итә. Атаһы уны ил һәм кѳслѳ армия менән идара итеүгә ныҡлап әҙерләй. Тарихсылар, Яуыз Сәлим үҙенең улын үлтереү ѳсѳн Манисҡа ағыулы кафтан менән илсе ебәрә тип тә раҫлай. Шулай уҡ Сәлимдең ҡатыны Айше Хафса Солтан да тәхеткә ултырыуының тәүге йылдарында улдарына әһәмиәтле сәйәси ярҙам күрһәтә.

Ғаиләһе[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Сәлим I ике ҡатыны булыуы билдәле. Уларҙың икеһе лә Әйшә исемле була. Уларҙың береһе Ҡырым ханы Миңле-Гәрәй I ҡыҙы,[3], икенсеһе сығышы менән Европанан була. [4][5]. Уларҙың кеме Әйшә Хафса Солтан булыуы билдәһеҙ. Ҡырым ханының ҡыҙы Бейхан Солтан, Шах Солтан, Хафизе Солтан, Гевхерхан Солтан и Йенишах Солтандың әсәһе була. Хатидже Солтан, Фатьма Солтан һәм Хафса Солтандың әсәһе икенсе Әйшә була. Сәлим I бѳтәһе ун ҡыҙы була. Дильруба Солтан менән Касиме Солтандың әсәләре кем булыуы билдәһеҙ. [6]. Шулай уҡ, Сәлимдең биш улы була.уларҙың дүртәүһе, (Орхан, Муса, Коркут, Увейс) бала сағында үлә. Бѳтә шаһзадаларҙың да әсәһе европалы Әйшә була. Ҡайһы бер сығанаҡтар Сәлимдең бер генә улы Сѳләймән I генә булған тип әйтә.[7][8]. Бынан тыш, Сәлим I тағы ла ике ҡатын булыуы тураһында иҫкә алыуҙар бар, тик уларҙың исемдәре лә билдәһеҙ, улар тураһында мәғлүмәт тә юҡ.[6].

Мәҙәниәттә[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Assassin's Creed: Revelations уйынының финал күренешендә ҡустыһы Шаһзада Әхмәтте үҙ ҡулы менән упҡынға ташлай.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. 1,0 1,1 1,2 A Century of Giants. A.D. 1500 to 1600: In an age of spiritual genius, western Christendom shatters / Ted Byfield, ed. — The Society to Explore and Record Christian History, 2010. — P. 9. — 345 p. — ISBN 978-0-9689873-9-1.
  2. Селим IҠалып:Мёртвая ссылка — Монархи. Мусульманский Восток XV—XX, — М.: Вече, 2004. — 544 с.
  3. Prof. İlber Ortaylı'nın Ceviz Kabuğu programında padişah anneleriyle ilgili sözleri hakkında bir yazı
  4. Bahçesaray Dergisi 35. sayı, Eylül-Ekim 2005, Kırım Derneği, İstanbul
  5. Yavuz Sultan Selim’in eşleri, Osmanlı Araştırmaları Vakfı web sitesinden
  6. 6,0 6,1 Oğuz Çetinoğlu Kırım Hanlığı Kronolojisi (Beşinci bölüm) (төр.) // Bahçesaray Dergisi. — 2012. — Т. 35. — С. 17. — ISSN 1304-7744.
  7. İsmail Hakkı Uzunçarşılı Büyük Osmanlı Tarihi — Türk Tarih Kurumu Yayınları. — Т. II. — Б. 233-248. — ISBN 975-6945-11-7, 975-6945-13-3.
  8. Özdamarlar, Metin Tek Oğul // Zirvede Tek Başına — Timaş Yayıncılık, 2009. — P. 4. — ISBN 978-975-263-887-7.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Алдан килеүсе:
Баязид II
Османский султан
15121520
Һуңынан килеүсе:
Сулейман I