Ҡырым ханлығы
Ҡырым ханлығы | |||||
Qırım Yurtu - قريم يورتى | |||||
| |||||
1441 — 1783
| |||||
---|---|---|---|---|---|
Баш ҡала |
Ҡырҡ-Ер (1441 — 1490-е) | ||||
Телдәр |
ҡырымтатар | ||||
Дин | |||||
Майҙаны |
52 200 км² | ||||
Халҡы |
2 млн ( XVII быуат аҙағы ) | ||||
Идара итеү формаһы | |||||
Династия | |||||
Ҡырым ханлығы Викимилектә | |||||
Ханлыҡтың баш ҡалалары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡырым йортоноң төп ҡалаһы булып Ҡырым ҡалаһы торған. Шулай уҡ Солхат исеме менән дә йөрөтөлгән. Хәҙерге Иҫке Ҡырым. Баш ҡала итеп уны Оран-Тимур 1266 йылда иғлан иткән. Атаманың килеп сығышы сығатай теленә барып тоташа, qırım — ям,соҡор, окоп[1], шулай уҡ сығатай теленән ингән башҡа фекерҙәр ҙә бар.Көнбайыш-Ҡыпсаҡса минең ҡалҡыулыҡ,(qır ҡалҡыулыҡ, -ım — 1-се заттың берлектәге аффиксы). Урҙанан айырылғас, баш ҡала икенсе урынға күсерелә һәм Ҡырө-Ер ҡәлғәһе һайлана. Аҙаҡ Салачик, ә 1532 йылдан яңынан тергеҙелгән Баҡсаһарай баш ҡала була.
География
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡырым ханлығы составына Днепр һәм Днестр арауығындағы, Азов буйы һәм өлөшләтә Ҡобан тҡбәге ерҙәре кергән. Был ерҙәр ярымутраға ҡарағанда бик күп әһәмиәтле майҙан биләгән. Ханлыҡ сиктәре тураһында, (шулай уҡ төньяҡ сиктәре лә керә) ҡырым, урыҫ һәм украина сығанаҡтарында билдәләнгән. Әммә теүәл генә тикшеренеү эштәре хәҙерге көнгәсә алып барылмаған һәм күтәрелмәгән.
Ҡырым хандары сауҙагәрлекте үҫтереү менән ҡыҙыҡһынған, был тармаҡ ҡаҙнаға бик әһәмиәтле табыш килтергән. Ҡырымдан сығарылған тауарҙар араһында сей тире, һарыҡ йөнө, юғары сифатлы күн (сафяндар), һарыҡ тиреһенән тегелгән тундар, көрән һәм ҡара йәш бәрәс тиреләре. Шулай уҡ Посполития һәм Урыҫ батшалығының баҫып алынған ерҙәренән алынған ҡолдар. Был ҡолдарҙы Ғосман империяһы һатып алған.
Ханлыҡҡа кергән ерҙә төп ҡәлғә булып Үр ҡәлғәһе торған. Ул ҡапҡа ролен үтәгән. Арбат, Керчь ҡәлғәләре Ҡырымды һаҡлаусы ҡәлғәләр булып торған. Төп сауҙа порттары булып Гезлев и Кефе торған.
Баҡсаһарай — ханлыҡтың 1428 йылдағы баш ҡалаһы, Аҡмәсет солтан ҡәлғәһе резиденцияһы булған.
Тарихтағы ерҙәре картаһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]-
Ҡыпсаҡтар XI—XII века
-
Алтын Урҙа 1243—1438
-
Ҡырым ханлығы 1441—1783
Ижтимағи тормош
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡырым ханлығының дәүләт дине булып ислам ҡабул ителгән. Ҡайһы бер нуғай ҡәбиләләре генә шаманлыҡҡа табынған. Ҡырым татарҙары һәм нуғайлылар менән бергә ислам динен ҡырымда йәшәүсе төрөктәр һәм черкестар ҙа ҡабул иткән.
Даими мосолман булмаған халыҡ өсөн христианлыҡтың төрлө деноминациялары рөхсәт ителгән: православтарға (эллин телле һәм төрөк телле гректар), грегориандарға (әрмәндәр), әрмән католиктарына, рим католиктарына (италяндар, генуэзц тоҡомдарына), шулай уҡ йәһүдтәргә һәм ҡараимдарға.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Будагов. Сравнительный словарь турецко-татарских наречий, Т. 2, с. 51
Литература
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Официальный сайт Бахчисарайского историко-культурного заповедника
- Дубровин Н. Ф. Присоединение Крыма к России. В 4-х тт. — СПб.: Тип. Императорской Академии наук, 1885—1889.
- Возгрин В. Е. Исторические судьбы крымских татар. — М.: Мысль, 1992. — ISBN 5-244-00641-X.
- Гайворонский О. Созвездие Гераев. Краткие биографии крымских ханов. 2007 йыл 18 март архивланған. — Симферополь: Доля, 2003. — ISBN 966-8295-31-5
- Базилевич В. М. Из истории московско-крымских отношений в первой половине XVII века. — Киев: Тип. 2-й артели, 1914. — 23 с.
- Бантыш-Каменский Н. Н. Реестр делам крымского двора с 1474 по 1779 год. — Симферополь: Тип. Таврическ. губернск. правления, 1893.
- Смирнов В. Д. Крымское ханство под верховенством Оттоманской Порты в XVIII в. до присоединения его к России — Одесса: Тип. А. Шульце, 1889.
- Смирнов В. Д. Крымское ханство в XVIII веке. 2014 йыл 27 май архивланған. — М.: Ломоносовъ, 2014. — ISBN 978-5-91678-230-1
- Смирнов В. Д. Сборник некоторых важных известий и официальных документов касательно Турции, России и Крыма — СПб., 1881.
- Шваб М. М. Русско-крымские отношения середины XVI — первых лет XVII веков в отечественной историографии 1940-х — 2000-х гг. — Сургут, 2011.
- Некрасов A. M. Возникновение и эволюция Крымского государства в XV-XVI веках // Отечественная история. — 1999. — № 2. — С. 48-58.
Ҡырым ханлығы Викимилектә |
Ҡалып:Осколки Монгольской империи Ҡалып:Осколки Золотой Орды Ҡалып:Административное деление Османской империи