Эстәлеккә күсергә

Борсиппа

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Борсиппа
Рәсем
Культура Бабилия
Дәүләт  Ираҡ
Старовавилонский период[d]
Нововавилонское царство[d]
 Әһәмәниҙәр дәүләте
Селевкиҙар дәүләте
Административ-территориаль берәмек Бабилия һәм Вавилон
Сәғәт бүлкәте UTC+3:00[d]
Эра Древний Ближний Восток[d]
Карта
 Борсиппа Викимилектә

Боронғо Ике йылға араһы

Борсиппа (шум. {{{1}}} Ba-ad-DUR-si-a-ab-ba йәки Badursiabba (һүҙмә-һүҙ  «Диңгеҙ мөгөҙө»); аккад.ак. 1) Barzipa, 2) Tintir IIkum-KI (һүҙмә-һүҙ «Икенсе Бабил», 3) Kinnir, Kinunir (һүҙмә-һүҙ  «Алыш урыны»)) — Боронғо Месопотамияның мөһим  ҡалаһы,  Бабилдан көньяҡ-көнбайышҡа ҡарай  20 километрҙа урынлашҡан булған,  Урҙың  II династияһы осоронан башлап телгә алына. 

Борсиппа, ҡағиҙә булараҡ,  Бабилдан сәйәси бойондороҡло була һәм Түбәнге Месопотамияның эре ҡалаларының береһе һанала. Хаммурапи тарафынан баҫып алынғас,  Борсиппа үҙ аллылығын юғалта.

Ҡала диңгеҙ тип йөрөтөлгән  (Тамту) яһалма күл буйында ултыра. Күл ҡаланы төньяҡ-көнбайыштан һәм көнбайыштан урата.  Көньяғында күлдең бәләкәй генә ҡултығы була, шуны мөгөҙ тип йөрөтәләр. Борсиппа диңгеҙҙең нәҡ ошо мөгөҙөндә ултыра. Уның баштағы «Диңгеҙ мөгөҙө» тигән атамаһы  Хаммурапи ваҡытында Борсиппа (Barzipa) тигән яңы атамаға алмаштырыла. Дини текстарҙа  «Икенсе Бабил» һәм «Алыш урыны» тигән эпитеттар менән дә тасуирлана.

Тәүҙә Борсиппа  Туту илаһтың табыныу үҙәге була, һуңыраҡ ул аҡыл илаһы Набу культы тарафынан ҡыҫырыҡлап сығарыла, Набу ҡаланың аллаһы тип иғлан ителә. Ҡалала Набу ғибәҙәтханаһы — Эзида («Мәңгелек йорто»), шулай уҡ  зиккурат — Эуриминанки («Күк менән ерҙең ете хакимы йорто») төҙөлә. Зиккураттың нигеҙе 82×82 м була, бейеклеге лә шул тиклем булғандыр, моғайын. Көндөҙгө ҡояш ҡалаһы тип аталған Бабилға иш итеп,  Борсиппа төнгө ҡояш ҡалаһы тип йөрөтөлә. Тантаналы йолалар ике ҡала өсөн дә яраштырып үткәрелә. Яңы йылда Борсиппанан Бабилға  Нар-Борсиппа каналы буйлап Борсиппаның баш аллаһы булған  Набу һынын алып килер булғандар. 

Текстарҙан аңлашылыуынса, ҡала диуар менән уратылған булған, уның ҡалдыҡтары әле лә беленеп тора. Диуарҙарҙа күп һанлы ҡала ҡапҡалары булған, уларҙың һәр береһе ниндәй ҙә булһа илаһҡа бағышланған.  Борсиппа менән Бабил араһында  Процессиялар юлы ла булған. Ҡала Яңы Бабил батшаһы Навуходоносор  II заманында айырыуса ныҡ сәскә атҡан булған. Ҡала селевк һәм хатта ғәрәп осорона тиклем йәшәгән.    

Борсиппа зиккураты  XIX быуат уртаһында Генри Равлинзон тырышлығы менән ҡаҙыла башлай. 1879/1880 йылдарҙа  Hormuzd Rassam һәм 1901/1902 йылдарҙа  Роберт Кольдевей замандарында  Борсиппала даими ҡаҙыныуҙар алып барыла.  1980—2000 йылдарҙа археологик ҡаҙыныуҙар  Wilfrid Allinger-Csollich тарафынан үткәрелә, Эзида ғибәҙәтханаһы менән зиккуратты тикшереүгә айырыуса ҙур әһәмиәт бирелә.   2001 һәм 2002 йылдарҙа  Борсиппаның  Kaniuth яр буйы тикшерелә. Күп һанлы юридик текстар,  бер ни тиклем әҙәби һәм  астрономик текстар табыла. Улар башлыса халдей династияһынан башланған һуңғы осорҙарға ҡарай.

Өсөнсө Ираҡ һуғышы ваҡытында Борсиппаға ҙур зыян килтерелә.