Хаммурапи
Хаммурапи | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ | Бабилия |
Титул | король[d] |
Тыуған көнө | б. э. т. 1810 |
Тыуған урыны | Бабилия |
Вафат булған көнө | б. э. т. 1750[1] |
Вафат булған урыны | Бабилия |
Атаһы | Син-мубаллит[d] |
Балалары | Самсу-илуна[d] |
Нәҫеле | Старовавилонский период[d] |
Һөнәр төрө | король, монарх, лидер |
Биләгән вазифаһы | Царь Вавилона[d] |
Алмаштырылған | Самсу-илуна[d] |
Алыштырған | Син-мубаллит[d] |
Асыусы йәки уйлап табыусы | Лейард, Остин Генри[d] |
Асыу датаһы | 1853 |
Авторлыҡ хоҡуҡтары статусы | авторлыҡ хоҡуҡтарының ғәмәлдә булыу ваҡыты үткән[d] |
Хаммурапи Викимилектә |
Хаммурапи (ак. 𒄩𒄠𒈬𒊏𒁉, Ha-am-mu-ra-bi/pi2, /ˌhæmʊˈrɑːbi/) — Бабил батшаһы, беҙҙең эраға тиклем яҡынса 1793—1750 йылдарҙа батшалыҡ иткән, I Бабил (амори) династияһынан.
Син-мубаллиттың улы Хаммурапи оҫта сәйәсмән һәм полководец, уның исеме менән Бабил батшалығы үҫеше бәйле.
Хаммурапи — Бабил династияһының батша яҙмаларында һаҡлаған беренсе идарасыһы. Уның хакимлыҡ итеүенең оҙайлылығын иғтибарға алғанда уларҙы күп тип һанап булмай (20-ләп), мәғлүмәтлелеге лә самалы. Улар ғибәҙәтханаларҙы, ҡәлғәләрҙе йә ҡала диуарҙарын төҙөүгә һәм йүнәтеүгә, каналдарҙы тергеҙеүгә һәм төҙөүгә арналған, өсөһөндә һүҙ хәрби-сәйәси ваҡиғалар тураһында бара.
Донъялағы иң боронғо хоҡуҡи документ- Хаммурапи кодексы, б.э.т. 1750 йылдар тирәһендә Хаммурапи батша дәүерендә яҙылған боронғо Бабил закондары тупланмаһы.
Идара итеү башланғысы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Исеменең мәғәнәһе
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Хаммурапиҙың тыуған йылы-көнө билдәле түгел. Хаммурапи 43 йыл хакимлыҡ итә, шуға ул тәхеткә бик йәшләй ултырғандыр тип фараз итеп була. «Хаммурапи» исеменең этиологияһы тирәһендә бәхәстәр туҡтамай: ҡайһы бер ғалимдар «Хамму-раби» тип уҡып, «Ата-баба бөйөк» тип тәржемә итә, икенселәр «Хамму-рапи» тип уҡый һәм «Ата-баба — дауалаусы» тип тәржемә итә. Б.э.т. XVII быуатҡа тиклем был исем осрамай, ләкин бер ваҡыт ҡапыл киң таралыу ала: Хаммурапиҙың замандашы булған өс батша шул уҡ исемде йөрөтә, айырым кешеләр араһында ла аҙаштары осрай.
Халыҡ-ара шарттар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Хаммурапи батшалыҡты ҡабул иткәндә Бабилия сәйәси йәһәттән тын ғына бер батшалыҡ була, бер быуаттан әҙерәк ваҡыт йәшәп килә. Баш ҡаланан тыш, башҡа ҡалалары: Сиппар, Киш, Кута, Борсиппа, Дильбат һәм Марад. Шулай итеп, Бабил батшаһының власы баш ҡаланан күп тигәндә 80 километрҙа ятҡан территорияларға тарал. Был бәләкәй батшалыҡ көслө өс дәүләт — Ларса, Эшнунна һәм Шамши-Адад I-нең Үрге Месопотамиялағы батшалығы менән уратып алынған була.
Бынан тыш, Хаммурапиҙың батшалыҡ итеүе осоронда тағы бер нисә алыҫтараҡ ятҡан державаның роле ҙур була. Көнбайыш Сүриәлә Ямхад менән Катна батшалыҡтары гегемония өсөн көрәшә. Яҡын Көнсығыштың көнбайыш ситендә, хәҙерге Иран территорияһында, ятҡан Элам ьатшалығы ул осорҙа ҡеүәтле була. Эламдар Месопотамиялағы сәйәсәттә әүҙем ҡатнаша, һәм бөтә месопотам батшалары суккальмахты юғары хөкөмдар итеп таный.
Көс һынау
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Хаммурапи, Ике Йылға араһындағы уға тиклемге батшалар кеүек үк, батшалыҡ итеүен традицион саранан — «ғәҙеллек» урынлаштырыуҙан, йәғни бурыстарҙы һәм недоималарҙы ғәфү итеүҙән башлай, был сара уның идара итеүенең икенсе йылында теркәлгән. Хаммурапиҙың хакимлығының тәүге 15 йылы тураһында мәғлүмәттәр бик әҙ. Был йылдарҙың атамаларының күбеһе төҙөлөш эштәренә һәм илаһтарға ҡорбан килтереүгә арналған. Тик 7-се, 8-се, 10-сы һәм 11-се йылдарҙың исемдәре генә хәрби-сәйәси йөкмәткегә эйә. Уларҙан күренеүенсә, Хаммурапи территорияларын Евфрат ағымы буйлап ҡына түгел (көньяҡта Исин менән Урук, төньяҡта Рапикум), шулай уҡ көнсығышҡа, Тигр йүнәлешенә ҡарай (Малгиум) киңәйтеү маҡсаты менән эш иткән.
Етенсе йылдың яҙмаларында (б.э.т. 1787/1786 йыл тирәһе) Хаммурапи Урукты һәм Исинды алыуҙы хәбәр итә: ул мәлгә был ҡалалар күптән (ярашлы рәүештә 15 һәм 6 йыл) Ларса батшаһы Рим-Син ҡулы аҫтында була. Бабил ғәскәре Рим-Синдың баш ҡалаһына яҡынлаша. Исин халҡының бер өлөшөн Хаммурапи ғәскәрҙәре әсирлеккә алып китә: Исин кешеләренең ҡайһы берҙәре Бабилиялағы Марадта бер нисә йыл йәшәгәндән һуң ғына тыуған ерҙәренә ҡайта ала. Рим-Синдың был ике мөһим ҡаланы тиҙ генә биреүе сәйер, әммә, моғайын, Хаммурапи артында бик ҡеүәтле Үрге Месопотамия батшаһы Шамши-Адад I торғандыр һәм бабилдарға ярҙам иткәндер.
Ләкин йәш батша иртә тантана итә. Киләһе йылына Ларса менән һуғыш дауам итә. Һуғыш хәрәкәттәре иһә Ларсала түгел, ә Хаммурапиҙың олатаһы Апиль-Синдың бойороғо менән төҙөтөлгән «Сөгөлдөр каналы» (И[д]-шумундар) тирәһендә бара. Археологтар тапҡан шәхси архивтарҙан күренеүенсә, Урук менән Исин тиҙ арала яңынан Ларса батшаһына ҡайта. Ошонан һуң Хаммурапи менән Рим-Син араһында оҙаҡ ваҡытҡа тыныслыҡ урынлаша. Хаммурапи башҡа йүнәлештәрҙә һөжүм алып бара.
Сиктәрҙе киңәйтеү
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Малгиум менән һуғыш
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Хакимлығының унынсы йылында (б.э.т. 1784/1783 йылдар тирәһе) Малгиум ҡалаһы тәүләп телгә алына. Был боронғо тораҡтың урынлашҡаны ере һаман теүәл итеп асыҡланмаған, әммә Тигр буйында Машкан-шапирҙан үрҙәрәк булғаны билдәле. Ошо ерҙә Бабилдан Дерға барған юл йылғаны кисә. Хаммурапи Малгиумды алыу менән бик ҡыҙыҡһына. Евфрат буйын был ваҡытҡа инде ул үҙ ҡарауы аҫтында тотҡан була. Үҙенән түбәндәрәк урынлашҡан Ларса батшалығына һыуҙы быуыу менән янап тора.
Ләкин Ларсаның һыуға төп ихтыяжын Тигр тәьмин итә һәм Малгиумда нығыныу Хаммурапиға Ларсаны контролләү өсөн кәрәк була. Унынсы йылында Хаммурапи Малгиумды һәм уның тирә-яғын емергәне тураһында яҙа. Ғәмәлдә яулау ни дәрәжәлә булғандыр — билдәһеҙ, әммә һуңғыраҡ сығанаҡтарҙа Малгиум йәнә бойондороҡһоҙ батшалыҡ булараҡ телгә алына.
Шамши-Адад I менән берлек
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Хаммурапи Эшнуннаның бер яҡлы булыу тәҡдимен кире ҡаға, тиҙҙән ул илдең ҡан дошманы Шамши-Адад I менән осраша һәм берлек ойоштора. Был батша Месопотамияла иң ҡеүәтлеләрҙән була.
Шамши-Адад менән бергә булғаны өсөн Хаммурапи унан Ит (Түбәнге Туттуль; хәҙерге Хит) һәм Урта Евфраттағы Рапикум ҡалаларын һорап ала. Рапикумды батшалығына ҡуша.
Эшнунна батшаһы Дадушаның б.э.т. 1779 йылда вафат булыуы Хаммурапи менән Шамши-Адад араһында ҡаршылыҡтар башланыуға сәбәпсе була. Конфликт (ҡайһы бер шына яҙмалы документтар уны «һуғыш» тип атай) сығанаҡтарҙа әллә ни ентекле һүрәтләнмәгән, шулай ҙа Евфрат хәбәрләшеүҙең хәрби хәрәкәттәр арҡаһында туҡтап ҡалыуы тураһына мәғлүмәт бар. Был ҡаршы тороу оҙаҡҡа һуҙылмай, бер нисә йылдан ҡатнашыусылары уны онотмамыш була. Шамши-Адад һәм Хаммурапи Эшнуннаның яңы батшаһы Ибаль-пи-Эль II менән берлек төҙөй, шунан өс хаким бергәләшеп Малгиум батшаһына ҡаршы китә (б.э.т. 1779 йыл). Мариҙа табылған хаттар хәрби хәрәкәттәр тураһында байтаҡ мәғлүмәт бирә. Үрге Месопотамия батшалығы ғәскәре Тигр буйлап түбән төшә һәм Манкисумда Эшнунна ғәскәре менән ҡушыла. Улар Малгиумға бәреп инә. Малгиум солохто һатып алырға була, 15 талант (яҡынса 450 кг) көмөш бирә, өс батша уны бүлешеп ала. Ҙур сумма булһа ла, Хаммурапи был еңеүҙе телгә алып тормай.
Эламды еңеү
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Б.э.т. 1775 йылда Шамши-Адад I үлә. Был ваҡытҡа Хаммурапи 18 йыл буйы Бабилға хакимлыҡ иткән була, ә Рим-Син 48 йыл Ларсала батшалыҡ итә. Үрге Месопотамия батшаһы тарафынан яуланған бөтә батшалыҡтар ҡотолоу мәле етеүен һиҙә. Һөргөндә йөрөгән тәхет вариҫтары үҙ илдәренә ҡайта башлай. Зимри-Лим — Мари батшаһы уларҙың беренсеһе була.
Б.э.т. 1772 һәм 1766 йылдар араһында Хаммурапи батшалығына уның Эшнунна менән мөнәсәбәттәре йоғонто яһай. Ибаль-пи-Эль II киң баҫып алыу һуғыштары алып бара. Мари ғәскәрҙәре лә Эшнунна тарафынан еңелә. Нәҡ шул саҡта Хаммурапи Мари батшаһы яғын ала.
Б.э.т. 1768 йылдарҙа Хаммурапи мөһим административ реформа үткәрә, был батша власын һәм хужалыҡты нығыта.
Хакимлығының 30-сы йылынан ғына (б.э.т. 1763) ҙур тәжрибә туплаған Хаммурапи ҙур походтар серияһын башлай. Ошо йылды ул Эшнунна, Малгиум, Элам батшаларының һәм Навар батшабикәһенең берләшкән ғәскәрҙәрен тар-мар итә. Хаммурапи Эламды ҡыйрата.
Ларса менән һуғыш
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Хаммурапи Бабил батшалығын бөтә Түбәнге Месопотамияның берләшмәһе тип иғлан итә. Был Рим-Син власын законһыҙ тип табыуға тиң була. Хаммурапи Мари батшаһы Зимри-Лим менән берләшеп ҡартайған Рим-Синға ҡаршы китә һәм б.э.т. 1764 йылда Ниппурҙы ала, киләһе йәйгә Ларса эргәһенә килеп .
Б.э.т. 1763 йылдың элул айы аҙағынан (август — сентябрь) Ларсаны ҡамау башлана. Ҡамау күпмегә һуҙылғандыр, билдәһеҙ. Хаммурапи Рим-Синдан «Амориҙар атаһы» титулын ала. Батша тәхетенә Бабил наместнигы сифатында Син-иддинам ултыртыла.
Хакимлыҡ итеүенең 32-се йылында (яҡынса б.э.т. 1761 йыл) Хаммурапи Эшнунна һәм уның яҡлылар менән тағы бәрелешә. Хаммурапи Манкисум ҡалаһын ала. Б.э.т. 1762 йылда Малгиумды, Мари батшалығын, элекке союздашы Зимри-Лимды яулай. Ике йылдан Хаммурапи уларҙың баш ҡалаларын юҡ иттерә.
Хаммурапиҙың һуңғы һуғыштары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Батшалыҡ итеүенең 32-се йылында (яҡынса б.э.т. 1761 йыл) Хаммурапи Эшнунна һәм уның союздашы булған тау ҡәбиләләре менән бәрелешә. Хаммурапи Тигрҙағы Манкисум ҡалаһын ала. 33-сө йылына (б.э.т 1762) Малгиумды, Мари батшалығын баҫа. Ике йылдан Хаммурапи Малгиумдың да, Мариҙың да диуарҙарын һүттерә, артабан ике ҡала ла әһәмиәтен юғалта.
Батшалыҡ итеүенең 37-се йылында (б.э.т. 1756 йыл тирәһе) Хаммурапи сутиҙарҙы, субариҙарҙы һәм Загростың тау халыҡтарын еңә. Бәлки, ошо уҡ походында Ассирияны ла буйһондорғандыр. 38-се йылға (яҡынса б.э.т. 1755) Хаммурапи Эшнуннаны буйһондора. Шулай итеп, бөтә Месопотамия уның ҡул аҫтында булып сыға.
Эске сәйәсәте һәм Хаммурапи закондары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Хаммурапи ваҡытында Урҙың III династияһы ҡолағандан башланған процестар үҫештең юғары нөктәһенә етә: тауар-аҡса мөнәсәбәттәре, хосуси биләү хужалыҡтары, сауҙаның көсәйеүе. Дәүләттә үҙәкләшеү көсәйә, батша власы нығына.
Баҫыуҙарҙы һуғарыу һәм һыу юлдары Хаммурапиҙың айырым бер хәстәрлеге аҫтында тора. Ул яңы каналдар ҡаҙыта, иҫкеләрен таҙарттыра. Әммә иң ҙур иғтибарын Хаммурапи хоҡуҡ һәм хөкөм системаһына бирә. Мәҫәлән, бер хатында ул ришүәтселәр өҫтөнән суд тураһында ҡулланма бирә, икенселәрендә уға Бабилға ниндәйҙер эштәр буйынса шаһит булырлыҡ кешеләрҙе ебәреүҙе талап итә, чиновниктарҙы ҡулға алырға ҡуша һ.б.
Хаммурапи ҡануниәт йыйынтығы сығара, уны идара итеүенең 35-се йылында (яҡынса б.э.т. 1758) ташҡа соҡоп яҙҙырта. Был таш тәүҙә Сиппарҙа тора, 600 йылдан трофей сифатында Сузаға килтерелә, уны эламдар Бабилға һөжүм итеп яулап ала. Археологтар уны шунда таба. Батша башҡа үҙәктәрҙә лә бындай яҙыуҙы ҡуйҙырта: уның ҡалдыҡтары Бабилдағы Эсагилда һәм Сузаның үҙендә лә, шулай уҡ Ниппурҙа балсыҡ яҙма киҫәге табыла.
Хаммурапи 43 йыл батшалыҡ итә. Хаммурапиҙың улы Самсу-илунаның һаҡланған хатынан билдәле булыуынса, ул ауырыу атаһы вафат булғансы уҡ уның тәхетен тартып алған.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- История Древнего Востока. Зарождение древнейших классовых обществ и первые очаги рабовладельческой цивилизации. Часть 1. Месопотамия / Под редакцией И. М. Дьяконова. — М.: Главная редакция восточной литературы издательства «Наука», 1983. — 534 с. — 25 050 экз.
- Тураев Б. А. История Древнего Востока / Под редакцией Струве В. В. и Снегирёва И. Л. — 2-е стереот. изд. — Л.: Соцэкгиз, 1935. — Т. 1. — 15 250 экз.
- Древний Восток и античность. // Правители Мира. Хронологическо-генеалогические таблицы по всемирной истории в 4 тт. / Автор-составитель В. В. Эрлихман. — Т. 1.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Хаммураби // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
- Список датировочных формул Хаммурапи 2022 йыл 6 февраль архивланған.
- Законы вавилонского царя Хаммурапи (полный текст) в Электронной библиотеке Исторического факультета МГУ им. М. В. Ломоносова
I Бабил (амори) династияһы | ||
Элгәре: Син-мубаллит |
Бабил батшаһы б.э.т. яҡ.1793 — 1750 (43 йыл идара итә) |
Вариҫы: Самсу-илуна |