Амориҙар

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Амориҙар
Рәсем
Commons-logo.svg Амориҙар Викимилектә

Амориҙар, аморриҙар, амориттар — боронғо Алғы Азияла йәшәгән, амори телендә һөйләшкән көнбайыш семит халҡы.

Сығышы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Амориҙар урта Евфратта

Сутиҙар (ҡайһы бер сығанаҡтарға ярашлы, өс амори ҡәбиләһенең береһенең үҙатамаһы), легендар ата-баба Суттан башланған шәжәрәһен тергеҙгән; Әҙәм менән Һауаның өсөнсө улы Сифты (йәһүд текстарында Шет) Сут тип белгәндәр[1][2].

Донъя тарихы майҙанына амориҙар беҙҙең эраға тиклем 3-сө мең йыллыҡта сыға, улар Ҡәнғән (Ханаан) менән Шумер араһында Сүриә сүле буйлап күсеп йөрөгән малсы семит ҡәбиләләре була. Иң боронғо амори ҡалаһы тип Угарит һанала[3].

Беҙҙең эраға тиклем 4-се мең йыллыҡта Ғәрәбстанда төпләнгән семит ҡәбиләләре араһында бер нисә ареал айырылып тора, ә 4-се мең йыллыҡ аҙағы — 3-сө мең йыллыҡ башында халыҡтарҙың күпләп күсенеүе бара. Урта Евфратҡа сыҡҡан һәм аҙаҡ Месопотамияға күскән көнсығыш семиттар аккадтарҙың элгәре була. Сүриә сиге буйында йәшәгән һәм аҙаҡ Сүриә менән Үрге Месопотамияға таралған төньяҡ семиттар эблаиҙар булараҡ билдәлелек ала. Ғәрәбстандың төньяҡ-үҙәк өлөшөндә йәшәгән көнбайыш семиттар амориҙарҙың, ҡәнғәндәрҙең һәм боронғо йәһүдтәрҙең ата-бабаһы була. Көнбайыш семит ҡәбиләләренең бер өлөшө Сүриәгә күсә, унан Ҡәнғәнгә тарала һәм төпләнеп, ер эшкәртеү менән шөғөлләнеп йәшәй башлай. Уларҙан ҡәнғәндәр килеп сыға. Бер өлөшө далала ҡала һәм күсмә малсылыҡ менән шөғөлләнә. Улар сутиҙарҙың элгәре була. Беҙҙең эраға тиклем 2400 йылдарҙа сутиҙар шумерҙарҙың көньяҡ күршеһе була[4].

Тәүҙә амориҙар патриархаль ырыуҙар булып йәшәй.

Беҙҙең эраға тиклем XXII быуат башында сутиҙар Евфрат буйлап төньяҡ-көнбайышҡа табан урынлаша, Джебель-Бишри таулығын һәм Сүриәнең күрше өлкәләрен биләй, унда ерле көнбайыш семит халҡы эблаиҙарҙы йота; ошонан һуң сутиҙарҙы месопотамса «амори» («көнбайыш кешеләре» тип тәржемә ителә) тип йөрөтә башлайҙар, уға тиклем эблаиҙарҙы шулай тигәндәр. Ошо хәлдәр барышында сутиҙарҙың өс төп ҡәбиләһе айырылған: төньяҡ-көнбайышта сутиҙар (улар шулай уҡ дидандар), үҙәктә ханиҙар һәм көньяҡта, көньяҡ-көнсығышта бини-яминдар.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Аморреи // Православная энциклопедия. Том II. — М.: Церковно-научный центр «Православная энциклопедия», 2001. — 752 с. — 40 000 экз. — ISBN 5-89572-007-2
  2. Немировский. Восточное Средиземноморье, 2008, с. 383—384
  3. Л.Н. Гумилёв Гл. VIII Сирия, Финикия и Палестина в III—II тысячелетиях до х. э. // История Востока — M: "Восточная литература", 1997. — Т. I.
  4. А. А. Немировский. Восточное Средиземноморье и Аравия // Краткая история древней Азии. — «Удел Могултая».

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]