Һыу каналы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Ирландияла һыу каналы

Һыу каналы (лат. canalis — һыулыҡ, улаҡ) — айырым һыу ятҡылыҡтарын тоташтырыу йәки ер һуғарыу өсөн эшләнгән яһалма һыу юлы.

Һыу каналы ике маҡсат менән төҙөлә.

  • һыу бүлеү өсөн
  • кешеләрҙе һәм йөк ташыу өсөн.

Суднолар йөрөй торған канал төҙөү маҡсаты — ике һыу бассейнын йәки һыу ятҡылығын тоташтырыу, ике һыу ятҡылығы араһындағы юлды кыҫҡартыу, сундолар йөрөшөн тәьмин итеү, йөк ташыу месьәләһен экономик яҡтан отошло итеп хәл итеү.

Дөйөм мәғлүмәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һыу каналдары — бер урындан икенсе урынға һыу тапшырыу өсөн яһылма рәүештә эшләнгән һыу юлы. һыу тапшырыу өсөн каналдарҙын башҡа ылаҡтар, һыуүткәргес торбалар, тоннелдар кеүек гидротехник ҡоролмалар бар. Каналдар ергә ҡаҙылып эшләнә, ә ылаҡтар ер өҫтәндә йәки ер өҫтө кимәленән юғарыраҡ ҡуйыла. Каналдар менән ылаҡтар араһындағы айырмаһы шунда. Һыуүткәргес торбалар һәм тоннелдарҙын айырмалы булараҡ каналдарҙың өҫлөгө асыҡ була.