Бабил медицинаһы
Бабил медицинаһы | |
URL | fr.wikipedia.org/wiki/Hi… |
---|---|
Бабил медицинаһы Викимилектә |
Бабил медицинаһы — Бабилдағы медицина. Боронғо Бабил табиптары айырым социаль ҡатлам тәшкил иткән. Бабил медицинаһы дин менән тығыҙ бәйле булған.
Дин менән бәйләнеш
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Дауалау ысулдарының күбеһе тылсым һәм дин йолалары менән бәйле була, ҡайһы бер ауырыуҙарҙың сәбәбе аллаларҙың ҡәһәре төшөү менән аңлатыла. Беҙҙең эраға тиклем 2-се мең йыллыҡтың уртаһына хәтлем Бабил медицинаһы дауалауҙың ғәмәли ысулдарын да, тылсым ысулдарын да ҡуллана, ләкин һуңынан тылсым ысулдарына өҫтөнлөк бирелә башлай. Дауалау һәр ваҡыт Бабил аллалары пантеонынан берәйһенең ҡурсауы аҫтында башҡарыла[1].
Табиплыҡ ҡурсаусыһы тип Гула алиһә һанала, ул дауалау серҙәрен иң юғарғы өс илаһтан (Ану, Энлиль һәм Эа) өйрәнгән тип ҡарала. Тағы өс алла — Иштар, Син һәм Шамаш — медицинаға туранан-тура ҡағылышлы була, сөнки улар Сулпан, Ай һәм Ҡояш аллалары булып тора. Риүәйәттәргә ярашлы, Иштарҙың һүрәте ауырыуҙы һауыҡтыра алған. Нергал алла инфекцияларға һәм биҙгәктәргә идара иткән[1].
Дауалау ысулдары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Табип сирҙе тәбиғи сәбәптән башланған тип тапһа һәм ауырыуҙың һауығырына ышанһа, ул пациентҡа ниндәй дарыуҙар кәрәклеген яҙып биргән. Әгәр сирҙе еңә алмаҫын аңлаһа, дауалауға тотоноп та тормаған. Дарыу рецептары таҡтаташтарға шына яҙыу менән яҙылған. 2015 йылға уларҙың шифрын сисеү тамамланмаған була әле. Ғәмәли табиптар һыҙланыуҙы баҫырға тырышҡан, ә тылсымсы табиптар ауырыуҙы һауыҡтырыу маҡстаын ҡуйған[1].
Рецептарҙа күп төрлө үҫемлектәр, минералдар һәм хайуандар донъяһы продукттары ҡулланылған. Үҫемлектәрҙән айырыуса финик япраҡтары һәм емештәре, борсаҡ, һуған, ҡыяр, салат-латук һәм һарымһаҡ файҙаланылған[1]. Хайуандар донъяһынан алынған продукттарҙан бал, моллюск ҡабырсаҡтары, ҡан, тиҙәк, һары май, һарыҡ-кәзә тиреһе, балыҡ майы һ.б. киң ҡулланылған[1]. Дарыу формаларынан төймәләр, шәмдәр, тампондар, майҙар һәм онтаҡтарға өҫтөнлөк бирелгән[1].
Тылсымсы табип дарыуҙар урынына ауырыуҙың сәбәбен теге йәки был илаһ менән бәйләгән һәм, уның менән бәйлнешкә инеп, ауырыуҙы ғәфү итеүен ялбарған. Ауырыуҙы өмөтһөҙ тип тапһа, тылсымсы табип дауалауҙы башлап та тормаған[1].
Боронғо Бабил табиптары теште хирургик дауалау ысулдарын белмәгән, улар тик һыҙлауҙы баҫа торған пасталар һәм үлән мастикалары ғына тәҡдим иткән[1].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Грицак, Елена. Месопотамия // Популярная история медицины. — Litres, 2015. — 8055 с. — (Популярная история). — ISBN 9785425065377.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Скориченко-Амбодик Г. Г. Медицина // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)(рус.)