Бабилдар
Бабилдар | |
Урын | Бабилия |
---|
Бабилдар — Көньяҡ Месопотамияның (Бабилияның)[1] беҙҙең эраға тиклем II—I мең йыллыҡтарҙа йәшәгән һәм аккад телендә һөйләшкән боронғо халҡы.
Атамаһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]«Бабилдар» термины шул исемдәге өлкә исеменән алынған, ә өлкә исеме был ерҙәрҙең баш ҡалаһы булған Бабил ҡалаһы атамаһына барып тоташа [1].
Сығышы һәм тарихының төп баҫҡыстары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Борон замандарҙан уҡ Көньяҡ Месопотамия (Бабилия) этнолингвистик сыбарлыҡ менән айырылып торған. Беҙҙең эраға тиклем III мең йыллыҡ башынан уҡ яҙма сығанаҡтар шумер телендә һөйләшкән һәм һуңыраҡ аккадтар булараҡ билдәлелек алған халыҡ йәшәгәнлеге һәм уның эсендә семит төркөмдәре лә булғанлығы тураһында шаһитлыҡ итә[1]. Аккадтарҙың күрше төбәктәрҙән күпләп күсеп ултырыуы һөҙөмтәһендә үҙ дәүләтселеге барлыҡҡа килә[1]. Урҙың III династияһы дәүерендә Месопотамияла амориҙар күбәйә, беҙҙең эраға тиклем II мең йыллыҡтың беренсе яртыһында улар үҙ батшалығын булдыра[1]; беҙҙең эраға тиклем II мең йыллыҡтың икенсе яртыһында төбәкте касситтар баҫып ала[1]. Килмешәк халыҡтарҙың күбеһе беҙҙең эраға тиклем II—I мең йыллыҡтарҙа аккад теленең бабил диалекттарында һөйләшкән төп халыҡ араһына инеп ирей тора. Беҙҙең эраға тиклем II һәм I мең йыллыҡтар сигендә Яҡын Көнсығышта арамиҙар [1] һәм уларҙың бер тармағы булған халдейҙар күбәйә. Бабилияның халдейҙар тарафынан алыныуы ерле халыҡтың яйлап арамилаштырылыуына килтерә.
Антропологик тип
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Тикшеренеүселәр Көньяҡ Месопотамия халҡын европеоид расаһының Урта диңгеҙ тибына индерә. Улар ҡуңыр тәнле, ҡоңғорт күҙле, тура танаулы, тура йә бөҙрә ҡуңыр сәсле кешеләр була.
Теле һәм яҙмаһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бабилдар аккад теленең айырым (бабил) диалекттарында һөйләшә. Беҙҙең эраға тиклем I мең йыллыҡта халдейҙар йоғонтоһо аҫтында арами теле киң тарала.
Кейеме
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Геродот хәбәр итеүенсә, бабилдар аяҡҡа төшөп торған етен хитон, йөн хитон һәм аҡ хламида рәүешендәге ябынсыҡ кейеп йөрөгән. Аяҡтарына — итек, баштарына салма кейгәндәр. Сәстәре оҙон булған[2].
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 1,5 1,6 Klengel-Brandt, 1997, p. 256
- ↑ История (Геродот), кн.1:195
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- История Древнего Востока. Зарождение древнейших классовых обществ и первые очаги рабовладельческой цивилизации. Ч. 1. Месопотамия / Под ред. И. М. Дьяконова. — М.,: Наука, 1983. — 534 с. — 25 050 экз.
- Klengel-Brandt, E. Babylonians (инг.) // E. M. Meyers. The Oxford Encyclopedia of Archaeology in the Near East. — Oxford University Press, 1997. — Vol. 1 (ABBA-CHUE). — P. 256—262. — ISBN 978-019-50-6512-1.