Субарту

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Субарту

Субар (шумер. Su-bir4/Subar/Šubur) йәки Субарту (аккад. Šubartum/Subartum/ina Šú-ba-ri, ассир. mât Šubarri) — аккад һәм ассирий  текстарында телгә алынған ил.   Тигр йылғаһы буйында  Бабилиянан төньяҡта урынлашҡан. Илдең атамаһы Амарна архивындағы документтарҙа  Субари, угарит яҙмаларында  Šbr (һуҙынҡылар төшөрөп ҡалдырыла) тигән формала ла осрай.

Сығанаҡтарҙа телгә алыныуы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Беҙҙең эраға тиклем III мең йыллыҡ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Династияларға тиклемге башланғыс осор  [үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

«Энмеркар менән Араттаның хакимы» тигән шумер эпосында  династияларға тиклемге башланғыс осор күренештәре  тасуирлана, унда  «телдәр буталған» илдәр атала — уларға Субарту, Хамази, Шумер, Ури-ки (Аккад) һәм Марту (амориҙар иле) инә. Аккад әйләнәһендәге «дүрт квартал» араһында Субарту, шулай уҡ  Марту, Элам  һәм Шумер телгә алына. Субарту Лугальаннемунду империяһының провинцияһы булараҡ атала.

Аккад осоро[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Аккад осоронда  Саргон  Субарға ҡаршы һуғыша. Нарам-Суэн Субарҙы  Арманум менән  бергә уның хакимлығы аҫтында булған ерҙәр иҫәбендә телгә ала.  

III Ур династияһы осоро[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Субарту  Шүлги батшаның (III Ур династияһы осоро) шына яҙыулы яҙмаларында төньяҡтағы ҡурҡыныс ил итеп телгә алына. Бөтә мәғлүмәттәрҙе барлағандан һуң, Субарту менән бәрелештәрҙә Урҙың һиҙелерлек уңышҡа өлгәшә алмауы күренә. Ур батшаларының вариҫы, Исин ҡала-дәүләтенән Ишби-Эрра  амориҙар менән төньяҡҡа  яу сәфәрҙәренә бара, әммә уңыш яулай алмай. 

Беҙҙең эраға тиклем II мең йыллыҡ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫке Ассирия  осоро[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Субартуҙы Арманум менән бергә  Ассирия батшаһы Саргон I шына яҙыулы яҙмаларында үҙе һуғышҡан илдәр  рәтендә телгә ала[1].

Иҫке Бабил осоро[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫке Бабил сығанаҡтарында  Субарту   Хаммурапи яҙмаларында уның батшалыҡ итеүенең 30, 32 һәм 35-се йылдарындағы (беҙҙең эраға тиклем 1762, 1760 һәм 1757 йылдар) ваҡиғаларҙа телгә алына.  Хаммурапи текстарынан күренеүенсә, Субарту уның дошмандары яғында булған, әммә аҙаҡ еңелгән һәм сигенергә мәжбүр булған.  Субарту  «Эрра тураһында поэма»ла (IV, 132) Бабил  батшалығын йонсотҡан илдәр рәтендә телгә алына[2].

Урта Ассирия осоро[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Урта Ассирия осоро йылъяҙмаларында Субарту тураһында беҙҙең эраға тиклем  XIV быуат аҙағынан башлап мәғлүмәттәр осрай. Мәҫәлән,  уларҙа яҙылыуынса, Адад-нирари I субариҙарҙың да ғәскәрен ҡыйрата, ә Тукульти-Нинурта I үҙенең  титулдарында  субариҙарҙың да батшаһы тип телгә алына.  Тиглатпаласар I яҡынса беҙҙең эраның 1114 йылында  Субартуға яу сәфәре менән бара һәм уны буйһондора.  

Субарту   хет сығанаҡтарында[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Хет сығанаҡтарында  Субарту тураһында мәғлүмәттәр әҙ һәм буталсыҡ, әммә фараз ителеүенсә[3], хет сығанаҡтарындағы  «Аззи» (Алзи)  Субартуға ҡағыла.

Субарту Мысыр сығанаҡтарында[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Амарна архивындағы беҙҙең эраға тиклем  XIV  быуатҡа ҡараған дүрт документтың өсөһөндә (аккад телендәге хатлашыу) Субари  топоним булып тора. Был хаттар  Эхнатонға яҙылған.

Беҙҙең эраға тиклем I мең йыллыҡ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Субарту Урарту сығанаҡтарында[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Беҙҙең эраға тиклем IX быуат аҙағында  Субарту  Урарту хакимлығы аҫтына эләгә һәм   VII быуаттың беренсе сирегенә тиклем уға буйһонған сифатта ҡала  [сығанаҡ 2093  көн күрһәтелмәгән].

Яңы Ассирия осоро[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Субарту  Асархаддондың хатында фетнәсел ил тип баһалана. 

Яңы Бабил осоро[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Шына яҙыулы яҙмаларының береһендә Набопаласар, Ниневия ҡолатылғандан һуңғы ваҡиғаларҙы күҙҙә тотоп, яу сәфәрендә йөрөүе,  Субартуға ла барыуы һәм яумал менән ҡайтыуы тураһында яҙа.  Ваҡиға беҙҙең эраға тиклем 611 йылда булғандыр тип күҙаллана[4].


Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Ադոնց Ն. «Հայաստանի պատմությունը», Երևան 1972 թ. (на армянском), в переводе Адонц Н. «История Армении», Ереван 1972,
  2. BOTTERO Jean, KRAMER Samuel Noah, Lorsque les dieux faisaient l’homme, Gallimard, Paris, 1989, p.704.
  3. Иванов В. В. («Выделение разных хронологических слоев в древнеармянском и проблема первоначальной структуры текста гимна Вахагну», ИФЖ, N 4, Ереван 1983, стр 31-33
  4. Հակոբյան Մ. «Հայ ժողովրդի ռազմական տարեգիրք», Երևան 2007 թ. (на армянском), в переводе Акопяна М. «Военная летопись армянского народа», Ереван 2007

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Arthur Ungnad, Die ältesten Völkerwanderungen Vorderasiens. Ein Beitrag zur Geschichte und Kultur der Semiten, Arier, Hethiter und Subaräer. Kulturfragen 1, 1923, 4-8.
  • Arthur Ungnad, Subartu, Beiträge zur Kulturgeschichte und Völkerkunde Vorderasiens (Berlin/Leipzig 1936).
  • Moran, William L. The Amarna Letters. Johns Hopkins University Press, 1987, 1992. (softcover, ISBN 0-8018-6715-0)