Кар-Тукульти-Нинурта
Кар-Тукульти-Нинурта | |
Культура | Ассирия |
---|---|
Дәүләт | Ираҡ |
Административ үҙәге | Ассирия |
Сәғәт бүлкәте | UTC+3:00[d] |
Кар-Тукульти-Нинурта (хәҙерге атамаһы — Тулул-эль-Акар, Ираҡтың Сәләх-әд-Дин провинцияһында урынлашҡан) — боронғо Ассириялағы ҡала, Ашшур илаһҡа табыныу тәғәйенләнешендәге яңы үҙәк, бәлки, беҙҙең эраға тиклем 1243—1207 йылдарҙа ассирий батшаһы Тукульти-Нинурта I Ашшурҙан төньяҡтараҡ нигеҙләгән яңы баш ҡала булғандыр. Ҡаланың атамаһы «Тукульти-Нинурта порты» тигәнде аңлата.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Кар-Тукульти-Нинурта Ассирия империяһының иҫке баш ҡалаһы Ашшурҙан төньяҡҡа ҡарай өс километр самаһы алыҫлыҡта төҙөлгән булған. Кар-Тукульти-Нинурта Тигр йылғаһының һул ярында ултырған. Диуар менән уратылған ҡала биләмәһе 800 х 800 метр үлсәмле булған. Ҡала уртаһынан уны көнбайыш һәм көнсығыш өлөштәргә бүлгән диуар үткән. Ҡаҙыныуҙар барышында көнбайыш өлөштә, йылға буйында, төп ассирий илаһы Ашшурға бағышланған ғибәҙәтхана табыла. Ғибәҙәтхана комплексы 53 х 90 метр үлсәмле була. Комплекстың көнбайыш өлөшөндә зиккурат урынлашҡан. Зиккуратта табылған текстарҙа ғибәҙәтхананың Ашшур ғибәҙәтханаһы булыуы тураһында әйтелә, шулай уҡ ҡаланың ҡайҙа урынлашҡаны тураһында мәғлүмәт бирелә. Башҡа текстарҙан билдәле булыуынса, илаһтың һыны Ашшурҙан ошо ғибәҙәтханаға күсерелгән булған.
Ғибәҙәтхананың төньяғында 18 метр бейеклегендәге ҡалҡыу нигеҙ өҫтөндә батша һарайы була. Һарайҙың да, ҡалҡыулыҡтың да харабалары һаҡланмаған, шулай ҙа һүрәт менән биҙәлгән стена киҫәктәре табылған.
Батша Тукульти-Нинурта I вафат булғас, ҡала ташландыҡҡа әйләнә, ә Ашшур илаһының һыны иҫке баш ҡалаға ҡайтарыла.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Tilman Eickhoff: Kār Tukulti Ninurta: Eine mittelassyrische Kult- und Residenzstadt. Deutsche Orientgesellschaft Berlin: Mann, 1985. ISBN 3-7861-1384-X
- Liane Jakob-Rost, Inschriften auf kleineren Tongefäßen aus Assur und Kar-Tukulti-Ninurta, Forschungen und Berichte, Bd. 31, pp. 55-65, 1991
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Deutsche Orient-Gesellschaft site web page (german)
- Stone statue of a monkey from Kar-Tukulti-Ninurta — British Museum