Шумер календары

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Календарь
Календарь хаҡында мәғлүмәт
Календарь
төрө

Ҡояш, ай, ай-ҡояш

Календарь
эраһы
Вставка
високосов

Башҡа календарҙар
Армелина · Армянский: древнеармянский, христианский · Ассирийский · Ацтекский · Бахаи · Бенгальский · Буддийский · Вавилонский · Византийский · Вьетнамский · Гильбурда · Голоценский · Григориан · Грузинский · Дариский · Древнегреческий · Древнеегипетский · Древнеиндийский · Древнеперсидский · Древнеславянский · Еврейский · Зороастрийский · Индийский · Инки · Иранский · Ирландский · Мосолман · Кельтский · Ҡытай · Конта · Коптский · Малайский · Майя · Масонский · Миньго · Непальский · Новоюлианский · Пролептический: юлианский, григориан · Римский · Румийский · Симметричный · Советский · Стабильный · Тамильский · Тайский: лунный, солнечный · Тибетский · Трёхсезонный · Тувинский · Туркменский · Французский · Хакасский · Ханаанейский · Хараппский · Чучхе · Шведский · Шумер · Эфиопский · Юлиан · Ява · Япон

Шумер календары — шумерҙарҙың календары.

Шумер календарҙары ай-ҡояш календары була. Улар Энтен (йылдың һалҡын һәм яуым-төшөмлө өлөшө) менән Эмеш (ҡоро һәм эҫе өлөш) тип аталған ике ярты йыллыҡтан һәм 12 айҙан тора. Шумер заманында миҙгелдәргә бүлеү булмай. Ай һәм ҡояш циклдарын тигеҙләү өсөн бер нисә йыл һайын ярты йыллыҡтарҙың береһенән һуң ун өсөнсө ай индерелә, ул VI—II йә XII—II була. Йыл яҙ көнө, йылғалар ташҡас беренсе яңы айҙан һуң башлана. Яҙ арпа урағы һәм «карптар ташҡыны» ваҡиғалары була.

Шумерҙың Ниппур, Ур, Лагаш, Умма, Урук (өлөшләтә), Адаб ҡалалары календарҙары булғаны билдәле. Улар тураһында мәғлүмәттәр беҙҙең эраға тиклем өсөнсө мең йыллыҡҡа ҡараған хужалыҡ һәм мөдирлек документтары аша килеп еткән.

Комментарийҙарында айҙар һәм йолалар сағылған берҙән-бер календарь — Ниппур ҡалаһыныҡы. Был календарҙың беренсе тапҡыр телгә алыныуы уммий хакимы Лугальзаггеси (б.э.т. XXIV быуат аҙағы) ваҡытына ҡарай. Әммә бөтә комментарийҙарының даталары йә Урта Бабил (б.э.т. XVI—XI быуаттар), йә Яңы Ассирия (б.э.т. VIII—VII) осорона ҡарай. Ниппур ҡалаһы календарының айҙары:

  1. Бараг-заг-гар-ра «изге урын тәхете»
  2. Гуд-си-са «екке үгеҙҙәрҙең йүнәлеше (һабан менән һөрөүгә)»
  3. Сиг-у-шуб-ба-гар «кирбесте кирбес ҡалыбына ҡуйыу»
  4. Шу-нумун-а «сәсеү айы»
  5. Изи-изи-гар-ра «уттар яндырыу айы»
  6. Кин-Инанна «Инанна алиһә йолаһы айы»
  7. Дуль-Куг «Изге Ҡалҡыулыҡ айы»
  8. Апин-ду-а «һабанды (баҫыуҙан) ебәреү айы»
  9. Ган-ган-эд «Ҡатилдың (= Нергалдың) сығыу айы»
  10. Аб-ба-эд «атайҙар сығыу айы» (йә «диңгеҙ сығыу айы»)
  11. Зиз-а (икенсе уҡылышы — удра) «ике бөртөклө йәки борай айы» (икенсе уҡылышы — ҡараңғылыҡ айы)
  12. Ше-гур-куд «ураҡ айы».

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • В. В. Емельянов. Ниппурский календарь и ранняя история Зодиака. СПб; 1999.
  • M.E.Cohen. The Cultic Calendars of the Ancient Near East. Bethesda, 1993.