Йәһүд календары

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Календарь
Календарь хаҡында мәғлүмәт
Календарь
төрө

Ай-ҡояш

Календарь
эраһы
Кәсибәләрҙе
өҫтәү

Башҡа календарҙар
Армелина · Армянский: древнеармянский, христианский · Ассирийский · Ацтек · Бахаи · Бенгал · Буддийский · Вавилон · Византийский · Вьетнам · Гильбурда · Голоценский · Григориан · Грузин · Дариский · Древнегреческий · Боронғо Мысыр · Боронғо һинд · Боронғо фарсы · Древнеславянский · Йәһүд · Зороастрийский · Индийский · Инки · Иран · Ирланд · Мосолман · Кельт · Ҡытай · Конта · Копт · Малай · Майя · Масон · Миньго · Непал · Новоюлианский · Пролептический: юлианский, григориан · Рим · Румийский · Симметрик · Советский · Стабильный · Тамил · Тайский: лунный, солнечный · Тибет · Трёхсезонный · Тыва · Төркмән · Французский · Хакас · Ханаанейский · Хараппский · Чучхе · Швед · Шумер · Эфиопский · Юлиан · Ява · Япон

Йәһүд календары (йәһ. הלוח העברי‎, ха-лу́ах ха-иври́) — йәһүдтәрҙең йыллыҡ календары, Израилдә (григориан менән бергә) рәсми календарь. Был календарь буйынса йәһүд байрамдарын билдәләйҙәр, синагогаларҙа Тораның тура килгән өлөштәрен уҡыйҙар, тыуған көндәрен һәм вафат булған туғандарының хәтер көндәрен билдәләйҙәр, рәсми һәм коммерция документтарында дата ҡуялар. Йәһүд даталарын һанағанда Ай фазалары артынан күҙәтеүе урынына математиканы хәҙерге ҡулланыу 359 йылда Гилель Икенсе ҡарары менән раҫланған. Йәһүд эраһы беҙҙең эраға тиклем 3761 йылдың 6/7 октябрендә башлана[1]

Календарь ай-ҡояшлы булып тора, шунлыҡтан һәр бер календарь датаһы һәр ваҡыт шул уҡ йыл миҙгеленә генә түгел, ә Айҙың шул уҡ фазаһына тура килә. Айҙар Рош Ха-Шана (йәһүд яңы йылы) һымаҡ һәр ваҡыт яңы Айҙа башлана. Песах байрамы һәр ваҡыт яҙ башындағы һилалда (тулы Айҙа) билдәләнә.

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Йәһүд календары тарихында өс төп дәүерҙе айыралар:

  • библия (тәүрәт), Моисейҙан Ездра һәм Неемияға тиклем (беҙҙең эраға тиклем 1500—450 йылдар),
  • тәүрәттән һуңғы (беҙҙең эраның 70 йылда икенсе Иерусалим ғибәҙәтханаһы емерелеүенә тиклем),
  • талмуд, Талмуд төҙөгәнгә тиклем (беҙҙең эраның 70—500 йылдар).

Тәүге дәүерҙә айҙарҙың башланыуы һәм байрамдар тик йәш Ай күренгәс һәм Ҡояштың торошо буйынса билдәләнгән, икенсеһендә — өлөшләтә Айҙың күренеүе һәм Ҡояштың торошо буйынса, өлөшләтә хисаплауҙар буйынса, өсөнсө дәүерҙә — тик хисаплауҙар буйынса.

Календарь ҡоролошо[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Йәһүд календарында ябай йыл (йәһ. שנה פשוטה‎, шана́ пшута́) 12 Ай айҙарынан тора; кәбисә йылында (Ҡалып:Lang-he2, шана́ меубе́рет) өҫтәмә ай өҫтәлә. Ябай йәки кәбисә йылы артабанғыса булыуы мөмкин:

  • дөрөҫ (Ҡалып:Lang-he2, ке-сидра́), бөтә 12 айҙар алмашлап 30 һәм 29 көндән торған саҡта;
  • етәрлек (Ҡалып:Lang-he2, шлема́), ғәҙәттә 29 көндән торған хешван айы 30 көндән торған саҡта;
  • етмәҫлек (Ҡалып:Lang-he2, хасера́), ғәҙәттә 30 көндән торған кислев айы 29 көндән торған саҡта.

Шулай итеп йыл 6 төрлөсә оҙайлы буйлыуы мөмкин:

Йылдар төрө Ябай йылдағы көндәр Кәбисә йылдағы көндәр
Дөрөҫ 354 384
Етәрлек 355 385
Етмәҫлек 353 383

Песах байрамы нисан айының 15-ндә байрам ителә[2][3][4], ә нисан айы яҙғы ай булырға тейеш, шунлыҡтан Ай календары йылын Ҡояш календарының йылы менән тура килтерер өсөн йәһүд календарында 19 йыл циклы (бәләкәй цикл) ҡабул ителгән, бында 7 йыл кәбисә. 19-йыллыҡ циклда кәбисә йлдарының һандары — 3, 6, 8, 11, 14, 17, 19.

Йәһүд йылының дауамлығы (дөрөҫ, етәрлек йәғни етмәҫлек булыуына ҡарамаҫтан) дауамлығы тишрей айының 1-се көнөнә тура килгән көн (Рош Ха-Шана, йәғни Яңы йыл) менән билдәләнә. Иудаизмдың положениеларына ярашлы, Йом Кипур (10 тишрей) йомаға йәки йәкшәмбегә тура килә алмай (сөнки Йом Кипурҙа шәмбегә, ә шәмбелә Йом Кипурға әҙерләнеп булмай); шуға күрә Рош Ха-Шана шаршамбы йәки йома була алмай. Хошана Раба байрамы (21 тишрей) шәмбегә тап килә алмай (сөнки был көндә башҡарылған ҡайһы бер йолалар шәмбелә тыйылған эш булараҡ ҡарала); шунлыҡтан, Рош Ха-Шана йәкшәмбе көнө була алмай. Шулай итеп, яңы йыл тик дүшәмбе, шишәмбе, кесаҙна йәи шәбе көнөнә тура килә ала. Рош Ха-Шана аҙнаның ҡулайлы көнөнә тура килһен өсөн, кәрәк саҡта алдағы йылды бер көнгә оҙонайталар.

Барлыҡ йәһүд календарының нигеҙенә яңы Айҙың билдәләүе һалынған, ул йәһүд хисаплауҙары буйынса беҙҙең эраға тиклем 3761 йылдың 7 октярендә дүшәмбе көнөндә 5 сәғәттә һәм ярты тәүлектең 204 өлөшөндә (йәғни 17 сәғәт 11 минут 20 секунд) башланған. Йәһүд календарҙары хисаплауҙарында сәғәт 1080 өлөшкә бүленә (7-нән тыш барлыҡ бер һанлы бүлеүселәргә бүленгән), ә һәр бер өлөшө — 76 мәлгә[5].

Караимдар шулай уҡ йәһүд календарын файҙаланалар, тик улар сәғәтте дөйөм нигеҙҙә бүләләр һәм башҡаса яңы Айҙы билдәләйҙәр.

Йәһүд календары һәм дини байрамдар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иудаизмға ярашлы, календарҙа йылдың тәүге айы — нисан, бынан барлыҡ дини байрамдарҙың хисабы башлана. Әммә йылдар хисабы 7-се айҙан (тишрей) башланып Рош Ха-Шана билдәләнгән ваҡытта бара.

Ай (йәйәлә — Боронғо Ғәһедтә
телгә алынған иҫкесә атамаһы)
Көндәр иҫәбе Зодиакаль йондоҙлоҡ Вавилон атамаһы
Нисан (Авив) 30 Ҡуҙы Нисану
Ияр (Зив) 29 Буға Аяру
Сиван 30 Игеҙәктәр Симану
Тамуз / Таммуз 29 Ҡыҫала Ду’узу
Ав 30 Арыҫлан Абу
Элул 29 Ҡыҙ Улулу
Тишрей (Эйтаним) 30 Үлсәү Ташриту
Хешван (Мархешван, Буль) 29 йәки 30 Саян Арахсамна
Кислев (Хислев) 29 йәки 30 Уҡсы Кислиму
Тевет 29 Ылаҡ/Кәзәмөгөҙ Тебету
Шват 30 Һыуғояр Шабату
Адар 29* Балыҡтар Адару
Адар бет 29 (тик кәбисә йылында) Адару

* Кәбисә йылында Адар беренсе (Адар алеф) 30 көндән тора, ә Адар икенсе (Адар бет) — 29 көндән, шул уҡ ваҡытта ябай кәбисә булмаған йылда Адар алеф 29 көндән тора[6]

Йәһү йылы Григориан йылдары Циклда йылдың һаны[2] Кәбисә Дөрөҫ, Етәрлек йәғни Етмәҫлек 1-се тишрейҙың григориан датаһы Аҙна көнө
5760 1999—2000 3 Эйе Етәрлек 11 сентябрь 1999 шәмбе
5761 2000—2001 4 Юҡ Етмәҫлек 30 сентябрь 2000 шәмбе
5762 2001—2002 5 Юҡ Дөрөҫ 18 сентябрь 2001 шишәмбе
5763 2002—2003 6 Эйе Етәрлек 7 сентябрь 2002 шәмбе
5764 2003—2004 7 Юҡ Етәрлек 27 сентябрь 2003 шәмбе
5765 2004—2005 8 Эйе Етмәҫлек 16 сентябрь 2004 кесаҙна
5766 2005—2006 9 Юҡ Дөрөҫ 4 октября 2005 шишәмбе
5767 2006—2007 10 Юҡ Етәрлек 23 сентябрь 2006 шәмбе
5768 2007—2008 11 Эйе Етмәҫлек 13 сентябрь 2007 кесаҙна
5769 2008—2009 12 Юҡ Дөрөҫ 30 сентябрь 2008 шишәмбе
5770 2009—2010 13 Юҡ Етәрлек 19 сентябрь 2009 шәмбе
5771 2010—2011 14 Эйе Етәрлек 9 сентябрь 2010 кесаҙна
5772 2011—2012 15 Юҡ Дөрөҫ 29 сентябрь 2011 кесаҙна
5773 2012—2013 16 Юҡ Етмәҫлек 17 сентябрь 2012 дүшәмбе
5774 2013—2014 17 Эйе Етәрлек 5 сентябрь 2013 кесаҙна
5775 2014—2015 18 Юҡ Дөрөҫ 25 сентябрь 2014 кесаҙна
5776 2015—2016 19 Эйе Етәрлек 14 сентябрь 2015 дүшәмбе
5777 2016—2017 1 Юҡ Етмәҫлек 3 октября 2016 дүшәмбе
5778 2017—2018 2 Юҡ Дөрөҫ 21 сентябрь 2017 кесаҙна
5779 2018—2019 3 Эйе Етәрлек 10 сентябрь 2018 дүшәмбе
5780 2019—2020 4 Юҡ Етәрлек 30 сентябрь 2019 дүшәмбе
5781 2020—2021 5 Юҡ Етмәҫлек 19 сентябрь 2020 шәмбе

Ҡалып:Месяцы еврейского календаря

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Климишин И. А. Календарь и хронология. — Изд. 3. — М.: Наука, 1990. — С. 250. — 478 с. — 105 000 экз. — ISBN 5-02-014354-5.
  2. 2,0 2,1 Климишин И. А. Календарь и хронология. — Изд. 3. — М.: Наука, 1990. — С. 256. — 478 с. — 105 000 экз. — ISBN 5-02-014354-5.
  3. What Is Passover?. 2012 йыл 5 август архивланған. (инг.)
  4. First day of Passover. (инг.)
  5. Климишин И. А. Календарь и хронология. — Изд. 3. — М.: Наука, 1990. — С. 249—250. — 478 с. — 105 000 экз. — ISBN 5-02-014354-5.
  6. Еврейский Новый Месяц — «Рош Ходеш». Законы. toldot.ru. Дата обращения: 21 сентябрь 2016.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡалып:Евреи