Эстәлеккә күсергә

Песах

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Пе́сах (йәһ. פֶּסַח‎, «эргәнән үтеү», ашкеназ һөйләшендәПе́йсах / Пе́йсох / Па́йсох; арам. פִּסְחָא, Пи́сха; грексә һәм урыҫса— Пасха) — йәһүдтәрҙең Мысырҙан китеү иҫтәлегенә үткәрелгән төп йәһүд байрамы. Нисан айының 15-се көнөндә башлана һәм Израилдә 7 көн байрам ителә, Израилдән ситтә 8 көн байрам ителә.

Байрам көндәрендә Тора йәһүдтәргә икмәк һәм игендән әсетелеп (йәһ. חָמֵץ‎, «хаме́ц» — әсегән) әҙерләнгән ризыҡтарҙы ашауҙы тыя. Шулай уҡ Тора был көндә маца ашарға тәҡдим итә.

Израилдә Песах ете көнлөк байрам, беренсе һәм һуңғы көндәре — ял көнө. Арауҡтағы көндәр — байрам эш көндәре (). Израильдән ситтә һигеҙ көнлөк байрам. Беренсе ике һәм һуңғы ике көндәре — ял көндәре.

Тора буйынса, ун Мысыр языһының һуңғы язаһы алдынан йәһүдтәр еңелә. Аллаһ һарыҡ бәрәстәрен һуйып итен бешерергә, ә ҡанын ишек яҡтарына буярға ҡуша. 15 нисан төнөндә Аллаһ эргәнән үтә (пасах) һәм йәһүдтәр ҡотҡарыла.