Ашшурбанипал китапханаһы
Ашшурбанипал китапханаһы | |
Кем хөрмәтенә аталған | Ашшурбанапал[d] |
---|---|
Дәүләт | Ираҡ |
Административ-территориаль берәмек | Ниневия |
Ҡулланылған тел | аккад теле[d] |
Башланыу датаһы | Б. э. т. VII быуат |
Коллекцияләре | Британ музейы[d] |
Асыусы йәки уйлап табыусы | Лейард, Остин Генри[d] һәм Ормуз Рассам[d] |
Асыу датаһы | 1849 һәм 1852 |
Коллекция күләме | 30 000 глиняные таблички |
Ашшурбанипал китапханаһы Викимилектә |
Ашшурбанипал китапханаһы — боронғо донъяның һаҡланып ҡалған иң ҙур китапханаһы һәм бөтә билдәле китапханаларҙан иң боронғоһо[1]. Ассирияның баш ҡалаһы Ниневияла батша Ашшурбанипал (Ашшурбанапал) (б. э. т. VII б.) бойороғо буйынса 25 йыл дауамында төҙөлә. Шулай уҡ дәүләт архивы хеҙмәтен үтәй. Батша үлгәндән һуң фондтар төрлө һарайҙарға таратыла. Археологтар тапҡан китапхананың бер өлөшө 25 000-30 000 шына яҙыулы текстар менән балсыҡ табличкаларҙан тора. XIX быуат уртаһында китапхананы асыу Месопотамияның мәҙәниәтен аңлау һәм шына яҙыуҙарҙың шифрын асыу өсөн ҙур әһәмиәткә эйә була.
Фондтары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ашшурбанипал кешелек туплаған бөтә белемдәрҙе туплаған китапхана булдырырға ниәтләй. Бигерәк тә уны дәүләт менән идара итеү өсөн кәрәкле — нисек илаһтар менән даими аралашыуҙы өҙмәү, яҡтыртҡыстарҙың хәрәкәте һәм ҡорбан малдарының эске ағзалары буйынса киләсәкте алдан әйтеү тураһында мәғлүмәттәр ҡыҙыҡһындыра. Шуға күрә фондтарҙың байтаҡ өлөшөн арбау, күрәҙәлек, тылсымлы һәм дини йолалар, мифологик хикәйәттәр текстары тәшкил итә. Мәғлүмәттәрҙең төп өлөшөн махсус ойошторолған яҙыусылар командаһы шумер һәм вавилон текстарынан алған.
Китапхана медицина текстарының ҙур йыйылмаһына эйә була (тылсым ярҙамында дауалауға баҫым яһала), әммә Вавилондың бай математик мираҫы аңлашылмаған сәбәптәр арҡаһында иғтибарға алынмай[2]. Бында әҙәби-эпик хикәйәттәр исемлеге, атап әйткәндә, Ғилғәмеш тураһында эпос һәм Энум элиштың мифологик тәржемәһе менән табличкалар, шулай уҡ доғалар, йырҙар, юридик документтар (мәҫәлән, Хаммурапи закондары), хужалыҡ һәм административ яҙмалар, хаттар, астрономик һәм тарихи хеҙмәттәр, сәйәси характерҙағы яҙмалар, батшалар исемлеге һәм шиғри текстар менән табличкалар була.
Текстар аккад теленең Ассирия, Вавилон диалектында, шулай уҡ шумер телдәрендә яҙылған. Күп текстар, шул иҫәптән энциклопедик баҫмалар һәм һүҙлектәр параллель рәүештә шумер һәм аккад телдәрендә бирелә. Ҡағиҙә булараҡ, бер текст алты күсермәлә һаҡланған, был бөгөн табличкаларҙың шифрын асыу (сисеү) буйынса эште күпкә еңеләйтә. Бөгөн Ашшурбанипал китапханаһы аккад телендәге текстарҙың иң ҙур йыйынтығы булып тора.
Барлыҡҡа килеү тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Китапхана Ассирия хакимы Ашшурбанипалдың бойороғо буйынса төҙөлә, ул текстарға һәм дөйөм алғанда ғилемгә ҙур ҡыҙыҡһыныуы менән айырылып тора. Ашшурбанипалдың элгәрҙәре ҙур булмаған һарай китапханаларына эйә булалар, әммә уларҙың береһенең дә текстарҙы коллекциялауға бындай әүәҫлеге булмай. Ашшурбанипал бихисап яҙыусыларҙы үҙҙәренә осраған текстарҙың күсермәләрен эшләү өсөн илдең төрлө төбәктәренә ебәрә. Бынан тыш, Ашшурбанипал бөтә эре ғибәҙәтхана архивтарында текстарҙың күсермәләренә заказ бирә, һуңынан улар уға Ниневияға ебәрелә. Ҡайһы берҙә, хәрби походтар ваҡытында Ашшурбанипал тотош шына яҙыулы китапханаларҙы баҫып алыуға өлгәшә, уларҙы шулай уҡ үҙенең һарайына алып ҡайта[3].
Китапхананы ойоштороу
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ашшурбанипалдың китапханасылары китапхана текстарын каталоглаштырыу, күсермә яһау, аңлатма биреү һәм тикшереү буйынса ҙур эш башҡаралар, быны күп һанлы глоссарийҙар, әҙәбиәт исемлектәре һәм комментарийҙар дәлилләй. Ашшурбанипал үҙе китапхананы тәртипкә килтереүгә ҙур әһәмиәт бирә. Һәр табличкала уның исеме яҙылған (үҙенсәлекле экслибрис), колофонда күсермәһе эшләнгән үҙенсәлекле табличка атамаһы килтерелә. Китапханала балауыҙ биттәр менән йөҙҙәрсә кодекс була, был балауыҙҙа яҙылған тексты төҙәтергә йәки ҡабаттан яҙырға мөмкинлек бирә. Шына яҙыулы табличкаларҙан айырмалы рәүештә (янғындар ваҡытында улар сынығалар ғына), балауыҙ табличкалары оҙаҡҡа сыҙамай. Улар китапханалағы пергаментлы һәм папируслы төргәктәр кеүек үк һаҡланмағандар. Боронғо каталогтар буйынса фекер йөрөткәндә, Ашшурбанипал йыйған бөтә фондтарҙың 10 проценты беҙҙең көндәргә килеп еткән[1].
Әһәмиәте
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Шына яҙыулы текстарҙың ҙур массивы тик Ашшурбанипалдың яҙма һүҙгә әүәҫлеге арҡаһында беҙҙең көндәргә килеп еткән. Күп осраҡтарҙа Месопотамия яҙмаһының боронғо ҡомартҡылары был хаким бойороғо буйынса башҡарылған күсермәләрҙә генә һаҡланған. Тәҡдим ителгән текстарҙың ҡайһы берҙәренең мең йыллыҡ тарихы бар (табличкалар үҙҙәре бик боронғо булмаһа ла, нормаль шарттарҙа улар һирәк кенә 200 йылдан ашыу һаҡланған). Ашшурбанипал үҙенең берҙән-бер уҡый һәм яҙа белгән Ассирия хакимы булыуы менән ғорурланған. Йыш ҡына уның б.э.т. 668 йыл менән даталанған һәм Ниневияла табылған, Британия музейында Куюнджик йыйынтығының шына яҙыу таблицалары каталогы буйынса K.2694 һәм K.3050 номерлы ике балсыҡ таҡтаға яҙылған[4][5][Комм. 1] автобиографик «яҙма»һынан өҙөмтә L4» килтерелә[6] фрагмент его автобиографической «надписи L4», датируемой 668 г. до н. э. и начертанной на двух обнаруженных в Ниневии глиняных табличках, с номерами K.2694 и K.3050 по каталогу клинописных таблиц Куюнджикского собрания Британия музейы:
Мин, аҡыл эйәһе Адапа алып килгәндәрҙе өйрәндем, табличкаларҙа яҙыу оҫталығына эйә булдым, күктә һәм ерҙә киләсәкте алдан әйтеүҙе аңлай башланым, ғалим ир-аттарҙың һүҙ көрәштереүендә ҡатнашам, ҡорбан малының бауыры буйынса пәйғәмбәрлек итеүҙең тәжрибәле мәғәнәһен аңлатыусылар менән бергә киләсәктә ни буласағын алдан әйтәм. Мин ҡатмарлы, бүлеүгә һәм ҡабатлауға ябай булмаған мәсьәләләрҙе сисә беләм, даими рәүештә шумер кеүек ҡатмарлы, йәки аңлатма биреүе ҡыйын булған аккад телендә оҫта яҙылған таҡталарҙы уҡыйым, таштағы бөтөнләй аңлашылмаған бик боронғо яҙмалар менән танышмын.
Оригинал текст Ҡалып:Ref-akk⸢ši⸣-pir ap-kal-li a-da-pà a-ḫu-uz ni-ṣir-tú ka-tim-tú kul-lat ṭup-šar-ru-tú ⸢GISKIM⸣.MEŠ AN-e u KI-tim am-ra-ku šu-ta-du-na-ku ina UKKIN um-ma-a-ni ⸢šu⸣-ta-bu-la-ku DIŠ* BÀ*-ut ma-aṭ-lat AN-e it-ti ABGAL Ì.MEŠ le-⸢ʾu⸣-u-ti ú-pa-ṭàr i-gi A.RÁ-e et-gu-ru-ti šá la i-šu-u pi-it pa-ni áš-ta-si kam-mu nak-lu šá EME.GI₇ ṣu-ul-lu-lu ak-ka-du-u* ana šu-te-šu-ri áš-ṭu ḫi-ṭa-ku GÙ.SUM ab-ni šá la-am a-bu-bi <<DIŠ*>> šá kak-ku sa-ak-ku bal-lu[7].
Ашшурбанипалдың үҙенең яҙмалары (бәлки, иң яҡшы яҙыусылар төҙөгәндер) юғары әҙәби сифаттар менән баһаланған.
Артабанғы тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ашшурбанипалдан һуң быуын аша уның баш ҡалаһы мидиялылар һәм вавилонлылар һөжүме аҫтында ҡолай. Китапхана, ғәҙәттә бындай осраҡтарҙа булғанса, таланмаған, ә үҙе һаҡланған һарайҙар емереклектәре аҫтында ҡалған.
1849 йылда китапхананың күп өлөшөн (Евфрат ярындағы төньяҡ-көнбайыш һарайында һаҡланғанын) британ археологы Остин Генри Лэйард таба. Өс йылдан Лэйардтың ассистенты британия дипломаты һәм сәйәхәтсеһе Ормуз Рассам һарайҙың ҡапма-ҡаршы ҡанатында китапхананың икенсе өлөшөн таба. Ике өлөш тә Британия музейына һаҡлауға сығарыла. Китапхананы асыу ғалимдарға Ассирия мәҙәниәте тураһында «беренсе ҡулдарҙан» төшөнсә алырға мөмкинлек бирә. Быға тиклем Ассирия тураһында Геродоттың һәм Элладаның башҡа тарихсыларының хеҙмәттәренән генә билдәле була, ә уларҙың сығанағы булып, үҙ сиратында, фарсылар хеҙмәт иткән. Гилгәмеш тураһындағы эпостың табылыуы фәнни берләшмәлә иң ҙур сенсация тыуҙыра. Унда библияға яҡын бөтә донъя һыу баҫыуы тарихы тасуирлана.
Ватыҡтар аҫтынан табличкаларҙы сығарғанда уларҙы табыу урынын ентекле иҫәпкә алыу алып барылмаған. Британия музейында ике өлөш тә дөйөм һаҡлағысҡа урынлаштырыла, шуға күрә хәҙер ниндәй табличкалар ҡайҙа табылыуын әйтеп булмай. Ғалимдар әлегә тиклем айырым фрагменттарҙы сорттарға айырыу («joints»), текстарҙы каталоглаштырыу һәм дешифровкалау өҫтөндә эшләй. Британия музейы ираҡ ғалимдары менән бергә Ираҡта музей-китапхана булдырыу өҫтөндә эшләй, унда үҙенсәлекле табличкаларҙың репродукциялары күрһәтелергә тейеш.
-
Гилгәмеш тураһында миф фрагменты яҙылған балсыҡ табличка (11-се Һанлы табличка, унда һыу баҫыу тарихы һүрәтләнә; хәҙер башҡа табличкалар менән бергә Британия музейы коллекцияһында һаҡлана)
-
Астрологик прогноздар таблицаһы. Британия музейы.
-
Синонимдар исемлеге яҙылған табличка. Британия музейы
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Амарнский архив
- Богазкёйский архив
- Архив царей Мари
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Комментарийҙар
- ↑ Фотографии этих двух табличек можно найти в электронном каталоге на сайте Британского музея как «Museum number: K.2694» и «Museum number: K.3050»
- Сығанаҡтар
- ↑ 1,0 1,1 BBC iPlayer — In Our Time: The Library at Nineveh
- ↑ Возможно, при распределении фондов по дворцам тексты по математике были вывезены в неизвестное пока науке хранилище, где при разграблении Ниневии ими завладели вавилоняне.
- ↑ Попов А.В. О периодизации истории архивов // Мир Евразии. — 2017. — № 4. — С. 44—49.
- ↑ The Oxford Handbook of Cuneiform Culture (инг.) / Karen Radner, Eleanor Robson (Eds.). — Oxford University Press, 2011. — P. 314-315. — ISBN 978-0-19-955730-1.
- ↑ Catalogue of the Cuneiform Tablets in the Kouyunjik Collection of the British Museum (инг.) / By C. Bezold. — 1891. — Vol. II. — P. 467.
- ↑ Цитирование на русском языке см., например, в источнике: Церен Э. Библейские холмы = Die biblischen Hügel / Пер. с нем. Н. В. Шафранской; ред., пред. и прим. Д. П. Каллистова. — М.: Наука, 1966. — С. 70. — 35 000 экз.
- ↑ Цитата из надписи L4 (транскрипция клинописи). Текст этой надписи можно найти в разделе Ashurbanipal 220 электронного каталога царских надписей Ассирии (oracc.museum.upenn.edu/riao/pager). Нужная нам цитата расположена на 13—18 строчках этой странички (обозначенных как i13…i18).
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Grayson, A.K. The Chronology of the Reign of Ashurbanipal (инг.) // Zeitschrift für Assyriologie. — 1980. — Т. 70. — С. 227—245.
- Luckenbill, Daniel David. Ancient Records of Assyria and Babylonia: From Sargon to the End. — Chicago: University of Chicago Press, 1926. — Т. 2.
- Oates, J. Assyrian Chronology, 631-612 B.C (инг.) // Iraq. — 1965. — Т. 27. — С. 135—159.
- Olmstead, A.T. History of Assyria. — New York: Scribner, 1923.
- Russell, John Malcolm. Sennacherib's Palace without Rival at Nineveh. — Chicago: University of Chicago Press, 1991.
- Klaas R. Veenhof: Geschichte des Alten Orients bis zur Zeit Alexanders des Großen, Vandenhoeck & Ruprecht, Göttingen 2001, ISBN 3-525-51685-1
- Elena Cassin, Jean Bottero, Jean Vercoutter (Hrsg.): Die Altorientalischen Reiche III. Das Ende des 2. Jahrtausends, Fischer, Frankfurt am Main (Fischer Weltgeschichte, Bd. 4) ISBN 3-89350-989-5
- Maximilian Streck: «Assurbanipal und die letzten assyrischen Könige bis zum Untergange Niniveh’s», Hinrichs, Leipzig 1916 [1]
- Попов А. В. Архивы и библиотеки: общее и особенное в сохранении исторической памяти // Роль архивов в информационном обеспечении исторической науки. — М.: Издательство Этерна, 2017. — С. 190—197
- Попов А. В. О периодизации истории архивов // Мир Евразии. — 2017. — № 4 (39). — С. 44-49
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- The Library of King Ashurbanipal Web Page — официальная страница Британского музея 2008 йыл 9 июль архивланған.
- The Ashurbanipal Library Project 2011 йыл 17 ноябрь архивланған.
- The Kuyunjik collection des BM online(недоступная ссылка) Проверено Май 2018.
- Статья о библиотеке Ашшурбанипала