Мидия

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Мидия
Нигеҙләү датаһы б. э. т. 625
Административ үҙәк Экбатана[d]
Идара итеү формаһы Монархия
Дәүләт башлығы Бөйөк Кир II
Ғәмәлдән сыҡҡан дата б. э. т. 549
Урынлашыу картаһы
Commons-logo.svg Мидия Викимилектә

Ми́дия (грек. Μηδία, иҫке фарсы телендә Māda, ассирий  вавилон телдәрендә Mādāya[1]) — боронғо көнсығыш дәүләте, шулай уҡ Ирандың көнбайышындағы, Аракс йылғаһы һәм төньяҡҡтағы Эльбурс тауҙарынан көньяҡтағыФарсы (Фарс) сигенә тиклем, көнбайыштағы Загрос тауҙарынан көнсығыштағы Деште-Кевир сүллегенә тиклемге боронғо этнографик өлкә, унда иран телле[2] ҡәбиләләр көн итә. Мидия батшалығы беҙҙең эраға тиклем 670 йылдан — 550 йылғаса йәшәй һәм сәскә атҡан йылдарында этник Мидия сигенән территорияһы байтаҡҡа ҙурыраҡ була.

Мидия ҡәбиләләренең икенсе төрлө атамаһы — арийҙар (Геродот. VII, 62); улар үҙҙәрен шулай тип атап йөрөткән тигән фараз бар. Мидиялыларҙың изге яҙмаларында «Арийҙар иле» (авест.авест. Airyanam DahyunamAiryanam Dahyunam) тураһында яҙыла.

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Мидиялыларҙың иран телле[3][./Мидия#cite_note-3 [3]][2][4] ҡәбиләләре тарихта беҙҙең эраға тиклем IX быуат башынан билдәле, улар Иранға Урта Азиянан (икенсе төрлө фараз буйынса Төньяҡ Кавказдан, Каспий диңгеҙе буйынан) килеп төпләнә. Артабанғы быуатта мидиялылар әкренләп боронғо замандан алып Иран территорияһында йәшәгән арий булмаған гутий, лулубей һәм кассит ҡәбиләләрен ассимиляцияға дусар итә. Беҙҙең эраға тиклем  IX быуат аҙағында — VIII быуат башында Мидияны ассирийҙар баҫып ала, әммә беҙҙең эраға тиклем 673 йылда мидиялылар Каштарити етәкселегендә баш күтәрә һәм бойондороҡһыҙлыҡ яулай.

Шунан алып Мидияла судья Дайукку нигеҙ һалған урындағы династия хакимлыҡ итә. Уның улы, Фраорт Фәләстанды (Иранды) баҫып ала, ә уның ейәне — Увахшатра (греч. Киаксар) хакимлыҡ иткәндә — мидиялылыр вавилондар менән бергә уғата ҙур Ассирия державаһын яулап ала һәм бойондороҡһоҙлоҡ алыуға өлгәшә. Шулай итеп, Мидия хакимлығына Төньяҡ Месопотамия ла эләгә; артабан Увахшатра Урартуны буйһондора һәм Кесе Азияның бәләкәй батшалыҡтарына һуғыш аса; оҙайлы һуғыштан һуң ул Лидия менән Галис (Ҡыҙыл-Ырмаҡ) йылғаһы буйынса ултырған Анатолияны бүлешә. Шулай итеп, Увахшатра батшалыҡ иткән осор аҙағында Мидия, хәҙерге Иран, Әрмән таулығы, Төньяҡ Месопотамия һәм Кесе Азияның көнсығышын биләгән ҡеүәтле батшалыҡҡа әүерелә.

Экбатана[5] (хәҙер Хамадан) ҡалаһы — Мидияның баш ҡалаһы. Уның батшаһы «Батшалар батшаһы» титулын йөрөтә, тәүҙән үк ул «тиңдәр араһында беренсе» тип таныла — йәғни башҡа батшалар Мидия батшаһының вассалдары була. Увахшатраның улы, Иштувегу (греч. Астиаг), батша власын нығытырға тырыша, Уның был ҡылығы вельможаларҙың Астиагҡа ҡаршы оппозицияға баҫыуына килтерә. Беҙҙең эраға тиклем 550 йылдар тирәһендә, риүәйәттәрҙән күренеүенсә, Иштувегу власы менән риза булмаған вельможалар ярҙамында Мидияны фарсы батшаһы Бөйөк Кир II яулап ала.  Фарсылар мидиялыларға туған була. Кир үҙе әсәһе буйынса Мидияның батшалар нәҫеленә ҡарай (ул Иштувегуның ейәне), һәм бола ҡуптарыусы вельможалар фарсыларҙың еңеүен һарай түңкәрелеше булараҡ ҡабул итә. Әммә уларҙың өмөттәре аҡланмай: әкренләп мидиялылар етәксе постарҙан ҡыҫырыҡлап сығарыла һәм Ахеменидтарҙың державаһында тик икенсел вазифалар ғына биләргә мәжбүр була, ә Мидия үҙе ғәҙәти сатрапияларҙың (провинцияларҙың) береһенә әйләнә һәм башҡа буйһондоролған халыҡтар кеүек фарсыларҡа яһаҡ түләй. Экбатана фарсыларҙың (артабан Парфия) батшаһының баш ҡалаһы тип иҫәпләнелә, ғәҙәтте йәйге эҫе көндәрҙе батша Мидияла үткәрер була.

Искәндәр Зөлҡәрнәй (Александр Македонский) вафатынан һуң Мидияның һуңғы сатрабы Атурпатак (Атропат) үҙ сатрапияһының төньяғында, Урмия күле районында, үҙен батша тип иғлан итә, шулай итеп «Кесе Мидия», йәғни «Атропатен Мидияһы», йәки «Атропатен» дәүләтенә нигеҙ һалына. «Атропатен» һүҙенән аҙағыраҡ «Әзербайжан» топонимы барлыҡҡа килә..

Мәҙәниәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Мидияла йәшәгән ир-егеттең таш рельефы
Эсбатана ҡаҙылмаларында табылған Алтын ритон
Ападан залы, беҙҙең эраға тиклем 5-се быуат, фарсы уҡсылары һәм мидия һалдаттары традицион кейемдәрендә ағасҡа һырып төшөрөлгән (мидиялылар йомролатылған эшләпәләр һәм итектәр кейгән)

Мидиялылар тел, дин һәм йолалар буйынса фарсыларға бик яҡын. Фарсылар һәм ирандар кеүек улар ҙа оҙон сәс һәм һаҡал йөрөтә, ыштан, ҡыҫҡа итек кейә һәм билдәренә ирекле ир-егеттең айырымлылыҡ билдәһе булған акинак (хәнйәрҙән оҙонораҡ, ә ҡылыстан ҡыҫҡараҡ ҡорал) таға. Фарсыларҙан айырмалы улар оҙон, киң, иркен еңле курткалар кейә (оҙаҡламай был кейемде фарсы аҡһөйәктәре лә кейә башлай, ә гректар бындай кейемде "ҡатын-ҡыҙҙар кейеме" тип иҫәпләй). 

Мидиялыларҙың йәйәүле ғәскәре ҡыҫҡа һөңгө һәм, ағастан үрелеп, тире менән көпләнгән ҡалҡандар менән ҡоралланған була. Ләкин йәйәүле сафта һуғышҡан фарсыларҙан айырмалы мидиялылар атлы ғәскәре менән дан тота. Мидиялылар батшаһы, ике тәгәрмәсле арбала аяғүрә баҫып, ғәскәр уртаһында һуғыша — был йоланы аҙаҡ фарсылар ҙа ҡуллана башлай. Башҡа иран халыҡтары кеүек үк, мидиялыларҙың һыбайлылары тимерҙән хәрби кейем кейә, аттарын да шундай тимер пластиналар менән көпләй.

Дин[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Мидиялылар тотҡан дин — зороастризм, мидиялылар араһында зороастризм ныҡ үҫә, бәлки был дин Иштувегу дәүерендә дәүләт дине лә булғандыр. 

Мидияла уңдырышлылыҡ алиһәһе Ардвисура Анахита культы киң таралған була. Мидияның төп ҡалаһы Экбатанала алиһә Анахитаның (грек авторҙарында —  Анаитис)[6] ғибәҙәтханаһы була. Б. э. т. I быуатта йәшәгән рим тарихсыһы Страбон, б. э. т. V быуатта йәшәгән боронғо грек тарихсыһы Геродотҡа һылтанып, уларҙың дини йолалары тураһында түбәгдәгеләрҙе яҙа: мидиялыларҙың ҡыҙҙары Ардвисура Анахитаның ғибәҙәтханаһында хеҙмәт иткәндә «фәхешлеккә бирелә». Әммә улар осраҡлы кешене ҡабул итмәй, ә йәмғиәттә үҙенә тиң булғандарға ғына иғтибарын бүлә»[7].

Мидия теле[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Мидия теле тураһындағы һорау бәхәсле. Ҡайһы бер ғалимдар (И. М. Дьяконов. История Мидии, М.-Л., 1956) берҙәм мидия теленең булыуын таный; икенселәре (О. Л. Вильчевский. Курды, М., 1961) быны кире ҡаға. Мидияла аралашыу өсөн Экбатана округы диалектының дөйөм ҡулланылыштағы тел булыуы шик тыуҙырмай (дөйөм ҡағиҙә буйынса, баш ҡала һәм һарай теле, ғәҙәттә, дәүләт теле лә була). 

Әлбиттә, был телдең яҙмаһы ла булған, әммә ул беҙҙең көндәргәсә һаҡланмаған. Шына яҙыуы фарсыларға мидиялыларҙан килгән, тигән фараз да бар.


Шулай уҡ ҡара[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Цари Мидии

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. MEDIA — Encyclopaedia Iranica, M. Dandamayev, I. Medvedskaya
  2. 2,0 2,1 Diakonoff, I. M. The Cambridge history of Iran: The Median and Achaemenian periods / Ilya Gershevitch — Кэмбридж, Великобритания: Cambridge University Press, 1985. — Т. 2. — Б. 140. — 964 б. — ISBN 0521200911, 9780521200912.
  3. Archaeological evidence for the religion of the Iranian-speaking Medes of the first centuries of 1st millenium B.C. …
  4. Archaeological evidence for the religion of the Iranian-speaking Medes of the first centuries of 1st millenium B.C. …
  5. Страбон. География. 11:13:1
  6. John Murray Two essays on the geography of ancient Asia: intended partly to illustrate the campaigns of Alexander, and the Anabasis of Xenophon — London, 1829. — Б. 68-69. — 325 б.
  7. Страбон ГЕОГРАФИЯ в 17 книгах. Репринтное воспроизведение текста издания 1964 г. М. / С. Л. Утченко — «Ладомир», 1994. — Б. 501.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]