Эльбурс
Кавказ менән бутамаҫҡа.
Эльбурс | |
---|---|
Характеристикалар | |
Майҙаны | 155 970 км² |
Оҙонлоғо | яҡынса 900 км |
Киңлеге | 130 km |
Бейек нөктәһе | |
Иң бейек түбәһе | Демавенд |
Бейек нөктәһе | 5610 м |
Урынлашыуы | |
36° с. ш. 52° в. д.HGЯO | |
Страна | |
Эльбурс Викимилектә |
Эльбу́рс (фарс. البرز — Alborz) — Ирандың төньяғында, Каспий диңгеҙенең көньяҡ яр буйында урынлашҡан тау системаһы.
География
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Оҙонлоғо — яҡынса 900 км. Бейеклеге — 5610 метрға тиклем (иң бейек нөктәһе — Демавенд һүнгән вулканы).
Тау системаһының формаһы S латин хәрефенә оҡшаш: Каспий диңгеҙенең көньяҡ-көнбайыш һәм көньяҡ яр буйҙарын уратып, Эльбурс төньяҡ-көнсығышҡа борола, ә артабан көньяҡ-көнсығышҡа йүнәлә һәм Афғанстан сиге буйында тамамлана. Эльбурс өс айырым өлөштәрҙән тора: төньяҡ-көнбайышында Талыш тауҙары (бейеклеге 2150—2450 м); һуңынан Үҙәк Эльбурс (бейеклеге 2450—3050 м, ҡайһы-бер айырым түбәләренеке 3650 метрҙан аша); артабан көнсығышта Төрөкмән-Хөрәсән тауҙары (бейеклеге 1500—1850 м). Эльбурса тауҙарында, Ирандың баш ҡалаһы Тәһрандан төньяҡ-көнсығыштараҡ Урта Көнсығыштың иң юғары нөктәһе — Демавенд һүнгән вулканы (5604 м) урынлашҡан. Уның түбәһе боҙлоҡтар менән ҡапланған.
Геология
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Эльбурс һырттары башлыса эзбиз һәм ҡомташтарҙан яһалған. Тау системаһы сиктәрендә ике эре геологик ярылған урын бар: береһе Эльбурстың көнбайыш өлөшөндә, Сефидруд йылғаһы тарлауығы Талыш тауҙары менән Үҙәк Эльбурсты айырған урында, ә икенсеһе көнсығышта бейеклек үҙгәреүе яҡынса 900 метр тәшкил иткән урында урынлашҡан.
Эльбурста таш күмер һәм ҡара ҡурғаш-цинк ятҡылыҡтары бар.
Түбәләре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Демавенд
- Точал
- Камар-кух
Флора
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Төньяҡ битләүҙәре гиркан тибындағы киң япраҡлы урмандар (имән, акация, тимерағас), тау далаһы һәм яландары, ә бик аҙ яуым-төшөм алған көньяҡ битләүҙәре ксерофит ҡыуаҡтары менән ҡапланған.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Эльбурс — Ҙур совет энциклопедияһында мәҡәлә
- Эльбурс // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)