Иран телдәре

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Иран телдәре
Таксон

төркөм

Ареал

Азия, Европа, Төньяҡ Америка

Телде белеүселәр һаны

200 миллионға яҡын

Классификация
Категория

Евразия телдәре

Һинд-европа ғаиләһе

Һинд-иран тармағы
Состав

төньяҡ-көнсығыш, көньяҡ-көнсығыш, көньяҡ-көнбайыш һәм төньяҡ-көнбайыш төркөмсәләре.

Бүленгән ваҡыты

Б. э. т. VIII быуат

Процент совпадений

56%

Телдәрҙең кодтары
ГОСТ 7.75–97

ира 219

ISO 639-2

ira

ISO 639-5

ira

Иран телдәре арий тармағының һинд-европа ғаиләһенә инеүсе тергеҙелгән боронғо иран теленә барып тоташҡан телдәр төркөмө. Иран теле Яҡын Көнсығышта, Урта Азияла, Төньяҡ Америкала, Европа илдәрендә, Пакистанда һәм Кавказдағы иран халыҡтары араһында таралған, уларҙың һаны әлеге ваҡытта яҡынса 200 миллион кеше иҫәпләнә. Ethnologue белешмә китабына дөйөм алғанда 87 иран теле ингән[1]. Әммә күп кенә идиомаларҙың тел статусы/диалект билдәләмәһе асыҡланмағанлыҡтан уларҙың һанын теүәл иҫәпләү мөмкин түгел[2]. Һан буйынса иң күбе фарсы телендә (яҡынса 90 миллион, шул иҫәптә тажик һәм дари), пашто (яҡынса 43 миллион), ҡурд телендә (30 миллион тирәһе) һәм белудж телендә (10 миллион) һөйләшә. «Кесе» иран телендә һөйләшеүселәр күпселеге бер нисә меңләп иҫәпләнә.

Терминология[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

«Иран телдәре» термины көнбайыш фәнендә XIX быуат уртаһында Иран менән генетик бәйле һәм фарсы теленә оҡшашыраҡ телдәр төркөмөн билдәләү өсөн барлыҡҡа килә[3]

Әлегә тиклем йыш ҡына «фарсы» һәм «иран» төшөнсәләрен бутайҙар. «Иран теле» тигәндә Иранда өҫтөнлөк иткән фарсы теле түгел, ә күп һанлы телдәр ингән (шул иҫәптә фарсы теле лә) иран төркөмөндәге бер генә телде күҙ уңында тотабыҙ. Бынан тыш һәр иран теле фарсы теленә оҡшаған тип уйларға ярамай. Уларҙың яҡынлығын тарихи тел ғилемен сағыштырыу һөҙөмтәһендә генә күрергә мөмкин.

Сығышы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иран телдәре документаль теркәлмәгән боронғо иран теленең вариҫы тип иҫәпләнә. Беҙҙең дәүергә тиклем II меңенсе йылдарҙағы боронғо иран теле үҙ сиратында беҙҙең дәүергә тиклем III мең йыллыҡ аҙағында — II мең йыллыҡ башында Урта Азия территорияһындағы һинд-арий өсөн уртаҡ булған боронғо арийҙан бүленеп сыҡҡан[4]. Сағыштырмаса, протоиранлылар Урта Азияның көньяғында бронза быуат мәҙәниәте ареалында йәшәгән[5].

Тарих һәм классификация[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Genetic division of Iranic languages

Иран телдәренең теркәлгән тарихы 3 мең йыл тирәһе тәшкил итә. Йола булараҡ уларҙы өс осорға бүләләр: боронғо, урта һәм яңы.

Боронғо иран телдәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Беҙҙең эраға тиклем IV—III быуаттар тип билдәләнгән боронғо иран дәүерендә иран телендә һөйләшеүсе халыҡ көньяҡ-көнбайыштағы Загростан алып көнбайыш Ҡытайға, төньяҡ-көнсығыштағы Алтайға тиклем, төньяҡ-көнбайыштан Төньяҡ Ҡара диңгеҙ алдынан көньяҡ-көнсығыштағы Гиндукушҡа тиклем йәйрәп йәшәгән. Бындай тарҡаулыҡ боронғо иран берҙәмлеген тарҡата һәм айырым иран телдәре барлыҡҡа килеүгә булышлыҡ итә.

Ике иран теле булыуы билдәле:

  • боронғо фарсы теле — беҙҙең эраға тиклем VI—IV быуаттарҙа теркәлгән Ахеминид батшаларының монументаль яҙмалары теле, көньяҡ-көнбайыш төркөмсәһен башлаусы;
  • авеста теле — зороастрияларҙың изге китабы Авеста яҙылған тел. Яҡынса беҙҙең эраға тиклем I мең йыллыҡҡа ҡарай[6]

Шулай уҡ беҙгә башҡа телдәге яҙмаларҙан килеп еткән боронғо иран телдәренең тағы ла ике төрө булыуы билдәле:

  • мидий теле — Мидияның өлөшләтә тергеҙелгән теле, сағыштырмаса төньяҡ -көнбайыш төркөмсәһен башлаусы тел.
  • скиф теле — скифтарҙың беҙҙең эраға тиклем VIII быуатта Кавказ һәм Төньяҡ Ҡара диңгеҙ алды ерҙәренә Урта Азия далалары аша үтеп ингән скифтарҙың «көнсығыш һыҙаттарын» күрһәтеүсе тел, башлыса грек һәм аккад сығанаҡтарынан билдәле.

Урта иран телдәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Урта иран дәүере беҙҙең эраға тиклем IV — беҙҙең эраның IX быуаттары менән билдәләнә. Бындай хронология шартлы һәм ул фарсы мәғлүмәттәренә таяна, ә бына хорезм «боронғо иран» теле XIV быуатҡа тиклем йәшәгән, тик уның беҙҙең көнгә килеп еткән яңы иран вариҫтары ҡалмаған.

Был дәүерҙә иран телдәре көнбайыш һәм көнсығыш зоналарға аныҡ бүленә башлай (Парфия менән Бактрия араһындағы һыҙат), «көньяҡ» менән «төньяҡ» зоналар араһында айырма ныҡ күренә башлай. Урта иран теленең 6 ҡомартҡыһы һаҡланып ҡалған. Шулай уҡ урта иран диаклекттары буйынса атамалар, бер аҙ яҙмалар йәки ономастик мәғлүмәттәр осрай.

Көньяҡ-көнбайыш

  • урта фарсы теле — бай әҙәбиәте булған Сәсәни Иран теле (III—VII быуаттар), башлыса зороастрий; тәүге яҙмалар беҙҙең эраға тиклем II быуатҡа ҡараған Фарса батшалары тәңкәләрендә осрай, һуңғы оригиналь әҫәрҙәр беҙҙең эраның IX—X быуаттарына ҡарай.

Төньяҡ-көнбайыш

  • парфян теле — Парфия (хәҙ. Хөрәсән) теле, айырмалығын күрһәтеү мидийҙан айырмалы рәүештә төньяҡ-көнбайыш зонаның көнсығышын таныта; Аршакид дәүләте теле; беҙҙең эраға тиклем I быуатта башланған яҙмалары һаҡланған; яҡынса V быуатта уны урта фарсы теле ҡыҫырыҡлап сығара.

Көньяҡ-көнсығыш

  • бактрия теле — Кушан һәм эфталиттар теле, яҙмалар беҙҙең эраның I быуатынан алып грекса яҙылған; IX—X быуаттарҙа яңы фарсы тарафынан ҡыҫырыҡлана.
  • сак теле — Таримский бассейны теле, тәү сиратта хотан теле, беҙҙең эраның I мең йыллығына ҡараған будда һәйкәлдәре күп, шулай уҡ яҡын торған тумшукосак телендә һәйкәлдәр, кашгар телендә мәғлүмәттәр бар; төрки уйғыр теле ҡыҫырыҡлап сығарған.

Төньяҡ-көнсығыш

  • согдий теле — һаҡланып ҡалған бай әҙәбиәтле Согд һәм Үҙәк Азияның согд колонистары теле,XI быуатҡа тиклем йәшәгән; ҡыҫырыҡлап яңы фарсы һәм төрки телдәр алыштыра; вариҫы — ягноб теле
  • хорезм теле — Хорезм теле, XIII—XIV быуаттарҙа төрки телдәре ҡыҫырыҡлап сығара.
  • сармат теле — сармат ҡәбиләләре диалекттары йыйылмаһы; глосс һәм ономастика буйынса билдәле; иң оҙаҡ һаҡланғаны алан теле — XIII быуатҡа тиклем.

Юэчжи диалекттарын классификациялау өсөн уның иран теллеген иҫбатлаусы һүҙҙәр ҡытай хроникаһында етерлек түгел[7]

Яңы иран теле[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Яңы иран осоро шартлы рәүештә Иранды ғәрәптәр баҫып алыуынан башлана.

Был мәлдә беренсе урынға яңы фарсы теле сыға, ул Хузестандан алып Фирғәнә үҙәненә тиклем араны биләй һәм эре иран телдәрен, диалекттарҙы ҡыҫырыҡлай башлай. Был мәлдә айырыуса ғәрәп теле, йәғни ислам теле өҫтөнлөк итә.

Фарсы булмаған иран телдәре/диалекттары Оло Ирандың ситтәге райондарында һаҡланған, иң элек тауҙарҙа (Памир, Гиндукуш, Загрос, Сөләймән тауҙары), йәки тауҙар араһында (Каспий буйы төбәге, Әзербайжан), йәки сүллектәр һәм сүлгә терәлгән ерҙәрҙә. Шул уҡ мәлдә ҡайһы бер телдәр экспансияға артыҡ бирешмәй (ҡурд телдәре, пашто, белудж теле).

Шулай уҡ иран телдәре, шул иҫәптән яңы фарсы ла төрки телдәр яғынан баҫмаҡлана. Айырыуса иран донъяһының дала өлөшө ҡырҡа үҙгәрештәр кисерә. Бындағы алан теле тулыһынса ҡыҫырыҡлана. Алан теленең вариҫы — осетин теле — Кавказ тауҙарында һаҡланған. Иран телдәре бигерәк тә (ҡайһы бер райондарҙа — тулыһынса) Урта Азия һәм Әзербайжанда ҡыҫыла.

Яңы иран телдәрен классификациялау[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Көньяҡ-көнбайыш

  • яңы фарсы теле (фарсы, дари), X—XVI/XVII быуаттарҙың классик осоро, шулай уҡ архаик зороастрийҙың пазенд төрө булараҡ та билдәле. Әлеге ваҡытта оҡшаш фарсы-тажик диалекттарын һәм 3 әҙәби нормаларҙы континуумға берләштерә:
Ошо уҡ континуумға хазар һәм чар-аймаҡ фарсы-тажиктарҙан ныҡ айырылып торған диалекттар ҙа инә.
  • тат теле
  • лур-бәхтийәр теле
    • лур теле
    • бәхтийәр теле
  • Фарс диалекты
  • Лара диалекты
  • курдшули
  • кумзар

Төньяҡ-көнбайыш теле

  • курд теле
  • курманджи
    • соран
    • фейли
    • лак
  • дейлемит теле
    • гуран (авроманлы)
    • зазак (димле)
  • каспий яны теле
    • гилян теле
    • мазендеран теле
    • велатру
    • шамерзади
  • гүнешли † — төрөк теле меән ҡыҫырыҡланған Әзербайжан теле, локаль вариҫтары:
    • талыш теле
    • тат
    • килит теле †
  • Семнан телдәре — төрлө сығышлы локаль диалекттар:
    • семнан теле
    • сангесар теле
    • Семнан һыҙаты теле
  • үҙәк иран төркөмсәһе
    • дүҙәк иран диалекты
    • сивенди
    • таджриш †
  • «көнсығыш» зона
    • белудж теле
    • ормури
    • парачи

Көньяҡ-көнсығыш

  • афған
    • пушту (пашто) (афған)
    • ванеци
  • памир телдәре — негенетическое объединение с ареальными связями
    • вахан теле
    • мунджан теле (һәм йидга) — бактрий теленә яҡыныраҡ
      • саргулям теле † — үле тел, мунджан теленә яҡын
    • көньяҡ памир төркөмсәһе
      • ишкашим теле
      • санглич теле
      • зебак теле †
    • төньяҡ памир төркөмсәһе
      • язгулям теле
      • вандж теле †
      • шугнан-рушан
        • шугнан теле
        • рушан теле
        • бартанг теле
        • хуф теле
        • рошорв теле
        • сарыколь теле

Төньяҡ-көнсығыш

  • ягноб теле (согди диалекты вариҫы)
  • Скиф-сармат телдәре † (сармат диалекты вариҫы) һәм уның вариҫтары

Ареаль бәйләнеш[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иран телдәре көньяҡ-көнбайышта мосолман мәҙәниәте теле булараҡ йоғонтоһо ҙур булған ғәрәп теле менән сиктәш.

Төньяҡ-көнбайышта, төньяҡта һәм төньяҡ-көнсығышта иран телдәренә төрки теле (уғыҙ һәм ҡарлуҡ төркөмө) тығыҙ тоташҡан. Фарсы теле төбәктең төрки телдәренә ҙур йоғонто яһай, шулай уҡ иран телдәрендә лә тюркизм күп күҙәтелә.

Көнсығышта иран телдәре нуристан, дард, һинд-арий телдәре, шулай уҡ бурушаск теле менән сиктәш. Ғиндукуш-һинд төбәгендә был телдәр иран телдәре менән (пашто, памир, парачи, ормури, белудж теленең көнсығыш һөйләше) һинд-европа телдәре булмаған үҙәк азия телдәре союзын барлыҡҡа килтерә. Уның уҙенсәлекле һыҙаты — ретрофлекс тартынҡы булыуы.

Осетин теле башҡа иран телдәренән ҡырҡа айырыла. Ул Кавказ телдәре яғынан фонетик, морфологик һәм лексик яҡтан үҙәгерш кисергән.

Яҙыу[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иран телле халыҡтар яҙыу өсөн тирә яғындары төрлө халыҡтарҙың яҙмаһын ҡулланған.

Шына яҙыу

Тәүге тапҡыр боронғо фарсы телендә (беҙҙең эраға тиклем VI, VII быуаттарҙа) аккад шына яҙыу нигеҙендә ижекле яҙма ҡулланыла, ул бер аҙ һиндтарҙың брахми яҙмаһын хәтерләтә.

Арамей яҙмаһы

Арамей яҙмаһы урта осорҙа иран текстарын тулыландырыу өсөн һәм артабан гетерограмма кеүек арамей һүҙҙәрен уҡыу өсөн ҡулланылған[8].

Арамей яҙыуы ҡулланылған яҙмалар:

  • урта фарсы
  • парфян
  • согди
  • хорезм

Шулай уҡ арамей яҙыуы менән бактрий телендә яҙмалар билдәле.

IV быуатта урта фарсы яҙыуы нигеҙендә Авеста текстарын уҡыу өсөн киңәйтелгән авеста алфавиты эшләнә. Шулай уҡ авеста яҙыуы менән зороастрийсылар үҙенсәлекле доғаларҙы яҙғандар (ҡара: пазенд)

Грек яҙыуы

Александр Македонский еңеүенән һуң Бактрия ерендә бактрий телендәге яҙмалар өсөн грек алфавиты ҡулланыла. Шулай уҡ урта фарсы телен сағылдырыусы грек яҙыуындағы бактрий яҙмалары билдәле.[9].

Төньяҡ Ҡара диңгеҙ алдында сарматтарҙың ҡәбер таштарында грек яҙыуы киң ҡулланыла.

Брахми

Брахми һинд яҙмаһы сак телдәрендәге будда текстарын яҙыу өсөн ҡулланыла.

Ғәрәп яҙмаһы

Иранды ғәрәптәр бойһондорғандан һуңғәрәп яҙыуы ҡулланыла башлай. X быуаттағы бай яңы фарсы әҙәбиәтендә ғәрәп яҙыуы менән мазендера, әзери, хорезм телендәге яҙмалар билдәле. Артабан ҡурд, пашто, гурани телендәге тәүге әҙәби ҡомартҡылар барлыҡҡа килә. Әлеге ваҡытта ғәрәп яҙыуы түбәндәге телдәрҙә ҡулланыла:

  • фарсы
  • дари
  • пашто
  • ҡурд (курманджа — Ираҡта, сорани)
  • белудж
  • гилян
  • мазендеран

Латиница

Латин яҙыуы үҙенсәлекле формала төрөк -әзербайжан йоғонтоһонда булған телдәр яҙмаһында ҡулланыла

  • ҡурд
  • зазак

Тат теле өсөн яңы әзербайжан алфавиты ҡулланыла.

Кириллица

Совет осоронда кириллица тарала, улар 1930-40 йылдарҙа «латин» этабын үтә:

  • тажик
  • осетин

Социолингвистик торошо[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иран телендә һөйләшеүселәр халыҡ һаны буйынса ла төрлө. Әгәр бер яҡта фарсы теле өҫтән булһа, ҡайһы бер урында мунджан булыу ихтимал[10].

Тел Телде белеүселәр Рәсми статус Сфера использования Письменность
Фарсы (шул иҫәптә дари һәм тажик) 70 млн. государственный в Иране, Афганистане, Таджикистане национальный язык, доминирует во всех сферах, развитая литература с X в., СМИ, наука, межнациональное общение (второй язык для ок. 90 млн чел.) арабо-персидский алфавит, кириллица (таджикский)
Пушту 36 млн. государственный в Афганистане, язык пакистанской провинции Хайбер-Пахтунхва и Зоны племён (статус официально не закреплён) национальный язык, литература с XVII в., СМИ, в меньшей степени межнациональное общение арабо-персидский алфавит
Курд 26 млн. официальный язык автономии Иракский Курдистан литература с XVI в., СМИ латиница (основная), арабо-персидский алфавит, редко кириллица
Белудж 9,5 млн. Пакистан провинцииһы Белуджистан (рәсми, тик теркәлмәгән) һәм иран останы Систан һәм Белуджистан. ограниченная литература, радио, газеты арабо-персидский алфавит
Лур-бәхтийәр диалекты 4,3 млн. юҡ, тарҡау диалекттар бытовое общение, редко на радио редко арабо-персидский алфавит
Мазенд 4 млн. юҡ бытовое общение, базар, работа редко арабо-персидский алфавит
Гилян 3,5 млн. юҡ бытовое общение, базар, работа, редко на радио редко арабо-персидский алфавит
Зазак 1,5 — 2,5 млн самаһы юҡ бытовое общение редко латиница
Осетин 500 мең Көньяҡ Осетияла һәм Төньяҡ Осетия-Аланияла дәүләт теле. литература с кон. XVIII в., СМИ кириллица
Тати диалекты 250 мең юҡ, айырым диалекты бытовое общение нет
Талыш 200 мең юҡ бытовое общение редко кириллица или латиница
Тат (таулы-йәһүд) 125 мең Дағстанда дәүләт телдәренең береһе бытовое общение, редкие СМИ редко кириллица, латиница или еврейский алфавит
Шугнан (башҡа шугнан-рушан телдәре менән) 90 мең юҡ бытовое общение, спорадические издания, межнациональное общение у памирских народов редко кириллица
Гурани 50 мең юҡ бытовое общение, религиозная литература секты Ахл-е Хакк арабо-персидский алфавит

Конфессия телдәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Авеста теле, иң боронғо иран телдәренең береһе, әлегә тиклем изге текстарҙа һаҡлана.
  • Урта фарсы теле зороастрийсылар һәм яңы фарсы осоронда оҙаҡ йылдар дин теле була, әлеге мәлдә файҙаланылмай.
  • Парфян теле XIII быуатҡа тиклем Турфандағы манихей общинаһында дин теле сифатында ҡулланыла.
  • Гурани теле шАхл-ул-Хаҡҡ шиғисылар сектаһында дин теле була. Был халыҡтарҙың туған телдәре башлыса ҡурд һәм төркмән.

Ҡайһы бер телдәр конфессия эсендәге йәнле аралашыу өсөн ҡулланыла:

  • дари (үҙәк иран диалекты) (афған дариһы түгел) — Йезд һәм Керман зароастрийсыларының һөйләш теле.
  • йәһүд-иран телдәре — йәһүд общинаһының айырым диалект һөйләштәре.

Иран Википедиялары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Фарсы Википедияһы (fa:)
  • Википедия ҡур (курманджа), латиницала (ku:)
  • Тажик Википедияһы (tg:)
  • Гилян Википедияһы (glk:)
  • Осетин Википедияһы (os:)
  • Зазак телендәге Википедия (diq:)
  • мазендаран Википедияһы (mzn:)
  • Соран телендәге Википедия (ckb:)
  • Пуштун Википедияһы (ps:)

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Gordon, Raymond G., Jr. (ed.) (2005). «Report for Iranian languages». Ethnologue: Languages of the World (Dallas: SIL International
  2. По поводу данной проблемы в отношении иранских языков см. Н. И. Расторгуева. Иранские языки. / Языки мира: Иранские языки. I. Юго-западные иранские языки. М. 1997
  3. Lassen, Christian. 1936.
  4. Prods Oktor Skjærvø.
  5. Fredrik T. Hiebert, Origins of the Bronze Age Oasis Civilization in Central Asia, with foreword by Carl C. Lamberg-Karlovsky and preface by Viktor I. Sarianidi, Cambridge, Mass., 1994.
  6. PRODS OKTOR SKJÆRVØ.(недоступная ссылка)
  7. Bertold Laufer.
  8. Дьяконов И. М. Интерпретация иранских языков, пользовавшихся гетерографической письменностью/Фридрих И. Дешифровка забытых письменностей и языков. М. 1961, стр.190-204.
  9. N. Sims-Williams. 2010 йыл 8 декабрь архивланған.
  10. Грюнберг А.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Очерки по истории изучения иранских языков / Авторы: В. И. Абаев, Ч. Х. Бакаев, [[А. Л. Грюнберг, М. И. Исаев, В. А. Лившиц, И. М. Оранский, Т. Н. Пахалина, В. С. Расторгуева, С. Н. Соколов, В. С. Соколова; Отв. ред. В. С. Расторгуева; Институт языкознания АН СССР]]. — М.: Издательство Академии наук СССР, 1962. — 148 с. — 1,400 экз.
  • Оранский И. М. Введение в иранскую филологию / Сост. И. М. Стеблин-Каменский; Отв. ред. А. Л. Грюнберг; Институт востоковедения АН СССР. — Изд. 2-е, доп. — М.: Наука (ГРВЛ), 1988. — 392 с. (пер)
  • Расторгуева В. С. Сравнительно-историческая грамматика западноиранских языков: Фонология / Отв. ред. д-р филол. наук В. А. Ефимов; Рецензенты: д-р филол. наук Д. И. Эдельман, канд.д-р филол. наук Е. Н. Шарова; Институт языкознания АН СССР. — М.: Наука, 1990. — 256 с. — 1000 экз. — ISBN 5-02-010982-7.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]