Ҡыуаҡ

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Сирень (Syringa vulgaris)

Ҡыуаҡ — үҫемлектәрҙең йәшәү формаһы; бейеклеге 0,8 — 6 метр[1] булған күп йыллыҡ ағас һымаҡ үҫемлектәр. Ағастарҙан айырмалы рәүештә өлкәнәйгән ҡыуаҡтарҙа бер төп олон урынына бер нисә йәки күмәк һабаҡтар, шулай уҡ бер-береһен алмаштырып йәнәш үҫәләр. Ғүмер оҙонлоғо 10 — 20 йыл тәшкил итә.

Күп осраҡта урман сигендә (ҡыуаҡлы дала, урман-тундра) урынлашҡандар. Урмандарҙа ғәҙәттә тәпәш урманды барлыҡҡа килтерәләр.

Вәкилдәре: энәлек, барбарис.

Мөһим хужалыҡ әһәмиәтенә эйә емеш һәм еләк ҡыуаҡтары: ҡарағат, крыжовник һәм башҡалар.

Раункиерҙың йәшәү формалары системаһында фанерофиттарға ҡарай.

Классификацияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

И. Г. Серебряковтың йәшәү формалары системаһына ярашлы, ҡыуаҡтар дүрт класҡа бүленә:

  • Тулыһынса ағасланған оҙонса үрентеләре менән.
  • Розеткалы.
  • Суккулент-һабаҡлы япраҡһыҙ.
  • Ярымпаразит һәм паразит.

Тулыһынса ағасланған оҙонса үрентеләре менән ҡыуаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Күпселек ҡыуаҡлыҡтар тап ошо класҡа ҡарай. Ортотроп (вертикаль өҫкә), плагиотроп (горизонталь йәки ауыш) йәки лианоид һөлдә ботаҡтары күп йәки аҙ күләмдә вегетатив ботаҡтар барлыҡҡа килтерәләр, бер йыллыҡ үрентеләрҙең быуын араһы оҙонса.

Класс өс ярым класҡа бүленә:

  • Төҙ.
  • Ярым прострат һәм түшәлеүсән.
  • Лиана һымаҡтар.

Төҙ ҡыуаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ер өҫтө үҙәктәре вертикаль рәүештә өҫкә (ототроп) үҫәләр, уларҙың плагиотроп ер аҫты өлөштәре насар үҫешкән осраҡта ла аҙмы-күпме ҡуйы шәлкем барлыҡҡа килтерәләр. Оҙон ер аҫты ағасланған һабаҡтары (ксилоподийҙар) йәки тамыр үҫентеләре менән киң тамыр системаһы булғанда, бер нисә тиҫтә квадрат метрлыҡ өйкөм барлыҡҡа килтереп кәүшәк урынлашалар. Был ярым класс төрҙәргә бай. Төрлө климат өлкәләрендә таралғандар. Аэроксил һәм геоксилдарға бүленәләр.

Аэроксил[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ер аҫтында ботаҡлана алмайҙар. Ер аҫтында яңы үҙәктәр тамыр үҫентеләре булараҡ ҡына барлыҡҡа килә. Үренденең тармаҡланыуы ер өҫтөндә үтә, бер нисә вертикаль йәки ауыш үҙәк барлыҡҡа килтереп башлана. Ағастар һәм ҡыуаҡтар араһында күсмә формалар.

Кәүшәк аэроксил ҡыуаҡтар тәлгәш ҡайын кеүек аҙ олонло (ҡыуаҡ һымаҡ) ағастарға яҡын. Аэроксил кәүшәк ҡыуаҡтарға миләш, муйыл, кәзә талы (Рәсәйҙең Европа өлөшөндәге тайга зонаһының йәшәү өсөн уңайһыҙ шартлы һаҙлыҡлы урындарҙа үҫә) керә.

Мендәр рәүешле аэроксил ҡыуаҡтар ваҡ, бөтә үренделәр өсөн бер иш йыллыҡ үҫештәре, һөлдә үҙәктәренең һәм ботаҡтарының тығыҙ урынлашыуы менән билдәләнәләр. Ботаҡтарҙың остары аҙмы-күпме меңдәрҙең тигеҙ өҫтөн барлыҡҡа килтерәләр. Миҫал: Bupleurum fruticosum, Poterium spinosum, Tragacantha секцияһынан астрагал ырыуы төрҙәре.

Геоксил (ысын ҡыуаҡтар)[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ағасланған йыуан һәм сыҙамлы ер аҫты үҙәктәрен (ксилоподияларын) барлыҡҡа килтергән үҙәктәренең тармаҡланыуы булған үҫемлектәр. Күпселек Европа флораһының күпселек ҡыуаҡтарын тәшкил итәләр. Миҫалдар: гөлйемеш ырыуының төрҙәре, сәтләүек ағасы, барбарис. Шулай уҡ тропик һәм субтропик бамбуктарының күпселек төрҙәре был төркөмгә инәләр.

Аэроксил һәм геоксил ҡыуаҡтарҙы вегетатив хәрәкәтһеҙ һәм вегетатив хәрәкәтле ярым төркөмдәренә бүлергә була. Үренте тамырлы аэроксил ҡыуаҡтарына күгән, эт муйылы һымаҡ һырғанат керә. Вегетатив хәрәкәтле геоксил ҡыуаҡтар миҫалы булып Philadelphus coronarius, сирень, бүре емеше тора.

Ярым прострат һәм түшәлеүсән ҡыуаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Төп үҙәге һәм ситке ботаҡтары түшәлеүсән, тамырланыусан һәм осонда күтәрелеүсән. Төп тамырҙың системаһы юҡҡа сыға йәки һаҡлана (күсәрҙәре насар тамырланғанда). Ярым простратлыларҙың күбеһе ер өҫтөндә генә тармаҡлана. Арид өлкәләрҙә һирәк осрайҙар, кәкре урмандар барлыҡҡа килтереп, субальп һәм субарктик өлкәләрҙә өҫтөнлөк итәләр (Альп тауҙарында тау ҡарағайынан һәм тау ерегенән торған Krummholz, Скандинавия ярымутрауында таллыҡтар, ҡыуаҡ һымаҡ артыштың Европа тауҙарында төрҙәре).

Лиана һымаҡ ҡыуаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һөлдә күсәрҙәре үҙ аллы ортотроп үҫеүгә һәләтһеҙ һәм күрше ағас үҫемлектәрҙе терәк сифатында ҡулланалар. Лиана һымаҡ ағастарҙан йоҡараҡ һабаҡтары менән айырыла (диаметры 5-8 см-ҙан артыҡ түгел). Башлыса дымлы тропик һәм субтропик урмандарҙа, һирәгерәк саванна һәм сәнскеле урмандарҙа һәм ҡыуаҡлыҡтарҙа таралған. Быларға ябай ағас лианалары ла инә. Лианалар эсендә классификация үрмәләү ысулдарына нигеҙләнгән.

Ҡыҫҡарған үренделәре булған розеткалы ҡыуаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ер өҫтөндәге күсәрҙәре ҡыҫҡарған быуын аралары һәм эре япраҡлы розеткалар менән. Ярайһы уҡ һирәк осрайҙар. Миҫалдар — Bactris major, Dracophyllum fiordense, Brachyglottis stewartiae ҡыуаҡлы пальмалары.

Суккулент-һабаҡлы япраҡһыҙ ҡыуаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һөлдә үҙәгенең итләс консистенцияһы һыу һаҡлау һәм ассимиляция функцияларын үтәй. Төҙ үҫкән ҡыуаҡтар өҫтөнлөк итә. Миҫал — Opuntiа төрҙәре һәм башҡа кактустар, Euphorbia төрҙәре.

Ярым паразит һәм паразит ҡыуаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Башҡа ағас үҫемлектәрҙә йәшәйҙәр, уларға гаусториялар менән йәбешәләр. Күпселектең йәшел япраҡтар бар һәм улар фотосинтезға һәләтле. Миҫалдар — Loranthaceae төрҙәре, тропиктарҙа һәм уртаса зонала — Viscum album (омела) һәм ҡайһы бер Santalaceae (Osyris alba).

Таралыуы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ағастарға ҡарағанда экологик яҡтан адаптив ҡыуаҡтар донъя буйлап киң таралғандар. Ағастар өсөн шарттар уңайһыҙ булған күп урындарҙа — тропик һәм уртаса зонаның арид райондарында, урман бүлкәтенең поляр сигендә, тау урмандарының өҫкө сигендә өҫтөнлөк итәләр һәм биологик төрлөлөктө өлгәшәләр. Ҡыуаҡтарҙың фитоценотик роле артыуы уларҙың төрҙәренең күплеге һәм экологик-морфогенетик төрлөлөктөң артыуы менән оҙатыла. Шул уҡ ваҡытта бер төрҙәге үҫемлектәр ағас йәшәү формаһынан ҡыуаҡҡа күсә алалар.

Тропиктар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Тропик зонаһы сиктәрендә ҡыуаҡтар дымлы тропик урмандарҙан алып сүллектәргә тиклем осрайҙар.

Ҡыуаҡтар тропик ямғырлы урмандар таралған бөтә ерҙәрҙә бар. Бында улар байтаҡ бейеклеккә етәләр (6-8 метрға тиклем һәм унан да юғарыраҡ), үренделәре насар тармаҡлана, япраҡтары ҙур, ғәҙәттә гигрофил. Ҡыуаҡтарҙың күбеһе аэроксил. Боҙолмаған ямғырлы урмандарҙа улар һиҙелерлек фитоценотик роль уйнамайҙар. Ҡырҡындыларҙа йәки янғын үткән урындарҙа ҡыуаҡтар ҙур майҙандарҙы биләп, икенсел үтә алмаҫлыҡ әрәмәлектәр барлыҡҡа килтерә алалар. Флористик яҡтан дымлы тропик урмандар ҡыуаҡ төрҙәренә сағыштырмаса ярлы.

Климаттың аридлығы көсәйеүе менән тропик фитоценоздарҙа ҡыуаҡтарҙың роле арта бара. Африка, Һиндостан, Үҙәк һәм Көньяҡ Америка сәнскеле урмандарын йыш ҡына «ҡыуаҡлы» урмандар тип атайҙар. Системалы рәүештә «ҡыуаҡ урмандар» сәрүәрҙең төрлө төрҙәренән һәм парлы ҡауырһын һымаҡ ҡатмарлы япраҡлы ҡуҙаҡлыларҙың башҡа ырыуҙарынан тора. Ҡайһы берҙә ябай ҡаурый япраҡлы ағастар өҫтөнлөк итә — адина, harrisonia , руталарҙың, burseraceae, bignoniaceae-ҙың ҡайһы бер төрҙәре. Был формациялағы ҡыуаҡтарҙың күбеһенең сәнскеләре бар. Сәнскеле һәм саванна урмандарының ҡыуаҡтары —ксерофиттар. Бында геоксил ҡыуаҡтары барлыҡҡа киләләр. Уларҙың ер аҫты үренделәре ер өҫтөндәгеләргә ҡарағанда нығыраҡ үҫешкән, ҡалынлығы ҙурыраҡ, сыҙамлыраҡ. Ҡалын ер аҫты үҙәктәрендә дым һаҡлана. Флористик яҡтан бында ҡыуаҡтар өҫтөнлөк итә.

Ғөмүмән, ҡыуаҡтарҙың тропик зоналағы роле аридлыҡ көсәйеүе һәм ҡоролоҡ осороноң оҙонауы менән арта. Тропик фитоценоздарында ҡыуаҡтарҙың роле көсәйеү менән бер рәттән, уларҙың төр байлығы арта, гумид тропиктарҙа өҫтөнлөк иткән аэроксил ҡыуаҡтар урынына геоксил ҡыуаҡтар барлыҡҡа килә һәм тарала.

Субтропиктар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡыуаҡтар субтропик климат биоценоздарында киң таралған. Тропиктарҙағы кеүек үк, үҫемлек төркөмдәрендә иң күп флористик төрлөлөк һәм төп роль арид төбәктәргә тура килә, бигерәк тә ҡоро эҫе йәйле һәм ҡышҡы яуым-төшөмлө урындарҙа. Урта диңгеҙ буйында һәм Ҡап өлкәһендә ҡыуаҡтар бындай климат шарттарында үҙенсәлекле төркөмдәр барлыҡҡа килтерәләр, ҡайҙа улар бөтөнләй өҫтөнлөк итәләр.

Дымлы субтропик урмандарҙа ҡыуаҡтар йыш ҡына үтә алмаҫлыҡ тәпәш урман барлыҡҡа килтерәләр, әммә барыбер буйһоноусы ролен үтәйҙәр һәм төрҙәр һаны күпкә кәмерәк. Ҡыуаҡтарҙың өҫтөнлөгө урман сигендә йәки урман япмаһының боҙолған урындарында ғына мөмкин.

Арид климатлы мәңге йәшел шырт төклө урмандарҙа тәпәш урман бик күп мәңге йәшел склерофил ҡыуаҡтарҙан тора. Кешеләрҙең ағастарҙы тотош ҡырҡыуы бында үҙенсәлекле ҡыуаҡ биомдары — маквистарҙың, гарригаларҙың, фригандарҙың килеп сығыуына килтерә.

Маквистың ҡыуаҡлыҡ бейеклеге бер ярымдан дүрт метрға тиклем етә. Урта диңгеҙ буйының тупраҡ һәм климат төрлөлөгө уның һәр төбәгендә үҙ төрҙәре өҫтөнлөк итеүенә килтерә. Шуның менән бергә Урта диңгеҙ маквистары буйлап ҡыуаҡтар рәте киң таралған — йылы диңгеҙ буйҙарында мирт, арбутус, книдий бүре еләге, киң япраҡлы филлирея, кнеорум, мастика ағасы, терпентин ағасы, испан дрогы, мәңге йәшел гөлйемеш.

Кап өлкәһендә финбош (үҫемлектәр донъяһы тибы) эрика, сумах, лейкадендрон, протея, арса һымаҡтар ырыуы ҡыуаҡтарынан тора.

Австралияның далаларында һәм ярым сүллектәрендә ҡыуаҡтар тәпәш буйлы скрэбты барлыҡҡа килтерәләр.

Калифорния чапаралиҙары, маквистарға бик яҡын булыуға ҡарамаҫтан, урмандарҙың кеше тарафынан артыҡ файҙаланыуы һөҙөмтәһендә түгел, ә бары тик климатик сәбәптәр арҡаһында барлыҡҡа килгән — улар йәй көнө йыллыҡ яуым-төшөмдөң 20 проценттан кәмерәк өлөшө яуған территорияны биләйҙәр.

Уртаса бүлкәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡыуаҡтар Канада, АҠШ-тың (ҡыуыҡ емеш,балан, ҡарағат, жамесия, яланғас саған, Пенсильвания муйылы, ҡыҙылтал) һәм Рәсәйҙең (тал, гөлйемеш, һоро ерек, мышар) тайга урмандарында үҫешкән тәпәш урман барлыҡҡа килтерәләр. Тайганың төньяғында кәрлә ҡайындың ҡыуаҡ формаһы килеп сыға.

Ҡыуаҡтар ярусы киң япраҡлы һәм ҡатнаш урмандарҙа яҡшы үҫешкән. Климаты һыуынған һайын термофил ҡыҙылтал, стафилея, скумпия, балан, энәлек һыуыҡҡа сыҙамлы сәтләүек ағасы, эт муйылы, айыу баланы, зелпе, бүре еләге менән алмашына.

Далаларҙа һәм ярым сүллектәрҙә йыш ҡына ксерофитик ҡыуаҡтарҙың әрәмәлектәре үҫешә, улар тёрн, баҙам ағасы, дала сейәһе, тубылғы өҫтөнлөк иткән ҡыуаҡлы далаһын барлыҡҡа килтерә.

Уртаса бүлкәтенең сүллек райондарында ҡыуаҡтарҙың төрлөлөгө, бигерәк тә ҡоро тауҙарҙа, иң юғары кимәлгә етә.

Ҡыуаҡлы тундралар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Субарктик һәм альп климатында ҡыуаҡтар өҫтөнлөк итә. Субарктик бүлкәттә ҡыуаҡлы тундраһының субзонаһы айырыла. Уны кәрлә тал, ҡайын һәм ерек барлыҡҡа килтерә. Ҡыуаҡтар бүлкәте тау тундраһында ла сағыла.

Биологияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡыуаҡлыҡтарҙың бейеклеге, ағастар менән сағыштырғанда, үҙәктәренең ҡыҫҡа ғүмерлеге, йәшәү циклының ҡырҡа ҡыҫҡарыуы менән бәйле. Был ҡыҫҡартыу үренделәрҙең үҫеү тиҙлегенең артыуы менән оҙатыла. Ҡайһы бер ҡыуаҡтарҙың йыллыҡ үҫеше 60-70 сантиметрҙан ашып китә, ҡайһы берҙә 140—160 см-ға етә.

Ҡыуаҡтар үҫеше баҫылған, тотҡарланған йәшәү формаһы түгел, киреһенсә, тиҙ үҫеүсе үҫемлек формаһы.

Ер өҫтөндәге ҡыуаҡ үҙәктәренең үҫеү осоро ағастарға ҡарағанда уртаса 10-15 тапҡырға кәмерәк. Ҡыуаҡтарҙың үҫеү кульминацияһы үҙәктең 3-5 йыллығында була.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. КУСТАРНИК: ГЕОГРАФИЧЕСКИЙ СЛОВАРЬ. Дата обращения: 15 февраль 2009. Архивировано 13 февраль 2009 года.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]