Муйыл

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Муйыл
Үҫемлектең дөйөм күренеше
Үҫемлектең дөйөм күренеше
Фәнни классификация
Халыҡ-ара фәнни исеме

Prunus padus L.

Синонимдар

Викитөркөмдә
Систематика

Викиһаҡлағыста
рәсемдәр
ITIS  24798
NCBI  97307
EOL  11164883
GRIN  g:30057
IPNI  730076

Муйыл (рус. Черемуха обыкновенная, лат. Prunus padus) — Розалар ғаиләһенән, сливалар төрөнән булған, бейек булмаған ағас, бик һирәк осраҡта ҡыуаҡлыҡ. Бөтә Рәсәй буйынса таралған. Шулай уҡ көнбайыш Европала һәм Азияла үҫә. Хуш еҫле сәскәләре өсөн декоратив үҫемлек булараҡ та үрсетелә.

Ботаник яҙма[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ярым ағас, ағас йәки эре ҡыуаҡ бейеклеге 0,6—10 м, олоно оҙонса, ҡуйы. Ҡайырыһы һоро, ҡара- һоро, аҡһыл оҙонса таптары бар. Йәш ботаҡтар зәйтүн йәки сейә ҡыҙыл төҫтә.

Япраҡтары ябай, сиратлашҡан, оҙонса түңәрәк йәки һуҙылған — эллиптик, оҙонлоғо 3—10 (һирәк осраҡта 15) см, яланғас, нәҙек, ҡыҫҡаҡ һабаҡлы, ослайып бөтә, ситтәре бысҡы һымаҡ осло; япраҡ яны беҙ һымаҡ, тиҙ ҡойола; һабаҡтарының оҙонлоғо 1—1,5 см, япраҡ төбөнән өҫтәрәк ике ҡаты пластинкаһы бар.

Муйыл сәскәһе

Сәскәләре аҡ (һирәгерәк ал), ҡуйы оҙонса тәлгәшкә йыйылған, оҙонлоғо 8—12 см, ныҡ еҫле, сәскә төптәрендә. Таждары һәм таж япраҡсалары 5-әр, һеркә япраҡтары 20, һеркәлектәре һары, емешлеге берәү.

Емеш — шар формаһында ҡара төшөнөң диаметры 8—10 мм, татлы, ныҡ һуҙылыусан. Төшө оҙонса түңәрәк.

Апрелдән июнгәсә сәскә ата. Емештәре июлдә — августа өлгөрә.

Вегетатив рәүештә үрсей, (сыбыҡсалар, тамырын бүлеү юлы), бик һирәк осраҡта орлоҡтар менән.

Йыл һайын бик көслө сәскә атһа лә, емештәре йыл да булмай, сөнки сәскәләре иртә яҙҙа ҡырауға бирешә. Ә ағастар үҙҙәре төрлө ҡоротҡос бөжәктәрҙән яфалана.



К. А. М. Линдман, «Bilder ur Nordens Flora», 1917—1926 китабынан ботаник иллюстрация

Төрҙәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Файл:1969foto bigмуйыл.jpg
Сәскә атҡан муйыл

1. Азиат муйыл (Черемуха азиатская — Padus asiatica Komar).

2. Антипка йәки магаленка муйылы (Черемуха антипка, или магаленка — Padus mahaleb Borkh).

3. Виргин муйылы (Черемуха виргинская — Padus virginiana (L.) Mill). 4. Грей муйылы (Черемуха Грея — Padus grayana C.K. Schneid).

5. Макка муйылы (Черемуха Маака — Padus maackii (Rupr.) .

6. Максимович муйылы (Черемуха Максимовича — Padus maximowiczii (Rupr.) Sок.)

7. Вак тешле муйыл (Черемуха мелкопильчатая — Padus serrulata (Lindl.) comb. Nova)

8. Ябай, йәки тәлгәшле(һөйәкле) муйыл (Черемуха обыкновенная, или кистевая — Рadus avium Mill.)

9. Пенсильван муйылы (Черемуха пенсильванская — Padus pennsylvanica (L.) Sok.)

10. Сьори муйылы (Черемуха сьори — Padus ssiori (Fr.Schmidt) C.K.Schneid.)

11. Себер муйылы (СИБИРСКАЯ ЧЕРЕМУХА)

Халыҡ медицинаһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Дауалау өсөн муйылдың емеше һәм ҡайыры ҡулланыла. Уларҙың составында С витамины, каротин, алма һәм лимон кислоталары, амигдалин һәм башҡа биологик актив матдәләр бар. Муйыл япрағы гигиеник яҡтан файҙалы. Ул бүлеп сығарған фитонцид матдәһе себен-серекәйҙәрҙе өркөтә. Муйыл емеше эс китеүҙән шифалы. Төнәтмәне былай әҙерләргә: 1 аш ҡалағы кипкән муйылдыбер стакан ҡайнар һыуға һалып,20 минут талғын утта ҡайнатырға. Көнөнә өс тапҡыр яртышар йәки стакандың өстән бер өлөшөн эсергә. Күҙ ҡабағы шешенгәндә.

Сеймал әҙерләү һәм һаҡлау[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Муйылдың ҡайыры иртә яҙ айҙарында һыҙырыла. Емеше ҡояш төшкән урында, мейестә, ҡайыры күләгәлә һәм ҡоро урында киптерелә. Һаҡлау ғәҙәттәгесә.

Мөхит[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һуңғы йылдарҙа тәбиғәтебеҙҙең күркәме муйыл бигерәк тә күп зарар күрә. Сәскәһе өсөн аяуһыҙ һындыралар, емештәрен алам тип ҡайһы бер әҙәмдәр муйыл ағастарын балта ҡулланып та йығалар. Бындай ҡаты бәғерлелеккә, вандализмға юл ҡуйылмаһын ине.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Варис Ғүмәров. Тыуған яҡтың шифалы үҫемлектәре. — 78-79 биттәр.