Олон (ботаника)
Олон | |
![]() | |
![]() |

Олон — үҫемлектәрҙең төп, үҙәк, радиаль-симметрик, вегетатив органы, ағас йәки ағас һымаҡтарҙың (мәҫ. пальма) һабаҡтары.
Ағас олоно өсөн цилиндрға яҡын форма хас, өҫкә табан диаметры аҡрынлап кәмей, нәҙегәйә бара. Олон диаметры тигеҙ генә бармай, төрлөсә үҙгәргән осраҡтар ҙа була. Был уларҙың зәғифлеге йәки етешһеҙлеге һанала[1].
Ағас олонон бысҡандан йә тумырғандан һуң тамыры менән ҡалған өлөшө түңгәк йәки Төпһә тип атала
Олон ҡоролошо[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Олон 5 ҡатламдан тора:үҙәк, үҙағас, сөсөк (күшкә), ҡабыҡ (ҡайыр), ҡыртыш.
Үҙәге[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Олондоң үҙәк ҡатламы, унда йыш ҡына туҡлыҡлы матдәләр, ҡайһы берҙә һыу туплана.
Үҙағас[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Тамырҙан алып сатырға тиклем күҙәнәктәр аша һыу, минераль матдәләр үтә торған ҡатлам. Поляр төбәктәрҙә йәки уртаса киңлектәрҙә йылы ваҡытта олон һалҡын миҙгелгә ҡарағанда тиҙ үҫә, аҡһылыраҡ һәм ҡалыныраҡ үҙағас барлыҡҡа килә. Йылдыҡы йылдыҡынан ҡулса рәүешле айырылып тора һәм уларҙы Йыллыҡ балдаҡтар тип атайҙар, уларға ҡарап ағас төпһәһе буйынса нисә йәшлек икәнен билдәләргә мөмкин. Тропиктарҙа үҫкән ағастарҙа йыш ҡына йыллыҡ ҡулсалар барлыҡҡа килмәй.
Күшкә (сөсөк)[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Ағас олононда үҙағас һәм ҡайыры араһындағы уларҙың барлыҡҡа килеүенә булышлыҡ итеүсе туҡыма.
Ҡайыр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Башҡорт телендә ҡайыр(ы), ҡабыҡ тип йөрөтөлә. Унда фотосинтез бара, сатыр буйлап углеводтарҙы хәрәкәт иттергән ҡатлам.
Ҡыртыш[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Ағас олононоң күҙәнәктәр үлгән тышҡы ҡатламы. Йыш ҡына ағас ыҫмалаһы була. Ағас ҡабығы үҫеш барышында тупаҫлана, ярғылана. Был өлөш ағасты һауа температураһы үҙгәрештәренән һәм дымланыуҙан һаҡлай.
Олондоң әһәмиәте[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Олон ағасҡа йығылмай торорға, туҡланырға мөмкинлек бирә, шул уҡ ваҡытта янындағы үҫемлектәргә лә ышыҡ, терәк булып тора.
Ағастарҙа барлыҡҡа килгән ҡыуышлыҡтарҙа төрлө йәнлектәр, ҡоштар, бөжәктәр төйәк таба, күбеһе ошонда уҡ туҡлана. Башҡорт халҡында һаҡланып ҡалған солоҡсолоҡ кәсебе лә ҡырағай бал ҡортоноң ҡарт ағастар ҡыуышында урынлашыуы менән бәйле.
Кешеләр ағасты яғыулыҡ, төҙөлөш материалы булараҡ, көнкүреш әйберҙәре эшләү, дауаланыу өсөн дә файҙалана[2].
Ағастан ашлама ла алына: серегәне тупраҡҡа, торфҡа әйләнеүсән, көлөн калийлы ашлама, ҡоротҡостарҙы бөтөрөү сараһы итеп тә ҡулланалар.
Олондар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Шулай уҡ ҡара[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ Вакин А. Т., Полубояринов О. И., Соловьёв В.А. Пороки древесины. — Издание второе, переработанное и дополненное. — М.: Лесная промышленность, 1980. — 197 с.
- ↑ РИА новости: Вырубка лесов в тропиках ускорилась, а не замедлилась, заявляют ученые, РИА новости (15:51 26.02.201).
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
![]() |
Олон (ботаника) Викимилектә |
---|
- [ Дерево (растение)] — Ҙур совет энциклопедияһында мәҡәлә
![]() |
Был ботаника буйынса тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |