Ҡыҙылтал

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ҡыҙылтал
Cornus florida
Кизил цветущий (Cornus florida).
Общий вид растения во время цветения.
Арборетум в Вале-о-Луп.
Фәнни классификация
Халыҡ-ара фәнни исеме

Cornus L., 1753

Синонимдар
Wikispecies-logo.svg
Викитөркөмдә
Систематика
Commons-logo.svg
Викиһаҡлағыста
рәсемдәр
GRIN  2939

Ҡыҙылтал (рус. Кизил, лат. Córnus) — мүшмел һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты.

Таралышы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ҡыҙылталдың 40‑тан ашыу төрө билдәле. Үҫемлек Төньяҡ ярымшарҙың уртаса бүлкәтендә, башлыса Көнсығыш Азияла һәм Төньяҡ Америкала таралған. Башҡортостанда аҡ ҡыҙылтал үҫә. Киң япраҡлы һәм ылыҫлы урмандарҙың ваҡ ағаслыҡтарында осрай. Башҡортостандың башлыса төньяҡ‑көнсығыш райондарында таралған. Декоратив үҫемлек, мышылар һәм селдәр өсөн мал аҙығы булып тора. Текә битләүҙәрҙең, йылғаларҙың һәм һыу ятҡылыҡтары ярҙарының тупраҡ нығытыусыһы. Үҫемлек шулай уҡ декоратив йәшелләндереүҙә лә ҡулланыла.

Ботаник яҙма[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Нескә һығылмалы ҡыҙғылт йәки һарғылт ботаҡлы, япраҡ ҡойоусы, бер өйлө, күләгәгә сыҙамлы ҡыуаҡ, бейеклеге 1—3 м. Япраҡтары ҡапма-ҡаршы урынлашҡан, һаплы, киң йомортҡанан алып эллипс формаһына тиклем, осонда осло йәки ослая барған, йомро йәки шына һымаҡ нигеҙле, өҫ яҡтан — йыйырсыҡлы, ҡарағусҡыл йәшел, һирәк төктәр менән, аҫ яҡтан — күгелйем, төктәре ҡуйыраҡ. Сәскәләре ваҡ, аҡ төҫтә, ҡалҡан һымаҡ сәскәлектәрҙә. Май—июндә сәскә ата. Емеше — тумалаҡ формаһындағы зәңгәрһыу йәки аҡ төҫтәге төшлө емеш, август—сентябрҙә өлгөрә. Баллы үҫемлек.