Эстәлеккә күсергә

Минһажев Ғималетдин Минһаж улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Минһажев Ғималетдин Минһаж улы
Тыуған ваҡыты:

21 май 1889({{padleft:1889|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:21|2|0}})

Тыуған урыны:

Өфө губернаһы Златоуст өйәҙе (хәҙер Башҡортостан Республикаһының Ҡыйғы районы Иҙрис ауылы,

Вафат ваҡыты:

19 сентябрь 1955({{padleft:1955|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:19|2|0}}) (66 йәш)

Вафат урыны:

Башҡорт АССР-ының Өфө ҡалаһы

Һөнәре:

актёр, драматург, театр теоретигы

Гражданлығы:

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР

Театр:

Башҡорт драма театры

Наградалары:

РСФСР-ҙың халыҡ артисы— 1949РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы — 1949Ленин ордены — 1949 Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены — 1944 Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены — 1955

Минһажев Ғималетдин Минһаж улы (21 май 1889 йыл19 сентябрь 1955 йыл) — совет актёры, драматург һәм театр теоретигы. РСФСР-ҙың (1949) һәм Башҡорт АССР-ының (1935) халыҡ артисы. Ленин (1949), ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1944, 1955) ордены кавалеры.

Ғималетдин Минһаж улы Минһажев 1889 йылдың 21 майында Өфө губернаһы Златоуст өйәҙе (хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ҡыйғы районы) Иҙрис ауылында тыуа.

1918 йылдан Златоуст ҡалаһы драма түңәрәктәрендә уйнай. Бер йылдан гастролдә йөрөүсе Петроградтың Яңы драма театры сәхнәһендә М. Горькийҙың «На дне» спектаклендә Татарин ролен башҡара.

1920 йылдан Ғималетдин Минһаж улы Златоуст ҡала Советы труппаһы менән етәкселек итә, 1921 йылда — Красноярск татар драма һәм комедия театрында, ә 1922—1924 йылдарҙа Өфө театр труппаларында эшләй.

1924 йылда — Башҡорт драма театрында эшләй. 19241925 йылдарҙа Мәжит Ғафури менән берлектә күсмә театрға нигеҙ һалыу эшендә ҡатнаша.

Ғималетдин Минһажев — «Дәүер» һәм «Ялҡын» пьесалары авторы. 1952 йылда Өфөлә ул үҙенең актерлыҡ сәнғәте теорияһына нигеҙләнеп яҙылған «Минең тормошом. Хәтирәләр» тигән автобиографик китабын баҫтырып сығара. Актерлыҡ сәнғәте теорияһында ул тормоштоң өс сығанағы һәм сәхнә сәнғәтен булдырыусы өс башланғыс тураһында тасуирлай.

1955 йылдың 19 сентябрендә Өфө ҡалаһында вафат була.

Ғ. М. Минһажев ҡатыны менән

Минһажев Ғ. М. «Утыҙ йыл сәхнәлә. Артист яҙмаларынан.» //Әҙәби Башҡортостан. 5-се сығарылыш. Өфө, 1955.

Наградалары һәм исемдәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • РСФСР-ҙың һәм БАССР-ҙың халыҡ артисы (1949) (1935), РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы (1944).
  • Ленина ордены (1949), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1944, 1955).
  • Башҡортостан. Ҡыҫҡа энциклопедия. Өфө, 1996. 40 б.
  • Мәhәҙиев М. Театр тураhында. Өфө, 1962;
  • Башҡорт дәүләт академия драма театры. Төҙ. В.Ғ. Ғәлимов, С.С Сәитов. Өфө, 1969.
  • Юрий Узиков. Исторические памятники Уфы. [1] (на рус.яз.) «Китап» нәшриәте, 1999, 47-48 с. ISBN 5-295-02294-3.