Буранғолов Мөхәммәтша Абдрахман улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Мөхәммәтша Абдрахман улы Буранғолов
Тыуған көнө:

15 декабрь 1888({{padleft:1888|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:15|2|0}})

Тыуған урыны:

Һамар губернаһы[1] Быҙаулыҡ өйәҙе, Үрге Ильяс ауылы

Вафат булған көнө:

9 март 1966({{padleft:1966|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:9|2|0}}) (77 йәш)

Вафат булған урыны:

Башҡорт АССР-ы Өфө ҡалаһы

Гражданлығы:

Рәсәй империяһы Рәсәй империяһыСовет Социалистик Республикалар Союзы СССР

Эшмәкәрлеге:

фольклорсы, сәсән

Наградалары:

Башҡортостандың халыҡ сәсәне

Буранғолов Мөхәммәтша Абдрахман улы (15 декабрь 1888 — 9 март 1966) — Башҡортостандың халыҡ сәсәне (1944). Фольклорсы, драматург. 1940 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Мөхәммәтша Абдрахман улы Буранғолов 1888 йылдың 15 декабрендә элекке Һамар губернаһы Быҙаулыҡ өйәҙе Үрге Ильяс ауылында[1] тыуған. 1900 йылда етем ҡалып, ағаһы тәрбиәһендә үҫә. Күрше ауыл Юлдашта земство мәктәбендә уҡый. 1902 йылда Ырымбур биҫтәһе Ҡарғалы ауылына барып урынлаша.

1907 йылда Ҡарғалы мәктәбен тамамлағас, ике йыл халыҡ иҫәбен алыу эшендә ҡатнаша. Шул осорҙа халыҡ ижады ынйыларын йыйыу эшенә тотона.

1909—1911 йылдарҙа Ырымбур ҡалаһында «Хөсәйениә» мәҙрәсәһендә белем ала. 1912-1916 йылдарҙа Ҡайыпҡол мәктәбендә, Быҙаулыҡ ҡалаһындағы халыҡ мәғарифы бүлегендә эшләй. 1919-1920 йылдарҙа - Туҡ-Соран кантоны башҡарма комитеты рәйесе. 1922 йылда Башҡорт АССР-ының Мәғариф халыҡ комиссариатының фәнни бүлеге эргәһендә Башҡортостан көнкүрешен, мәҙәниәтен һәм тарихын өйрәнеү буйынса йәмғиәт ағзаһы итеп һайлана[2]. 1937 йылда ҡулға алына, иреккә сыҡҡас, 1938 йылға тиклем Башҡортостандың төрлө ҡалаларында, райондарында, педагогия техникумында уҡытыусы була. 1938 йылдан Өфөләге Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында эшләй башлай. Унда фольклор бүлегендә эш алып бара.

Башҡорт халыҡ ижадына нигеҙләнеп бик күп пьесалар, драмалар яҙа. Улар театр сәхнәләренән күрһәтелә килә.

Башҡорт халҡының ҡомартҡылары булған «Урал батыр» һәм «Аҡбуҙат» эпостарын яҙып ала.

1943 йылда «Башҡортостандың халыҡ сәсәне» тигән маҡтаулы исем бирелә.

Әлшәй районы Раевка ауылындағы Башҡорт лицейы баҡсаһында Мөхәммәтша Буранғолов бюсы

Милләтселектә ғәйепләнеп, 1950-1956 йылдарҙа һөргөндә була. Ҡайтҡас та, көрәшеп ғүмер итә: исемен гәзит, журналдарҙа сығармайҙар, яҙғандарын баҫтырмайҙар. Аҙаҡ ҡына был хата төҙәтелде.

Китаптары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Ашҡаҙар: Пьеса. — Ырымбур, 1923. — 30 б.
  • Башҡорт туйы: Пьеса / В. Мортазин менән берлектә. — Өфө: Башиздат, 1929. — 112 б.
  • Прокурор: Пьеса. — Өфө: Башгиз, 1930. — 42 б.
  • Бөйөк Ватан һуғышы тураһында ҡобайырҙар: Ҡобайыр. — Өфө: Башгосиздат, 1942. — 36 б.
  • Батырҙар тураһында эпостар. — Өфө: Башгосиздат, 1943. — 200 б.
  • Аҡбуҙат: Башҡорт халыҡ героик эпосы. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1971. — 46 б.
  • Аҡбузат: Башк. нар. героич. эпос. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 1972. — 46 с., 1976. — 12 с. (рус.)
  • Таштугай. — Уфа: Китап, 1994.  (рус.)
  • Көйһөҙ ҡыҙ. Яралы бөркөт. — Өфө: Китап, 1999.

Хәтер[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Әлшәй районының Раевка ауылындағы башҡорт лицейына Мөхәммәтша Буранғолов исеме бирелгән[3].
  • Лицей баҡсаһында Мөхәммәтша Буранғоловҡа бюст ҡуйылған.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. 1,0 1,1 Хәҙерге Ырымбур өлкәһе, Красногвардейский районы
  2. История башкирского народа: в 7 т./ гл. ред. М. М. Кульшарипов; Ин-т истории, языка и литературы УНЦ РАН — Уфа: Гилем, 2010. — Б. 327. — 468 б. — ISBN 978-5-7501-1199-2.
  3. Мөхәммәтша Буранғолов исемендәге башҡорт лицейының рәсми сайты (рус.) (Тикшерелгән 28 декабрь 2017)

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Гайнуллин М. Ф., Хусаинов Г. Б. Писатели Советской Башкирии. Биобиблиографический справочник / Оформление А. Королевского. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 1977. — 416 стр. (рус.)
  • Ғәйнуллин М. Ф., Хөсәйенов Ғ.Б. Совет Башҡортостаны яҙыусылары. Биобиблиографик белешмә. Тулыландырылған, төҙәтелгән икенсе баҫма. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1988. — 400 бит.
  • Писатели земли башкирской. Справочник / Сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина. — Уфа: Китап, 2006. — 496 с. (рус.)
  • Писатели земли башкирской. Справочник / (сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина). Переработанное и дополненное второе издание. — Уфа: Китап, 2015. — 672 с. ISBN 978-5-295-06338-1 (рус.) (Тикшерелгән 28 декабрь 2017)

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Видеояҙмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]