Эстәлеккә күсергә

Ҡарғалы мәҙрәсәләре

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Мәҙрәсә
Ҡарғалы мәҙрәсәләре
Ил Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы
Өлкә Ырымбур өлкәһе Ырымбур өлкәһе
Ауыл Ҡарғалы (Сәйет)
йүнәлеш, мәктәп сөннәт, хәнәфи
Мәсет Ҡарғалы мәсеттәре
Төп даталары:
1746
1920

Ҡарғалы мәҙрәсәләре — 1746—1920 йылдарҙа Ҡарғалы (Сәйет) биҫтәһендә (хәҙерге Ырымбур өлкәһе Һаҡмар районы) эшләгән мосолман мәктәптәре комплексы.

Ҡарғалы (Сәйет) биҫтәһендә (хәҙерге Ырымбур өлкәһе Һаҡмар районы) тәүге мәҙрәсә 1746 йылда (башҡа мәғлүмәттәр буйынса 1760 йылда) 1‑се йәмиғ мәсете эргәһендә асыла. Мәҙрәсәнең мөҙәрисе итеп Ғәбдессәлим бин Ураи (1700—1768) тәғәйенләнә. Биҫтәлә сауҙагәрҙәр һәм диндарҙар аҡсаһына яңы мәсеттәр төҙөлөү менән бер рәттән уларҙың эргәләрендә мәҙрәсәләр ҙә асыла бара. 1775 йылда 6-сы йәмиғ мәсете ҡарамағында биҫтәлә икенсе мәҙрәсәгә нигеҙ һалына. 1802 йылда — 2-се йәмиғ мәсете, 1810 йылда — 3-сө йәмиғ мәсете, 1837 йылда — 7-се йәмиғ мәсете, 1857 — 4-се йәмиғ мәсете, 1861 йылда — 5-се йәмиғ мәсете эргәһендә мәҙрәсә асыла. Биҫтәлә 1869 йылда – 9, 1913 йылда барлығы 10 мәҙрәсә эшләгән.

Ҡарғалы мәҙрәсәләре Өфөлә урынлашҡан Ырымбур мосолман диниә назараты ҡарамағында була.

Мәҙрәсәләр Урта Азия тибындағы уҡыу йорто тип иҫәпләнә һәм уҡытҡанда схоластик традицияларға таяна. Уҡытыу‑тәрбиә эшенә мәсеттәрҙең имам‑хатиптары һәм Бохара, Сәмәрҡәнд һәм башҡа мәҙрәсәләрҙә курс тамамлаған мөҙәристәр етәкселек итә, улар араһында Әбделмәних Ҡарғалы, Һибәтулла Сәлихов, Ғәбдессәлим бин Ураи (1700—1768), Абдрахман бине Мөхәмәтшәриф әл-Кирмәни (1743–1826), Х. А. Усманов (1866–1915), шулай уҡ сығыштары менән билдәле ислам үҙәктәре Харәзмдән Ишнияз бине Ширнияз (?—1791) һәм Бағдадтан Вәлитдин бине Хәсән (1747—1831) булған.

Мәҙрәсәләр хәйриә аҡсаһына тотолоп, уҡыу бушлай булған. Уҡыу курсының дауамлығы 7—10 йыл тәшкил иткән. Уҡыу программаһына традицион дин ғилеме предметтары — Ҡөрьән тәфсире, хәҙистәр, Ислам тарихы, мосолман догматикаһы (ғәҡид) һәм этикаһы (әхлаҡ), фикһ (хоҡуҡ), логика (мантыйҡ), фәлсәфә (хикмәт), шулай уҡ арифметика, геометрия, ғәрәп, фарсы һәм төрки телдәре һәм башҡа дәрестәр ингән. Мәҙрәсәләрҙә традицион ысул менән уҡытылған. XIX быуат аҙағынан ҡайһыларында урыҫ теле уҡытылған.

1895 йылда Ырымбур сауҙагәре Ғәни Хөсәйенов инициативаһы һәм ярҙамы менән ҡайһы бер мәҙрәсәләрҙә яңы ысул менән уҡытыуға күсереү ойошторола. 1899—1901 йылдарҙа 9-сы йәмиғ мәсете эргәһендәге мәҙрәсәлә яңы ысуллы мәктәптәр өсөн уҡытыусылар әҙерләү буйыса Фәтих Кәрим етәкселегендә бөтә Рәсәй педагогия йәйге курстары эшләй. 1899 йылда — 60, 1900 йылда — 70, 1901 йылда — 80 уҡытыусы был курстарҙы тамамлай. 1913 йылға ҡарата 4 мәҙрәсәлә (1‑се, 2‑се, 5‑се һәм 9‑сы мәсеттәр эргәһендә) өлөшләтә генә яңы ысул менән уҡытыу индерелә, Ҡарғалы мәҙрәсәләрҙең күбеһе иҫке, дини‑схоластик нигеҙҙә уҡытыуҙы дауам итә. Был уларҙың абруйлығын төшөрөрөүенә килтерә[1].

Ҡарғалы мәҙрәсәләре нигеҙендә китапханалар барлыҡҡа килә, тәржемә итеү һәм фәнни эшмәкәрлек алып барыла[1].

Ҡарғалы мәҙрәсәләрендә мулла һәм мөҙәрис вазифаларын башҡарыусылар өсөн ҡыҫҡа ваҡытлы курстар ойошторолған. 1810 йылда 4 мәҙрәсәлә — 359, 1869 йылда 9 мәҙрәсәлә – 496, XIX быуат аҙағында 9 мәҙрәсәлә – 700, ә 1913 йылда 10 мәҙрәсәлә 498 шәкерт белем алған. Билдәле шәкерттәре араһында Ғәбдрәхим Усман (1754-1834), Әбделмәних Ҡарғалы (1782–1833 йылдан һуң), Мөхәмәтйән Хөсәйенов (1756–1834), Ғәбдессәләм Ғәбдрәхимов (1765–1840), Ғәбделвәхит Сөләймәнов (1786–1862) һәм башҡалар бар[1].

1919—1920 йылдарҙа Ҡарғалы мәҙрәсәләре ябылыуға дусар була.

  1. 1,0 1,1 1,2 Денисов Д. Н. Медресе Каргалы // Ислам на Урале. Энциклопедический словарь / Сост. и отв. редактор Д. З. Хайретдинов. — М.: «Медина», 2009. — 404 с. — ISBN 978-5-9756-0054-7.
  • Фәхретдин Р. Сагыйд. — Казан, 1897.
  • Гани бай. Тәржемәи хәле, хатлары, анын хаҡында хәтирәләр / Тозүче Борhан Шәрәф. – Оренбург, 1913.
  • Фархшатов М. Н. Народное образование в Башкирии в пореформенный период 60–90-е годы XIX в. – М., 1994.
  • Фахретдин Р. Асар. Т. 1. – Казань, 2006.