Эстәлеккә күсергә

Ғәбдрәхимов Ғәбдесәләм

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Ғәбдессәләм Ғәбдрәхимов битенән йүнәлтелде)
Ғәбдесәләм Ғәбдрәхимов
عبد السلام بن عبد الرحيم بن عبد الرحمان بن محمد
2 Мөфтөй, Ырымбур мосолман диниә назараты рәйесе
30 сентябрь 1825 йыл — 31 ғинуар 1840 йыл
Алда килеүсе: Мөхәмәтйән Хөсәйенов
Һуңынан килеүсе: Ғәбделвәхит Сөләймәнов
Ахун
1805 йылдың 14 авгусынан
 
Тыуғандағы исеме: Ғәбдесәләм Ғәбдрәхимов
Тыуғанда ҡушылған
төп исеме:
عبد السلام بن عبد الرحيم بن عبد الرحمان بن محمد
Тыуыуы: 1765({{padleft:1765|4|0}})
Рәсәй империяһы,Ырымбур губернаһы, Бөгөлмә өйәҙе, Ғабдрахман (Әлмәт районы)
Вафаты: 30 ғинуар 1840({{padleft:1840|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:30|2|0}})
Рәсәй империяһы, Ырымбур губернаһы, Стәрлетамаҡ өйәҙе, Балыҡлыкүл ауылы
Ерләнгән: Өфө мосолман зыяраты
Балалары: Ҡыҙҙары:Бибиҙәрсафа, Бибимаһийән, Бибисарүийән, Бибифәхрийыһан.
Улдары: Ғабдрәүеф, Әхмәҙей, Ғиниәтулла.

Ғәбдесәләм Ғәбдрәхимов (Ғәбдессәләм бине Ғабдеррәхим бине Ғабдеррахман бине Мөхәммәт, Ғәбдесәләм Ғабдрәхимов[1]; 176530 ғинуар 1840) — ислам дине эшмәкәре, йылдар 1825-40-сы йылдарҙа ЫМДН-тың икенсе мөфтөйө.

Типтәр ғаиләһендә тыуған. Юғары дини белемде Ҡаҙандың беренсе мәхәлләһе мәҙрәсәһендә Ибраһим Худжашиҙа һәм Ырымбур өйәҙе Ҡарғалы (Сәйет биҫтәһе) мәҙрәсәһендә ала.

Ырымбурҙағы эшмәкәрлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1799 йылдың 17 октябрендә Ырымбур Губерна идаралығы Ғәбдессәләм Ғәбдрәимовты мәсетһаҙ городовой мулла вазифаһында раҫлай.1802 йылда Рамаҙан изге айына бағышланған байрам ғибәҙәтен ваҡытынан алдан үткәргәне өсөн мөфтөй Мөхәмәтйән Хөсәйенов тарафынан вазифаһынан ситләтелә.1805 йылдың 14 авгусында Кесе Жуз ханы һәм Ырымбур идаралығы үтенесе буйынса вазифаһында ҡабаттан тергеҙелә, уға ахун һәм мөҙәрис дәрәжәләре бирелә.

1799 йылда Ғәбдесәләм Ғәбдрәхимов үҙ йортонда мосолман училищеһын аса, бында Ырымбурҙа йәшәгән татарҙар, бохарҙар, хиуалар һәи ташкентлылар белем ала[2]. Уға тәрбиәгә үҙенең балаларын ҡаҙаҡ старшиналары ла ебәрә, был уның милли элитаға яҡынлашыуына, улар араһында ышаныслы һәм йылы мөнәсәбәттәргә булышлыҡ итә[3].

18231824 йылдарҙа Айсыуаҡов Ширғаҙы рәйеслегендәге Урҙа эштәре буйынса комиссия ағзаһы. Мосолмандарҙы хеҙмәткә тоғролоҡҡа ант биреү, енәйәтселәрҙе өгөтләп ыңғайлатыу, шулай уҡ Ырымбур сик комиссияһында дипломатик хатлашыуҙы ғәрәп һәм фарсы теленән татар теленә тәржемә итеү менән шөғөлләнә[4].

1824 йылда ахун Ғәбдесәләм Ғәбдрәхимов үтенесе буйынса ҡала йәмиғ мәсетендә ағымдағы ремонт үткәрелә[5].

Ырымбур мосолман диниә назараты рәйесе вазифаһындағы эшмәкәрлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

М. Хөсәйеновтың вафатынан һуң Ырымбур губернаторы П. К. Эссен Ғәбдесәләм Ғәбдрәхимов юғары рухани вазифаға тәҡдим ителә. 1825 йылдың 30 сентябрҙә император Александр I укзына ярашлы ул мөфтөй вазифаһына раҫланды. 1826 йылдың 15 февралендә ант бирә һәм ЫМДН-ҡа индерелә.

Ғәбдесәләм Ғәбдрәхимовтың ЫМДН мөфтөйө вазифаһында эшмәкәрлеге емешле була. 1827 йылда ул Өфөлә беренсе йәмиғ мәсете бинаһын төҙөү буйынса эшен башла. 1831 йылда ЫМДН-тың айырым резиденцияһы төҙөлөүе хаҡында мәсьәлә күтәрелә. Башҡорттарҙың һәм типтәрҙәрҙең Ҡазан университетының медицина факультетына уҡырға инеүенә булышлыҡ итә. Ғәбдрәхимов мосолмандар араһында эскелеккә, шулай уҡ һабантуй һәм йыйын һымаҡ халыҡ байрамдарына ҡаршы көрәшә.

Өфө мосолман зыяратында ерләнгән.

Наградалары һәм бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • 1806 ййылдың 16 авгусы — Рәсәй дәүләте алдындағы хеҙмәттәре өсөн йыл да була торған 150 һум түләү тәғәйенләнгән.
  • 1814 йыл — алтын миҙалы менән наградлана, элекке эш хаҡына 80 һум өҫтәлә.
  • 1817 йыл — ҡаҙнаға бөтә түләүҙәрҙән азат ителә, элекке эш хаҡына тағы ла 70 һум өҫтәлә.
    Өфөлә беренсе йәмиғ мәсете 1830 йылда Ғәбдрәхимов юллауы буйынса төҙөлә
  • 1820 йыл — Ырымбур генерал-губернатор Эссен үтенесе буйынса 100 һум бүләк ителә.
  • 1824 йылдың 28 апреле — ҡаҙаҡ ханы Ширғаҙи бин Айсыуаҡ бин Нурғәли осорондағы намыҫлы эшмәкәрлеге өсөн 500 һум торған алтын сәғәт менән бүләкләнә.
  • 1826 йылдың 7 майында —йорт һатып алыу өсөн 4 000 һум бирелә.
  • Беренсе ҡатыны — Тайсуған ауылынан Ғабдрахман бин Туймөхәмәт ҡыҙы Мәрфуға.
  • Икенсе ҡатыны — Рәхмәтулла ҡыҙы Фәрхибаныу.
  • Балалары — Ғабдрәүеф, Әхмәҙей, Ғиниәтулла, Бибиҙәрсафа, Бибимаһийән, Бибисарүийән, Бибифәхрийыһан.

Ғәбдрәүеф Беренсе таш йәмиғ мәсетендә имам, һуңынан ахун булып хеҙмәт итә. Кадет корпусындағы мосолмандарға ислам тәғлимәтен уҡыта, бының өсөн йылына 500 һум ала. 17 июнь 1830 йылдың 17 июнендә туғаны Ғиниәтулла менән ирек грамотаһын ала. 1843 йылда имам һәм ахун вазифаларынан бушатыла. 1881 йылда вафат була, Ырымбурҙа ерләнә.

  1. Татарская энциклопедия: В 5 т. / Гл. ред. М. Х. Хасанов, ответ. ред. Г. С. Сабирзянов. — Казань: Институт Татарской энциклопедии АН РТ, 2005. — Т. 2: Г-Й. — С. 7
  2. Национальный архив Республики Татарстан (НА РТ). Ф. 92. Оп. 1. Д. 386. Л. 13.
  3. ГАОО. Ф. 6. Оп. 10. Д. 61. Л. 2-2 об.
  4. ГАОО. Ф. 6. Оп. 3. Д. 3066. Л. 1-2; Оп. 10. Д. 2376. Л. 2; Д. 2471. Л. 1-2.
  5. ГАОО. Ф. 6. Оп. 10. Д. 3163. Л. 1-9.
  • Фахруддин Р. Асар. Т. 1. — Казань: Рухият, 2006. — С. 328—336.