Ғәбдерәхим Усман әл-Болғари

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Ғәбдрәхим Усман битенән йүнәлтелде)
Ғәбдерәхим Усман әл-Болғари
Зат ир-ат
Рәсем
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
Тыуған көнө 1752
Вафат булған көнө 1836
Һөнәр төрө шағир
Эшмәкәрлек төрө фәлсәфә

Ғәбдерәхим Усман әл-Болғари — (тыуған 1752—1836 йй., хәҙерге Татарстан Республикаһы Сирмешән районы Яңы Ҡадый ауылы), башҡорт әҙәбиәте әҙибе һәм фекер эйәһе. XVIII—XIX быуаттар араһында ижад иткән шиғри һәм проза әҫәрҙәр авторы.

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ғәбдерәхим Усман сабый сағынан үкһеҙ етем ҡала. Әммә бәләкәйҙән белемгә тартылыуы уны күрше ауыл мәҙрәсәһенә алып килә. Артабан Ырымбур өйәҙе Ҡарғалы мәҙрәсәһенә уҡырға йүнәлә. Был мәҙрәсәне тамамлағандан һуң өйләнә һәм 1788 йылда ғаиләһе менән Урта Азия тарафына сығып китә. Башта Бохарала уҡый, артабан үҙе лә шәкерттәрҙе уҡытып ала. Бер аҙ Афғанстан ерендә уҡытыу менән шөғөлләнә. Иҫтәлектәрендә үҙенең ул ваҡыттағы тормошон ул шулайыраҡ һүрәтләй: «Йәштән йәтим үҫтем. Ҙурайғас та ярлы булдым. Ләкин күп илдәр гиҙҙем, күп ғалимдар менән осраштым»[1].

Урта Азия илдәрендә йәшәгәнендә улдары ла, ҡатыны ла вафат була. 1798 йылда Ғәбдерәхим Усман Башҡортостанға килә һәм Өфө губернаһы Стәрлетамаҡ өйәҙе Мерәҫ ауылында төпләнә. Хатта уны Мерәҫ ауылында Лоҡман кантон уллыҡҡа ала (был хаҡта хөкүмәт органдарының рәсми ҡағыҙы ла була). Ризаитдин Фәхретдинов «Аҫар» исемле китабында: «…мишәр булараҡ донъяға килгән хәлдә, (Ғәбдрәхим Усман) саф башҡорт улараҡ әхирәткә китмеш», — тип яҙа[2]. 1811,1816,1834 йылдарҙағы һәм унан һуңғы халыҡ иҫәбен алыу документтары буйынса, Ғәбдерәхим Усман улы Усманов 7-се башҡорт кантонына ҡараған Мерәҫ ауылының аҫаба башҡорто; Бибиә һәм Фәтхиә исемле ҡатындары була, алты ул һәм өс ҡыҙ тәрбиәләй. Әхмәт, Ялалетдин, Ямаледтин тигән улдары ошонда өйләнеп донъя көтә, ҡыҙҙары кейәүгә сыға[3]. Шулай итеп, Ғәбдерәхим Усмандың нәҫеле Өршәк буйындағы Мерәҫ ауылында киң таралған. Халыҡ араһында сәсән булараҡ танылған Ғәбит Сәйетов үҙен Ғәбдерәхим Усмандың бишенсе быуын кешеһе тип иҫәпләй.

Донъяға ҡарашы һәм ижады[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ғәбдерәхим Усмандың Сәғҙи, Ғазали, Яҡуп Бохари, Шәмсетдин Мөхәммәт әл-Хорасани кеүек әҙип һәи фәйләсүфтарҙың әҫәрҙәре менән таныш булыуы билдәле. Ул заманда уның шиғыр һәм проза йыйынтыҡтары Башҡортостанда киң тарала. Ул башҡа авторҙар китаптарын да күсереп яҙа. Әммә Ғәбдерәхим Усман ғәҙәти крәҫтиән тормошо менән йәшәй, мулла ла булмай һәм мөғәллимлек тә итмәй. Ләкин башҡорт халҡы, уны ғилемлелеге, уҡымышлылығы өсөн ололап, Ғәбдерәхим хәҙрәт тип йөрөтә. Шиғырҙары ҡулдан ҡулға күсереп таратыла[4]. Әҙип үҙенең әҫәрҙәренә «Ғәбдерәхим бине Усман әл-Болғари» тип ҡул ҡуя. «Утыҙ Имәни» тигән ҡушаматы уның вафатынан һуң әҙиптең тыуған ауылына бәйле барлыҡҡа килә. Уның йөҙгә яҡын әҫәренән әлеге ваҡытта алтмышлабы яҡшы билдәле[5].

Ғәбдерәхимдең Башҡортостанға килеп төпләнгән осор Крәҫтиән һуғышы баҫтырылған мәлгә тура килә. Уның поэзияһы ниндәйҙер дәрәжәлә йәмәғәтселектең ижтимағи фекерен сағылдырған ижад булараҡ майҙанға сыға. Ул иң тәүге сиратта тормоштоң яман-яҡшы яҡтарына иғтибар итә. Ҡайһы бер шиғырҙарында әҙәм хаҡы иҫәбенә йәшәп, харам менән байығандарға тел дә тейҙерә. "Ғәбдерәхим Усмандың поэзияһы поэтикабыҙға, жанрҙар системаһына, шиғыр төҙөлөшөнә күҙгә күренерлек яңылыҡтар индерҙе, " — тип билдәләй Ғайса Хөсәйенов үҙенең «Ғәбдерәхим Усман» тигән мәҡәләһендә.

Китаптарының бер нисәһе[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • «Башҡорт мөнәжәте»
  • «Әбъйәт төрки фи фазиләте ғилем» (Ғилемдең өҫтөнлөгө тураһында төркисә бәйеттәр)
  • «Ғәүариф эз-заман» (Замана уҡымышлылары)
  • «Тәнзиһел әфкәр фи нәсихәтел әхйәр» (Фекерҙәрҙе пакландырыр изге өгөттәр)
  • «Китабы Мөһиммәт эз-заман» һәм башҡалар.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Башҡорт әҙәбиәте тарихы. 6-сы том. Өфө. Башҡортостан китап нәшриәте. 1990 й.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Башҡорт әҙәбиәте тарихы, 1-се том, 468-се бит
  2. Фәхретдинов Р. Аҫар. 1-се том, 6-сы киҫәк, 301-се б.
  3. Башҡорт АССР-ы Дәүләт архивы. Фонд 138, опись 2, Һаҡлау берәмеге 309,557
  4. Хөсәйенов Ғ. Утыҙ Имәни Башҡортостанда. — Әҙәбиәт. Фольклор. Әҙәби мираҫ. 2-се китап. Өфө, 1976, 163-172-себ.
  5. Габдерәхим Утыз Имәни әл-Болгари. Шигырләр, поэмалар. Казан, 1986.