Яңы Юлдаш
| Ауыл | |
| Яңы Юлдаш | |
| Ил | |
|---|---|
| Федерация субъекты | |
| Муниципаль район | |
| Координаталар | |
| Милли состав | |
| Һанлы танытмалар | |
| Автомобиль коды |
56 |
| ОКАТО коды | |
| ОКТМО коды | |
|
| |
Яңы Юлдаш[1][2] (рус. Новоюлдашево) — Рәсәй Федерацияһы Ырымбур өлкәһенең Ҡыҙыл Гвардия районындағы ауыл. Плешаново ауыл биләмәһе составына инә.
Географик урынлашыуы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Туҡ йылғаһы буйында урынлашҡан.
Атамаһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Яңы Юлдаш (рус. Новоюлдашево) һәм Кесе Юлдаш (рус. Малоюлдашево) ауылдары халыҡ телендә — Абдулла ауылы. Абдулла ауылының уртаһынан изге шишмә үтә. Ауыл кешеләре бер-береһен аръяҡтар, биръяҡтар тип йөрөтә. Шул аръяҡ менән биръяҡты икегә бүлеп, рус телендә ауылды айырып Новоюлдашево, Малоюлдашево тигән исем биргәндәр.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]XIX быуатта Иҫке Юлдаш ауылы кешеләре тарафынан нигеҙләнә. Ырымбур губернаһы (1860 йылдан — Һамар губернаһы) Быҙаулыҡ өйәҙе ҡарамағында була. Башҡортостанда идара итеүҙең кантон системаһы осоронда 9-сы башҡорт кантонының 31-се йортона ҡарай[3].
Революциянан һуң Башҡортостан автономияһының (1919 йылдан Башҡортостан АССР-ының) Туҡ-Соран кантоны составына инә. 1923 йылдан республиканың Бәләбәй кантоны ҡарамағында була. ВЦИК ҡарарына ярашлы 1924 йылдың 21 октябрендә Ҡаҙаҡ АССР-ы составына бирелә. 1934 йылдан — Ырымбур өлкәһе составында.
Халҡы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]| 1834 | 1859 | 1920[3] |
|---|---|---|
| 54 | 361 | 800 |
| Халыҡ иҫәбе |
|---|
| 2010[4] |
| 146 |
2002 йылғы бөтә Рәсәй йән иҫәбен алыу мәғлүмәттәренә ярашлы ауылда башлыса башҡорттар (94 %) йәшәй[5].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Йосопов Р. М., Әбсәләмова Ю. М. Ырымбур башҡорттары // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ Красногаврдейский районы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- 1 2 История башкирских родов. Табын. Том 28. Ч. 3 / С. И. Хамидуллин, Б. А. Азнабаев, И. Р. Саитбатталов, И. З. Султанмуратов, Р. Р. Шайхеев, Р. Р. Асылгужин, В. Г. Волков, А. А. Каримов, А. М. Зайнуллин. — Уфа: Китап, 2018. — С. 181-182, 194. — 616 с.
- ↑ Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность и размещение населения Оренбургской области. Дата обращения: 5 июнь 2014. Архивировано 5 июнь 2014 года.
- ↑ Абсалямова Ю. А., Юсупов Р. М. Оренбургские башкиры // Башкирская энциклопедия. — Уфа: ГАУН РБ «Башкирская энциклопедия», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-306-8.