Эстәлеккә күсергә

Үрге Ильяс

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ауыл
Үрге Ильяс
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Ырымбур өлкәһе

Муниципаль район

Ҡыҙыл Гвардия районы (Ырымбур өлкәһе)

Координаталар

52°51′ с. ш. 53°27′ в. д.HGЯO

Милли состав

башҡорттар

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

56

ОКАТО коды

53 223 824 003

ОКТМО коды

53 623 424 111

Картаны күрһәтергә/йәшерергә
Үрге Ильяс (Рәсәй)
Үрге Ильяс
Үрге Ильяс
Үрге Ильяс (Ырымбур өлкәһе)
Үрге Ильяс

Үрге Ильяс (рус. Верхнеильясово; икенсе атамаһы Тәңес[1][2]) — Рәсәй Федерацияһы Ырымбур өлкәһенең Ҡыҙыл Гвардия районындағы ауыл[3]. Плешаново ауыл биләмәһе составына инә.

Географик урынлашыуы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Туҡ йылғаһы буйында урынлашҡан.

Үрге Ильяс[4] — ҡара табын башҡорттарының ауылы. Тарихсы Нурислам Ҡалмантаев фекеренсә , XIX быуат аҙағында Ильяс (Урта Ильяс) ауылы кешеләре Үрге Ильяс һәм Түбәнге Ильяс ауылдарына нигеҙ һала[5]. Үрге Ильяс рус телендәге исеме Верхнеильясово тигәндән тәржемә ителеп алынған, ә асылда башҡорт халыҡ телендә ул элекке исеме менән йөрөтөлә — Тәңес ауылы. Революциянан һуң Башҡортостан автономияһының (1919 йылдан Башҡортостан АССР-ының) Туҡ-Соран кантоны составына инә. 1923 йылдан республиканың Бәләбәй кантоны ҡарамағында була. ВЦИК ҡарарына ярашлы 1924 йылдың 21 октябрендә Ҡаҙаҡ АССР-ы составына бирелә. 1934 йылдан — Ырымбур өлкәһе составында.

Ауыл Өс ҡайын йылғаһы буйында ултыра. Уның ауылдан 2 км ситтәрәк булған инешен халыҡ Таиба ҡойоһо тип йөрөтә. Ҡасандыр ауылда йәшәгән Таиба исемле әбей ошо шишмәгә һыуға йөрөргә яратҡан тиҙәр.

1920[5]
435
Халыҡ иҫәбе
2010[6]
289

2002 йылғы бөтә Рәсәй йән иҫәбен алыу мәғлүмәттәренә ярашлы ауылда башлыса башҡорттар (92 %) йәшәй[7].

Билдәле шәхестәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]