Ҡалмантаева Вәкилә Ғатаулла ҡыҙы
Ҡалмантаева Вәкилә Ғатаулла ҡыҙы | |
Заты | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлығы |
![]() |
Тыуған урыны | Ырымбур өлкәһе |
Һөнәр төрө | актёр |
Уҡыу йорто | Башҡорт дәүләт университеты |
Ҡалмантаева Вәкилә Ғатаулла ҡыҙы (7 ноябрь 1948 йыл) — башҡорт театр һәм кино актёры, 1976 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (1993).
Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Вәкилә Ғатаулла ҡыҙы Ҡалмантаева 1948 йылдың 7 ноябрендә Чкалов, хәҙерге Ырымбур өлкәһе Үрге Ильяс ауылында тыуған.
1970 йылда Өфө сәнғәт училищеһын, 1987 йылда — Башҡорт дәүләт университетын тамамлаған.
1970 йылдан Салауат башҡорт дәүләт драма театрында, 1971—1983 һәм 1985—1992 йылдарҙа, артабан 1994 йылдан Сибай драма театрында (1991 йылдан — Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт драма театры) эшләй.
2000—2002 йылдарҙа Өфө «Нур» татар дәүләт театры, 1992—1993 йылдарҙа һәм 2002 йылдан башлап — Башҡортостан Республикаһы Мостай Кәрим исемендәге милли йәштәр театры актёры.
Ижады[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Төп ролдәре: Ғәлимә (Ғ. Әмири, В. Ғәлимов (Мәжит Ғафуриҙың «Ҡара йөҙҙәр» повесы буйынса), леди Мильфорд (Фридрих Шиллер, «Мәкер һәм мөхәббәт»), Зәлифә («Әсәләр көтәләр улдарын», Әсғәт Мирзаһитов) һәм башҡалар.
2005 йылда «Башҡортостан» киностудияһы төшөргән «Оҙон-оҙаҡ бала саҡ» фильмында Оло әсәй, 2011 йылда «13 раунд» фильмында Өләсәй ролдәрен башҡара.
Уның тураһында[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Аҡбулатова Ф. Вәкилә Ҡалмантаеваның ғүмерлек һөнәре. «Сәхнәгә арналған ғүмер» циклынан. «Юлдаш» радиоһы тапшырыуы. 2016, 20 июль[1].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (1993)
- БАССР-ҙың атҡаҙанған артисы (1989)
- РСФСР Юғары Советының Почетлы грамотаһы (1982)
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ «Сәхнәгә арналған ғүмер». Вәкилә Ҡалмантаеваның ғүмерлек һөнәре. 2016, 20 июль (Тикшерелеү көнө: 6 ноябрь 2016)
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Ҡалмантаева Вәкилә Ғатаулла ҡыҙы // Башҡорт энциклопедияһы — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 3 ноябрь 2018)
Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Сибай: энциклопедия. — Уфа: Башкирская энциклопедия, 2015. — ISBN 978-5-88185-246-7.