Эстәлеккә күсергә

Мутин Илдархан Ибраһим улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Илдархан Мутин битенән йүнәлтелде)
Илдархан Ибраһим улы Мутин
 
Тыуған: 12 июль 1888({{padleft:1888|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:12|2|0}})
Өфө губернаһы, Минзәлә өйәҙе[1] Таҡталасыҡ ауылы
Үлгән: 3 февраль 1938({{padleft:1938|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:3|2|0}}) (49 йәш)
РСФСР, Мәскәү ҡалаһы
Белеме: Минзәлә ҡалаһының 4 класлы училищеһы

Мутин Илдархан Ибраһим улы (12 июль 1888 йыл3 февраль 1938 йыл) — Башҡорт милли хəрəкəте эшмәкәре. Сәйәси золом ҡорбаны.

Илдархан Ибраһим улы Мутин 1888 йылдың 12 июлендә Өфө губернаһы Минзәлә өйәҙе (хәҙерге Татарстан Республикаһы Аҡтаныш районы) Таҡталасыҡ ауылында йорт старшинаһы Ибраһим Ғәбдрәшит улы (1819 — ?) һәм Бибизифа Бакир ҡыҙы ғаиләһендә тыуған. Милләте башҡорт. Сығышы менән башҡорт дворяндары Мутиндар нәҫеленән. Шәжәрәһе: Йәнырыҫ → Мөтә → Тимер → Аҙнағол → Ғәбдрәшит → Ибраһим → Илдархан. Тимер Мутин (? — 1759) — Гәрәй улусы старшинаһы, 1756—1763 йылдарҙағы Ете йыллыҡ һуғышта ҡатнашыусы, башҡорт делегацияһы составында мөрәжәғәтнамә менән Санкт-Петербургҡа Сенатҡа бара. Аҙнағол Тимеров (1750 — ?) — Гәрәй улусы старшинаһы, 1773—1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышында ҡатнашыусы. Ғәбдрәшит Мутин (1771 — ?) — Башҡорт-мишәр ғәскәрендә поход старшинаһы булып хеҙмәт итә[2].

Минзәләлә 4 класлы ҡала училищеһында уҡый. 1909 йылда хәрби хеҙмәткә алына, 5 йыл дауамында 12-се сик буй бригадаһы составында хеҙмәт итә. Армиянан ҡайтҡас уҡытыусы булып, артабан таможня ведомствоһында, аҙаҡ эшләй[3].

1917 йылдың йәйендә Башҡорт милли хəрəкəтенә ҡушыла. Бөтә башҡорт ҡоролтайҙары делегаты була. 1917 йылдың июлендә 1-се Бөтә башҡорт ҡоролтайында Башҡорт үҙәк шураһы ағзаһы, уның хәрби бүлеге етәксеһе итеп һайлана. 1917 йылдың авгуснда 2-се Бөтә башҡорт ҡоролтайы Мутинды Әхмәтзәки Вәлидов һәм Усман Ҡыуатов менән бергә Петроградҡа Ваҡытлы хөкүмәт менән һөйләшеүҙәр алып барырға ебәрә. Бында улар министр менән осраша, әммә аныҡ яуап ала алмайҙар — Ваҡытлы хөкүмәт барлыҡ мәсьәләләрҙе сисеүҙе Бөтә Рәсәй Ойоштороу йыйылышына тиклем ҡалдыра. 1917 йылдың 11 ноябрендә Ырымбур крайы алтын сәнәғәтселәренең съезында ҡатнашып доклад менән сығыш яһай. 1917 йылдың ноябрендә Башҡортостан автономияһын иғлан иткән фармандарҙы әҙерләүҙә һәм ҡабул итеүҙә ҡатнаша[4].

1917 йылдың декабрендә 3-сө Бөтә башҡорт ойоштороу ҡоролтайында Кесе Ҡоролтай (предпарламент) һәм Башҡорт Хөкүмәте ағзаһы итеп һайлана, хөкүмәттә финанс бүлеге мөдире вазифаһын биләй[4].

1918 йылдың февралендә Ырымбур губерна хәрби-революцион комитеты тарафынан Башҡорт хөкүмәтенең башҡа ағзалары менән бергә ҡулға алына. Шул уҡ йылдың апрелендә азат ителә. 1918 йылдың июлендә Башҡорт хәрби шураһы рәйесе Әхмәтзәки Вәлидовтың урынбаҫары, август-сентябрҙә рәйес вазифаһын башҡарыусы була.

1918 йылдың ноябрендә Колчак Башҡорт хөкүмәтен һәм ғәскәрен бөтөрөүҙе иғлан иткәс, автономия етәкселеге большевиктар менән яҡынлашыу юлдарын эҙләй башлай. Илдархан Мутин, хөкүмәт рәйесе Юныс Бикбов һәм ҡайһы бер башҡа хөкүмәт ағзалары менән бергә совет власы менән килешеү төҙөргә ҡаршы сығыш яһай, шунлыҡтан 1919 йылдың ғинуарында улар Башҡорт хөкүмәте составынан сығарыла[5].

1919 йылдың 1 мартынан АБСР-ҙың Эске эштәр халыҡ комиссариаты комиссары, 15 апреленән — АБСР-ҙың социаль тәьминәт комиссары вазифаларын үтәй.

1919 йылдың июненән Башҡортостан хәрби-революцион комитетының вәкәләтле ағзаһы. Бында улус советтарын ойоштороу эшен алып бара.

1919 йылдың 28 сентябренән АБСР аҙыҡ-түлек халыҡ комиссарының урынбаҫары вазифаһын башҡара. Бер үк ваҡытта 1920 йылдың февраленә ҡәҙәр «Башкиропомощь» вәкәләтенең урынбаҫары була, Граждандар һуғышы ваҡытында ҙур зыян күргән Тамъян-Ҡатай һәм Бөрйән-Түңгәүер кантондарында эшләй[4].

1920 йылдың июнендә ВЦИК һәм РСФСР СНК-ларының Автономиялы Башҡорт Совет Республикаһы тураһында декреты сыҡҡандан һуң Башревкомдың башҡа ағзалары менән берлектә ҡаршылыҡ сараһы итеп үҙенең вазифаһынан баш тарта. Урта Азияға китеп, Бохара совет республикаһының Кермин[6] округында халыҡ мәғарифы бүлегендә эшләй[7].

1921 йылдың июнендә туған яғына ҡайта. 1921 йылдан Мәскәүҙәге Башцентросоюз һәм Башҡорт совнархоз идараһы рәйесе була, 1922 йылдан ошо уҡ үҙәктәрҙең вәкиле итеп ҡалдырыла[7].

1923 йылдан БАССР-ҙың ғәриптәр кооперацияһы үҙәге вәкиле. 1926—1928 йылдарҙа Мәскәүҙәге Башторг вәкәләтлегенең мөдир урынбаҫары була[7].

1938 йылда репрессиялана һәм атып үлтерелә[7].

  • Нефтекама ҡалаһында Илдархан Мутин хөрмәтенә үҫмерҙәр араһында мини-футбол буйынса ярыш үткәрелә. 2017 йылда ул 3 июндә булды[8].
  • 2017 йылдың 9 февралендә Татарстан Республикаһының Аҡтаныш районы Таҡталасыҡ ауылында Башҡортостан вәкилдәре — республиканың билдәле тарихсылары, артистары һәм Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты вәкилдәре — Тимер һәм Илдархан Мутиндарҙы хөрмәтләп иҫкә алды[9].