Мутиндар

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Мутиндар


Нәҫел китабы теркәлгән губерна:

Өфө губернаһы

Башлап ебәреүсе:

Мөтә Йәнырыҫов (Енурусов)

Нәҫел йәшәгән осор:

1745 йылдан

Барлыҡҡа килгән урыны:

Гәрә волосы


Подданлығы:

Мутиндар — дворяндар нәҫеле. Ҡаҙан даругаһының Гәрә волосы (хәҙер Татарстан Республикаһының Аҡтаныш районы) Таҡталасыҡ ауылы башҡорттарынан.

Мутиндар нәҫеле Өфө губернаһы дворяндар нәҫел китабының II киҫәгенә индерелгән. Мутиндар әүҙем йәмәғәтселәр була, 1884—1914 йылдарҙа земство эштәре менән шөғөлләнгәндәр.

Дөйөм характеристика[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Мутиндарҙың башҡорт нәҫеле башында Мөтә Йәнырыҫов (Енурусов) тора, ул Гәрә волосының старшинаһы була (1745 йылдан билдәле).

Йәнырыҫовтың улы — Темир Мутин сотник, һуңыраҡ Гәрә волосының старшинаһы була. Темир Мутин Ете йыллыҡ (17561763) һуғышта ҡатнаша. 1756 йылда башҡорт командаһының өлкән старшинаһы Ҡыҙрас Муллаҡаевтың ярҙамсыһы булараҡ Пруссия походында ҡатнаша. 1759 йылда Темир Мутин Санкт-Петербургта императрица Елизавета Петровнаға бирелгәнлек (верность) белдергән башҡорт халҡы вәкилдәре делегацияһы составына инә. Иптәштәре менән берлектә Темир й Сенатҡа башҡорт ерҙәрен талап алыуҙы тыйыу һәм купчий ҡағыҙҙарын волостың бөтә халҡының рөхсәтенән генә ҡултамға менән нығытыу тураһында үтенес менән белдермә юллай. Яҙма үтенескә яуап итеп Сенат Ырымбур губерна канцелярияһына указ ебәрергә бойора:

«и впредь оному башкирскому народу отнюдь никому никаких обид и разорений не чинить, и в угодьях их насильством не селиться, и от того всего их, башкирцев, не токмо защищать, но притом показывать им и всякую благосклонность и надлежащее по указам охранение»[1].

Темир Мутин 1759 йылдың декабрендә Санкт-Петербургта вафат була.

Темир Мутиндың улы — Аҙнағол Темиров (1750—?) Гәрә волосының старшинаһы була. Крәҫтиән һуғышында (1773—1775) ҡатнашҡан. 1774 йылдың ғинуарында Алабуға ҡалаһын ҡамауҙа катнаша, 1774 йылдың 17 октябрендә Ҡаҙан ҡалаһына ғәйебен танып килә һәм шунда аманат итеп ҡалдырыла. 1798 йылдан Аҙнағол XI Башҡорт кантонының (Минзәлә өйәҙе) йорт старшинаһы була. Темир Мутиндың икенсе улы — Сәфәрғәли Темиров (1760—?) поход старшинаһы була. Дистанция башлығы булып хеҙмәт итә.

Аҙнағол Темировтың 8 улы араһынан билдәлелек алалар:

  • Зәйниғәбдин Мутин (1768—?) поход старшинаһы, XI Башҡорт кантоны йорт старшинаһының ярҙамсыһы була;
  • Ғәбдрәшит Мутин (1771—?) поход старшинаһы булып хеҙмәт итә;
  • Әхтәм Мутин (1778—?) йорт сотнигы була;
  • Әхмәҙи Мутин (1783 Йыл—?) поход старшинаһы, XI Башҡорт кантоны йорт старшинаһының ярҙамсыһы була;
  • Ниғматулла Мутин (1791—?) указлы мулла була;
  • Туҡтағол Мутин (1794—?) — поход зауряд-сотнигы (1831). Туҡтағол Мутин 1812 йылдан алып Башҡорт XI кантонда йорт зауряд-кантон булып хеҙмәт итә, ә 1830-се һәм 1835-се йылдарҙа Ырымбур сик һыҙығында хеҙмәт иткән.

Сәфәрғәли Темировтың улы — Мөхәммәтғәли Мутин (1784—?) поход старшинаһы булып хеҙмәт иткән.

Зәйнәғәбдин Мутин улы — Исмәғил Мутин (1800—1852) — зауряд-хорунжий (1831). 1821 йылдан Исмәғил Мутин Башҡорт XI кантонда, ә 1822, 1825, 1828 һәм 1834 йылдарҙа — Ырымбур сик һыҙығында хеҙмәт иткән.

Ғәбдрәшит Мутиндың 9 улы араһынан билдәлеләре:

  • Мөғәтәсим Мутин (1791—?) — зауряд-сотник (1808). 1824 йылдан Мөғәтәсим йорт старшинаһы, ә 1838 йылдан XI Башҡорт кантонының башлығы ярҙамсыһы булған;
  • Ғисмәтулла Мутин (1794—?) — зауряд-яҫауыл (1831).Башҡорт XI кантонында йорт зауряд-яҫауыл була, ә 1818 һәм 1830-сы йылдарҙа — Ырымбур сик һыҙығында хеҙмәт иткән;
  • Ғабдулбасыр Мутин (1797—?) — хорунжий (1839). 1818 йылдан Ғабдулбасыр Мутин XI Башҡорт кантонында хеҙмәт итә, 1818 һәм 1823 йылдарҙа — этапный хеҙмәт Ҡаҙан губернаһында этап хеҙмәтендә, ә 1838 йылдан XI Башҡорт кантоны башлығының ярҙамсыһы була;
  • Мөхәммәтша Мутин (1801—?) — зауряд-хорунжий (1827). 1819 йылдан Мөхәммәтша Мутин Башҡорт XI кантонында, ә 1820, 1823, 1829 һәм 1832 йылдарҙа Ырымбур сик һыҙығында хеҙмәт итә;
  • Әхмәтша Мутин (1804—?) сотник була (1840). Әхмәтша Мутин 1839—1840 йылдарҙағы Хиуа походында ҡатнаша, 1826 йылдан Башҡорт XI кантонында, ә 1831 йылда — Ырымбур сик һыҙығында хеҙмәт итә;
  • Мөхәммәтйәр Мутин (1816—?) — зауряд-хорунжий (1859). XI Башҡорт кантонында хеҙмәт итә ;
  • Ибраһим Мутин (1819—?) — урядник (1859). 1859 йылда Ибраһим Мутин Башҡорт XI кантонында йорт старшинаһы булып хеҙмәт итә.

Ибраһим Мутиндың улы — Илдархан Мутин (1888—1938), Башҡорт милли хәрәкәте лидерҙарының береһе, Башҡорт Хөкүмәте ағзаһы[2]. Ибраһим Мутиндың икенсе улы — Ғариф Мутин шулай уҡ башҡорт милли хәрәкәтендә әүҙем ҡатнашҡан.

Мөхтәр Исхаҡ улы Мутин (1886—1941) — актер, режиссер һәм театр эшмәкәре, ТАССР-ҙың атҡаҙанған артисы (1926) — сығышы менән башҡорт нәҫеле Мутиндарҙан.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • История башкирского народа: в 7 т./ гл. ред. М. М. Кульшарипов; Ин-т истории, языка и литературы УНЦ РАН — С.-Пб.: Наука, 2011. — Т. IV. — 400 б. — ISBN 978-5-02-038276-3.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Асфандияров А. З. Аулы мензелинских башкир — Уфа: Китап, 2009. — Б. 413. — 600 б. — ISBN 978-5-295-04952-1.
  2. Башкирская энциклопедия.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]