Эстәлеккә күсергә

Задионченко Семён Борисович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Задионченко Семён Борисович
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
Тыуған көнө 10 (22) июнь 1898 или 22 июнь 1898({{padleft:1898|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:22|2|0}})[1]
Тыуған урыны Ржищев[d], Киевский уезд[d], Киевская губерния[d], Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 19 ноябрь 1972({{padleft:1972|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:19|2|0}})[1] (74 йәш)
Вафат булған урыны Мәскәү, СССР
Ерләнгән урыны Новодевичье зыяраты[d]
Һөнәр төрө дәүләт эшмәкәре, сәйәсмән, хәрби хеҙмәткәр
Биләгән вазифаһы СССР Юғары Советы депутаты[d]
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Ҡатнашыусы ВКП(б)-ның XVIII съезы[d]
Ойошма ағзаһы КПСС Үҙәк комитеты
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ленин ордены Ленин ордены Ленин ордены Ҡыҙыл Йондоҙ ордены «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы

Задионченко Семён Борисович (төп исеме Борухович Шимон Зайончик; укр. Семен Борисович Задіонченко); 22 июнь 1898 йыл, Киев губернаһы, Киев өйәҙе, Ржищев — 19 ноябрь 1972 йыл, Мәскәү) — СССР-ҙың дәүләт һәм партия эшмәкәре, 1942—1943 йылдарҙа ВКП(б)-ның Башҡортостан өлкә комитетының беренсе секретары.

Эшсе ғаиләһендә тыуған. 1914 йылда Кирмәнсек һөнәрселек-техник училищеһын тамамлаған. Милләте буйынса йәһүд[2].

  • 1916—1917 йылдарҙа — Рәсәй империяһы армияһында
  • 1917—1925 йылдарҙа — Ҡыҙыл гвардияла, РККА-ла. Граждандар һуғышында ҡатнашыусы
  • 1925—1931 йылдарҙа — Бөтә Союз ауыл хужалығы кооперацияһы идаралығының инструкторы; Донбасс, Ҡаҙағстан һәм Урта Азия буйынса Бөтә Рәсәй үҙәк малсылыҡ союзы вәкиле, «Животноводсоюз» Ҡобан округ бүлеге мөдире, «Малсылыҡ» (Ҡаҙаҡ АССР-ы) совхоз директоры, Бөтә Союз «Малсы» берекмәһенең кадрҙар идаралығы начальнигы урынбаҫары
  • 1931—1934 йылдарҙа — ойоштороу бүлеге мөдире урынбаҫары, Мәскәү ҡалаһының Бауман район Советы рәйесе
  • 1934—1936 йылдарҙа —Бауман район советы рәйесе
  • 1936—1937 йылдарҙа — ВКП(б)-ның Бауман район комитетының беренсе секретары
  • 1937—1938 йылдарҙа — РСФСР халыҡ комиссарҙары советы рәйесе урынбаҫары
  • 1938 йылдың февраль-июне — Украина КП(б)-ның Днепропетровск өлкә комитетының беренсе секретары
  • 1938—1941 йылдарҙа — Днепропетровск өлкә комитеты беренсе секретары кп(б) Украина
  • 1938—1949 йылдарҙа — Украина Коммунистар партияһы Үҙәк комитеты политбюроһы ағзалығына кандидат
  • 1941 йылда — Көньяҡ фронттың Хәрби советы ағзаһы
  • 1941 йылда — Украина КП(б)-ның Сталин өлкә комитетының беренсе секретары
  • 1941—1942 йылдарҙа — СССР-ҙың игенселек халыҡ комиссариатының сәйәси идаралығы начальнигы
  • 1942—1943 йылдарҙа — ВКП(б)-ның Башҡортостан өлкә комитетының беренсе секретары
  • 1943—1946 йылдарҙа — ВКП(б)-ның Кемерово өлкә комитетының беренсе секретары
  • 1946—1948 йылдарҙа — ВКП(б)Үҙәк комитетының инспекторы
  • 1948 йылда — ВКП(б)Үҙәк Комитетының ауыр сәнәғәт бүлеге мөдире
  • 1948—1951 йылдарҙа — СССР-ҙың әҙерләү министрының беренсе урынбаҫары
  • 1951—1952 йылдарҙа — ВКП(б)Үҙәк Комитетының инспекторы
  • 1952—1953 йылдарҙа — КПСС Үҙәк Комитетының партия, профсоюз һәм комсомол органдарының төбәк партойошмалары бүлегенең подотдел мөдире
  • 1953—1954 йылдарҙа — КПСС Үҙәк Комитетының партия, профсоюз һәм комсомол органдары партойошма территориаль бүлеге секторы мөдире
  • 1954—1958 йылдарҙа — КПСС Үҙәк Комитеты инспекторы

1958 йылдан хаҡлы ялда; РСФСР-ҙың Министрҙар Советы аппаратында.

1919 йылдан алып РКП(б)ағзаһы, ВКП(б) Үҙәк Комитеты ағзаһы (1939—1952). СССР-ҙың 1-се һәм 2-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты.

Мәскәүҙә Новодевичье зыяратында ерләнгән[3]

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • ЦЕНТРАЛЬНЫЙ КОМИТЕТ КПСС, ВКП(б), РКП(б), РСДРП(б): Историко-биографический справочник / Сост. Горячев Ю. В. -М.: Издательский дом «Парад», 2005.