Мерил Стрип

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Мерил Стрип
Meryl Streep
Киноактёрҙар гильдияһы премияһын тапшырғанда, ғинуар, 2014 йыл
Киноактёрҙар гильдияһы премияһын тапшырғанда, ғинуар, 2014 йыл
Исеме

Мэри Луиз Стрип

Тыуған көнө

22 июнь 1949({{padleft:1949|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:22|2|0}})[1][2][3][…] (73 йәш)

Тыуған урыны

Нью-Джерси, АҠШ

Һөнәре

актёр

Карьераһы

1977 — хәҙерге ваҡыт

Наградалары
Президент Азатлыҡ миҙалы
Сәнғәт һәм әҙәбиәт ордены (Франция)

«Оскар» (1980, 1983, 2012)
«Алтын глобус» (1980, 1982, 1983, 2003, 2004, 2007, 2010, 2012)
BAFTA (1982, 2012)
«Эмми (1978) Канн кинофестиваленең иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле өсөн призы] (1989)
Берлин кинофестиваленең «Көмөш айыу» призы (2003)

IMDb

ID 0000658

merylstreeponline.net

Commons-logo.svg Мерил Стрип Викимилектә

Мэ́ри Луи́з «Ме́рил» Стрип (ингл. Mary Louise «Meryl» Streep; 22 июнь 1949 йыл, Юнион, Нью-Джерси, АҠШ) — Америка театр һәм кино актёры. Кино белгестәре һәм тәңҡитселәр тарафынан замандың иң бөйөк актёрҙарының береһе тип һанала.

Стрип — өс тапҡыр "Оскар" премияһы (19 номинация — кинематограф тарихында иң күбе), "Спутник", ике тапҡыр BAFTA, АҠШ актерҙар гильдияһы һәм "Эмми" премияһы лауреаты, һигеҙ тапҡыр  "Алтын глобус" премияһы (29 номинация; премия тарихында абсолют рекорд[4]) һәм Голливуд "Дан аллеяһында"[5] йондоҙға лайыҡ булған. Бынан тыш, Канн (1989) һәм Берлинда (2003) үткән иң абруйлы кинофестивалдәр бүләген алыусы.

Мерил Стрип ҡатнашлығында иң билдәле фильмдар  — «Охотник на оленей» (1978), «Крамер против Крамера» (1979), «Выбор Софи» (1982), «Из Африки» (1985), «Мосты округа Мэдисон» (1995), «Адаптация» (2002), «Часы» (2002), «Дьявол носит Prada» (2006), «Мамма миа!» (2008), «Сомнение» (2008), «Джули и Джулия: Готовим счастье по рецепту» (2009) һәм «Железная леди» (2011).

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Мэри Луиз Стрип 1949 йылдың 22 июнендә Саммитта (Нью-Джерси штаты) тыуған. Атаһы Гарри Уильям Стрип-кесе — фармацевтика компанияһы менеджеры, әсәһе Мэри Вульф — рәссам[6] булған, ғаиләлә тағы Дэн һәм Гарри исемле ҡустылары бар[7]. Ғаилә пресвитериан сиркәүенә ҡарай, әсәһе швейцар, ирланд һәм инглиз сығышлы, атаһы — голланд халҡынан, уның ата-бабалары сефардтарға ҡараған[8].

Эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Йель драма мәктәбен тамамлағандан һуң, Стрип Нью-Йорк ҡалаһына күсә, төрлө спектаклдәрҙә сығыш яһай, фильмдарҙа ҡатнашыр өсөн һайлап алыуҙа ҡатнаша, әммә үтә алмай.

Ике йылдан һуң Мерил Стрип тәүге тапҡыр Фред Циннеманндың тулы метражлы "Джулия" фильмында төшә. Уны тәңҡитселәр яҡшы ҡабул итә, фильм өс "Оскар" премияһы менән бүләкләнә[9]. Бер йыл үткәс, Мерил "Охотник на оленей" (Майкл Чимино) фильмында Линда ролен уйнай. Фильм 9 тапҡыр "Оскар" премияһына номинациялана, бишәүһен ала, шул иҫәптән "Иң яҡшы фильм" категорияһында[10]. Мерил Стрип "Икенсе пландағы иң яҡшы ҡатын-ҡыҙҙар ролен башҡарыусы" номинацияһына үтә, әммә Мэгги Смит еңә[10]. Урам премияһы Киноакадемия, Стрип доминировала һәм "Алтын глобус", күптән түгел генә уттарҙы, был юлы Найан Кэнон[11]. Был роле өсөн "Алтын глобус"ҡа ла үтә, тик унда ла еңелә. Күп кино тәңҡитселәре Стрип эше менән һоҡлана[12][13].

Мерил Стрип 1979 йылда

Шул уҡ 1977 йылда Марвин Чомски төшөргән "Холокост" минисериалында немец Инга Хельм ролен башҡара, һуңынан уға тик аҡсаға мохтаж булғанға күрә риза булғанын әйтә[14]. Минисериал "Эмми" премияһының 8 бүләген (ун биш номинация) "Алтын глобустың" 2 бүләген ала. Мерил Стрип "Эмми" премияһының "Фильм йәки минисериалда иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле" категорияһында тәүге бүләген ала[15]

1979 йылда Мерил Стрип өс картинала уйнай: Вуди Аллендың "Манхэттен" романтик комедияһында, Джерри Шацбергтың "Соблазнение Джо Тайнена" style="font-size:85%; cursor:help; color:#888;" title="на английском языке ">(инг.)русск. Роберт Бентондың "Крамер против Камера" социаль драмаһында. Барыһын да тамашасылар һәм тәңҡитселәр бик яҡшы ҡабул итә. Һуңғыһы "Оскарҙың" 9 номинацияһына эләгә һәм бишендә, шул иҫәптән "Иң яҡшы фильм", категорияһында еңеп сыға, Стрипҡа ла статуэтка тотторалар.[10] Бынан тыш, Стрип "Алтын глобус" премияһы лауреаты булды[16]

Ошонан һуң Мерил Стрип билдәлелек яулай һәм төрлө ролдәрҙе уйнау буйынса тәҡдимдәр ала башлай. 1982 йылда экрандарға Алан Пакуланың "Выбор Софи" драмаһы сыға (Уильям Стайрон романының экранизацияһы), унда оккупацияны үтеп, АҠШ-ҡа күсеп киткән поляк ҡатын-ҡыҙы Софи Завистовскиҙы уйнай. Был роле өсөн Мерил Стрип "Оскар" премияһының икенсе статуэткаһын һәм өсөнсө "Алтын глобусты" ала[17][18]

Фред Скеписиҙың «Крик в темноте» (1988) драмаһы актерға «Оскарға» һәм «Алтын глобусҡа» номинациялар һәм Канн фестиваленең иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле өсөн бүләген килтерә[19][20]. Артабанғы ролдәре лә төрөлө премияларға номинация ғына килтерә, бүләктәр башҡа актерҙарға китә[21][22]

1990-сы йылдар Мерил Стрип төшкән фильмдар тамашасы һәм тәңҡитселәр иғтибарын яуламай[23]

2000-се  йылдар Мерил Стрип өсөн Стивен Спилбергтың «Искусственный разум» фантастик драмаһындағы Феяны тауышландырыуҙан башлана. Шул уҡ йылда егерме йылдан һуң Стрип Delacorte (англ.)русск. Нью-Йорк театры сәхнәһенә әйләнеп ҡайта, унда Антон Чеховтың «Чайка» пьесаһы буйынса ҡуйылған спектаклдә Ирина Николаевна Аркадина ролен башҡара[24]

Бер йылдан һуң Спайк Джонзтың «Адаптация» трагикомедияһында журналист Сьюзан Орлеанды уйнай, был роль өсөн «Алтын глобустың» дүртенсе статуэткаһын, шулай уҡ «Оскар» һәм BAFTA премиялары номинацияһын ала [25][26][27]

Мерил Стрип Санкт-Петербургта, 2004 йыл

2003 йылда Мерил Стрип берҙән-бер проектта — Майк Николстың "Ангелы в Америке" минисериалында дүрт төрлө ролде башҡара, "Эмми" премияһының икенсе статуэткаһын [28] һәм бишенсе "Алтын глобусты" ала. Бер йылдан һуң Стрип Америка кино сәнғәте институты тарихында "тормош дәрәжәләре" премияһы менән бүләкләнгән иң йәш ҡатын-ҡыҙ була[29]. Бынан тыш, 2004 йылда Стрип Рәсәйҙең "Ышанам. Константин Станиславский" премияһы менән "актерлыҡ оҫталығының юғарылығын яулап алыуы һәм Константин Станиславский мәктәбе принциптарына тоғролоғо" өсөн бүләкләнә[30]. Призды Станиславскийҙың тыуасары Александер Прайор тапшыра. 

2008 йылда "Мама миа!" мюзиклында уйнай[31]. Картинала Мерил Стрип йырлай, ә фильм сыҡҡас, "Грэмми" премияһыны номинацияһына эләккән йырҙар альбомын яҙҙыра[32]

2011 йылда Филлида Ллойдтың "Железная леди" фильмында Мерил Стрип Бөйөк Британия премьер-министры Маргарет Тэтчерҙы уйнаны. Уның өсөн Стрип 26-сы тапҡыр "Алтын глобус" премияһы кандидаттарына эләгә һәм һигеҙенсе тапҡыр уға лайыҡ була[33][34], шулай уҡ BAFTA премияһының икенсе статуэткаһын[35], "Оскар" премияһының өсөнсө статуэткаһын ала[36].

2012 йылдың 14 февралендә Мерил Стрипҡа Берлин кинофестиваленең "Алтын айыу" маҡтаулы бүләге тапшырылды[37][38]

Мерил Стрип — күбеһенсә драма актеры, күп тапҡыр "замандың иң яҡшы актерҙарының береһе" тип танылды. 

Абруйы һәм танылыуы өсөн 2011 йылда Джон Кеннеди исемендәге үҙәгенең махсус премияһы менән бүләкләнде, уны АҠШ президенты Барак Обама тапшырҙы[39].

Шәхси тормошо [үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Мерил Стрип актёр Джон Казале 1976 менән уның 1978 йылдағы үлменә тиклем никахта торған[40]. Шул уҡ йылда скульптор Дона Гаммера (инг.)баш. (англ.)русск. кейәүгә сыға, дүрт балалары тыуа: Генри «Хэнк» Вулф Гаммер, Мэри Уилла «Мэми» Гаммер, Грейс Джейн Гаммер һәм Луиза Джекобсон Гаммер. Мэми һәм Грейс—актерҙар, Хэнк — музыкант, Генри Вулф исеме аҫтында сығыш яһай[41].

2010 йылда Стрип Америка сәнғәт һәм әҙәбиәт академияһы составына инә, Гарвард университетының сәнғәт фәне докторы исемен ала. Унан башҡа Ҡатын-ҡыҙ тарихының милли музейы ораторы була, уға байтаҡ ярҙам ҡына ярҙам күрһәтә[42].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Deutsche Nationalbibliothek Record #118823655 // Meryl Streep (нем.) — 2012—2016.
  2. Meryl Streep // SNAC (ингл.) — 2010.
  3. Meryl Streep // Internet Broadway Database (ингл.) — 2000.
  4. Meryl Streep receives Golden Globe nomination (билдәһеҙ). SimplyStreep. Дата обращения: 3 ғинуар 2012.
  5. Meryl Streep: Hollywood Walk of Fame (билдәһеҙ). Los Angeles Times. Дата обращения: 5 ғинуар 2012.
  6. Meryl Streep Biography (1949-) (билдәһеҙ). FilmReference. Дата обращения: 3 ғинуар 2012.
  7. Meryl Streep: Yahoo (билдәһеҙ). Yahoo. Дата обращения: 3 ғинуар 2012. 2011 йылдың 28 сентябрь көнөндә архивланған.
  8. Стюарт Джеффрис. A legend lightens up (билдәһеҙ). The Guardian (2 июля 2008). Дата обращения: 2 апрель 2012.
  9. The 50th Academy Awards (1978) Nominees and Winners (билдәһеҙ). The Academy of Motion Picture and Sciences. Дата обращения: 3 ғинуар 2012. 2014 йылдың 27 август көнөндә архивланған.
  10. 10,0 10,1 10,2 The 51st Academy Awards (1979) Nominees and Winners (билдәһеҙ). The Academy of Motion Picture and Sciences. Дата обращения: 4 ғинуар 2012. 2014 йылдың 6 апрель көнөндә архивланған.
  11. The 36th Annual Golden Globe Awards (1979) (билдәһеҙ). Hollywood Foreign Press Association. Дата обращения: 4 ғинуар 2012. 2012 йылдың 12 октябрь көнөндә архивланған.
  12. Дан Жарден. The Deer Hunter (1978, USA, Michael Cimino) (билдәһеҙ). Cinemania (25 февраля 2007). Дата обращения: 4 ғинуар 2012.
  13. Винсент Кэнби. The Deer Hunter: Vincent Canby (билдәһеҙ). The New York Times (15 декабря 1978). Дата обращения: 4 ғинуар 2012.
  14. Star Treks (билдәһеҙ). Horizon Magazine (август 1978). Дата обращения: 4 ғинуар 2012. 2012 йылдың 11 ғинуар көнөндә архивланған.
  15. Outstanding Lead Actress In A Limited Series 1978 (билдәһеҙ). Emmys. Дата обращения: 4 ғинуар 2012.
  16. The 37th Annual Golden Globe Awards (1980) (билдәһеҙ). Hollywood Foreign Press Association. Дата обращения: 4 ғинуар 2012. 2012 йылдың 12 октябрь көнөндә архивланған.
  17. The 55th Academy Awards (1983) Nominees and Winners (билдәһеҙ). The Academy of Motion Picture and Sciences. Дата обращения: 4 ғинуар 2012. 2014 йылдың 6 октябрь көнөндә архивланған.
  18. The 40th Annual Golden Globe Awards (1983) (билдәһеҙ). Hollywood Foreign Press Association. Дата обращения: 4 ғинуар 2012. 2012 йылдың 12 октябрь көнөндә архивланған.
  19. The 61st Academy Awards (1989) Nominees and Winners (билдәһеҙ). The Academy of Motion Picture and Sciences. Дата обращения: 4 ғинуар 2012. 2012 йылдың 14 апрель көнөндә архивланған.
  20. The 46th Annual Golden Globe Awards (1989) (билдәһеҙ). Hollywood Foreign Press Association. Дата обращения: 4 ғинуар 2012. 2010 йылдың 24 ноябрь көнөндә архивланған.
  21. The 63rd Academy Awards (1991) Nominees and Winners (билдәһеҙ). The Academy of Motion Picture and Sciences. Дата обращения: 4 ғинуар 2012. 2013 йылдың 21 сентябрь көнөндә архивланған.
  22. The 48th Annual Golden Globe Awards (1991) (билдәһеҙ). Hollywood Foreign Press Association. Дата обращения: 4 ғинуар 2012. 2012 йылдың 12 октябрь көнөндә архивланған.
  23. Карен Холлингер, Biography of Meryl Streep, страница 78
  24. Питер Маркс. THEATER; The Stars Favor Chekhov (билдәһеҙ). The New York Times (5 августа 2001). Дата обращения: 5 ғинуар 2012.
  25. The 60th Annual Golden Globe Awards (2003) (билдәһеҙ). Hollywood Foreign Press Association. Дата обращения: 5 ғинуар 2012. 2013 йылдың 14 апрель көнөндә архивланған.
  26. The 75th Academy Awards (2003) Nominees and Winners (билдәһеҙ). The Academy of Motion Picture and Sciences. Дата обращения: 5 ғинуар 2012.
  27. Film Nominations 2002 (билдәһеҙ). British Academy of Film and Television Arts. Дата обращения: 5 ғинуар 2012.
  28. Outstanding Lead Actress In A Miniseries Or A Movie 2004 (билдәһеҙ). Emmys. Дата обращения: 5 ғинуар 2012.
  29. Outstanding Lead Actress In A Miniseries Or A Movie 2004 (билдәһеҙ). Emmys. Дата обращения: 5 ғинуар 2012.
  30. The AFI Life Achievement Awards (билдәһеҙ). American Film Institute. Дата обращения: 5 ғинуар 2012.
  31. Mamma Mia! (2008) (билдәһеҙ). RottenTomatoes. Дата обращения: 1 март 2012.
  32. Oh, 'Mamma Mia!' A Grammy for Meryl Streep? (билдәһеҙ). Gold Derby (14 августа 2008). Дата обращения: 5 ғинуар 2012. 2011 йылдың 4 ноябрь көнөндә архивланған.
  33. The 69th Annual Golden Globe Awards (2012) (билдәһеҙ). The Hollywood Foreign Press Association. Дата обращения: 5 ғинуар 2012. 2012 йылдың 19 ғинуар көнөндә архивланған.
  34. В Калифорнии вручили «Золотой глобус» (билдәһеҙ). Lenta.ru (16 января 2012). Дата обращения: 16 ғинуар 2012.
  35. 64th BAFTA Awards Winners: ‘The Artist’, Meryl Streep, Jean Dujardin, Director Michel Hazanavicius, ‘Rango’, Octavia Spencer, Christopher Plummer (билдәһеҙ). Deadline (12 февраля 2012). Дата обращения: 12 февраль 2012.
  36. Meryl Streep rules as Oscar best actress (билдәһеҙ). Today Entertainment. Дата обращения: 27 февраль 2012. 2012 йылдың 27 февраль көнөндә архивланған.
  37. Berlin film festival to honor Meryl Streep (билдәһеҙ). Dawn.com (2 января 2012). Дата обращения: 16 ғинуар 2012.
  38. Джоди Джилл. Meryl Streep honored at Berlin Film Festival receives Golden Bear award (билдәһеҙ). Examiner (14 февраля 2012). Дата обращения: 15 февраль 2012.
  39. Barack Obama reveals Meryl Streep 'crush' at Kennedy Centre Honours (билдәһеҙ). The Telegraph (5 декабря 2011). Дата обращения: 8 ғинуар 2012. 2015 йылдың 11 июль көнөндә архивланған.
  40. Richard Shepard Talks John Cazale Doc, Plus The Trailer For 'I Knew It Was You' (билдәһеҙ). The Playlist (6 января 2010). Дата обращения: 5 ғинуар 2012.
  41. About Henry Wolfe (билдәһеҙ). HenryWolfe.com. Дата обращения: 5 ғинуар 2012. 2013 йылдың 16 ғинуар көнөндә архивланған.
  42. Рубен Непалес. Meryl on ‘Streep Tease’ and Margaret Thatcher (билдәһеҙ). National Woman's History Museum (10 декабря 2011). Дата обращения: 6 ғинуар 2012. 2016 йылдың 8 март көнөндә архивланған.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]