Корсика

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Корсика
корс. Corsica
Флаг[d]
Нигеҙләү датаһы 11 ғинуар 1970[1]
Рәсем
Рәсми атамаһы Collectivité territoriale de Corse[2], Région Corse, Collectivité de Corse[2] һәм Corse[3]
Этнохороним corsi
Рәсми тел корсиканский язык[d]
Дәүләт  Франция[4]
Административ үҙәк Аяччо[d]
Административ-территориаль берәмек метрополия Франции[d]
Сәғәт бүлкәте UTC+1:00[d] һәм UTC+2:00[d]
Һыу ятҡылығы буйында урынлашҡан Урта диңгеҙ
Тәбиғи-географик объекты сиктәрендә урынлашҡан Корсика[d]
Геомәғлүмәттәр Data:France/Region/Corse.map
Иң юғары нөктә Монте-Чинто[d]
Хөкүмәт башлығы Жиль Симеони[d]
Башҡарма власть Executive Council of Corsica[d]
Закондар сығарыу органы Ассамблея Корсики[d]
Халыҡ һаны 347 597 кеше (1 ғинуар 2021)[5]
Административ рәүештә бүленә Верхняя Корсика[d][2] һәм Южная Корсика[d][2]
Ҡулланылған тел корсиканский язык[d] һәм Француз теле
Майҙан 8680 км²
Периметр 1047 km
Электронная почта contact@isula.corsica[6]
Рәсми сайт isula.corsica
Урынлашыу картаһы
Позицион карта
Подробная карта
Традиционная еда cuisine of Corsica[d]
Тема географияһы geography of Corsica[d]
Святой покровитель Девота[d]
Портал открытых данных opendata.corsica[d]
Тема иҡтисады economy of Corsica[d]
Демография темы demographics of Corse[d]
Ежегодное количество свадеб 1192[7]
Социаль селтәрҙә күҙәтеүселәр 13 455
Бында ерләнгән кешеләр категорияһы Q109709494?
Бында төшөрөлгән фильмдар категорияһы Category:Films shot in Corsica[d]
Элементтың күренеше өсөн категория Category:Views of Corsica[d]
Карта
 Корсика Викимилектә

Корсика (шулай уҡ: Корс) (франц. Corse. Корсе [kɔʁs], корс. Corsica, итал. Corsica) Ҙурлығы буйынса Урта диңгеҙҙә дүртенсе утрау. Ул — Францияның 18 төбәгенең береһе; шуға ҡарамаҫтан, Корсика айырым Корсика территориаль берлеге (франц. Collectivité Territoriale de Corse) статусына эйә. Көньяҡ Корсика һәм Үрге Корсика департаменттарын үҙ эсенә ала. Төп ҡала — Аяччо. Халҡы — 314 486 (2011) кеше (бөтә төбәктәр араһында 25-се урында һәм Европа өлөшө буйынса 22-се урын), башлыса корсикандар йәшәй.

Географияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ер юлдашынан Корсика күренеше

Утрау яҡынса 250 миллион йыл элек утрауҙың көнбайыш өлөшөндә гранит һырттың күтәрелеүе һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килә. Яҡынса 50 миллион йыл элек ултырма тоҡомдар был һырттың нигеҙенә үтеп инә һәм көнсығыш яғында һәүерташлы ҡалҡыулыҡтар барлыҡҡа килтерә. Сицилия, Сардиния һәм Кипрҙан ҡала ул Урта диңгеҙҙә ҙурлығы буйынса дүртенсе һәм иң таулы утрау.[8]

Көньяҡтан төньяҡҡа һуҙылған утрауҙың максималь оҙонлоғо 183 км һәм киңлеге 83 км. Яр һыҙығының оҙонлоғо яҡынса 1 000 км. Территорияһының майҙаны — 8 680 км2. Иң бейек түбәһе — Чинто түбәһе (2 706 м). Дөйөм майҙанының 3/4 өлөшөн тауҙар тәшкил итә, уларҙың 20-һенең бейеклеге 2 000 метрға һәм унан да артып китә, улар башлыса утрауҙың уртаһына яҡын урынлашҡан .Утрауҙағы тауҙар һәм үҙәндәрҙең 20 проценты урмандар менән ҡапланған.

Территорияһының 40 проценттан ашыуын (3 500 км2) Корсика Тәбиғәтте һаҡлау төбәк паркы биләй, ул утрауҙың үҙәк өлөшөндә хасил булған уникаль экосистеманы һаҡлап ҡалырға тейеш. Бында тик хужалыҡ эшмәкәрлеге генә сикләнә, ә туристарға паркта йөрөү тыйылмай, хатта бында оҙон йәйәүлеләр маршруттарына индерелгән һәм пейзаж менән һоҡланып йәйәү йөрөргә яратыусыларҙы ылыҡтырыу менән яҡшы таныш 20-се һанлы «Ҙур экскурсия һуҡмағы»(GR20[en]) үтә.[9]

Тауҙарҙа сығанаҡтар, шишмәләр һәм йылғалар күп. Иң әһәмиәтлеләре — Гравон, Рестоника, Тараво, Тавиньяно, Риццанезе, әммә уларҙың береһендә лә суднолар йөрөмәй. Иң ҙур йылға — Голо (90 км).

Утрау Италияның Тоскан ярынан 90 км, Франциянан 170 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Көньяҡҡа табан Бонифачо боғаҙы аша урынлашҡан Сардиниянан Корсиканы иң тар урынында ни бары 11 км алыҫлыҡ ҡына айыра.[9]

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Беҙҙең эраға тиклем VI мең йыллыҡта урындағы һунарсы-йыйыусыларҙы вариҫтары бер нисә мең йыл элек утрауға килеп төпләнгән импрессо мәҙәниәте ҡыҫырыҡлай башлай. Корсиканың мәҙәни традициялары күрше Сардинияның ҙур йоғонтоһо аҫтында була. Б. э. т. II мең йыллыҡ уртаһында Сардинияның Боннанаро мәҙәниәте йоғонтоһо аҫтында утрауҙа сардина нурагтарын хәтерләткән торре мәҙәниәте барлыҡҡа килә, башня-торрелар — ошо мәҙәниәт ҡомартҡылары. Бынан һуң күп тә үтмәй Корсиканы нурагтар төҙөүселәр, ә һуңыраҡ уларға туғандаш этрусктар килеп баҫа.

Беҙҙең эраға тиклем VI быуатта Кирнға (Корсикаға) грек-фокейҙар килеп төшә, унда улар Алалия ҡалаһына нигеҙ һала, уның өсөн этрус-карфаген флоты менән ғәйәт ҙур диңгеҙ алышы була. Алыш һөҙөмтәһендә гректар союздаштарҙың берләшкән флотын еңә, әммә ауыр юғалтыуҙар кисергәнлектән, үҙ ауылдарын Корсиканан күсерергә мәжбүр булалар, шулай итеп утрау этрусктар власы ҡарамағына күсә. Беҙҙең эраға тиклем V быуатта Корсиканы баҫып алған карфагендар беҙҙең эраға тиклем 238 йылда утрауҙы римлеләргә бирергә мәжбүр була. Корсикандар Рим наместниктарының иҙеүенә риза булмаһалар ҙа ете йыллыҡ ҡанлы һуғыштан һуң уларҙың ихтилалы тулыһынса баҫтырыла. Корсика императорҙар хакимлығы аҫтында сәскә атыуға өлгәшә һәм утрауҙа бейек диуарҙар менн уратылған 33 ҡала иҫәпләнә.

Күп тапҡырҙар баҫып инеп, 470 йылдан алып хакимлыҡ иткән вандалдар V быуатта Корсиканы ҙур бөлгөнлөккә төшөрә. Велизарий уны (533) вандалдарҙан азат итә, һәм шул ваҡыттан алып утрау алмашлап йә Византия, йә готтар ҡулында була. Корсиканы артабан лангобардтар (725), франктар (754) һәм сарациндар (850) яулап ала, диңгеҙ буйындағы башнялар ғына был баҫып алыуҙарҙың өнһөҙ шаһиттары. XI быуат башында Корсиканы пизандар баҫып ала һәм уны бик күп ҙур булмаған феодаль биләмәләргә бүлә[10].

1002 йылда корсикандар барондар иҙеүенә ҡаршы баш күтәрә һәм төньяҡ-көнсығышта 15 нәҫелдән килгән капоралдән торған вәкиллек булдыра; көньяҡ-көнбайышта власҡа графтар Чинарка, Истрия, делла Рокка һ. б. килә[10].

1077 йылдан корсикандар Рим папаһын үҙҙәренең юғары башлығы тип таный; Урбан II Корсика менән идара итеүҙе оҙайлы һәм ҡанлы көрәштән һуң Генуя республикаһына (1300) биргән пизандарға тапшыра. Генуяның власын корсикалылар шунда уҡ ҡабул итмәй, тик 1387 йылда ғына Генуяны власть булараҡ таный, әммә бер нисә тапҡыр уларҙы утрауҙан ҡыуып сығарырға тырыша (мәҫәлән, 1553—1570 йылдарҙа Сампьетро етәкселегендә барған ихтилал).

Өс йөҙ йыл дауамында, XIV быуаттан XVII быуатҡа тиклем, Корсикала генуя, арагон һәм милли партиялар үҙгәреүсән уңыш менән үҙ-ара көрәшә. Был ваҡытта утрау үҙенең пират бухталары һәм эре ҡолдар баҙарҙары менән дан тота. 1729 −1769 йылдарҙа корсиканлылар сираттағы тапҡыр Генуя хакимдарына ҡаршы ҡорал күтәрә. Император ғәскәрҙәре ярҙамы менән Генуя ихтилалды (1730) баҫтыра. 1735 йылда барон фон Нейгоф халыҡ араһында популярлыҡ яғулай, һәм уны король тип иғлан итәләр. Ләкин ул һигеҙ ай ғына хакимлыҡ итә. Королде алып ташлыу өсөн Генуя ярҙамға француздары саҡыра, һәм ул француз ғәскәре килгәнгә тиклем утрауҙан ҡасыр ҡотола[10].

1741 йылда тағы ла фетнә тоҡана. 1752 һәм артабанғы йылдарҙа фетнә күтәреүгә ике Паоли — Джачинто һәм уның улы Паскаль етәкселек итә. Генерал Паскаль Паоли Корсика тарихында беренсе бойондороҡһоҙ хөкүмәттең башлығы була. Ул 1755 йылда генуяларҙың власын Бастия[10] һәм диңгеҙ буйындағы дүрт ҡалала ғына ҡалдыра. Францияның Новидатив философтары идеялары менән рухланған Паоли утрауға конституция индерә. Шул мәлдән башлап 25 йәше тулған һәр ир-егет утрауҙың Административ советына үҙ вәкилдәрен һайлау хоҡуғына эйә була. Европаның яңы тарихында был дөйөм һайлау хоҡуғын индереү буйынса тәүге тәжрибә була. 1769 йылда Генуя, үҙ көстәре менән корсикандарҙың милли хәрәкәтен баҫа алмағас, утрауҙы Францияға «бурыстарын ҡаплатыу өсөн» тапшыра. Европаның бөтә илселәре менән дәғүәселәре менән бергә, Европаның иң ҙур хоҡуҡтарын булдырынан арттырып, был илселәрен арттыра алмай. Француз ғәскәрҙәре тиҙ арала Паоли яҡлыларҙы ҡыйрата, уны Корсиканы ташлап, Англияға йәшеренергә мәжбүр итә. Ҡыҫҡа ғына ваҡытҡа булған бойондороҡһоҙлоҡ юҡҡа сыға. Шул уҡ йылда Корсиканың баш ҡалаһы Аяччола, Паскаль Паоли яҡлы ғаиләлә «бөйөк корсиканлы», «Европаны берләштереүсе» Наполеон тыуа.

1940 йылда Францияны немец вермахты ҡыйратҡандан һуң Корсика нацистик Германияның коллаборационистары — вишист француз режимы хакимлығы аҫтында ҡала.

1942 йылдың ноябрендә, инглиз-американ ғәскәрҙәре Төньяҡ Африкаға төшкәндән һуң, утрауҙы итальян һәм немец ғәскәрҙәре оккупациялай.

1943 йылдың сентябрендә Италия менән союздаштар араһында ваҡытлыса килешеүҙән һуң итальян ғәскәрҙәре һәм Ирекле француз көстәре немецтарҙы утрауҙан ҡыҫырыҡлап сығара, Һөҙөмтәлә Корсика беренсе азат ителгән француз департаменты була. Һуңынан американ хәрбиҙәре 17 аэродром төҙөй, улар немецтар оккупациялаған Италияға һөжүм итеү өсөн базалар булып хеҙмәт итә. 1943—1945 йылда утрауҙа 22 тактик авиация аэродромы булдырыла, шуға ла Гитлерға ҡаршы коолиция буйынса көнбайыш союздаштар утрауҙы «USS Corsika» тип атай.

Корсиканың бойондороҡһоҙлоғо өсөн яңы тулҡын 1970 йылдарҙа барлыҡҡа килә. Де Голль власҡа килгәндән һуң утрауҙа Корсика һәм Сицилия мафиялары араһындағы этник ыҙғыш барышында бик күп кеше һәләк була.

Галерея[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Корсика сепаратизмы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Корсиканы милли азат итеү фронты (франц. Front de libération nationale de la Corse, корс. Fronte di Liberazione Naziunale Corsu) Францияның көньяғында урынлашҡан сепаратистик ойошма. Ул үҙ алдына тулы сәйәси бойондороҡһоҙлоҡҡа өлгәшеү йәки Корсиканың автономияһы хоҡуҡтарын киңәйтеү, шулай уҡ ил властары тарафынан «Корсика халыҡын» (француз закондары буйынса илдең бөтә граждандары француздар тип һанала) таныу маҡсатын ҡуя. .

Билдәле шәхестәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Корсикала Наполеон Бонапарт (Аяччола), шулай уҡ хәрби һәм дәүләт эшмәкәрҙәре биргән Аббатуччи ғаиләһе тыуған. Шулай уҡ бер версия буйынса Христофор Колумб та Корсикала тыуған.
  • Аяччо ҡалаһы (франц. Ajaccio) — йырсы Alizéeның тыуған ҡалаһы (тулы исеме Ализе Жакоте).
  • Француз моделе һәм актрисаһы Летиция Кастаның атаһы Корсикала тыуған. Нәҡ бында уның бала сағы үтә. 1993 йылдың авгусында, уға 15 йәш булғанда, ул һеңлеһе Мари-Анж (Marie-Ange) менән Сан-Амброжио (San Ambrogio) пляжында уйнай. Отпускыла булған фотограф Фредерик Кресо (Frederic Creceaux) уны күреп ҡала һәм моделлек агентлығында эшләгән дуҫына, ҡыҙҙың атаһы менән һөйләшеп, һынау фотоһүрәттәрен төшөрөргә рөхсәт алырға тәҡдим итә.
  • Француз йырсыһы һәм мюзикл йондоҙо Патрик Фьори Корсикала үҫә, ә әсәһе сығышы буйынса — корсиканлы. 1993 йылда, Евровидение конкурсында Франция исеменән сығыш яһап, Фьори үҙенең тыуған иленә арналған «Mama Corsica» йыры менән 4-се урынды яулай.
  • Габриэль Диана (1942) — итальян-француз скульпторы һәм рәссамы, уның музейы һәм Калининград гәрәбә музейы 2013 йылда туғандаш музей булып китә.[11]

Шулай уҡ ҡара[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Корсиканы милли азат итеү фронты
  • Ротондо күле

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. décret n°70-18 du 9 janvier 1970 modifiant le décret n° 60-516 du 2 juin 1960 portant harmonisation des circonscriptions administratives (фр.) // Journal officiel de la République française — 1970. — ISSN 0242-6773
  2. 2,0 2,1 2,2 2,3 http://www.vie-publique.fr/decouverte-institutions/institutions/collectivites-territoriales/categories-collectivites-territoriales/quel-est-statut-corse.html
  3. Institut national de la statistique et des études économiques Code officiel géographique au 1er janvier 2020 (фр.) — 2020 — 2020.
  4. archINFORM (нем.) — 1994.
  5. Populations légales 2021Национальный институт статистики и экономических исследований Франции, 2023.
  6. официальный сайт
  7. https://www.insee.fr/fr/statistiques/2561535?sommaire=2546239
  8. Mouillot, F. Corsica // Mediterranean Island Landscapes: Natural and Cultural Approaches. — Springer, 2008. — С. 223—225.
  9. 9,0 9,1 Price, Gillian. Walking on Corsica: Long-Distance and Short Walks. — Cicerone Press Limited. — С. 9. — ISBN 1-85284-387-X.
  10. 10,0 10,1 10,2 10,3 Корсика // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
  11. В области впервые реализуется проект по созданию музеев-побратимов. (ингл.). Kaliningrad Regional Amber Museum. Дата обращения: 26 ноябрь 2019. Архивировано 23 апрель 2021 года.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]