Джиддә

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Жиддә битенән йүнәлтелде)
Ҡала
Джиддә
ғәр. جدة
Ил

Сәғүд Ғәрәбстаны

Вилайәт

Мәккә

Координаталар

21°32′34″ с. ш. 39°10′22″ в. д.HGЯO

Ҡала мэры

Салех аль-Турки[d][1]

Нигеҙләнгән

б.э.т. VI быуат

Майҙаны

1686 км²

Бейеклеге

12 м

Климат тибы

эҫе сүл

Халҡы

3,6 млн. кеше (2009)

Агломерация

5 млн.

Конфессиональ составы

90% ашыу - сөнниҙәр

Сәғәт бүлкәте

UTC+3

Телефон коды12
Һанлы танытмалар
Джиддә (Сәғүд Ғәрәбстаны)
Джиддә
Джиддә

Джи́ддә йәки Дже́ддә (ғәр. جدة‎)— Сәғүд Ғәрәбстанынының төньяҡ өлөшөндәге ҡала. Ҙурлығы буйынса илдең икенсе ҡалаһы һәм «иҡтисади мәркәзе», шулай уҡ Мәккә вилайәтенең иң эре ҡалаһы.

[GaWC глобаль ҡалалалар рейтингында ул Гамма-ҡала тип танылған, йәғни Ханой, Балтимор йәки Хәйдәрабад менән бер ҡатарҙа.

Ҡаланың исеме ғәрәпсә «өләсәй» тигәнгә яҡын һәм Һауа тураһындағы риүәйәттәргә бәйле булыуы ихтимал. Тәүинәбеҙ һаналған Һауа ҡәбере Джиддәнең иҫтәлекле урындарының береһе.

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Археологтарҙың мәғлүмәттәренә ҡарағанда, Джиддә Мәғрибтән күсеп килгән кешеләр тарафынан беҙҙең эраға тиклемге VII быуат ахырында нигеҙләнгән. Йөҙҙәрсә йыл ҡаласыҡ балыҡсыларҙың бәләкәй генә порты булыпторған, ә 647 йылда Усман ибн Әффан хәлифә хажға килеүселәрҙе ҡабул итеүсе төп урын тип иғлан иткәндән һуң, Джиддә Ҡыҙыл диңгеҙ ярындағы мөһим портҡа һәм сауҙа үҙәгенә әүерелә.

969 йылда Джиддә Фатимиә халифат биләмәһенә инә . Фатимиҙарҙың эшлекле тышҡы сәйәсәте һәм сауҙагәрлеге арҡаһында Джиддәнең элемтәләре Һиндостанға һәм Ҡытайға тиклем барып етә. Ҡалала тормош гөрлдәп сәскә ата. Бай ҡалаға күрше мәмләкәттәрҙең күҙе төшөп, яулап алып торалар. Хәйер, яулап алыусылар ҙа уны емермәй, таламай, ә сауҙа мөмкинлектәрен киң файҙалана.

1177 йылда Әйүбиҙәр хакимиәте тәхеткә менгәс, Джиддәлә сауҙа тағы ла көслөрәк үҫешә башлай. Әйүбиҙәр йоғонтоһо менән ҡалала сҡнниҙәр һаны арта бара (уғаса шиғыйҙар өҫтөнлөк тотҡан була). Ҡала ерҙәренең 1254 йылда Мәмлүктәргә күсеүе лә 1517 йылда Османлылар яулап алғандағы кеүек тетрәнеүҙәргә килтермәй.

Португалдарҙың Джиддәгә ут асҡаны, 1517

Васко да Гама экспедицияһының уңышы 1497 йылда португалдарға Һинд океанын аса, был мосолман дәүләттәре аҡһөйәктәрен ҡурҡыуға һала. Һинд океанындағы иң мөһим мосолман сауҙа портын нығытыуға һалынған аҡса, көс 1517 йылда үҙен аҡлай — португалдарҙың экспедицияһы ҡалаға һөжүм итергә ҡыймай, ситтән атып, караптарҙы батырыу менән сикләнә.

1802 йылда Дирий әмирлегенең ваһһаби төркөмдәре ҡаланы баҫып ала һәм уны 1813 йылға тиклем тота, шул йылы Джиддәне Мысырҙан килгән оттоман ғәскәриҙәре яулай.

1916 йылда Төркиәнең ғәскәрҙәре ауыр хәлдә ҡалыуы менән файҙаланып, ғәрәп аҡһөйәктәре бойондороҡһоҙ Хиджаз короллеген иғлан итә. Яңы дәүләт 1925 йылға тиклем генә йәшәп ҡала, уны Нәджд яулай. солтанаты . 1932 йылда берләшкән году объединённое Нәджд һәм Хиджаз Сәғүд Ғәрәбстаны тип атала башлай.

Географияһы һәм климаты[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Джиддә Ҡыҙыл диңгеҙ буйында урынлашҡан, был тар ғына яр буйы сүллеге Тихама тип атала. Көнбайыштан тауҙар сикләп тороу сәбәпле, яңы йорттарҙы яр буйлап, тарихи үҙәктән йыраҡлаша барып һалалар.

Джиддәнең климаты — эҫе һауалы сүл. Яр буйында урынлашҡанлығы ғына климатты бер аҙ йомшарта. Ямғыр һирәк яуа, яуым-төшөм ҡыш көндәре генә булғылай. Гел елләп тора, ҡом бурандары, туҙанлы томан, һауаның артыҡ дымлы булыуы һәм эҫелек өйрәнмәгән кеше өсөн бик ауыр.

Джидды климаты
Күрһәткес Ғин. Фев. Март Апр. Май Июнь Июль Авг. Сен. Окт. Нояб. Дек. Йыл
Абсолют максимум, °C 33 35 38 40 42 52 42 42 42 41 41 34 52
Уртаса максимум, °C 29 29 29 33 35 36 37 37 36 35 33 30 33
Уртаса температура, °C 25 24 25 28 30 30 32 32 31 29 27 25 28
Уртаса минимум, °C 19 18 19 21 23 24 26 27 25 23 22 19 22
Абсолют минимум, °C 9 11 13 12 13 19 21 23 21 20 17 10 9
Яуым-төшөм нормаһы, мм 5 0 0 0 0 0 0 0 0 0 25 31 61
Сығанаҡ: [2]

Халҡы һәм иҡтисады[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Джиддә халҡы һаны буйынса Әр-Риядтан ҡала икенсе урында. 2009 йыл мәғлүмәттәренән күренеүенсә, ҡалала 3,6 млн кеше йәшәгәнк, ә агломерацияла — 5 миллион самаһы[3].

Джиддәнең яр буйы төнөн

Халҡының 45 % ғына аҫаба, ҡалғандар төрлө илдәрҙән килгән эшселәр. Ситтән килгәндәргә нисә йыл йәшәһә лә гражданлыҡ хоҡуғы бирелмәй (ил алдындағы ҙур хеҙмәттәре өсөн йә сәғүдлегә кейәүгә сыҡҡан ҡатындарға ғына бирелеүе ихтимал). Сәғүдиҙәрҙең 90 % — сөнниҙәр, 10 % — шиғыйҙар. Сит илдән килгәндәрҙең 3/4 өлөшө мосолман,ҡалғаны индус һәм нәсрани. Мосолман булмағандар үҙ дини йолаһын үтәй алмай, дини символдарҙы тағып йөрөү, хатта өйҙәрендә үҙ дине китаптарын һаҡларға ярамай — хөкөм язаһы ҡаралған. Сит ил эшселәренең 90 % ирҙәр булғанлыҡтан, илдә йәшәгән халыҡтың 65 % тиерлек ирҙәр.

VII быуаттан Джиддә аҡса алмаштырыусылары менән билдәле. Төрлө илдәрҙән хажға килгән халыҡҡа үҙ илдәренең аҡсаһын алмаштырырға тура килгән. Аҡса алмаштырыу үҙәге Хавала тип исем алған һәм һаманға тиклем финанс үҙәге булып йәшәп киилә. ХХ быуатта Джиддәлә Сәғүд Ғәрәбстанының банк системаһы барлыҡҡа килеүе һәм иҡтисади мәркәзгә әйләнеүе шуның өсөн тәбиғи. Джиддә иҡтисады нигеҙҙәре:

  • Логистика (эре порт һәм аэропорт, шоссей юлдар төйөнө)
  • Туризм (дини)
  • Банк даирәһе
  • Сауҙа
  • Төҙөлөш
  • Нефтехимия
  • Юғары технологик даирә (биотехнологиялар үҙәге, электроника һәм программалау)

2019 йылда ҡаланың төньяҡ өлөшөндә донъялағы иң бейек күктишәр йорт төҙөргә йыйыналар.

Транспорт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡаланы король Абдәл-Әзиз исемендәге Халыҡ-ара аэропорт хеҙмәтләндерә.(IATA: JED, ICAO: OEJN) Йылына 27 миллион кпассажир үтә (2012). Ислам донъяһының һәммә әһәмиәтле ҡалаһына даими пассажир рейстары бар, (өлөшләтә — тХаж ваҡытында ғына), шулай уҡ Лондон, Сингапур, Франкфурт, Париж, Сеул, Дели, Мумбаи, Аддис-Абебу һәм Афина кеүек ҡалаларға самолет оса.

Джиддәнең порты бар, хаж ҡылыусылар уның менән дә файҙалана.

2015 йылда Джиддә — Әр-Рияд һәм Мәҙинә — Джиддә — Мәккә тимер юлдары һалына башлағайны.

Йәмәғәт транспорты булараҡ автобустар файҙаланыла.

Туғандаш ҡалалары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Галерея[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. http://www.arabnews.com/node/1348996/saudi-arabia — 2018.
  2. Jeddah, Saudi Arabia. BBC. Дата обращения: 23 декабрь 2011. Архивировано 6 август 2012 года. BBC
  3. Jeddah Guide Facts and Figures 2015 йыл 2 апрель архивланған.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Густерин П. В. Города Арабского Востока. — М.: Восток—Запад, 2007. — 352 с. — (Энциклопедический справочник). — 2000 экз. — ISBN 978-5-478-00729-4.