Эстәлеккә күсергә

Әзербайжан

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Азербайджан битенән йүнәлтелде)
Әзербайжан Республикаһы
Azərbaycan Respublikası
Ҡалып:Әзербайжан Республикаһының байрағы гербы Әзербайжан Республикаһының
Әзербайжан Республикаһының байрағы Әзербайжан Республикаһының гербы
Милли девиз: «Odlar Yurdu»
Гимн: Әзербайжан Республикаһының гимны
Бойондороҡһоҙлоҡ яулауы Иғлан ителгән: 1918 й.
Танылған 1991 й. (Рәсәй иленән)
Рәсми телдәр Әзербайжан теле
Баш ҡала Баҡы
Иң ҙур ҡалалары Гәнжә, Сумҡайыт
Идара итеү формаһы Президент республикаһы
Президент Илһам Әлиев
Территория
  • Барыһы
  • % һыу.
111 урын
86 600 км²
-
Халыҡ
  • Барыһы (2014)
  • Тығыҙлыҡ
89 урын
9 511 100[1]
110 кеше/км²


Валюта Әзербайжан манаты
Интернет-домен .az
Телефон коды +994
Сәғәт бүлкәте UTC -2...-5


Әзербайжан (әзерб. Azərbaycan Respublikası) — көнсығыш Кавказда һәм Каспий диңгеҙенең көньяҡ-көнбайышындағы ил.

Төньяҡтан — Рәсәй (Дағстан) һәм Грузия (Квемо-Картли һәм Кахети), көнбайыштан — Әрмәнстан, һәм көньяҡтан Иран менән сиктәш.

Әзербайжан территорияһының бер өлөшө танылмаған Таулы Ҡарабах Республикаһы күҙәтеүе аҫтында, бер өлөшө — Әрмәнстан (Кәрки, Бархударлы, Юғары Әскипара эксклавтары) күҙәтеүе аҫтында. Әзербайжан, үҙ сиратында, Әрмәнстандың Арцвашен эксклавын үҙ күҙәтеүе аҫтында тота.

Илдең баш ҡалаһы — Баҡы ҡалаһы. 1918 йылда Гәнжә ҡалаһы бер нисә ай баш ҡалаһы була. Әзербайжан территорияһында бер нисә тарихи илдең баш ҡалалары урынлашҡан: Шәки, Шуша, Ғабала, Бәрдә, Шәмәхә һәм Нахчиван.

Newsweek журналы фаразлауы буйынса, Әзербайжан «Донъяның иң яҡшы илдәре» исемлегендә 69 урында тора (ингл. The world’s best countries).

Әзербайжан — күп милләтле, күп динле дәүләт. Республикала күпселек халыҡ ислам, әҙерәге — христиан, иудаизм диндәренә ҡарай.

Әзербайжан Демократик Республикаһының үҙаллылығы 1918 йылдың 28 майында иғлан ителә. Уны мосолман илдәре араһындағы беренсе демократик доньяуи республика тип атайҙар.

Атаманың килеп сығыуы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

«Әзербайжан» топонимы парфян һәм урта фарсынан Атурпатакан (Āturpātakān) боронғо Атропатена йәки Мидия Атропатена дәүләте исеменән барлыҡҡа килгән. Мидия Атропатена (фарс. Мидия Атропатова), йәки Атропатена тип Искәндәр Зөлҡәрнәй баҫып алған Мидияның Төньяғын атайҙар. Антик авторҙарҙа икенсе исеме — Кесе Мидия. «Атурпаткан» исеменән урта фарсы «Адербадган» (фарс. Âzarâbâdagân‎) хәҙерге Әзербайжан исеме килеп сыға.

1918 йылға тиклем Әзербайжан исеме аҫтында ҡасандыр Атропатена биләгән Урмия күле буйындағы ерҙәр, Аракс йылғаһынан көньяҡҡа, тарихтың төрлө дәүерҙәрендә «Әзербайжан» исеме Аракс йылғаһынан төньяҡҡа таралыуы билдәле.

«Әзербайжан» термины беренсе тапҡыр дәүләт исеме булараҡ 1918 йылдың 28 майында, Әзербайжан Демократик Республикаһын иғлан иткәндә, һүҙгә алына. И. М. Дьяконов, В. Ф. Минорский билдәләүенсә, XX быуатҡа тиклем был термин Ирандың төньяҡ-көнбайыш төрөксә һөйләшкән төбәген билдәләгәндә ҡулланыла. Дәүләт исемен алыу сәбәбе тип В. В. Бартольд, И. М. Дьяконов, В. А. Шнирельман дәүләткә нигеҙ һалыусыларҙың Иран Әзербайжанына дәғүә тип күрәләр.

Дәүләт символдары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1918 йылдың 9 ноябрендә Әзербайжан Демократик Республикаһы Хөкүмәте тәү тапҡыр өс төҫлө дәүләт флагы тураһында ҡарар ҡабул итә. ӘДР-ҙың ҡолауынан һәм совет власының килеүенән һуң, 1920 йылдың 28 апрелендә был флаг кире ҡағыла. 1990 йылдың 17 ноябрендә өс төҫлө флаг Юғары Нахичеван Автономиялы Республикаһының Юғары Мәжлесе ҡарары менән кире ҡайтарыла һәм дәүләт флагы булып таныла. Шул уҡ ултырышында Юғары Мәжлес Әзербайжан ССР-ның Юғары Советына өс төҫлө флагтың Әзербайжандың дәүләт символы итеп ҡабул итеү тураһында мөрәжәғәт итә.

1991 йылдың 5 февралендә Әзербайжан Республикаһының Юғары Советы Нахичеван Республикаһы Юғары Мәжлесенең үтенесен ҡарай һәм өс төҫлө флагты Әзербайжандың дәүләт флагы тип таныуы тураһында ҡарар сығара. Флаг өс төҫлө яҫылыҡ (триколор). Һыҙаттар (күк, йәшел, ҡыҙыл төҫлө) горизонталь буйынса урынлашҡан. Флагтың уртаһында ҡыҙыл һыҙатта һигеҙ ҡырлы йондоҙ һәм ярымай төшөрөлгән. Ике һүрәт тә аҡ төҫтә. Әзербайжан Конституцияһына ярашлы, күк төҫ төрки халыҡтарҙың ғәҙәткә ингән төҫө, төркилекте символлаштыра, ҡыҙыл — үҫеште, йәшел — ислам төҫө. Ярымай ислам диненә ҡарағанлыҡты күрһәтә, һигеҙ ҡырлы йондоҙ төрөк халыҡтарының һигеҙ тармағын күрһәтә.

(аудио)
(аудио)
[[:Файл:{{{Имя_файла}}}|{{{Название}}}]]
[[Файл:{{{Имя_файла}}}|left|180px|noicon]]
Помощь по воспроизведению

Әзербайжан гимны «Әзербайжан маршы!» тип атала (әзерб. «Azərbaycan Marşı!» («Азәрбајҹан Маршы»)). Гимн көйөн әзербайжан композиторы Узеир Гаджибеков яҙған, һүҙҙәрен шағир Әхмәд Джавад (әзерб. Əhməd Cavad) 1918 йылда яҙған. Ул советҡа тиклемге осорҙа Әзербайжандың рәсми гимны булған. Гимн рәсми рәүештә (1918 рәсмиләштереп, 1920 кире алыуҙан һуң) 1991 йылда, Әзербайжан үҙаллылығын яулағас, ҡайтарыла.

Герб уртаһында ут «Уттар Илен» һынландыра. Гербтағы төҫтәр Әзербайжан дәүләт флагы төҫтәрендә. Һигеҙ ҡырлы йондоҙ төрөк халыҡтарының һигеҙ тармағын күрһәтә. Аҫта бойҙай башаҡтарынан һәм имән ботаҡтарынан бәйләм. Ул байлыҡ, уңыш билдәһе. Имән ботағы илдең бороңғолоғон күрһәтә.

Файҙалы ҡаҙылмалар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әзербайжан ер ҡуйынында ҡиммәтле файҙалы ҡаҙылмалар бар: нефть, тәбиғи газ, алунит, баҡыр мәғдәне, алтын, молибден, һ.б. Республикала шулай уҡ биҙәкләү эштәре өсөн сеймал бар: мрамор, каолин, туф, доломит.

Каспий тәбиғи сығанаҡтары менән нефть сығарыу, балыҡ сәнәғәте, диңгеҙ транспорты, суднолар ремонтлау кеүек халыҡ сәнәғәте тармаҡтары бәйле.

  • 1993—2003 йылдарҙа Президент вазифаһын Гейдар Алиев башҡарҙы.
  • 2003 йылдан Әзербайжан Йөмһүриәте Президенты — Илһам Гейдар улы Әлиев.

Хәҙерге Әзербайжан

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Хәҙерге Әзербайжан СССР-ҙың тарҡалыуынан һуң барлыҡҡа килгән (1991). Беренсе президенты Аяз Муталибов. 1991 йылдың 30 авгусында Әзербайжандың Юғары Советы «Әзербайжан Республикаһының дәүләт үҙаллылығын ҡайтарыу тураһында» декларацияһын ҡабул итә, 18 октябрҙә «Әзербайжан Республикаһының дәүләт иреклеге тураһында» конституцион акты ҡабул ителә, ул Әзербайжандың дәүләт, сәйәсәт, иҡтисад ҡоролошон һүрәтләндерә.

1992 йылдың июнендә уны Абульфаз Эльчибей алмаштыра. Ваҡытлыса Әзербайжан президенты вазифаһын Ягуб Мамедов (1992), Иса Гамбар (1993) башҡаралар. Уңышһыҙлыҡтар һәм хөкүмәт белдекһеҙлеге хакимиәт кризисына килтерә, 1993 йылдың 4 июнендә Гәнжәлә полковник Сурет Гусейнов фетнәһе ҡалҡа.

Граждандар һуғышынан һаҡланыу өсөн, Эльчибей Баҡыға Нахчиванда йәшәгән Гейдар Алиевты саҡыра.

Әзербайжан Президенты

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Дәүләт башлығы — президент. Әзербайжан — президент республикаһы. Президент халыҡ һайлауҙарында биш йылға һайлана, хөкүмәт ағзаларын тәғәйенләй.

Юғары законодар сығарыу органы — бер палаталы Милли Мәжлес (әзерб. Milli Məclis) (125 депутат), бер мандатлы округтар буйынса халыҡ һайлауҙарында биш йылға һайлана.

Хакимиәтлек ҡоролошо

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һаны, йәшәгән урындары, йәш һәм гендер структураһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Әзербайжан халҡының йәш-енес пирамидаһы

Әзербайжандың халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса (2009) Әзербайжанда йәшәгән халыҡ 8 922 447 кеше булған[2], ә үҫеш темпына ҡарап иҫәпләүҙәр 2010 йылда халыҡ һаны 9 млн тәшкил итә тип билдәләй[3][4]. 2019 йылдың 1 ғинуарына Әзербайжандың Дәүләт статистика комитеты халыҡ һанын 9 981 457 кеше тип баһалай[5].

Ҡала халҡы дөйөм йәниҫәптең 52,8 % , ә ауылдыҡылар — 47,2 % тәшил иткән. Ир-ат дөйөм йәниҫәптең 49,9 % , ҡатын-ҡыҙ — 50,1 % булған[6].

Халыҡтың гендер составы тигеҙ тиерлек, 1000 ир-атҡа 1039 ҡатын-ҡыҙ тура килә[7].

Статистика комитеты мәғлүмәттәренә ҡарағанда, 2019 йылдың 1 ғинуарына халыҡтың тығыҙлығы 115 кеше/км² тәшкил иткән.

2019 йылдың 6 апреленә Әзербайжандың Дәүләт статистика комитеты мәғлүмәттәре буйынса илдең 10 миллионсы кешеһе донъяға килгән[8][9].

Әзербайжан халҡының этник составы
(йәниҫәптең рәсми мәғлүмәттәре буйынса[10])
Этнос 1926 1939 1979 1989 1999 2009
һаны өлөшө[11]
(%)
һаны өлөшө[11]
(%)
һаны өлөшө[11]
(%)
һаны өлөшө[11]
(%)
һаны өлөшө[11]
(%)
һаны өлөшө[11]
(%)
Әзербайжандар 1 425 385 65,1 1 856 418 60,8 4 708 800 78,13 5 805 000 82,68 7 205 500 90,60 8 172 809 91,60
лезгиндар 37 251 1,7 111 603[12] 3,7 158 100 2,62 171 400 2,44 178 000 2,24 180 300 2,02
әрмәндәр 310 310 19,8 255 225 8,4 475 500 7,89 390 500 5,56 120 700[13][14] 1,52 120 306[15] 1,35
урыҫтар 238 155 10,9 548 351 18,0 475 300 7,89 392 300 5,59 141 700 1,78 119 307 1,34
талыштар 77 323 3,5 87 504 2,9 [16] [16] 21 200 0,30 76 800 0,97 111 996 1,26
аварҙар 19 104 0,9 15 740 0,5 36 000 0,60 44 100 0,63 50 900 0,64 49 838 0,56
төрөктәр 7 900 0,13 17 700 0,25 43 400 0,55 37 975 0,43
татарҙар 31 400 0,52 28 600 0,41 30 000 0,38 25 911 0,29
таттар 28 442 1,3 8 800 0,15 10 200 0,15 10 900 0,14 25 218 0,28
украиндар 26 400 0,44 32 300 0,46 29 000 0,36 21 509 0,24
цахурҙар 15 552 0,7 6 460 0,2 8 500 0,14 13 300 0,19 15 900 0,20 12 289 0,14
грузиндар 9 495 0,4 10 171 0,3 11 400 0,19 14 200 0,20 14 900 0,19 9 912 0,11
йәһүдтәр 10 270 0,5 41 217 1,3 35 500 0,59 30 800 0,44 8 900 0,11 9 084 0,10
курдтар 41 132 0,09 12 200 0,17 13 100 0,16 6 065 0,07
крыздар 4 400 0,05
удиндар 2 441 0,1 5 800 0,10 6 100 0,09 4 100 0,05 3 821 0,04
хиналугтар 2 200 0,02
башҡалар 31 400 0,52 31 300 0,45 9 600 0,12 9 500 0,11
ЙӘМҒЕҺЕ 2 189 271 100,00 3 054 313 100,00 5 864 334 100,00 7 021 200 100,00 7 953 400 100,00 8 922 447 100,00
Нахичевань ҡалаһында туған телгә һәйкәл.

Илдең рәсми телеәзербайжан теле (төрки телдәр төркөмө). Уғыҙ төркөмсәһенә ҡарай, ләкин ҡыпсаҡ телдәре һыҙаттары ла хас. Әзербайжанда әзербайжана теле дәүләт теле булып тора. Президент Гейдар Алиев 2001 йылдың 9 авгусындағы указы менән Әзербайжан теле һәм алфавиты көнө билдәләнә [17].

Мосолман динле әзербайжандарҙың күпселеге - шиғыйҙар, әммә сөнни мосолмандар ҙа бар (илдең төньяҡ өлөшөндә башлыса лезгиндар, цахурҙар, рутулдар), правослауҙар (рустар, грузиндар, украиндар) һәм йәһүдиҙәр (йәһүдтәр). Төрлө йүнәлешле протестанттар бар[18].

Ғәмәлдәге Әзербайжан Республикаһы Конституцияһына ярашлы, Әзербайжан донъяуи дәүләт булып тора. Әзербайжан Республикаһында дин дәүләттән айырылған, ул илдә йәшәгән төрлө этник төркөмдәрҙең төрлө дине, инаныстары менән билдәләнә.

Шемахалағы Йома мәсете, Кавказдың иң боронғо мәсеттәренең береһе (743 йылда асылған)

Ислам Әзербайжанда төп дин; халҡының 99,2 % мосолман[19]. Уларҙың күпселеге (яҡынса 85%) шиғыйҙар (жафари мәҙһәб), әҙерәк өлөшө (15%) — сөнниҙәр[20][21] (башлыса хәнәфи мәҙһәб). Әзербайжанда синагогалар бар, йәһүди йәмәғәттәр - бик йоғонтола ойошмалар[22]. Красная Слобода ҡасабаһы (Губин районы) советтан һуңғы төбәктәрҙә йәһүдтәрҙең берҙән-бер тупланып йәшәгән урыны.

Республикала правослау динлеләр аҙ, әлеге ваҡытта был илдә 6 правослау ҡорам эшләй, шуларҙың өсәүһе Баҡыла.

Хәҙерге Әзербайжан территорияһында католиклыҡ XIV быуат башында тарала башлаған. XVII быуат башында католиклыҡҡа ылыҡтырылған 19 мең әрмән ун ауылда һәм Нахичевандең өс ҡалаһында йәшәгән[23] 2002 йылдың майында Әзербайжандың католик сиркәүендә иҫтәлекле ваҡиға була — Баҡыға рәсми визит менән Рим папаһы Иоанн Павел II килә[24][25][26][27]. Әлеге ваҡытта Баҡыла Әзербайжандың берҙән-бер католик сиркәүе урынлашҡан (Церковь Непорочного Зачатия Пресвятой Девы Марии).

Тәүге протестанттар Әзербайжанда XIX быуат башында күренгән — былар лютеранлыҡ инанысындағы немец колонистары була. Әлеге мәлдә Әзербайжанда 20 мең тирәһе протестант йәшәй[28]. Иң эре конфессия булып баптистар тора(3 мең ағза[29]) һәм пятидесятниктар (4,4 мең динле[30]). Илдә шулай уҡ адвентистар, лютерандар, инжил христиандары, Яңы апостол сиркәүе адепттары һәм башҡалар йәшәй.

Республика биләмәһенә бай үҫемлектәр донъяһы хас. Ҙур булмаған билмәлә бөтә донъяла таралған үҫемлектәрҙең бик күп төрөн табырға була. Мәҫәлән: парротия (дамир агач), иберия имән, каштан япраҡлы имән, хөрмә, самшит һәм дардар (граб), саған, ҡарағай, тал, өрөксәтләүек ағасы, япон софораһы, аҡ һәм алһыу олеандр, жасмин ҡыуаҡтары, ә Ленкоранда альбиция — ҡуҙаҡлылар төрөнә ҡараған декоратив үҫемлекте үҫтерәләр. Әзербайжандағы юғары үҫемлектәрҙең 450 төрө 125 рәткә бүленгән. Кавказда үҫкән бөтә үләндәрҙең һәм үҫемлектәрҙең күбеһе Әзербайжан биләмәләрендә үҫә. Башҡа ерҙәрҙә һәм Кавказда үҫкән үҫемлектәрҙән башҡа тик Әзербайжанда ғына осрай торған үҫемлектәр ҙә бар, Әзербайжан райондарына ғына хас 240 эндемик төр үҫә[31].

Ҡәлмәргән Әзербайжанда

Әзербайжан бер нисә зоогеографик бүлкәт осрашҡан урынында ята. Ил биләмәһендә күрше Иран, Урта Азия, Урта диңгеҙ буйында йәшәүсе ҡайһы бер йәнлектәр бар. Тәбиғәт шарттары төрлө булыу сәбәпле Әзербайжан Республикаһында 12 мең төр йәнлек бар, шул иҫәптән 623 умыртҡалылыр төрө ( 90 артыҡ һөтимәрҙәр, 350 ҡоштар, 40 төрҙән артыҡ һөйрәлеүселәр, 80 артыҡ балыҡтар, ҡалғандары — түңәрәк ауыҙлылылар һәм ер-һыу хайуандары)[32]. Тигеҙлектәрҙә һөйрәлеүселәр, ҡуян, бүре, төлкө, йәйран. Кура һәм Аракс йылғалары буйындаҡырағай ҡабан сусҡаһы, ҡоралай, бурһыҡ, сүл бүреһе йәшәй. Тауҙарҙа болан, Дағстан туры , тау кәзәһе, безоар кәзәһе, ҡоралай, айыу, һеләүһен, урман бесәйе, дикобраз, муфлон һәм леопард төйәкләй. Ситтән алып ҡайтылған ала-сыбар болан, сайгак, енот кеүек эт, енот-полоскун, нутрия, скунс та бында эйәләшәкән. Әзербайжанда ҡоштар: ҡырғауыл (фазана), ағуна, ҡор һәм башҡалар . Бында ҡышҡылыҡҡа төрлө ҡоштар килә (өйрәк, ҡаҙ, аҡҡош, селән, берғаҙан, фламинго, бакландар һәм башҡалар).

Әзербайжандың Ҡыҙыл китабына 108 төр хайуан ингән, шул иҫәптән 14 төр һөтимәрҙәр, 36 төр ҡоштар, 13 төр ер-һыу хайуандары һәм һөйрәлеүселәр, 5 төр балыҡ һәм 40 төр бөжәктәр[32].

Антропогенный пейзаж на Апшеронском полуострове

Апшерон ярымутрауы һауа, һыу һәм тупраҡ бысраныу һөҙөмтәһендә, ер шарының экологик яҡтан иң насар райондарның береһе тип һанала. Тупраҡ һәм грунт һыуҙары бысраныу мамыҡ үҫтергәндә ДДТ һәм ағыулы дефолиантларҙы ҡулланыу менән бәйле. Һауаның бысраныуы Сумгаит, Баҡы һәм башҡа ҡалаларҙың сәнәғәте ҡалдыҡтарына бәйле. Нефть сығару һәм нефть эшкәртеү сәнәғәте диңгеҙҙе бысратыуҙың етди сығанағы булып тора.

Илдең бай флора һәм фаунаһына кеше бик ныҡ көслө йоғонто яһай. Урмандар киҫелә һәм уларҙа мал-тыуар көтөлә. Урмандарҙы киҫеп ауыл хужалығы ерҙәренең майҙанын арттыралар.

Әзербайжанда тәбиғәтте һаҡлау буйынса саралар күрелә. Тәбиғи урмандарҙың ҡайһы бер өлөшөн, реликт үҫемлектәр һәм һирәк осрай торған хайуандарҙы һаҡлау өсөн 9 милли парк, 11 ҡурсаулыҡ һәм 24 заказник булдырылған[33][34][35]. Боландың ике төрө (благородный һәм ала-сыбар болан), ҡыр кәзәһе, йәйран, безоар кәзәһе, муфлон, ҡоралай, сайгаҡ айырыуса һаҡлана торған төрҙәргә инә.

Экологические проблемы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Кеше эшмәкәрлегенең үҫеше һуңғы йөҙ йыл эсендә тәбиғәт байлыҡтарын артыҡ файҙаланыуға килтерҙе [36]. Әзербаййжан Республикаһының экологик проблемалары бөтә үҫешкән илдәрҙеке менән бер төрлө.

2009 йылдан илдә Әзербайжандың альтернатив һәм яңыртылыусы энергия сығанаҡтары буйынса дәүләт агентлығы эшләй.

Айырым һаҡланған биләмәләр

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Тәбиғәт ҡомартҡылары

Әзербайжан субтропик зонаға инә, был зонала осраған 11 климат төрөнөң 9 Әзербайжанда осрай. Әзербайжанда шулай уҡ 800 яҡын батҡаҡ вулканы бар,улар һаны буйынса Әзербайжан донъяла беренсе урында тора.

Азербайджан ҡурсаулыҡтары

Ҡурсаулыҡтар-фәнни-тикшеренеү идара статусына эйә биләмәләр, улар тәбиғи хәлдә был зонаға хас һәм һирәк тәбиғәт комплекстарын һаҡлау, тәбиғәт процестарын һәм ваҡиғаларын өйрәнеү маҡсатынан ойошторолған. Иң ҙур ҡурсаулыҡтар: Ҡыҙылағас, Заҡатала, Ширван ҡурсаулыҡтары һәм башҡалар.

Милли парктар

Милли парктар — тәбиғәтте һаҡлау статусына эйә булған һәм тәбиғәтте һаҡлау өсөн файҙаланыла торған фәнни-тикшеренеү идараларының территорияларында махсус экологик, тарихи, эстетик һәм башҡа әһәмиәтле тәбиғи комплекстар урынлашҡан биләмәләр.

Административ бүленеше

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Районы Азербайджана

Әзербайжан биләмәһе 66 районға бүленгән, унда 11 республика ҡарамағындағы ҡала һәм 1 автономиялы республика — Нахичеван Автономлы Республикаһы бар. Бынан тыш, халыҡ-ара хоҡуҡ нормаларына ярашлы Таулы Ҡарабах Республикаһы— Әзербайжан Республикаһының бер өлөшө булып ҡала.

  1. Trend informasiya agentliyi: Azərbaycan əhalisinin sayı 9511,1 min nəfərə çatıb 2014 йыл 18 июнь архивланған. — xəbərin yayınlanma tarixi: 14.06.2014
  2. Censuses of Republic of Azerbaijan 1979, 1989, 1999, 2009 Azstat.org — The State Statistical Committee of the Republic of Azerbaijan
  3. Нас стало 9 миллионов 2011 йыл 12 август архивланған.
  4. CIA — The World Factbook — Azerbaijan 2020 йыл 27 май архивланған.
  5. Госкомстат назвал һаны населения Әзербайжана. haqqin.az. Дата обращения: 19 февраль 2019.
  6. Anar Samadov. Azərbaycanda demoqrafik vəziyyət (әзерб.). Azərbaycan Respublikasının Dövlət Statistika Komitəsi. Дата обращения: 19 февраль 2019. 2019 йыл 19 февраль архивланған.
  7. Фобии, порождённые жизнью в мегаполисе, или О страхах жителей Баку: Общество, 8 января 2011
  8. Anar Samadov (www.anarsamadov.net). Azərbaycan Respublikası Səhiyyə Nazirliyi və Dövlət Statistika Komitəsinin birgə məlumatı (әзерб.). Azərbaycan Respublikasının Dövlət Statistika Komitəsi. Дата обращения: 6 апрель 2019. 2020 йыл 15 август архивланған.
  9. В Азербайджане родился 10-миллионный житель. Информационное Агентство Репорт. Дата обращения: 6 апрель 2019.
  10. Переписи населения Азербайджана 1926, 1936, 1979, 1989, 1999, 2009 годов
  11. 11,0 11,1 11,2 11,3 11,4 11,5 Рассчитана до сотых долей процента по абсолютным данным численности отдельных этносов и населения Әзербайжана в целом, приведённым в источнике (в котором доли приведены с округлением до десятых долей процента).
  12. Азербайджанская ССР (1939 г.)
  13. Официальная оценка Государственного статистического комитета Азербайджанской Республики, учитывающая армян в районах Азербайджана, которые контролируются непризнанной Нагорно-Карабахской Республикой. Без районов, подконтрольных НКР — около 651 армян. По данным НКР (перепись 2005), на территории Азербайджана, которая контролируется НКР, проживало 137 380 армян (см., см. 2008 йыл 3 октябрь архивланған.).
  14. Национальный состав населения Азербайджана по районам по переписи 1999 года, включая оценочные данные по территории, подконтрольной НКР
  15. Официальная оценка Государственного статистического комитета Азербайджанаской Республики, учитывающая армян в районах Азербайджана, которые контролируются непризнанной Нагорно-Карабахской Республикой. По данным НКР (перепись 2005), на территории Азербайджана, которая контролируется НКР, проживало 137 380 армян (см., см., см. 2008 йыл 3 октябрь архивланған.).
  16. 16,0 16,1 Перепись населения 1979 года учитывала талышей в составе этнических азербайджанцев
  17. Сегодня — День Азербайджанского алфавита и языка, Информационное Агентство "The First News" (1 августа 2009).
  18. Государственное Статистическое Управление Әзербайжана
  19. MAPPING THE GLOBAL MUSLIM POPULATION. A Report on the Size and Distribution of the World's Muslim Population. Pew Research Center (октябрь 2009). Архивировано 21 август 2011 года. 2011 йыл 19 май архивланған.
  20. http://www.scwra.gov.az/az/view/news/522/allahshukur-pashazade-azerbaycanda-mezhebler-arasinda-fikirayriligindan-istifade-etmek-isteyen-dushmenler-choxdur 2018 йыл 26 ноябрь архивланған. "Şeyxülislam qeyd edib ki, Azərbaycanda 35 faiz sünni, 65 faiz isə şiə məzhəbinə mənsub..."
  21. Religion. Administrative Department of the President of the Republic of Azerbaijan — Presidential Library. Архивировано 21 август 2011 года. Религия. Управление делами Президента Әзербайжанской Республики — Президентская библиотека
  22. История еврейских общин в Азербайджане в XI—XV вв.
  23. Willem Floor, Edmund Herzig. Iran and the World in the Safavid Age. Iran Heritage Foundation, I.B.Tauris, 2012, p. 374

    By the beginning of the seventeenth century, there were 19,000 converted Catholic Armenians living in three towns and 12 villages in the Nakhichevan, Ernjak and Jahuk regions.

  24. Усния Бабаева. Иоанн Павел II побывает в Азербайджане. Независимая газета (16 май 2002). Дата обращения: 12 август 2010. Архивировано 21 август 2011 года.
  25. Новости NEWSru.com:: Иоанн Павел II и Гейдар Алиев обменялись приветствиями в Баку
  26. Новости мира религий. Общество и религия. СМИ и литература о вере и конфессиях 2019 йыл 9 май архивланған.
  27. Ирина Заявьялова. Папа легко нашёл с. Журнал Эксперт (27 май 2002). Дата обращения: 12 август 2010. Архивировано 21 август 2011 года. 2013 йыл 26 октябрь архивланған.
  28. Global Christianity (ингл.). The Pew Forum on Religion & Public Life (19 декабрь 2011). Дата обращения: 13 май 2013. Архивировано 22 май 2013 года. 2013 йыл 30 май архивланған.
  29. Statistics (ингл.). Baptist World Alliance (2013). Дата обращения: 15 март 2014. Архивировано 27 июнь 2012 года. 2012 йыл 27 июнь архивланған.
  30. Jason Mandryk. Azerbaijan // Operation World: The Definitive Prayer Guide to Every Nation. — InterVarsity Press, 2010. — 978 p. — (Operation World Set). — ISBN 0-8308-5724-9.
  31. ТРУДЫ ПО ПРИКЛАДНОЙ БОТАНИКЕ, ГЕНЕТИКЕ И СЕЛЕКЦИИ, том 172 / канд. биол. наук Е.И. Гаевская. — Санкт-Петербург: ВСЕРОССИЙСКИЙ НАУЧНО-ИССЛЕДОВАТЕЛЬСКИЙ ИНСТИТУТ РАСТЕНИЕВОДСТВА имени Н.И. ВАВИЛОВА (ВИР), 2013. — С. 149.
  32. 32,0 32,1 Өҙөмтә хатаһы: <ref> тамғаһы дөрөҫ түгел; ksam.org төшөрмәләре өсөн текст юҡ
  33. Список национальных парков на сайте Министерства экологии Азербайджана
  34. Список заповедников на сайте Министерства экологии Азербайджана
  35. Список заказников на сайте Министерства экологии Азербайджана
  36. Министерство Культуры Азербайджанской Республики