Әзербайжан флагы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Әзербайжан флагы
Рәсем
Нигеҙләү датаһы 9 ноябрь 1918
Юрисдикция распространяется на Әзербайжан
Жанр горизонтальный трёхполосный флаг[d]
Создатель Гусейнзаде, Али-бек Гусейн оглы[d]
Соотношение сторон 2:1[d]
Төҫ светло-синий[d], Ҡыҙыл төҫ, Йәшел һәм Аҡ
Һүрәтләнгән объект Звезда и полумесяц[d], восьмиконечная звезда[d], ярым ай[d] һәм поле[d]
Проектировщик Гусейнзаде, Али-бек Гусейн оглы[d]
Commons-logo.svg Әзербайжан флагы Викимилектә

Әзербайжан Республикаһы Флагы (әзерб. Azərbaycan Respublikasının bayrağı) — Әзербайжан гимны һәм гербы кеүек үк рәсми дәүләт символы булып тора. Флаг 1918 йылдың 9 ноябрендә 1920 йылға тиклем йәшәгән Әзербайжан Демократик Республикаһының, ә 1991 йылдың 5 февраленән, ошо йылда уҡ үҙаллылығын иғлан иткән Әзербайжан Республикаһының дәүләт флагы сифатында раҫлана. Әзербайжан Республикаһы президенты Илһам Әлиевтың 2009 йылдың 17 ноябрендәге указына ярашлы, Әзербайжан Демократик Республикаһы иҫтәлегенә арнап, һәр йыл 9 ноябрь Әзербайжан Республикаһының Дәүләт флагы кѳнѳ булараҡ билдәләнә.

Флагтың тасуирламаһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Флаг төҙөлөшө

Әзербайжан Республикаһының флагы яҡтарының тура килеүе 1:2. нисбәтендә. Флаг горизонталь урынлашҡан ѳс — зәңгәр, ҡыҙыл һәм йәшел тѳҫтәге туҡыманан тора. Флагтың уртаһындағы ҡыҙыл һыҙатҡа һигеҙ мѳйѳшлѳ йондоҙ һәм ярым ай тѳшѳрѳлгән. Ике һүрәт тә аҡ тѳҫтә. Флагтағы зәңгәр тѳҫ тѳркилекте, күк йѳҙѳн һәм азатлыҡты (илдең тѳп халҡы — әзербайжандар, улар тѳрки телле халыҡҡа ҡарай, республиканың дәүләт теле лә әзербайжан теле) аңлата. Ҡыҙыл тѳҫ — йәмғиәттең яңырыу курсын, демократияның үҫешен, энергияны, тормошто сағылдырһа, йәшел тѳҫ иһә яҙғы йәшеллекте, яңырыуҙы, тергеҙелеүҙе һәм ислам диненә ҡарауҙы аңлата[1][2].

Әзербайжан Милли советының Беренсе Рәйесе Мамед Әмин Рәсүлзаде Әзербайжан Демократик Республикаһы парламенты ултырышындағы сығышында ѳҫ тѳҫлѳ байраҡтың тѳрки азатлыҡты, ислам мәҙәниәтен һәм замансалыҡты белдереүен билдәләй. Ә Әзербайжан Республикаһы гимны авторы Узеир Гаджибеков флагтағы зәңгәр тѳҫтѳң — тѳркилекте, йәшел тѳҫтѳң — ислам динен һәм ҡыҙыл тѳҫтѳң мәҙәниәт, үҫеш тѳҫѳ булыуы тураһында яҙа[3]. Флагтағы ярым ай ислам динен символлаштыра, ә һигеҙ мѳйѳшлѳ йондоҙ, Фатали Хан Искендер оглы Хойский билдәләүенсә, ғәрәпсә һигеҙ хәреф менән яҙылған Әзербайжан һүҙен сағылдыра[4]. Шулай уҡ ҡайһы берәүҙәр һигеҙ мѳйѳшлѳ йондоҙҙоң һигеҙ тармаҡлы тѳрки халҡын — әзербайжандарҙы, оттомандарҙы, тѳрѳктәрҙе, сағатайҙарҙы, тѳркмәндәрҙе, татарҙарҙы, ҡыпсаҡтарҙы, сәлжүктәрҙе һәм туркомандарҙы сағылдыра, тип тә билдәләй[2],[5]. Ҡайһы бер тикшеренеүселәр, ул ваҡыттағы ҡыпсаҡтар исемлегенә ҡаҙаҡтарҙың, ҡырғыҙҙарҙың инеүен һәм Әзербайжан Демократик Республикаһы йылдарында тѳрки халыҡтарҙың классификацияһы хәҙерге замандыҡынан айырылыуын билдәләй[6]. Башҡа тѳрлѳ мәғлүмәттәр буйынса һигеҙ мѳйѳшлѳ йондоҙҙоң Әзербайжанда йәшәгән традицион халыҡтарҙы сағылдырыуы ла ихтимал[7]. Әзербайжан Республикаһы Конституцияның 23-сѳ статьяһында дәүләт флагының һүрәтләмәһе бирелә:

II. Әзербайжан Республикаһының Дәүләт флагы горизонталь урынлашҡан тѳрлѳ киңлектәге ѳс һыҙаттан тора. Ѳҫкѳ һыҙат — зәңгәр, урта һыҙат — ҡыҙыл, аҫҡы һыҙат — йәшел тѳҫтә. Урталағы ҡыҙыл һыҙатҡа аҡ тѳҫ менән һигеҙ мѳйѳшлѳ йондоҙ менән ярым ай тѳшѳрѳлгән. Флагтың киңлеге менән оҙонлоғо 1:2 нисбәтендә.

Тѳҫ шаблоны[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Әзербайжан Республикаһының «Әзербайжан Республикаһы Дәүләт флагын файҙаланыу ҡағиҙәләре тураһында» законында флагтағы тѳҫтәргә дѳрѳҫ характеристика бирелә[8]. 2013 йылдың 22 октябрендә законға үҙгәрештәр индерелә[9], оттенки Pantone Sky Blue 306 °C, Pantone Red 032 °C и Pantone Green 362 °C были заменены следующими:

Төҫтәр моделе Зәңгәр Ҡыҙыл Йәшел
Pantone 306 °C Red 032 °C 362 °C
RGB 0, 181, 226 239, 51, 64 80, 158, 47
CMYK 75, 0, 5, 0 0, 86, 63, 0 78, 0, 100, 2
Hex #00b5e2 #ef3340 #509e2f

Флаг тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Әзербайжан Демократик Республикаһы флагы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

[Әзербайжан Демократик Республикаһының 1918 йылдағы флагы (9 ноябргә тиклем)

1918 йылдың 28 майында Әзербайжан Демократик Республикаһының бойондороҡһоҙлоғо иғлан ителә. Республиканың тәүге сараларында дәүләт атрибуттары ҡабул ителә. Байраҡтың башланғыс формаһы сифатында Ғосман империяһының флагы ѳлгѳ итеп алына[10]. 1918 йылдың 21 июнендә Әзербайжан Демократик Республикаһының дәүләт флагы ҡабул ителә. Унда Тѳркиә флагындағы биш мѳйѳшлѳ йондоҙҙан айырмалы рәүештә, ҡыҙыл туҡымаға аҡ тѳҫтәге ярым ай һәм һигеҙ мѳйѳшлѳ йондоҙ тѳшѳрѳлгән.

Әзербайжан Демократик Республикаһы хөкүмәтенең 1918 йылдың 9 ноябрендәге ултырыш протоколынан өҙөмтә

. Һуңғараҡ дәүләт флагын үҙгәртеү тураһындағы мәсьәлә күтәрелә. Яңы проект тѳркилек, ислам һәм прогресҡа ынтылыш идеяһын сағылдырырға тейеш була. Был идеяларҙы тормошҡа ашырыу ѳсѳн фәйләсүф Джамаладдина Афганиҙың йоғонтоһо ҙур була (18381897. Ул үҙенең «Милли берҙәмлек философияһы һәм милли берекмәнең ысын асылы», «Ислам берлеге» китаптарында мосолман халҡының үҫешен дини консолидация, милли берҙәмлек һәм Европа дәүләттәренең прогрессив традицияларын ѳйрәнеү шарттарында ғына мѳмкин, тип иҫбат итә[11]. Бынан тыш, 1914 йылда «Дирилик» тип аталған Баҡы журналында «Müsavat» партияһын ойоштороусы Мамед Амин Расулзаденың мәҡәләләр серияһы баҫылып сыға. Унда милләтте үҫтереү ѳсѳн милли атрибуттарҙың: үҙаңдың, диндең, телдең, тарихи үткәндәрҙең, замансалыҡтың һәм үҫештең мѳһим булыуы билдәләнә[12].

Әзербайжан Демократик Республикаһы флагы төшөрөлгән 1919 йылғы почта маркаһы. Рәссамы Зейнал Абдин бек Гаджи Ага бек оглы Алиев

1918 йылдың 9 ноябрендәге Фатали хан Хойскийҙың доклады нигеҙендә дәүләт флагының яңы проекты раҫлана. Был юлы флаг урталағы ҡыҙыл һыҙаттағы аҡ тѳҫтәге ярым ай менән һигеҙ мѳйѳшлѳ йондоҙҙан һәм зәңгәр, йәшел тѳҫтәге горизонталь һыҙаттарҙан тора[13]. Ҡарарҙа: « Йәшел, ҡыҙыл, зәңгәр һыҙатлы һәм аҡ тѳҫтәге ярым ай, һигеҙ мѳйѳшлѳ йондоҙ тѳшѳрѳлгән флагты милли флаг тип атарға», тиелә[2]. АҠШ вексиллологы Уитни Смит яңы флагтың авторы Али-бек Гусейнзаде булған, тип белдерә. 1918 йылда «Әзербайжан» гәзитенең ноябрь һанында «Әзербайжан флагы» башы аҫтында шундай мәҡәлә баҫыла: « Хѳкүмәт ѳҫ тѳҫлѳ Әзербайжан флагының проектын раҫланы. Ҡыҙыл фонда ярым ай һәм һигеҙ мѳйѳшлѳ йондоҙ буласаҡ. Ярым ай менән йондоҙ аҡ тѳҫтә[4]. Ярым ай ислам динен символлаштыра, ә һигеҙ мѳйѳшлѳ йондоҙ Фатали хан Хойский әйтеүенсә, ошо телдә яҙылған һигеҙ хәрефле „Әзербайжан“ һүҙен сағылдыра (әзерб. ﺁزرﺑﻴﺠﺎن — арабским алфавитом)[14]. Тикшеренеүселәр йондоҙҙоң һигеҙ мөйөшө шулай уҡ, ғәрәпсә яҙылған Әзербайжан һүҙенең «Уттар иле» образлы атамаһын символлаштырыуы ла бар, тип һанай[4] (әзерб. ﻳوﺮﺪﻮ اﻮﺪ). 1919 йылда Джафар Джабарлы флагҡа „Севдийим“ шиғырын арнай[15] и „Азербайджанскому флагу“[16], в которой также приводится ассоциация восьмиконечной звезды и восьми букв „Страны огней“[4][17]. В официальной газете „Азербайджан“ была опубликована статья „Флаг Азербайджана“, в которой было дано толкование новой формы флага[18].

1918 йылдың 7 декабрендә дәүләт флагы парламент бинаһы ҡыйығына күтәрелә. Мамед Әмин Расулзаде үҙенең сығышында: «…Милли совет тарафынан юғарыға күтәрелгән һәм тѳрки азатлыҡты, ислам мәҙәниәтен һәм замансалыҡты аңлатҡан был ѳс тѳҫлѳ байраҡ, бойондороҡһоҙ Әзербайжанды сағылдыра һәм ул оҙаҡ йылдар беҙҙең баш осонда елберләп торасаҡ…»тип белдерә[19].

1918 йылдың 10 декабрендә «Әзербайжан» гәзитендә мәҡәлә баҫыла. Унда Әзербайжан Демократик Республикаһының дәүләт флагындағы ѳс тѳҫтѳң тѳрки милли мәҙәниәтен, хәҙерге Европа демократияһын һәм ислам цивилизацияһын символлаштырыуы әйтелә»[20]. Композитор һәм музыка белгесе, Әзербайжан Демократик Республикаһының дәүләт гимны авторы Узеир Гаджибеков:« Әзербайжан Республикаһы сәләмәт милли нигеҙҙә барлыҡҡа килгән… Шул уҡ ваҡытта Әзербайжан яңы йәмғиәт булдырырға, Европа аңы менән эш итергә ынтыла. Беҙҙең флагтағы ѳс тѳҫ ошо элементтарҙы символлаштыра», тип яҙып сыға[21]. 1919 йылдың 28 майында "Әзербайжан " гәзитендә Гаджибековтың да «Один год» тигән мәҡәләһе баҫыла. Ул унда: «Беҙҙең флагтағы зәңгәр төҫ — тѳркилекте, йәшел — ислам тѳҫѳн, ҡыҙыл — мәҙәниәт һәм үҫеш тѳҫѳн аңлата», тип яҙа[3]. 1919 йылда шағир Ахмед Джавад (Әзербайжан гимны авторы) парламент бинаһы өҫтөндә елберләгән флагка «Флагу Азербайджана» шиғырын арнай(әзерб. Azərbaycan bayrağına)[22].

Совет власы йылдарында Әзербайжан ССР-ы флагында ҡыҙыл һәм зәңгәр төҫтәр һаҡлана, әммә уларға бөтөнләй икенсе төрлө мәғәнә һалына. Ислам сиволы булараҡ ҡабул ителгән йәшел төҫ алып ташлана[23].

Әзербайжан ССР-ы флагы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1920 йылдың 28 апрелендә Әзербайжан революцион комитеты (Әзревком) Баҡыла Әзербайжан Совет Социалистик Республикаһын иғлан итә.

1921 йылдың 19 майында Советтарҙың тәүге Бөтә Әзербайжан съезында Әзербайжан Республикаһының Конституцияһы (Төп законы) ҡабул ителә. 104-се статьяла уның флагы тасуирлана[25][26]:

Әзербайжан Совет Социалистик Республикаһының сауҙа, диңгеҙ һәм хәрби флагы ҡыҙыл (ал) туҡыманан тора, уның һул мөйөшөндә, өҫтә йәшел ерлеккә алтын хәрефтәр менән «А. С. С. Р.» йәки «Әзербайжан Совет Социалистик Республикаһы» тип яҙылған.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Символы Азербайджанского государства. http://president.az/.+Тәүге сығанаҡтан архивланған 15 ғинуар 2013.
  2. 2,0 2,1 2,2 Уитни Смит (Whitney Smith). Flag Lore Of All Nations — Millbrook Press, 2001. — Б. 13. — 112 б. — ISBN 9780761317531.  (инг.)
  3. 3,0 3,1 У. Гаджибеков. «Один год» // Азербайджан : газета. — 1919. — № от 28 мая.
  4. 4,0 4,1 4,2 4,3 İ. Əliyev, E. Məhərrəmov. Azərbaycan Respublikasınn Dövlət Rəmzləri — Баку: Nurlan, 2008. — 500 экз.  (әзерб.)
  5. DK Publishing, Inc. (COR) Dorling Kindersley Complete Flags of the World — DK Publishing, 2008. — Б. 172. — 240 б. — ISBN 9780756641153.

    The eight points on the flag’s star stand for the eight groups of Turkic-speaking peoples — the Azeris, Ottomans, Jagatais, Tatars, Kipchaks, Seljuks and Turkomans.

  6. António Martins. Meaning of the flag of Azerbaijan. — 27 January 2000.
  7. Anjali Kamath. Flag Book / Editor: Aziel Karthak — Millbrook Press, 2009. — Б. 36. — ISBN 9788179915127.  (инг.)
  8. Закон Азербайджанской Республики о правилах использования государственного флага Азербайджанской Республики. Статья 9.2.
  9. Закон Азербайджанской Республики о внесении изменений в Закон Азербайджанской Республики «О правилах использования Государственного флага Азербайджанской Республики»  (әзерб.). Официальный интернет сайт Президента Азербайджанской Республики (28 ноября 2013). 8 сентябрь 2015 тикшерелгән.
  10. Сабухи Ахмедов, кандидат исторических наук. Государственный флаг Азербайджанской Республики
  11. Сабухи Ахмедов, кандидат исторических наук. Государственный флаг Азербайджанской Республики
  12. Azərbaycan Xalq Cumhuriyyəti Ensiklopediyası — Т. 1. — Б. 158, 310.  (әзерб.)
  13. İ. Əliyev, E. Məhərrəmov. Azərbaycan Respublikasının dövlət rəmzləri — Баку, 2000. — Б. 10.  (әзерб.)
  14. M. Mərdənov, Ə. Quliyev. Azərbaycan Respublikasının dövlət rəmzləri — Баку, 2001. — Б. 74-75.  (әзерб.)
  15. Джафар Джаббарлы. Ədirnə fəthi — Б. 151.  (әзерб.)
  16. Т. Жемчужникова. Общественно-политическая деятельность Джафара Джаббарлы не изучена по сей день // газета : «Эхо». — Чт., 3 Мая 2007. — № 77(1558).
  17. Cabbarlı C. Azərbaycan bayrağına [Mətn] — Mədəniyyət, 2008. — Б. 15.  (әзерб.)
  18. Azərbaycan Xalq Cümhuriyyəti — Баку: Парламент (стенографический доклад), 1998. — Т. I. — Б. 34.  (әзерб.)
  19. Azərbaycan Xalq Cümhuriyyəti — Баку: Парламент (стенографический доклад), 1998. — Т. I. — Б. 76.  (әзерб.)
  20. Вильям Васильевич Похлёбкин Международная символика и эмблематика — Москва: Международные отношения, 1989. — Б. 236. — 300 б.
  21. Государева оружейная палата. С-Пб., 2002, с.46-48, 136, 56, 140.
  22. Əhməd Cavad. Əsərləri — Баку, 1992 Т. I. — Б. 138.  (әзерб.)
  23. Сабухи Ахмедов, кандидат исторических наук. Государственный флаг Азербайджанской Республики
  24. Hamylton Fyfe (Special Correspondent of a "Daily Mail" in Russia). Azerbaijan. The Tartar Republic of the Land of Flames / J. A. Hammerton. — Peoples of All Nations: Concept Publishing Company, 2007. — Т. 1. — С. 342. — ISBN 9788172681449. (англ.)
  25. Конституция (Основной Закон) Азербайджанской ССР — Собрания узаконений и распоряжений рабоче-крестьянского правительства АзССР, №5, май 1921 г.. — Б. 109.
  26. Конституция (Основной Закон) Азербайджанской ССР. — Баку, 1921, С.21. — цит. по: Вексиллологический справочник по флагам Российской империи и СССР. Т.2./ Сост. С. А. Соколов. — М.: МГИУ, 2002, ISBN 5-276-00240-1, С.121

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Уитни Смит (Whitney Smith). Flag Lore Of All Nations — Millbrook Press, 2001. — Б. 13. — 112 б. — ISBN 9780761317531.  (инг.)
  • İ. Əliyev, E. Məhərrəmov. Azərbaycan Respublikasınn Dövlət Rəmzləri — Баку: Nurlan, 2008. — 500 экз.  (әзерб.)

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ҡалып:Азербайджан в темах