Эстәлеккә күсергә

Ҡырғыҙстан байрағы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Ҡырғыҙстан флагы битенән йүнәлтелде)
Ҡырғыҙ Республикаһының дәүләт байрағы
(кирг. Кыргыз Республикасынын Мамлекеттик туусу)
Ҡырғыҙстан

Раҫланған

3 март 1992

Пропорция

3:5

Авторлыҡ коллективы

Э. Айҙарбәков, Б. Жайчыбеков, С. Иптаров, Ж. Матаев, М. Сыдыков

Ҡырғыҙ Республикаһының дәүләт байрағы (ҡырғ. Кыргыз Республикасынын Мамлекеттик туусу) — Ҡырғыҙ Республикаһының дәүләт символы. Ҡырғыҙ Республикаһының 1992 йылдың 3 мартындағы Жогорку Кенеш (Юғары Кәңәш) ҡарары менән раҫлана[1].

Ҡырғыҙстандың дәүләт байрағы — ҡыҙыл тура мөйөшлө туҡыма, уның уртаһында алтын төҫтәге нурҙарын (ҡырҡ нур) тигеҙ таратыусы түңәрәк ҡояш түңәрәге урынлашҡан. Ҡояш түңәрәге эсендә ҡыҙыл төҫтәге ҡырғыҙ тирмәһенең төндөгө һүрәтләнгән[2].

Мәғәнәүи йөкмәткеһе

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡырғыҙ халҡының орнаменталь мәҙәниәтендәге ҡояш яҡтылыҡты, асыҡлыҡты, йәшәү сыҙамлығын аңлата. Ялҡын теленә оҡшаш ҡырҡ нур — халыҡ булып берләшкән ҡырҡ ырыуҙы аңлата.

Төндөк — даирә шәклендәге төҙөлөш, ҡырғыҙҙарҙың "боҙ өйө"нөң (ҡырғыҙ тирмәһенең атамаһы) түбәһендә яҡтылыҡ биреүсе тәҙрә булып тора. Төндөктөң түңәрәк рамаһы ике яғы менән тәре рәүешендә тоташтырылған бирсәләрҙән тора. Төндөк күк менән ерҙе тоташтыра һәм йорт усағының билдәһе итеп ҡабул ителә. Бынан тыш, ул илдә йәшәгән бөтә халыҡтарҙың берҙәмлеген[3], шулай уҡ төрки халыҡтарҙың исламға тиклемге дине — тәңреселекте символлаштыра.

Техник спецификацияһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡырғыҙстан Республикаһының дәүләт байрағы һәм уның һүрәте, ҙурлығына ҡарамаҫтан, Ҡырғыҙстан президенты резиденцияһында һаҡланыусы дәүләт байрағы эталонының төҫлө һәм схемалы һүрәттәренә тап килергә тейеш. Дәүләт байрағы төҫтәре ҠР дәүләт байрағының техник спецификацияһында күрһәтелгән төҫтәргә тап килергә тейеш[4].

Төҫлө моделдәр[4]
Төҫө PANTONE CMYK RGB HEX
Ҡыҙыл PANTONE 1788 °C 0-100-100-0 255-0-0 #ff0000
Һары (алтын) PANTONE Yellow C 0-0-100-0 255-255-0 #ffff00
  1. Государственные символы » Кыргызстан » Официальный сайт президента Киргизской Республики. www.president.kg. Дата обращения: 14 февраль 2018. Архивировано 14 февраль 2018 года.
  2. Государственные символы » Кыргызстан » Официальный сайт президента Киргизской Республики. www.president.kg. Дата обращения: 14 февраль 2018. Архивировано 14 февраль 2018 года.
  3. Государственная символика :: ГРС ППКР (ингл.). grs.gov.kg. Дата обращения: 14 февраль 2018. Архивировано 14 февраль 2018 года.
  4. 4,0 4,1 Государственная символика :: ГРС ППКР (ингл.). grs.gov.kg. Дата обращения: 14 февраль 2018. Архивировано 14 февраль 2018 года.