Ҡырғыҙстан гимны
Ҡырғыҙстан гимны | |
Дәүләт | Ҡырғыҙстан |
---|---|
Әҫәрҙең теле | Ҡырғыҙ теле |
Композитор | Давлесов, Насыр Давлесович[d] |
Тональность | ля мажор[d] |
Ҡырғыҙстан гимны Викимилектә |
Ҡырғыҙ Республикаһының дәүләт гимны (ҡырғ. Кыргыз Республикасынын Мамлекеттик Гимни) — флаг һәм герб менән бер рәттән Ҡырғыҙ Республикаһының дәүләт символдарының береһе булып тора. Гимн Ҡырғыҙ Республикаһы Юғары советының 1141-XII һанлы ҡарары менән 1992 йылдың 18 декабрендә раҫлана. Тәүҙә гимн өс куплеттан һәм ҡушымтанан тора, әммә Ҡырғыҙ Республикаһы Жогорку Кенешенең 2012 йылдың 27 декабрендәге 2648-V һанлы ҡарары менән икенсе куплет алып ташлана[1].
Гимндың һүҙҙәрен шағирҙар Жәлил Садыҡов һәм Шабданбек Кулуев яҙа, көйөн композиторҙар Насир Дәүләсов һәм Калый Молдобасанов ижад итә.
Гимндың тексы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һыҙылған текст юйылған шиғырҙы күрһәтә.
Ҡырғыҙ тексы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Кириллицаһы | Латин хәрефе | Ғәрәпсә | Монгол | Мфа транскрипцияһы |
---|---|---|---|---|
Ак мөңгүлүү аска зоолор, талаалар, |
Ak möñgülüü aska zoolor, talaalar, |
،اق مۅڭگۉلۉۉ اسقا زوولور، تالاالار |
ᠠᠬᠠ ᠮᠥᠩᠭᠦᠯᠦᠭᠦ ᠠᠰᠬᠠ ᠵᠣᠯᠠᠷ᠂ ᠲᠠᠯᠠᠭᠠᠯᠠᠷ᠂ |
[ɑq mɵŋ.gʉ.ˈlʉː ɑs.ˈqɑ zɔː.ˈɫɔr tɑ.ɫɑː.ˈɫɑr ǀ] |
Рус тексы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Высокие горы, долины, поля -
Родная, заветная наша земля.
Отцы наши жили среди Ала-Тоо
Всегда свою родину свято храня.
Припев:
Вперёд, киргизский народ,
Путем свободы вперёд!
Взрастай, народ, расцветай,
Свою судьбу созидай!
Извечно народ наш для дружбы открыт,
Единство и дружбу он в сердце хранит.
Земля Киргизстана, родная страна
Лучами согласия озарена.
Припев
Мечты и надежды отцов сбылись.
И знамя свободы возносится ввысь.
Наследье отцов наших передадим
На благо народа потомкам своим
Припев
Гимнды ҡулланыу тәртибе
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡырғыҙстан гимнын рәсми ҡулланыу тәртибе 2004 йылдың 17 июлендә ҡабул ителгән «Ҡырғыҙ Республикаһының дәүләт символдары тураһында» законда яҙылған[4].
Ҡырғыҙстандың дәүләт гимны — музыкаль-шиғри әҫәр, ул раҫланған музыкаль редакцияға һәм текстҡа ярашлы башҡарылырға тейеш. Оркестр, хор, оркестр-хор йәки башҡа вокаль һәм инструменталь вариантта башҡарыла ала. Шул уҡ ваҡытта тауыш һәм видеояҙма саралары, шулай уҡ теле- һәм радиотрансляция саралары ҡулланыла ала. Вокаль һәм вокаль-инструменталь башҡарыу осраҡтарында Ҡырғыҙстан гимны тулыһынса башҡарыла, ә инструменттар менән өлөшләтә башҡарыу рөхсәт ителә.
Ҡырғыҙстан гимны рәсми башҡарылғанда, баҫып тыңлайҙар (ир-егеттәр — баш кейемһеҙ). Милли баш кейеме рөхсәт ителә. Ҡырғыҙстан граждандары гимнды башҡара һәм уң ҡулын күкрәктең һул яғына ҡуя.
Ҡырғыҙстан гимны башҡарылғанда Ҡырғыҙтандың Дәүләт флагы күтәрелһә, ҡатнашыусылар уға йөҙө менән борола.
Ҡырғыҙстандың дәүләт гимны түбәндәге осраҡтарҙа мотлаҡ башҡарыла:
- Ҡырғыҙ Республикаһы Президенты вазифаһын ҡабул иткәндә, ант биргәндән һуң;
- Ҡырғыҙ Республикаһының сираттағы йәки сираттан тыш Жогорку Кенеш сессияһын асҡанда һәм япҡанда;
- Ҡырғыҙстандың Дәүләт флагын күтәргәндә һәм башҡа рәсми тантаналар ваҡытында;
- дипломатик протоколға ярашлы, сит ил дәүләттәре башлыҡтары, сит ил дәүләттәренең хөкүмәт башлыҡтары, сит илдәрҙең рәсми вәкилдәре, шулай уҡ Ҡырғыҙ Республикаһына рәсми визиттар менән килгән дәүләт-ара һәм хөкүмәт-ара ойошмалар етәкселәре менән осрашыу һәм хушлашыу тантаналары барышында.
- Ҡырғыҙстан Ҡораллы Көстәренең дөйөм хәрби уставына ярашлы хәрби ритуалдар үткәргәндә;
- ярыштар үткәреү ҡағиҙәләренә ярашлы, Ҡырғыҙ Республикаһы территорияһында һәм унан ситтә халыҡ-ара спорт ярыштары ваҡытында рәсми тантаналар үткәргәндә;
- Юғары, урта махсус уҡыу йорттарында, урта дөйөм белем биреү мәктәптәрендә яңы уҡыу йылын асыу һәм уҡыу йылын тамамлау тантаналарында, шулай уҡ башҡа тантаналы сараларҙа.
Ҡырғыҙ Республикаһының дәүләт гимны үтәлә ала:
- һәйкәлдәрҙе асыу, Ҡырғыҙстандың дәүләт байрамдарына арналған тантаналы йыйылыштарҙы асыу һәм ябыу, дәүләт органдары, урындағы үҙидара органдары, шулай уҡ дәүләт һәм дәүләткә ҡарамаған ойошмалар үткәргән башҡа тантаналы саралар ваҡытында.
Ҡырғыҙ Республикаһының Дәүләт гимны дәүләт, шәхси телевидение һәм радиотапшырыуҙар компаниялары тарафынан көн һайын тапшырыуҙар башланыр алдынан һәм тамамланғандан һуң, ә тәүлек әйләнәһенә тапшырыуҙар ваҡытында урындағы ваҡыт буйынса 6 сәғәттә һәм 24 сәғәттә трансляциялана.
Сит дәүләттәр территорияһында рәсми саралар үткәргәндә Ҡырғыҙ Республикаһының Дәүләт гимны, ҡабул итеүсе илдең традицияларын иҫәпкә алып, халыҡ-ара протоколда билдәләнгән ҡағиҙәләргә ярашлы башҡарыла.
Яуаплылыҡ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡырғыҙстан граждандары, шулай уҡ Ҡырғыҙстан территорияһындағы шәхестәр Ҡырғыҙстан гимнын хөрмәт итергә бурыслы. Ҡырғыҙ Республикаһы ҡануниәтенә ярашлы, гимн өҫтөнән мыҫҡыллауҙа ғәйепле кешеләр яуапҡа тарттырыла.
Ҡырғыҙстандың 1998 йылдың 14 ғинуарындағы «Авторлыҡ хоҡуҡтары һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһында»[5] ғәмәлдәге законына ярашлы, дәүләт символикаһына авторлыҡ хоҡуғы бирелмәй, шуға күрә гимндың музыкаһы һәм һүҙҙәре башҡа музыкаль һәм башҡа сәнғәт әҫәрҙәрендә лә ирекле ҡулланыла ала.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1946—1992 йылдарҙа Ҡырғыҙстан гимны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Постановление Жогорку Кенеша КР от 27 декабря 2012 года № 2648-V "О Государственном гимне Кыргызской Республики" . cbd.minjust.gov.kg. Дата обращения: 13 апрель 2023.
- ↑ Мамлекеттик символдор — Кыргыз Республикасынын Президентинин расмий Интернет сайты
- ↑ http://www.kyrgyzstan.org 1997 йыл 6 июль архивланған.
- ↑ Закон КР от 17 июля 2004 года № 91 "О государственных символах Кыргызской Республики" . cbd.minjust.gov.kg. Дата обращения: 3 ғинуар 2021. Архивировано 26 октябрь 2020 года.
- ↑ Закон КР от 14 января 1998 года № 6 "Об авторском праве и смежных правах" . cbd.minjust.gov.kg. Дата обращения: 3 ғинуар 2021. Архивировано 17 ғинуар 2021 года.