Әзербайжан гербы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Әзербайжан гербы
Нигеҙләү датаһы 19 ғинуар 1993
Рәсем
Дәүләт  Әзербайжан
Юрисдикция таралышы Әзербайжан
Башланыу датаһы 1993
 Әзербайжан гербы Викимилектә

Әзербайжан Республикаһы Гербы (әзерб. Azərbaycan Respublikasının Dövlət gerbi) — Әзербайжан Республикаһы Флагы һәм Гимны кеүек үк, дәүләт символы булып һанала.

Тасуирлау[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Гербтың уртаһына, «Уттар иле» булыуын символлаштырған ялҡын телдәре төшөрөлгән. Ялҡын телдәре менән Аллаһ һүҙе яҙылған[1]. Гербта милли Әзербайжан Республикаһы Флагындағы төҫтәр ҡулланылған. Һигеҙ мөйөшлө йондоҙ төрки халыҡтың һигеҙ тармағын сағылдыра. Аҫта, байлыҡты уңышты аңлатҡан бойҙай башаҡтары һәм көс, ҡөҙрәтте символлаштырған имән ботаҡтары төшөрөлгән.

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Прагала (Чехия) Әзербайжан аәкиллеге бинаһындағы герб һүрәте

1920 йылдың 30 ғинуарында Әзербайжан Демократик Республикаһы Хөкүмәте милли гимн, дәүләт флагы һәм мисәте проектына конкурс иғлан итеү тураһында ҡарар ҡабул итә:

«Халыҡ мәғарифы министрына милли гимн, дәүләт гербы һәм мисәтен тәҡдим итеү буйынса конкурс иғлан итеүҙе йөкмәтергә һәм тәүгеһенә 50 мең, икенсеһенә 25 мең һум премия түләргә»[2].

Конкурс 1920 йылдың 1 майнда тамамланырға тейеш була. Әммә, 1920 йылдың 28 апрелендә Әзербайжан Демократик Республикаһы ҡолатылыу сәбәпле, герб ҡабул ителмәй. Шуныһын да билдәләргә кәрәк, Бакула йәшәгән грузин кенәзе Шершавидзе булдырған герб проекты һаҡланып ҡала[3].

Һуңынан, 1991 йылда Әзербайжандың бойондороҡһоҙлоҡ яулауынан һуң Әзербайжан Республикаһы гербы проектына конкурс иғлан ителә. Бының өсөн махсус комиссия булдырыла. Тик тәҡдим ителгән бер генә эскиз да Әзербайжан Милли Меджлис парламенты ағзалары тарафынан ҡабул ителмәй һәм шул арҡала Әзербайжан Демократик Республикаһы ваҡытынан һаҡланып ҡалған проектҡа иғтибар йүнәлтелә. Был гербтың оригиналь композицияһы һаҡлана, бары тик ҡайһы бер деталдәр генә, ялҡын, имән япрағы һәм бойҙай башағы рәссам Р. Мамедов тарафынан камиллаштырыла[3]. 1993 йылдың 19 ғинуарындағы Әзербайжан Республикаһы Конституцияһы законы буйынса Әзербайжан Республикаһының төҫлө һәм аҡ-ҡара һүрәтле гербы раҫлана. 1993 йылдың 23 февралендә Әзербайжан президенты Абульфаз Эльчибей тарафынан «Әзербайжан Республикаһының Дәүләт гербы тураһындағы положение» ҡабул ителә[3].

Филателияла герб[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Государственный герб Азербайджанской республики
  2. Азербайджанская Демократическая Республика (1918―1920). Законодательные акты. (Сборник документов). — Баку, 1998, с. 399—400
  3. 3,0 3,1 3,2 İ. Əliyev, E. Məhərrəmov. Azərbaycan Respublikasınn Dövlət Rəmzləri. — Баку: Nurlan, 2008. — 500 экз.  (әзерб.)

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡалып:Азербайджан в темах